Архив рубрики: Доғалар һәм намаҙ

Пәйғәмбәребеҙ доғаларынан

                         Пәйғәмбәребеҙ доғаларынан

   1. «Аллаһүммә, инни әғүүҙү бикә мин мүнкәраатил-әхләәки, үәл-әғмәәли, үәл-әһүәә’и».
«Йә Аллаһ! Насар әхләҡи сифаттарҙан, насар ғәмәлдәрҙән һәм насар ынтылыштарҙан һинең һаҡлауың аҫтына һыйынам!»

   2. «Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, Кәриимүн, түхиббүл-ғәфүә, фәә-ғфү ғәнни».
«Йә Аллаһ! Һин — Ғәфу итеүсе, Йомарт, Һин ғәфу итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!»

                 Иртән, йоҡонан торғас, уҡыла торған доға:

   Түшәктән "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим'', тип торабыҙ.

   Унан һун ошо доға уҡыла: «Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә үә иләйһил-бәғҫү үән-нушур»
(Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндәң һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр). Был доғаны, белмәгәндәргә: «Һаулыҡ һәм сәләмәтлек эсендә тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерҙәр һәм гүзәллектәр бирһен»- тип тә доға ҡылырға мөмкин. Аллаһҡа шөкөр итергә кәрәк. Читать далее →

ҡатын-ҡыҙҙар намаҙы

Ҡатын-ҡыҙҙар намаҙы уҡыу тәртибе. Ошо видеолағы кеүек ҡатын-ҡыҙҙар намаҙ (ошонда баҫ) уҡый алалар. Тик Әттәхийәт уҡығанда бармаҡты күтәрмәгеҙ, беҙҙә ундай тәртип юҡ 
https://youtu.be/g0wa5nbNv1E

«Йәсин» сүрәсенең фазыйләттәре

                                «Йәсин» сүрәсенең фазыйләттәре
   

   Хәҙрәти Ибн Ғаббас әйтеүенсә, «Йәсин» сүрәһе Мәккә ҡалаһында Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм аша ингән. Был сүрәлә 83 аят барҙыр. Хәҙрәти Әнәс: «Рәсүлуллаһ салләллаһү ғаләйһиссәлләм әйтте:

   - Һәр нәмәнең йөрәге бар, Ҡөръәндең йөрәге иһә — „Йәсин“, берәй әҙәм „Йәсин“ сүрәһен уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә ун мәртәбә Ҡөръән уҡып сыҡҡан кеүек сауаб яҙып ҡуясаҡ». Был хәҙис-шәриф — «Йәсин» сүрәсенең бөйөклөгенә, ҙур дәрәжәһенә ап-асыҡ дәлилдер. Әбү Һүрайра риүәйәте буйынса, пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткән:

   "Берәй бәндә төндә «Йәсин» сүрәһен Аллаһтың ризалығына ирешәйем тип уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешене шул төндө ғәфү итәлер". Был бихисап оло сүрәнең башҡа фазыйләттәре тураһында хәҙрәти Ғәли радыйаллаһү ғәнһе тарафынан тапшырылған хәҙистән белә алабыҙ: Читать далее →

Йәсин

                                                   "Йәсин" сүрәһе
   Йә сиииин(1) Үәл-ҡур әнил-хәким(2) Иннәкә ләминәлмүрсәлин (З)ғәләә сыйраатыйм-мүстәҡыыйм(4)тәңзииләл-ғәзиизир-рахиим(5) литүңҙира ҡаумәм-мәәәә үңҙира әбәәәәүһүм фәһүм ғаафилүүн(б) ләҡаде хәҡҡаль-ҡаулү ғәләәәә әкҫәриһим фәһүм ләә йүэминүүн(7)иннәә жәғәлнәә фииии әғнәәҡыйһим әғләләң фәһийә иләл-әҙҡаани фәһүм-мүҡымәхүүн(8) үә жәғәлнәә мим-бәйни әйдиһим сәддәү-үә мин хальфиһим сәддәң фәәғшәйнәәһүм фәһүм ләә йубесыйруун(9) үә сәүәәәә-үн ғәләйһим ә-әңҙәртәһүм әм ләм түңҙирһүм ләә йүъминүүн(10) иннәмәә түңҙирү мән-иттәбәғәҙ-ҙикра үә хашиәррахмәәнә билғайби фәбәшширһү бимәғфиратиү-үә әжриң кәриим(11) иннәә нәхнү нүхйил- мәүтәә үә нәктүбү мәә ҡаддәмүү үә әҫәәраһүм үә күллә шәйин әхсайнәәһү фии имәәмим мүбииин (12) Читать далее →

Тәрәуих намаҙы

                                                Тәрәуих намаҙы

     Рамаҙан айының һәр көнөндә йәсих намаҙынан һуң витр намаҙынан алда тәрәүих намаҙы уҡылырға тейеш.Тәрәүих намаҙы барлығы 20 рәҡәғәттән тора. Ул икешәр рәҡәғәт итеп унға бүлеп, йәки дүртәр рәҡәғәт итеп бишкә бүлеп уҡыла. Тәрәүих намаҙын яңғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт. Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла. Имам барлыҡ ҡыйрәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡыр. Тәрәүих намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡыған һайын, шул рәҡәғәттәрҙе уҡыған ваҡыт самаһы ял итеп тороу сөннәт. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәсеткә тәрәуихҡә бармауы хәйерле.

     Йәстү намаҙынан һуң: йәстүнең фарызын һәм сөннәтен уҡығас, ниәтләйбеҙ; 20 рәҡәғәт тәрәүих намаҙының 4 рәҡәғәтен Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн үтәргә йүнәлдем ҡибла тарафына (имам менән уҡығанда, ойоном ошо имамға, — тип әйтелә), Халисан лилләһи тәғәлә, «Аллаһу Әкбәр» — тип, ҡалғанын башҡа 4 рәҡәғәт намаҙҙарҙағы уҡыған кеүек дауам итәбеҙ. Бында «Фатиха» сүрәһенән һуң теләгән сүрә һәм аяттарҙы уҡый алаһығыҙ йәки аҫтағы аяттарҙы уҡығыҙ. Читать далее →

Доға

                                                       Доға
   

   Доға ҡылыу. Доға ҡылғанда ҡибла яғына боролоп, ҡулдарҙы өҫкә табан күтәреп, (күкрәк тәңгәленән өҫтәрәк, устарҙы бер береһенә яҡынайтып, уң ус һулаҡай устың өҫтөнә ҡуйыла) ҡарашты тура ҡибла яғына юнәлтеп, әкрен тауыш менән ҡылына. Берәй доға йә аят уҡып, үҙ телендә Аллаһ Тәғәләнән теләгән шифаны үә теләкте һорайбыҙ. Иң ҙур доға «Фатиха» (шуға баҫ) һәм «Аятүл Көрси»  ауырығанда, йә берәйһенә уҡығанда шифаһы сикһеҙ.

   «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим» тигәс ҡырҡ мәртәбә,ошо Әғүҙү-билләһи менән башлап уҡырға. Бар бәләләрҙән, ауырыуҙарҙан, ҡурҡыныстарҙан һаҡлар. Читать далее →

Тәһәрәт алыу тәртибе

                                                     Тәһәрәт алыу тәртибе
   

     Тәһәрәт ике төргә бүленә: беренсеһе — фарыз Аллаһы Тәғәлә ҡушҡаны, бойорғаны, русса әйтһәк приказ тип аңлағыҙ. Фарызды үтәмәһән имандан сығаһын.Ә имандан сығыу тамуҡҡа илтә. Намаҙҙа ла фарыздарға иғтибар итегеҙ. Фарызға шул намаҙ, Рамаҙан айында бер айлыҡ ураҙа, зәкәт кеүек ғәмәлдәр инә.

     Тәһәрәттен икенсе төрө — сөннәт, быны айырым яҙып үтәрмен (ошонда баҫ). Беҙҙең оло кешеләр сөннәт тәһәрәткә өйрәнгәндәр, фарыз тәһәрәтте һөйләй башлаһаң айҙан төшкән кешегә һымаҡ ҡарайҙар. Ни эшләйһен инде совет осоро наҙандарын. Күп нәмәләрҙе ишеткәндәренән, күргәндәренән алып һөйләйҙәр, ә ысынлап белем алғандары юҡ, етмәһә олатаһы мулла булған тип шапырынырға торалар. Аллаһы Тәғәлә олатаһына ғилем биргән, ә бындағы намаҙ уҡымаған балаһына түгелдәһә. Читать далее →

Намаҙ

                                                                     Намаҙ
   Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм иҫкәртә: «Намаҙҙы уҡымау бәндәнен иман һәм көфөрлек уртаһында икәнен белдерә. Шулай булғас, намаҙҙан баш тартыу көфөрлеккә инеү. Намаҙ уҡымау иманһыҙлыҡ юлына илтә».

   Аллаһ Тәғәләне ысын күнелдән танығандан һуң уға шөкөр итер кәрәк. Шөкөрҙен мәғәнәһе рәхмәт тейеүҙә. Ошо бар донъяға, ғаиләгә, балаларға, биргән һыуына, еренә, малына һәм башҡа ниғмәттәргә. Аллаһы Тәғәлә барын биргән беҙгә; шундай матур тәбиғәт, таҙа һауа, бөтмәҫ һыу, тамаҡ, бөтөн донъя, байлыҡ, икешәр-өсәр машина һәм башҡа. Әфәттәр, һуғыштар юҡ, аслыҡ юҡ – ожмаҡта йәшәйбеҙ түгелме? Сит илдәрҙәге һымаҡ аслыҡтан, һыуһауҙан үләбеҙме, сүлдә йәшәйбеҙме, бысраҡ һыу эсәбеҙме? Юҡ шул, шуға ла ҡоторабыҙ. Читать далее →

Өйгә (нигеҙгә) мәжлестә доға ҡылыу

                                Йортҡа (өйгә, нигеҙгә) мәжлестә доға ҡылыу

     Биссмилләәһир-рахмәәнир-рахиим

     Йә, Аллаһ Тәғәлә, рахимле шәфҡәтле Аллаһ Тәғәлә, ерҙәр үә күктәр Һинен әмеренә буйһына! Бөтөн hөйөнестәрҙә hәм хәсрәттәрҙә Һинең ҡулында.

     Йә, Аллаһ Тәғәлә, Һин теләгән бәндәләренә hәм теләгән ерҙәреңә бәрәкәт индерәhен! теләһән, ул бәрәкәтте лә алаhын.

     Йә, Аллаһ Тәғәлә, ошо уҡыған Ҡөръән аяттары хөрмәтенә ошо нигеҙҙәргә (йортҡа) бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды hәм hаҡсыл фәрештәләреңде индер. Ошонда йәшәүсе бәндәләреңден тәндәренә сихәт, йәндәренә тыныслыҡ, йөрәктәренә һидийәт нурын индер hәм араларында өлфәт мөхәбәттәр насыйп ит.

     Йә, Аллаһ Тәғәлә уларҙын үҙҙәрен hәм нигеҙҙәрен, күҙҙәр күрә алған hәм күрә алмаған бөтөн насарлыҡтарҙан hаҡла, бәлә-ҡазаларҙан, әфәттәрҙән, бигeрәктә ут бәләләренән, һыу баҫыуҙарынан, ел-дауылдарынан, ҡараҡтарҙын насар эштәренән hаҡла. Был өй (нигеҙ) гонаhлар тугел, а хәйерле hәм гузәл эштәр һөйләнешә hәм эшләнә торған бер ер булһын, хәйерле, изгеле күршеләр насыйп ит.

     Ошо нигеҙәрендә hөйөнөп, шатланып, киң, ризыҡтар менән ризыҡланып, ғәилә именлегeндә бәхетле оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булып, бәрәҡәтле мул тормошта, туған-тыумаса, күршеләр менән татыу, бергә гөрләшеп йәшәргә, уҡыған баларына тел асҡыстарын биреп, эшләгәндәренә кәсептәрен уңышлы ҡылып, күңел киңлеге, тулы иман менан йәшәүҙәрен насыйп ит.

     Аллаһы Тәғәлә, Һинә маҡтау, һөйөкле бәйғәмбәребеҙгә салауат үә сәләмдәр булһын.

     «Раббәнәәә әәтинәә фиддунйәә хәсәнәтәү үә фил әәхирати хәсәнәтәү үә ҡинәә ғәҙәәбәәнәәр».

Фатиха

Мечеть деревни Таштимерово

Әл–Фәтиха сүрәһе

 Фатиха сүрәһен уҡыр алдынан;Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим -тип әйтәбеҙ.

Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин. Әррахмәәнир рахиим. Мәәлики йәүмитддиин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәкә нәстәғиин. Иһдинәс сыйраатал мүстәҡыым. Сыйраатал ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль мәғдууби ғәләйһим үәләәддааааллиииин.

   Ражим— тигән һүҙҙә, ж хәрефен дж — тип уҡырға (раджим). үәләәддааааллиииин — тигән һүҙҙә д хәрефен дҙ — тип уҡырға. ҙ - хәрефе д  һымаҡ уҡыла (үәләәҙҙааааллиииин), күберәк ҙ-ға оҡшатһаң дөрөҫ була.