Архив рубрики: Дин

Балаға ҡорбан

                                                              Балаға ҡорбан

                                      Бала тыуғас салынған ҡорбан — ғаҡиҡа ҡорбаны
     Яңы тыуған баланың башында булған сәс, шәйех Әбү Ғүбәйд, әл-Әсмәғи үә Зәмәхшәри фекеренсә, ғаҡиҡа тип тәржемә ителә. Шул һүҙҙән алып, тыуған бала өсөн ҡылынған ҡорбанды «ғаҡиҡа ҡорбаны» тип атайҙар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенгә тыуғандан алып етенсе көндә берәр һарыҡ ҡорбан итеп салған. Ғәләйһис-сәләм ейәндәренә төбәп әйткән: «Ир балаға ғаҡиҡа бар, шуға ла терлектең  ҡанын ағыҙығыҙ үә баланың сәсен ҡырығыҙ».
     Башҡа өс мәҙһәбтә был ғәмәл сөннәт булып һаналһа, беҙҙә, Хәнәфиләрҙә, мөбах була. (Джәмиғул-мәхбүби). «Шәрх Тәхәүи» китабанда — сөннәт тиелә. Быға дәлил итеп Ғәйшә радыяллаһү ғәнһәнән, һүҙҙәре килтерелгән. «Вәжиб ҡорбанынан һуң башҡа бөтөн төр ҡорбандар юҡ», — тигән ул. Ләкин ҡәтғи тыйыу ул ваҡытта уҡ булмаған.
     Ғаҡиҡә ҡорбанын бала тыуғандан алып, бәләғәткә ирешкәнсе салырға була. Иң яҡшы ваҡыты, бала ете көнлөк саҡта. Шул уҡ көндә баланың башындағы сәсте ҡырып, шул ауырлыҡта алтындан йәки көмөштән саҙаҡа бирергә кәрәк. Иртәрәк исем ҡушыу ҙа дөрөҫ. Бәйхаҡи хәҙрәттәре әйткән: «Балаға етенсе көндә исем ҡушыуға ҡарағанда, тыуғас та ҡушыу дөрөҫөрәк».

Читать далее

Рәсүлуллаһ васыяттары

                                                               Рәсүлуллаһ васыяттары

                                          1-се васыят. «Ләә иләәһә илләллааһ»- тың фазыйләте.

   Әбү Һүрайра үҙ риүәйәтендә әйтә: '"Мин бәйғәмбәрҙән: «Йә, Рәсүлуллаһ, ҡиәмәт көнөндә кешеләрҙән һеҙҙең шәфәғәтегеҙгә ирешеүсе, лайыҡлы кеше кем?» —тип һораным.
   Ул әйтте: «Эй, Әбү Һүрайра, һинең был һорауға ҡыҙығыуыңды күреп, һинән алда был һорауҙы һис кем һорамаҫ, тип уйлаған инем. Ҡиәмәт көнөндә минең шәфәғәтемә ирешеүгә лайыҡ булған кеше, „Ләә иләәһә илләллааһ“ты ысын күңелдән әйткән кеше», —тине.
   Имам Бохариҙың риүәйәтенән.
   Убәдәтү ибн Самиттан еткерелгән хәдиҫтә, бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, былай ти:
   "Кем бер Алланан башҡа, һис бер Илаһ юҡ, мәгәр Ул Үҙе генә һәм дә Уның ширеге (иптәше, ише, тиңдәше—И.Ғ.) юҡ, һәм әлбиттә Мөхәммәд Уның ҡоло һәм илсеһе һәм Ғайса Унын ҡоло һәм илсеһе, һәм Уның һүҙе*, Ғайсанан Мәрйәмгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән уның (Ғайсаның—И.Ғ.) рухы. Ожмах менән тамуҡтың барлығы хаҡ", —тип ант итһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешене бар ғәмәлдәре менән ожмахҡа индерә. I Уның һүҙе* — Ғайса бәйғәмбәр, сәңгелдәктә ятҡан сағында уҡ телгә килеп кешеләргә Аллаһ тураһында һөйләй. Шуға күрә лә ул Алланың һүҙе тигән сифатҡа эйә була.  Читать далее

Мәә кәәнә аяттары хаҡында

                                                  Мәә кәәнә аяттары хаҡында

     Атай-олатайҙарыбыҙ Ҡөрьән-Кәримдең «Әл-Әхзәб» («Берләшмәләр») сүрәһендәге 40-сы аяттан алып 48-се аяттарҙы һәр саҡ, бигерәк тә Мәүлид мәжлестәрендә, уҡыр булғандар һәм ул аяттарҙы «Мәә кәәнә» аяттары тип атағандар. Пәйғәмбәребеҙгә, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле был аяттарҙың тәржемәһен һәм тәфсирен уҡыусыларыма тәҡдим итергә булдым.
     1 (40). Мөхәммәд —берәрегеҙҙең атаһы түгел, ләкин (ул) Алланың Рәсүле һәм Бәйғәмбәрҙәрҙең мөһөрө. Аллаһ—һәр нәмә тураһында белеүсе.
     Тәфсире. Ысынлап та, Мөхәммәдтең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, өс ир балаһы булған. Былар: Ҡасим, Ибраһим, Ғабдуллаһ исемле балалар. Барыһы ла бәләкәй саҡтарында вафат булғандар. Шуға күрә лә был аят Бәйғәмбәребеҙҙең ҡөрәйштәр араһында бер айырым урында булыуына ишаралыр. Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, балалары, нәҫеле юҡ, тип көлгән кешеләрҙең иһә, тарих быға шаһит, ике-өс быуын араһында үҙ нәҫелдәре ҡырылған һәм ҡороған.

Читать далее

Башҡортса Мәүлид

                                                   Башҡортса Мәүлид

                                               Бисмилләһир -рахмәнир-рахим !
     - Йә, Аллаһтың Рәсүле! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
     - Йә, Аллаһтың Үҙе һөйгән зат! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
     - Йә, Аллаһтың пәйғәмбәре! Һиңә Уның хәйер доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
     - Йә, Аллаһ Үҙе һайлап алған зат! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
     - Йә, Аллаһ яралтып бар иткәндәрҙең иң затлыһы! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барым ҡына торһон!
     - Йә, Аллаһтың Ғарше-Көрси нуры! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
     - Йә, Аллаһтың Үҙенә бөтәһенән дә яҡыныраҡ булыу мөмкинлеге бирелгән зат! Һиңә Уның хәйер доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
     - Йә, пәйғәмбәрҙәрҙең иң күркәме! Һинең үҙеңә, әһле бәйтеңә һәм сәхәбәи-кирамдарыңдып бөтәһенә лә Уның хәйер-доға, сәләмдәре бер туҡтамай барып торһон!
Читать далее

Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр

                                               Мәүлидүн-нәби айындағы ғәмәлдәр

                                 Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр.
     Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, тыуған айында һәм көнөндә фәҡирҙәр һәм етемдәргә ярҙам итеү, мәжлестәр ойоштороп төрлө садаҡалар таратыуҙы хуп күргәндәр.
     Бәйғәмбәребеҙҙең, уға Алла рәхмәте һәм сәләме булһын, 201 исемен уҡыу Мәүлид айында күркәм ғәмәлдәрҙең береһе һанала. Тәүҙә салауат, истиғфар, шулай үк Фәтиха, Ихлас, Фәләҡ, һәм Нәс сүрәләрен уҡып ниәтләйбеҙ һәм исемдәрҙе уҡып тамамлағас, тағы ла салауат уҡып доға ҡылабыҙ.
     Атай-олатайҙарыбыҙ Мәүлидүн-Нәби ҡасидәһен яҡшы тауыш, моң менән Ҡөрьән- Кәрим уҡығандар. Бәйғәмбәребеҙҙең тормошон өйрәнгәндәр һәм дә уға салауаттар әйткәндәр, мәхәлләләрҙә үҙ-ара бүләктәр алышып, мал һуйып, тәмле ризыҡтар ашап, фәҡир-фоҡараны һыйлағандар, ҡиәмәт көнөңдә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең шәфәғәтен өмөт итеп махсус «Мәүлид доғалары»н һәм башҡа доғалар ҡылғандар.
     Рәсүлебеҙ Мөхәммәд Мостафа, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, хәҙрәттәренең тыуыуы ҙикер ителгән ваҡытта аяҡ өҫтө тороп, салауат-шәрифә уҡыу бик күркәм ғәмәл булған. Атай-олатайҙарыбыҙ был ғәмәлде Мәхәл ҡыям" тип атап йөрөткәндәр Читать далее

Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы

                                                    Мәүлидүн-Нәби тарихе

                                        Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы.
     Мәүлид — ғәрәпсәнән башҡортсаға тыуыу мәғәнәһен бирә.
     Мәүлидүн-нәби — һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаның, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, тыуған көнө. Атаһы Ғабдуллаһ менән әсәһе Әминәне Аллаһ Тәғәлә ҡауыштырып, уларҙан барлыҡҡа килгән яралғы ла, буласаҡ Аллаһ Рәсүле яралғыһы булараҡ һәр ваҡыт Уның ҡарамағында булған һәм һәр булмышы, һәр йәшәйеше Раббыбыҙ тарафынан был затты төрлө һынауҙар аша үткәреп, Йәбраил фирештә арҡыры бәйғәмбәр булараҡ әҙерләү. Әҙерләү ваҡыты тамамланғас Раббыбыҙ уға бәйғәмбәрлек бирә, Ҡөрьән — Кәримде иңдерә. Ер йөҙөндә Ислам динен йәйелдерергә һәм халыҡтарҙы шул дингә өндәргә бойора. Хәҙрәти Рәсүл Әкрәм Аллаһ Тәғәләнең иң яҡын илсеһе булараҡ, тура юлды, донъя һәм әхирәттә мәңгелек бәхет-сәғәдәткә, рәхмәткә ирешеү юлын, Ислам динен Аллаһ Тәғәләнең һуңғы китабы — Ҡөрьән-Кәрим менән күрһәтте һәм өйрәтте. Был бөйөк бәйғәмбәрҙең донъяға килгән көнө — Рабиғул-әүүәл айының 12-се көнө тип иҫәпләнә. Уның тыуған көнөн билдәләү хаҡында вафатынан һуң 600 йыл дәүер эсендә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмағанын раҫлағандар Ислам ғалимдары.

Читать далее

Хәләл үә харам

                                                                    Хәләл үә харам

   Бер ҡатын:“Ейәнем дин юлына баҫып, намаҙ уҡый башланы. Тик мин бешергән ризыҡты ашамай, хәләлме ул әҙерләгән ризығың, тип һорай”, — ти. Ниндәй ризыҡ хәләл була, ниндәйе харам була һуң?

   Хәләл менән харамды айырыу мосолман өсөн бик мөһим. Сөнки белә тороп харам менән туҡланыу мосолман кешене гонаһҡа алып бара, диндән сығара. Быға бик иғтибар бирергә кәрәк.

   Хәләл менән харам тигәндә, беҙҙең күбебеҙ беренсе сиратта ризыҡты, мосолманса йәки бисмиллаһыҙ һуйылған итте күҙ алдына килтерә. Әммә хәләл төшөнсәһе мосолман тормошоноң бөтә яҡтарын да үҙ эсенә ала. Ул – ашаған ризыҡ, алып барған тормош, эш-бизнес, иҡтисад, дауаланыу, ғөмүмән, донъялағы көнкүрешебеҙ. Әйтәйек, малды ни юл менән таптың? Урланған мал түгелме? Башҡа кешене талап, урлап алынған аҡсаға ризыҡ алыу, сусҡа аҫырап, шуны һатып алынған ризыҡ, араҡы йәки көмөшкә, тәмәке һатып алынған табыш — харам. Ришәүәтселек арҡаһында алынған аҡса-ризыҡ, етемдәрҙең малын ашау һәм башҡа шундайыраҡ насар ысулдар менән табылған ризыҡ — харам. Күптәр бөгөн магазин тотабыҙ тип, унда харам нәмәләр һатып гонаһҡа төшәләр. Йәки билмән цехтары асып, кем һуйғанын белмәй, итте әллә ҡайҙарҙан алып, уның составына иғтибар бирмәй, тик һатыу өсөн генә тырышҡандар — ҙур гонаһлы. Шулай уҡ динебеҙ тыйған һәм ҡушмаған төрлө уйын-саралар ойоштороп, харам продукциялар сығарып табылған аҡса ла һәм ризыҡ та харам. Читать далее

Тағы ла яуапнәмә хаҡында

                                                     Тағы ла яуапнәмә хаҡында

   Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәштәр. Үткәндә сайтымда «Яуапнәмә” тип сыҡҡан мәҡәл диндарҙар араһында бәхәс тыуҙырҙы. Шуға ахыры ошо мәғлүмәтте ҡайҙан алып яҙғанымды күрһәтергә булдым. Был мәғлүмәт Татарстан мосолмандарының баш ҡазыйы Ғабделхаҡ Самматовтың “Шәригать: вәгазь, хөкем, фәтвә, жавап-савап, киңәшләр” китабының өсөнсө томынан алынды. Мөфтий Госман хәзрәт Исхаҡый тарафынан раҫланған. Ғүмер буйы Аллаһының изге Китабы – Ҡөръәнгә, пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәре – сөннәткә таянып ошо китаптарҙы баҫтырған оло хәҙрәттәргә ниндәй шик тыуыуы бар? Һеҙгә шул көйө татарсанан күсермәһен һаламын.

   Беҙҙең Урал аръяғында бындай “йола” электән булғаны юҡ. Ни эшләптер беҙҙең халыҡта әгәр китап йә яҙма ғәрәпсә яҙылған икән шуның менән эш итергә кәрәк тигән уй йөрөй. Бында шуға иғтибар итегеҙ: Төрки телендәме? Башҡорт телендәме? Әллә ғәрәпсәме? Әллә икенсе телдәме? Әллә ниндәй китаптар булыуы мөмкин: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр һәм башҡаһы. Шул ғалимдарҙын китаптарын күсерә килә баҫмаларға өҫтәлмә аңлатмалар ингәндер. Читать далее

Балаларҙың үҙ ата-әсәләренә мөнәсәбәте

                                                           Ата-әсәгә мөнәсәбәт

                                           Балаларҙың үҙ ата-әсәләренә мөнәсәбәте
   Түбәндәге ҡағиҙәләр балаларҙың ҙур үҫкән булыуҙарына ҡарамаҫтан, ата-әсәләренә ҡарата үҙ-үҙҙәрен тотоштарына идара итергә тейештәр.
   Балалар менән уларҙың ата-әсәләре араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр балаларға ата-әсәләренә ҡарата ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Үҙҙәренә ҡарата ҙур ҡайғыртыусанлыҡҡа, түҙемлелеккә, яҡшы мөғәмәләгә һәм тәрбиәгә ата-әсәнән дә лайығыраҡ бер кем дә юҡ.
   Ата-әсәләр үҙҙәренә ҡарата башҡаларҙыҡына ҡарағанда балаларының дорфалығын ауырыраҡ кисерәләр. Шуға күрә балалар уларға ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға тейештәр. Читать далее

Диндә сама белеү

                                                                   Диндә сама

                                                             Диндә сама белеү

      — Дин тотҡан кеше үҙенең ғаиләһендә нисек булырға тейеш? Дингә бирелеп китеүе арҡаһында ғаиләһендә ҙур тынғыһыҙлыҡ тыуҙырып, тауыш сығарыусылар, мәсеткә йөрөгөҙ, намаҙ уҡығыҙ, йөрөгәндә унда баҫма, бында баҫ, тегеләй итмә, былай ит, тип һәр нәмәгә ҡыҫылып, бөтәһен дә борсоуға һалып тороусылар аҙ түгел. Дин ундай булырға ҡушмайҙыр бит?
      — Был, әлбиттә, ҙур мәсьәлә. Дин донъяға, тормошҡа игелек, әҙәп, нур өҫтәү өсөн кәрәк булған хөкөм. Читать далее