Дин

                                                 Дин: Ислам, иман, ихсан

   «Динебеҙ өс өлөштән тора», — тип өйрәтә ғалимдар. Улар — ислам, иман, ихсан.
Дин хөкөмдәрен тәрәнерәк анлаған һайын бәндәлә иман арта, иман нығый. Мосолмандың ул йәшәү рәүешенә әйләнә.
   Ислам — тура юл менән барыусылар, тура юлда йөрөүселәр тигәнде аңлата. Был юлда уңға-һулға боролоп йөрөүҙәр, ситкә тайпылыуҙар юҡ. Ул — Бөйөк шан-шөһрәт эйәһе Аллаһ дине. Аллаһы Тәғәлә Үҙе лә әйтә: «Был — минең тура юлым. Шул юл менән барығыҙ, Аллаһ юлынан ситкә алып китеүсе башҡа юлдар менән йөрөмәгеҙ», ти.
                                                                                  «Әл-Әнғәм» (Мал-тыуар) сүрәһе, 153-сө аят
   Диндең икенсе өлөшө — иман. Пәйғәмбәребеҙ өйрәтеп ҡалдырғанса уның етмештән артыҡ тармағы бар. Иң бейектәгеһе: Ләә Илаһә Иллә Аллаһ! — Аллаһтан башҡа Илаһи юҡ, тигән кәлимә. Иң түбәндәгеһе — кешегә зыян итерҙәй бер нәмәне юлдан алып ташлау. Ояла белеү ҙә имандың бер тармағы.


   Иман — Күңелдәге инанғанлыҡ, тел менән игелекле һүҙҙәр һөйләү, тәндең төрлө өлөштәре менән игелекле эштәр эшләү — быларҙың бөтәһе лә имандың айырым-айырым тармаҡтары.
   Үҙен күрмәй тороп та бөтә күңел менән Илаһи заттың барлығына, берлегенә инаныу, барлығын таныу — ихсан була. Кеше белә: һин Уны күрмәһәң дә, Ул һине күреп тора.
   Аллаһ әйтә: «Аллаһ, ти, тәҡүә, Аллаһтан ысын ҡурҡыу менән ҡурҡа белеүселәр, игелекле эштәр эшләүселәр менән бергә».
                                                                                     «Әс-Сәждәһ» (Сәждә) сүрәһе, 13-сө аят
   Ҡөрьән өйрәтә: «Аяҡ өҫтө тороп баҫҡанда ла, сәждәгә барыусылар араһында булғанда ла һәр ваҡыт эштәреңде һине күҙ уңынан ысҡындырмай торған зат Ҡөҙрәт, мәрхәмәт һәм шәфҡәт эйәһе Аллаһҡа тапшыр. Ул — ишетеүсе, Ул — күреүсе», — ти.
                                                                                    «Әш-Шуъара» (Шағирҙар) сүрәһе, 217-220-се аяттар
   Ҡөрьәндә тағы ла әйтелә: «Ниндәй генә хәлдәрҙә ҡалма, Ҡөрьәндән ниндәй генә урынды уҡыма, нимә генә эшләмә, бел: Беҙ барыбер һеҙҙең һәр нәмәгә шаһитбыҙ».
                                                                                    «Йунус» (Юныс) сүрәһе, 61-се аят
   Кешенең бөтә булмышы үҙе үк Аллаһтыц барлығына дәлил. Тыумыштан уҡ ул иманлы булып тыуа, бер ниндәй уй-фекер йөрөтә алмаған, бер нимәне белмәгән ваҡытында уҡ ул тәбиғәте менән иманлы, алсаҡ, һөйкөмлө, һөйөнә, шатлана белеүсән бер йән эйәһе була. Уның күңелендәге игелек тә тыумыштан.
   Ә игелек ул ихсан, яуызлыҡтың киреһе. Игелектең асылы бер: ул — көс-ҡеүәтен йәлләмәй Аллаһ бойорғандарҙы үтәргә, тыйғандарҙан тыйылырға тырышыу.
   Иманлы кеше бәндәнең йәне һәм тәне булыуын белә. Беҙ тән менән йән булып яралтылғанбыҙ. Тәнебеҙ ерҙән һут ала. Йәшәү сығанағыбыҙ — ерҙән. Йәнебеҙ, рухыбыҙ ерҙән түгел, ул беҙгә бөйөктәрҙән бөйөк Аллаһ тарафынан бирелгән. Уның алыр һуттары ла — ерҙән түгел, үҙенең Раббыһынан. Раббыбыҙҙан алған рухыбыҙ ул — беҙҙең эске донъябыҙ. Эске донъябыҙ менән тышҡы донъябыҙ — тән менән йән араһында тулы бер төҙөклөк гармония булһын өсөн, беҙгә Ислам тәбиғәтенә нигеҙләнеп йәшәй белергә кәрәк. Ул юҡ икән, шәхес тә юҡ.
   Ауырыуҙарҙан зәғифләнгән кешегә аш үтмәгән, үтһә лә файҙаһы теймәгән, тәме лә барып етмәгән кеүек йәндең һәм тәндең дә рухи аҙығы булған динде аңламаған, танымаған, Ислам әхлағын бар тип тә белмәгән, иманлы булыуҙы ҡабул да итә алмаған кешеләребеҙ әле күп.
   Сәбәбе: нәсихәт юҡ.
   Ә иман ул — ҡабул итә алған күңелгә өҫтәлергә генә торған бер нур.
   Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Таҙа, саф нәмәләрҙең һаҡланыу урыны — таҙа Һәм саф күңел», — ти. Аҡыл менән дә шулай.
   Ғәли хәҙрәттең үтә лә фәһемле һәм ғибрәтле һүҙҙәрен хәтергә төшөрәйек: аҡыл, ти ул, ике өлөштән тора: тыумыштан килгән аҡыл менән тормошта алған аҡыл. Әгәр ҙә тыумыштан килгән аҡыл тормошта әленән-әле үҫеп, камиллашып, өҫтәлеп тормаһа, әллә ҡайҙарҙан килеп тә ерҙе йылыта алмаған нурға оҡшаш.
   Ризаитдин бине Фәхретдин мираҫынан бер нисә юл. Ул әйтә: «Әҙәм балаларының донъяға килеүҙәренән асыл маҡсат — үҙҙәренең донъяла йәшәүҙәренән ниндәй мәғәнә булыуын белеү, бәндәселек менән илаһилыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе һәм был мөнәсәбәттәрҙең үҙ-ара яҡынлығын тойоу. Ҡөрьән һәм хэҙистәр өйрәткән рәүештә Аллаһы Тәғәләне тәрәнерәк аңлау, уға мөхәббәт тотоу», — ти.
   Ғүмер бик ҡыҫҡа, тин өйрәтә ул, һәм уны заяға, әрәмгә үткәреүҙән дә аяныслыраҡ хәл юҡ. Шуға ла донъяла тора белеү, йәшәй белеү — ҙур һөнәр, әммә үлә белеп үлеү — унан да ҙур һәм ҡиммәтле һөнәр. Эшләргә мөмкин булған кәрәкле, файҙалы эште һис тә кисектерергә ярамай, форсатты үткәреү дөрөҫ түгел. Мең йыл тороусы кеүек эште эшләргә һәм кәсеп итергә кәрәк, шуның менән бергә был сәғәттә үк донъянан үтәсәк кеше кеүек әхирәт өсөн дә әҙерләнеү яҡшы.
                                                                                                                    Сәләх Суҡбаев