Архив рубрики: Доғалар һәм намаҙ

Ҡурҡыуҙан доғалар

                                                                Ҡурҡыуҙан доғалар
     Берәй кемдән ҡурҡҡан кеше нимә әйтергә тейеш
     Пәйғәмбәребеҙ, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән: «Мосолман ҡурҡаҡ та була ала, һаран да була ала, ләкин бер ҡасан да алдаҡсы булмаҫ». Ҡурҡыу, һаранлыҡ кеүек яман һыҙаттар кешенең камил булмауынан. Был яҙыҡ ғәмәлдәрҙе мосолмандар үҙендә бөтөрөргә тырышырға бурыслы. Берәй кешенән ҡурҡа икән, ошо доғаны ҡылһын. Аллаһ Тәғәлә йөрәгенә ҡыйыулыҡ үә еңеллек бирер, ин шәә Аллаһ.

     "Аллааһүммә-кфинииһим бимәә ши'тә!"
     (Аллам! Нисек теләйһең шулай итеп мине уларҙан ҡотҡар!) Читать далее

Мәжлестәге әҙәп-доғалар

                                                 Мәжлестәге әҙәп-доғалар
     Әбү Муса әл-Әшғәри әйтеүенсә, Рәсүлуллаһ ﷺ: «Инергә рөхсәтте өс мәртәбә һорарға кәрәк. Әгәр рөхсәт алһаң ин, алмаһаң – кит», — тигән. (Бохари, Мөслим).

     Әбү Һөрәйрә әйтеүенсә, Рәсүлуллаһ ﷺ: "Әгәр берегеҙ кешеләр ултырған ергә килеп инһә, уларға сәләм бирергә тейеш. "Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү! «, „Аллаһ Тәғәлә һеҙгә именлек насип итһен үә рәхмәте ирешһең үә һеҙгә бәхеттәр бирһен“ — тип әйтергә кәрәк. Сығып китергә теләһә лә сәләм әйтергә тейеш», — тигән. (Әбү Дауыт). (Әссәләмүғәләйкүм). Күп кешеләр араһынан берәүҙеңдә яуап сәләме етә. Әгәр мәжлес башланһа – һәр береһе менән ҡул бирешеп күрешеү кәрәкмәҫ. Читать далее

Миғраж кисәһе намаҙы

                                                      Миғраж кисәһе намаҙы

     Бөгөн – ҡояш байыу менән – Миғраж кисе башлана. Ошо изге кистә пәйғәмбәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә үҙенең хозурына саҡырып бик күп хикмәттәр, йәннәт һәм йәһәннәмде күрһәткән һәм мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр изге бүләк булған биш ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән. Ислам динендә булған башҡа фарыздар Ҡөръән Кәрим аша ерҙә фарыз ителгән. Ләкин диндең терәге булған биш ваҡыт намаҙ пәйғәмбәребеҙ миғражда ваҡытта фарыз ителгән.
     Рәжәб айының 26-һынан 27-һенә ҡараған төнөндә Миғраж кисәһе була. Был кистә йәстү намаҙынан һуң ун ике рәҡәғәт хәжәт намаҙы уҡыла, һәр рәҡәғәттә «Әл-Фатиха»- нан һуң ун тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла һәм һәр ике рәҡәғәттән һуң сәләм бирелә. Намаҙҙан һуң дүрт тапҡыр «Әл-Фатиха» һәм йөҙ тапҡыр: Читать далее

Хәтем доғаһы

                                                                  Хәтем доғаһы.
     Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү.
     Һеҙҙең иғтибарға *Доға* китабынан Аллаһ Тәғәләнең изге китабы *Ҡөръән Ҡәрим*де уҡып сыҡҡас бағышлап уҡыла торған хәтем доғаһы.
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджиим
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
    Читать далее

«Лил-ләһи» аяттары

                                                            «Лил-ләһи» аяттары

 

لِّلَّهِ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الْأَرْضِ وَإِن تُبْدُوا مَا فِي أَنفُسِكُمْ أَوْ تُخْفُوهُ يُحَاسِبْكُم بِهِ اللَّهُ فَيَغْفِرُ لِمَن يَشَاءُ وَيُعَذِّبُ مَن يَشَاءُ وَاللَّهُ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ

آمَنَ الرَّسُولُ بِمَا أُنزِلَ إِلَيْهِ مِن رَّبِّهِ وَالْمُؤْمِنُونَ كُلٌّ آمَنَ بِاللَّهِ وَمَلَائِكَتِهِ وَكُتُبِهِ وَرُسُلِهِ لَا نُفَرِّقُ بَيْنَ أَحَدٍ مِّن رُّسُلِهِ وَقَالُوا سَمِعْنَا وَأَطَعْنَا غُفْرَانَكَ رَبَّنَا وَإِلَيْكَ الْمَصِيرُ

لَا يُكَلِّفُ اللَّهُ نَفْسًا إِلَّا وُسْعَهَا لَهَا مَا كَسَبَتْ وَعَلَيْهَا مَا اكْتَسَبَتْ رَبَّنَا لَا تُؤَاخِذْنَا إِن نَّسِينَا أَوْ أَخْطَأْنَا رَبَّنَا وَلَا تَحْمِلْ عَلَيْنَا إِصْرًا كَمَا حَمَلْتَهُ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِنَا رَبَّنَا وَلَا تُحَمِّلْنَا مَا لَا طَاقَةَ لَنَا بِهِ وَاعْفُ عَنَّا وَاغْفِرْ لَنَا وَارْحَمْنَا أَنتَ مَوْلَانَا فَانصُرْنَا عَلَى الْقَوْمِ الْكَافِرِينَ

     Башҡортса транскрипцияһы:
     284. Лилләәһи мәә фи-ссәмәәүәәти үә мәә фил-ардыи үә иң түбдүү мәә фии әнфүсикүм әү түхъфүүһү йүхәәсибҡүм биһи-лләәһү фәйағфиру лимәй-йәшәә'ү үә йүғәҙҙибү мәй- йәшәә'ү үә-ллааһу ғәләә күлли шәй'иң ҡадиир. Читать далее

Аятүль Көрси

                                                            Аятүль Көрси аяты

 

اللَّهُ لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ الْحَيُّ الْقَيُّومُ لَا تَأْخُذُهُ سِنَةٌ وَلَا نَوْمٌ لَّهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الْأَرْضِ مَن ذَا الَّذِي يَشْفَعُ عِندَهُ إِلَّا بِإِذْنِهِ يَعْلَمُ مَا بَيْنَ أَيْدِيهِمْ وَمَا خَلْفَهُمْ وَلَا يُحِيطُونَ بِشَيْءٍ مِّنْ عِلْمِهِ إِلَّا بِمَا شَاءَ وَسِعَ كُرْسِيُّهُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضَ وَلَا يَئُودُهُ حِفْظُهُمَا وَهُوَ الْعَلِيُّ الْعَظِيمُ

     Башҡортса транскрипцияһы:
     255. Аллааһу ләә иләәһә илләә һүүәл-хәйүл-ҡаййүүмү ләә тәьхуҙүһү синәтүү-үә ләә нәүмүл-ләһү мәә фи-ссәмәәүәәти үә мәә фил-ардыи мәң ҙәлләҙии йәшфәғү ғиңдә-һүү илләә би'иҙниһи йәғ-ләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм үә ләә йүхиитуунә би-шәй'им-мин ғилмиһии иллә бимәә шәә'ә үәсиғә курсиййүһү-ссәмәәүәәти үәл-арда үә ләә йә'үү-дүһү хифҙуһүмәә үә һүүәл-ғәлийүл-ғәҙыиим.

     Аҫта МП плеерҙә Аятүль Ҡөрсине урыны менән туҡтап уҡый, улда дөрөҫ, өҫтә яҙылғаны бер ынғай туҡтамай уҡығанда ҡулланыла. Кире тыңлар өсөн крестика баҫығыҙ, йәки йәшел кнопкаға.

     Башҡортса мәғәнәһе:
     255. Алланан башҡа илаһ юҡ! Ул тере, мәнге йәшәй. Ул йоҡомһорауҙы ла, йоҡлауҙы ла белмәй. Күк менән Ерҙәге бөтә нәмә — Уныҡы. Кем Аллаһ ҡаршыһында яҡлаша ала? Уның Үҙ рөхсәтенән башҡа бер кем яҡлаша алмай. Хәҙерге кешеләрҙән әүәле ни булғанын да, уларҙан һуң ни булырын да Алла белә. Аллаһ белгәнде һис кем тотош белә алмаҫ, Ул теләгән хәтле генә белер. Уның тәхете Күкте лә, Ерҙе лә биләй. Шуларҙы һаҡлау Уға һис тә ауыр түгел. Ул олуғ һәм бөйөк!

     Ҡөрьән Кәрим (Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яңғырашына ярашлы бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемә). – Өфө : Китап, 2018. – 1220 бит.

     Мөжәүир хәҙрәт доғаһы, йәки теләк доғаһы, шулай уҡ хәжәт намаҙы доғаһы:https://nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D3%A9zh%D3%99%D2%AFir-x%D3%99%D2%99r%D3%99t-do%D2%93a%D2%BBy.html#more-5662

     Исми Әғҙам доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/ismi-%D3%99%D2%93%D2%99am-do%D2%93a%D2%BBy.html#more-5536

     "Әсмәә'үл-хүснәә": https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D3%99sm%D3%99%D3%99%D2%AFl-x%D2%AFsn%D3%99%D3%99.html#more-5531

 

Ямғыр теләү

                                                     Ямғыр теләү, йәки истискә намаҙы

     Ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр яуҙырыр өсөн ҡылынған истискә намаҙы – ул сөннәт намаҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллааһү ғәләйһи үәссәләмдең ҡоролоҡ йылдарында Аллаһ Тәғәләнән нисек ямғыр теләргә өйрәтеп ҡалдырған намаҙы. Был намаҙҙы яңғыҙын да уҡырға була, йәки йәмәғәт менән бергә уҡыһаңда була. Намаҙҙы ҡырҙа, яланда, бигерәктә һыу буйҙарында уҡыуы хуп, шулай уҡ мәсеттәрҙә, биш намаҙ артынан һәм йома намаҙын үтәгәс. Әгәр беренсе намаҙҙан һуң ямғыр яумаһа, икенсе тапҡыр уҡылыр, өсөнсө һәм ары... Әгәр инде намаҙ алдынан ямғыр яуа башлаһа, Аллаһ Тәғәләгә маҡтауҙар уҡып, салауат һәм доғалар ҡылып намаҙ уҡып алырға кәрәк.
     Имам ямғыр намаҙына саҡырыу алдынан йәмәғәткә (община) уға әҙерләнеүгә ваҡыт бирә: өс көн дауамында ураҙа тотоп, Аллаһынан гонаһтарҙы ярлыҡаныуын теләп, кемдәрҙер булған бурыстарын ҡаплап-ҡайтарып, кемдәрҙер кемгәлер ҡылған ҡылыҡтары өсөн ғәфү үтенеп, фәҡир һәм етемдәргә саҙаҡа таратып, бер-береһенә булған асыуҙарын алып, хәйерле һәм игелекле эштәр ҡылып, Аллаһы Тәғәлә ризалығын ҡаҙаныр кәрәк. Дүртенсе көн тотолған ураҙаларҙан һуң, байрамса кейенмәй генә, барыһы ла Аллаһынан ҡурҡыу үә ярлыҡау өмөтө менән яланға сығалар. Үҙҙәре менән ҡарт-ҡороно һәм бала-сағаны ла алып сығалар. Читать далее

Ҡөръән бағышлау

                                                             Ҡөръән бағышлау

                              Ҡөръән ашы мәжлесендә Ҡөръән уҡығандан һуң бағышлау
     Аллааһүммәр-зүҡнәә ғишән биләә бәләә ин диинән билә һәүәә ин үә ғәмәлән биләә рийәә ин үә ғәфүән биләә ғәҙәәбин үә мәғфиратән биләә ғитәәбин үә джәннәтән биләә хисәәбин үә ру йәтән биләә хиджәәб. Аллааһүммә түб ғәләйнәә ҡабләл-мәүти үәрхәмнәә ғиндәл-мәүти үә ләә түғәҙҙибнәә бәғдәл-мәүти үә һәүүин ғәләйнәә сәкәраатәл-мәүти бирахмәтикә йәә әрхәмәр- раахимиин. Читать далее

“Әғүүҙү бисмиллә” — нең фәзыләте

                                            “Әғүүҙү бисмиллә” — нең фәзыләте.

     Бер ҡатындың ире монафиҡ ине. Был ҡатын һәр һүҙ йә иһә фиғелен “бисмилләһ” менән башлар ине. Бер ваҡыт ире: ”Ҡатындар уларҙы оятлы иткән нәмәне эшләмәһендәр”, — тине, ҡатынына аҡса янсығын ҡалдырҙы һәм уға: ”Быны һаҡла”, — тине. Ҡатыны уны бер урынға ҡуйҙы һәм онотты. Ире был аҡса янсығын һәм унда булған аҡсаны алып, йорттағы ҡойоға һалды. Һуңынан килеп ҡатынынан янсыҡты талап итте. Ҡатыны янсыҡты ҡуйған урынынан алғанда “бисмилләһ” әйтте. Аллаһ Тәғәлә Җәбраил ғ.с. -гә тиҙ генә янсыҡты алып килеп урынына ҡуйырға әмер итте. Ҡатын ҡулын янсыҡты алырға тип һуҙҙы һәм уны ҡуйған урынында тапты. Ире бик ғәжәпләнде һәм Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылды.
     Ибн Ғәббәстән килгән хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) әйткән: “Кем “бисмиллә”– не әйтһә Аллаһ Тәғәлә уны 70 бәлә-ҡазанан һаҡлар”. Читать далее

Мөжәүир хәҙрәт доғаһы

Мөжәүир хәҙрәт доғаһы

   Беҙҙең халыҡ араһында Мөжәүир хәҙрәт доғаһы исеме менән йөрөгән доға – ул берәй теләк, йә берәй нәмәгә мохтаж, йә ярҙам кәрәк булғанда уҡыла торған доға. Был доға хаҡында Ислам динебеҙҙә хәҙистә бар. Был доғаны хәжәт намаҙы ваҡытында ҡуланып Аллаһ Тәғәләнән һораһаң, иншаАллаһ, теләгең ҡабул булыр. Ошо хәҙистә әйтелә: (1279) — Аллаһ рәсүле, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм әйтте: Читать далее