Архив рубрики: Дин

Иманлы тормошҡа барыу юлдары

                                                                   Иманлы тормош

                                                  Иманлы тормошҡа барыу юлдары
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Йә ғалим, йә ғилем алыусы, йә ғалимдар һүҙенә ҡолаҡ һалыусы һәм күңелеңдә уларға ҡарата һөйөү йөрөтә белеүсе бул, бишенсеһе була күрмә — һәләк булырһың», — тигән.
   Бишенсеһе, тимәк, ғалим йәки ғилем алыусы дәрәжәһенә күтәрелә лә алмаған, ғалимдар һүҙенә ҡолаҡ та һалмаған, күңелендә уларға ҡарата һөйөү әҫәре лә булмаған кеше.
   Уның юлдашы ла, серҙәше лә — шайтан.
   «Ихлас мөьминдәргә иблистең ихтыяры булманы. Иманды шикләнеп кенә ҡабул иткән, әхирәт тормошона ышаныр-ышанмаҫ ҡына йөрөгәндәрҙе хаҡ мөъминдәрҙән айырып алыу өсөн Беҙ уларҙы шайтан ҡотҡоһо менән һынаныҡ», — ти Ҡөрьән.
                                                                                                   «Сәба» (Сәбә) сүрәһе, 21-се аят
Читать далее

Иманға килеү өсөн теләк кәрәк

                                                                         Иманға теләк

                                                         Иманға килеү өсөн теләк кәрәк
   Ҡөрьән өйрәтә: «Сәфәрҙәрҙә йөрөп ҡарағыҙ. Аллаһ хөкөмдәрен кире ҡаҡҡандар менән нимә булып бөткәнен дә күрмәй ҡалмаҫһығыҙ», — ти
                                                                                             Ән-Нәхл (Бал ҡорттары) сүрәһе, 36 –сы аят
   Бәндә ул – Ерҙең үҙе кеүек: яҡтылыҡты ҡояштан ала, ҡараңғылыҡ — уның үҙ шәүләһе. Бер кешене лә Аллаһ аҙашыу юлына төшөргә мәжбүр итмәй, аҙашыу юлын ул үҙе таба. Аллаһ беҙҙе тура юлдан алып бара, юлдан тайып төшкәндәр — үҙебеҙ. 
   Тағы ла өйрәтә Ҡөрьән: «Һәр халыҡҡа Беҙ шәриғәт хөкөмдәренең айырым тәртибен эшләп бирҙек. Был хөкөмдәрҙе улар үтәп тора, һәр кем үҙ динен тота. Шуға ла башҡа диндәге кешеләр Ислам хаҡында һинең менән тартышмаһындар. Уны Аллаһ ихтыярына ҡалдырһындар», — ти. Читать далее

Дин хөкөмдәренән ғибрәтле һабаҡтар

                                                        Ғибрәтле һабаҡтар (йәҡин)

                                                Дин хөкөмдәренән ғибрәтле һабаҡтар
   Ҡөрьән өйрәтә: «Кем дә кем тура юл менән бара икән, тапҡан юлы — үҙе өсөн файҙа; кем дә кем хаҡ юлдан яҙып, аҙашып ҡала икән, үҙенә зыян килтереү өсөн аҙаша. Кешегә тейешле булған йөктө бер кем дә күтәреп йөрөмәй, һәм Беҙ бойорғандарыбыҙҙа һәм тыйғандарыбыҙҙы аңлатып биреү өсөн алдан илселәр ебәрмәй тороп бер ҡасан да, бер кемде лә язаға тартманыҡ.
   Ҡылған гонаһтары өсөн «ниндәй ҙә булһа бер ауыл халҡын һәләк итергә теләгән саҡтарыбыҙҙа ла Беҙҙең ихтыярыбыҙ менән уларҙың дингә килмәгән байҙары аҙғынлыҡҡа, иманһыҙлыҡҡа бирелде, унан маңлайына яҙылғандары алдына килеп баҫты һәм Беҙ уларҙың береһен дә ҡалдырмай һәләк иттек.
    Нух ҡәүеменән һуң күпме халыҡтарҙы юҡҡа сығарҙыҡ. Уларҙы Аллаһ үҙе генә белә. Ҡолдары ҡылған гонаһ эштәрҙе лә үҙе күреп тора», — ти.
                                                                            «Әл-Исра» (Төндә күсереү) сүрәһе, 15— 17-се аяттар

Читать далее

40 һаны өҫтөнлөктәре

                                                            40 һаны

                                                  40 һаны өҫтөнлөктәре
   «Тур тауында ғибәҙәттә тороу өсөн Мусаға Беҙ 30 төн бирҙек, аҙаҡ уға тағы ла унды өҫтәнек. Аллаһ тәғәйенләгән ваҡыт 40 төн булды. Ҡәрҙәше Һарунға Муса әйтте:
   — Халҡыбыҙ араһында минең урынға етәксе булып ҡалаһың. Уларҙы тура юлға өгөтлә, юлдан яҙғандарға эйәрмә», — тине.
                                                                                                  «Әл-Әғрәф» (Кәртәләр) сүрәһе, 142-се
   Ун төндө өҫтәп ҡуйыуҙың мәғәнәһен Исраил балаларын һынау өсөн тип аңларға кәрәк, тигән имам Бәкер. Пәйғәмбәргә 40 көн һәм 40 төн ваҡыт бирелһә лә аяттарҙа 40 төн тураһында ғына һүҙ бара. Сәбәб бәлки, ғибәҙәттәрҙең төндә үтәлеүе, доғаларҙың төндә ҡылыныуы менән аңлатылалыр. Боронғо календарҙа ваҡыт ай ҡалҡыуына ҡарап иҫәпләнә торған була, ә ай, ғәҙәттә, төндәрҙә генә ҡалҡа, төндәр һанына ҡарап көндәр билдәләнә.

Читать далее

Дин

                                                 Дин: Ислам, иман, ихсан

   «Динебеҙ өс өлөштән тора», — тип өйрәтә ғалимдар. Улар — ислам, иман, ихсан.
Дин хөкөмдәрен тәрәнерәк анлаған һайын бәндәлә иман арта, иман нығый. Мосолмандың ул йәшәү рәүешенә әйләнә.
   Ислам — тура юл менән барыусылар, тура юлда йөрөүселәр тигәнде аңлата. Был юлда уңға-һулға боролоп йөрөүҙәр, ситкә тайпылыуҙар юҡ. Ул — Бөйөк шан-шөһрәт эйәһе Аллаһ дине. Аллаһы Тәғәлә Үҙе лә әйтә: «Был — минең тура юлым. Шул юл менән барығыҙ, Аллаһ юлынан ситкә алып китеүсе башҡа юлдар менән йөрөмәгеҙ», ти.
                                                                                  «Әл-Әнғәм» (Мал-тыуар) сүрәһе, 153-сө аят
   Диндең икенсе өлөшө — иман. Пәйғәмбәребеҙ өйрәтеп ҡалдырғанса уның етмештән артыҡ тармағы бар. Иң бейектәгеһе: Ләә Илаһә Иллә Аллаһ! — Аллаһтан башҡа Илаһи юҡ, тигән кәлимә. Иң түбәндәгеһе — кешегә зыян итерҙәй бер нәмәне юлдан алып ташлау. Ояла белеү ҙә имандың бер тармағы.

Читать далее

Тол ҡатындар

                                                                   Тол ҡатындар

   Ислам динендә тол ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында ни әйтелә һуң? Кейәүгә сыҡмағандарҙың һәм ирҙәре ваҡытһыҙ үлеп ҡалғандарҙың хәле нисек була һуң был донъяла һәм әхирәткә күскәс?

   Был донъяла тормош-йәшәүҙәре нисек кенә булмаһын, янғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар Аллаһ Тәғәлә ҡушҡаның үтәргә һәм тыйылғандарынан тыйылырға тейеш. Һынауы шулай булып, бала-саға үҫтереүҙән мәрхүм икәнһегеҙ, эргәгеҙҙә ирегеҙ юҡ икән – был да Аллаһы Тәғәләнең тәҡдирелер. Тик өмөтһөҙләнергә ярамай, өмөтһөҙҙөң иптәше — шайтан. Донъя мәшәҡәтенән айырылып, Аллаһ Тәғәләнән һорап, тәҡдирҙе лә үҙгәртергә була. Инша Аллаһ.
   Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәрим китабында мөьминәләр тип өндәшә. Мөьминәләр – иман килтергән ҡатын-ҡыҙҙар бит. Намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың урыны йәннәттәлер. Тол ҡатын-ҡыҙҙарҙың Ҡөръәндә айырым статустары юҡ, улар хоҡуҡтары буйынса башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер ере менән дә айырылмай.
    Читать далее

Ҡәбер ғазаптары...

                                                             Ҡәбер ғазаптары...

     Ҡәбер ғазаптары тураһында уйланып алайыҡ.
     Улар бармы? Һәм ни рәүешле бойомға ашырыла?
     Бәндәнең үлем сәғәтенән башлап (дөрөҫөрәге, тәндән айырылып киткән йәндең) Ҡиәмәт көнөндә яңынан ҡубарылып, хөкөмгә тартылған тәнде барып тапҡансы булған тормошо ҡәберҙәге тормош йәки йәндәр тормошо бәрзәх тип атала.
     Дини ҡараштарҙан сығып хөкөм йөрөткәндә ҡәбер ғазаптары ла, тимәк, шул ваҡыт була.
Ҡәбер ғазаптарына юлығыуҙан ҡурсалап ҡалыу өсөн Аллаһы Тәғәлә йәшәгән йылдарында уҡ бәндәне гонаһтарҙан киҫәтеп, игелеккә генә өндәп тора.
     «Аллаһтың тамырҙары ныҡ, олондары күктәргә ашҡан гүзәл бер ағасты миҫал итеп килтергән хикәйәттәге тапҡыр һүҙҙәрен һин белмәйһеңме әллә?
     Аллаһ рәхмәте һәм теләге менән ул емеште лә туҡтауһыҙ биреп тора.
     Шундай хикәйәттәрҙе бит Аллаһ бәндәләр, бәлки, аҡылға килер тип килтерә».
Читать далее

Ҡорбан ғәйете вәғәзе

                                                   Ҡорбан ғәйете вәғәзе

                                                 Бисмилләһир-рахмәнир-рахим
     "Иннәә әғтәйнәәкәл кәүҫәр. Фәсалли лираббикә үәнхәр. Иннә шәәни-әкә һүәл-әбтәр".

      Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән китабында:“Беҙ һиңә игелектәрҙе мул итеп бирҙек. Ошо игелектәр өсөн Аллаһҡа шөкөр ит, намаҙ уҡы, ҡорбан сал”, — ти.    “Кәүҫәр" сүрәһе,                                                                                            
     Әлхәмдү лилләһ!
     Әл-хәмдү лилләһи раббил-ғаләмин! Әссаләтү үәс-сәләмү ғәлә расүлиһи Мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин!
     Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! Ләә Иләһә Илләллаһу үәллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр үә лилләһил-хәмд!
     Аллаһы Раббыбыҙға — бөтә ғаләмдәргә тәрбиә биреп тороусы асыл Затҡа — күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан маҡтау-ололауҙарыбыҙ булһын. Аллаһ — Бер, Унан башҡа Иләһә юҡ. Мөхәммәд, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм — Уның хаҡ илсеһе һәм ҡоло.
     Ғәйет көндәребеҙ мөбәрәк булһын!
     Ҡорбан Аллаһ Тәғәләгә яҡынлашыу ниәте менән салынған хайуан. Ислам динендә мосолмандарҙы аяҡта тотоусы әмерҙәрҙең береһе зәкәт үә фитыр булһа, икенсеһе – ҡорбандыр. Мосолман кешеһе зәкәте, фитыры менән диндәштәренең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән кеүек, Ҡорбанда мохтаждарға ярҙам итеүҙең бер сараһы.
     Ҡорбан салыу тарихе борондан килә. Ҡөръән Кәримдә Хәҙрәти Әҙәмдең улдары Һабил менән Ҡабилдың ҡорбан салыуҙары тураһында яҙыла: ”Әҙәм улдары хаҡында хәбәрҙе хаҡлыҡ менән уҡы. Аллаһ икеһенә лә ҡорбан салырға бойорҙо. Һабилдың ҡорбаны ҡабул булды, Ҡабилдыҡы ҡабул булманы”.(Мәидә сүрәһе 5:27).
Читать далее

Ибраһим пәйғәмбәр һәм улы Исмәғил

                                            Ибраһим пәйғәмбәр һәм улы Исмәғил

     Ибраһим пәйғәмбәрҙең хәҙрәт Һәжәр менән Исмәғилде Ғәрәбстәнға илтеүе. Исмәғилде ҡорбан ҡылыуы.

     Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙең нәҫеле бер Кэнғанда ғына ҡалмайынса, уға йыраҡ булған Ғәрәбстан тигән ерҙә лә урынлашыуын һәм шунда ысын дин таратыуын теләгән. Шуға күрә хәҙрәт Ибраһим ҡатыны Һәжәрҙе алып, Ғәрәбстан еренә киткән. Был ваҡыт әле Исмәғил имсәк бала ғына булған. Ул хәҙрәт Һәжәрҙе ҡулындағы балаһы, менән хәҙерге Мәккә урынында ҡалдырып, үҙе кире Кәнғанға ҡайтып киткән. Был ер таулыҡ, ташлыҡ, ҡомлоҡ бер ер булған. Бында кеше затынан бер нәмә лә булмаған. Хәҙрәт Һәжәргә бындай ерҙә бер яңғыҙы ҡалыу бик ауыр, бик күңелһеҙ булған. Уның янында һаҡлыҡ һыу вә аҙығы бар икән. Һыуы бөткәс, ул төрлө яҡҡа йүгереп йөрөп һыу эҙләгән. Ләкин ни саҡлы әҙләһә лә, таба алмаған. Ахырҙа арып килеп бер ергә ултырған. Шул ваҡыт Аллаһы Тәғәләнең әмере менән бер фәрештә килеп шундағы бер ергә һуҡҡан да, шунан бер шишмә атылып сыҡҡан. Шунан һуң был шишмә бер ҡойо (ҡоҙоҡ) булып ҡалған. Ул хәҙерге көндә лә бар. Уға, Зәмзәм ҡойоһо, тиҙәр. Күпме, әҙме ваҡыттарҙан һуң, был ерҙә һыу барлығын ишетеп, бер төркөм халыҡ күсеп килеп ултырған. Былар ғәрәп халыҡтары булған. Хәҙрәт Һәжәр менән Исмәғил, шулар менән аралашып, көн күрә башлаған. Читать далее

Ибраһим пәйғәмбәр

                                                                   Ибраһим пәйғәмбәр

   Туфандан һуң әҙәм балалары тағы ла бик ныҡ үрсегәндәр. Нух пәйғәмбәр үҙе сәләмәт саҡта быларға юлбашсы булған, уларға дин һәм шәриғәт хөкөмдәрен өйрәткән, уларҙы тоғро юлға күндергән. Нух пәйғәмбәрҙән һуң кешеләр тағы яман юлға кереп киткәндәр. Тағы ла Аллаһы Тәғәләне онотҡандар. Шунлыҡтан рәхмәте киң булған Хоҙай Тәғәлә быларға тағы ла бер-бер артлы юлбашсылар ебәрә торған.

   Шул юлбашсыларҙың береһе Ибраһим пәйғәмбәр. Был ваҡыт инсандар бигерәк тә аҙашҡан булғандар: улар ҡояш, ай һәм йондоҙҙарға, әллә ниндәй һүрәттәргә ғибәҙәт ҡыла башлағандар. Ибраһим пәйғәмбәрҙең атаһы ла башҡалар кеүек потҡа табына торған булған. Ибраһим пәйғәмбәр быларға үҙҙәренең бөтөнләй яңылыш юлға кергәнлектәреп, ай, ҡояш, йондоҙҙарға ғибәҙәт ҡылыу ярамағанлығын, ул сикһеҙ ҙур гонаһ икәнлеген аңлатҡан. Уларға бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырға, ул ебәргән дин һәм шәриғәт буйынса ғына ғәмәл ҡылырға ҡушҡан. Тегеләр тыңламағандар, унан көлгәндәр, уны мыҫҡыл иткәндәр. Ибраһим пәйғәмбәрҙең атаһы ла уға бик ныҡ ҡаршы торған. Ләкин Ибраһим пәйғәмбәр һаман да үҙ эшендә булған. Былар Ибраһим пәйғәмбәрҙән бик интеккәс, уны үлтерергә булғандар. Бер ваҡыт ергә ут яғып, уны шунда ташлағандар. Читать далее