Архив рубрики: яңылыҡтар

«Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — тимәйек, зинһар

                                                                  Ҡотлайым?

                                        «Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — тимәйек, зинһар
     «Поздравляю!» Рус телендәге һүҙ был. Уны рус ҡәрҙәштәребеҙ йыш ҡуллана. Сөнки христиан дине тәртибенән килә ул ғәҙәт.
     Христиандарҙың дин әһеле (священник), Аллаһ менән бәндә араһындағы урталыҡта тороп, (посредник) үҙе атҡара алмағанды, фәҡәт Аллаһ үтәй торған ғәмәлде лә үтәйем, ти. Мәҫәлән, кешеләрҙең гонаһын ярлыҡай, ә беҙ, мосолмандар, үҙебеҙ атҡара алмаған, үтәргә көсөбөҙ, хәлебеҙ, мөмкинлегебеҙ булмаған ғәмәлде үтәйбеҙ, тип әйтмәйбеҙ.
     Ҡотлайым (йәки: «Тәбрикләйем!»), тибеҙ икән, хәлебеҙҙән килмәгән эште «үтәйем», — тип әйтәбеҙ булып сыға. Сөнки Әҙәм балаһының ҡотларға ла, тәбрик тә итергә хәленән килмәй. Фәҡәт ҡәрҙәш халыҡтың теленән тура тәржемә итеү юлы менән әйтелә был һүҙҙәр.
     Мосолман кешеһе һәр ғәмәлдең, хәлдең, тороштоң, булмыштың Аллаһтан, фәҡәт уның ихтыярынан икәнде белә. Шуға күрә «Ҡотло булһын!», «Мөбәрәк булһын!» тип, теләген әйтә. Аллаһҡа мөрәжәғәт итә мосолман кешеһе. Аллаһтың ҡотло, мөбәрәк итеүен теләй.
     Бөгөнгө көндә дин әһелдәре лә (муллалар ҙа): «Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — ти.
     Динде, дин ғилемен белмәгәнлектән түгел, ә телгә, тел үҙенсәлегенә, халыҡтың менталитетына иғтибар итеп еткермәгәнлектән килә был.
     Телдә кешенең күңеле, ғилеме, тәрбиәһе сағыла. Динде инҡар итеп, динһеҙлекте өгөтләп йөрөгән замандың шауҡымы сағыла «Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — тигән һүҙҙәрҙә. Аллаһ бойорһа, яңы быуын, телебеҙгә лә, динебеҙгә лә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә лә иғтибарлы, беҙгә ҡарағанда күпкә ғилемлерәк тә булыр. Шул сағында яңылыш һөйләүҙәр, хаталаныуҙар юҡҡа сығыр.
     Беҙгә, Әҙәм балаларына, хатаға иғтибар итеү, фәһем алыу, төҙәлеү тейешле.
     Оло йәшкә еттем, йәшлектә өйрәнгәндән арынып булмай! — тип аҡлана дин әһелдәре. Был иһә — аҡланырға маташыу ғына. Фәһем алған, ғилеменә даими талапсан булған кеше һис аҡланмай, телендәге лә, ғәмәлендәге лә хаталарын төҙәтә, сәбәп ҡыла ошо йоҫоҡта.
                                                                                                        Башҡортса дини календарь

Яуапнәмә

                                                              Яуапнәмә

   Мәрхүмдәргә “яуапнәмә” ҡуйыу, уны күкрәгенә ҡуйып ерләү яраймы? – тигән һорау ҡайһы бер кешеләрҙе ҡыҙыҡһындыра. Нимә ул яуапнәмә? Ҡайһы бер кешеләр үлемгә әҙерләнгәндә кәфендән башҡа ҡәбергә “яуапнәмә – шпаргалка” алып китергә уйлайҙар. Йәнәһе мәрхүм булып күмелгәс, һорау алыу фәрештәләренән, шулай уҡ Аллаһ Тәғәләнең хөкөмөнән, сепрәкә, йә ҡағыҙға яҙылған Ҡөръән аяттары һәм доғалары менән ҡотолорбоҙ тип, уйлайҙар. Былай ҡыланыу дөрөҫмө? Юҡ!
   Раббыбыҙ «Йәсин» сүрәһендә: ҡиәмәт көнөндә ауыҙҙарына мөһөр һалып был донъялыҡта ҡылған эштәрен аяҡ-ҡулдарынан һөйләтербеҙ, тип вәғәҙә итә. Инде ауыҙ менән һөйләп булмағанда, әллә ниндәй ҡағыҙ киҫәгенең ярҙамы булырмы? Әлбиттә, юҡ.

Читать далее →

Байрам көндәре һәм кистәр

                                                           Байрам көндәре һәм кистәр

   Имам Садыҡ әйткән: «Аллаһҡа тәүәккәллек менән гонаһтар ишеген ябып ҡуйығыҙ, күндәмлек өсөн ишектәр асҡанда «Бисмиллаһ» әйтегеҙ!» тигән.
   Байрамдарҙы ла «бисмиллаһ» әйтеп ҡаршы алырлыҡ, «бисмиллаһ» әйтеп оҙатып ҡалырлыҡ булһын.
«Әһле Исламдың бер йыл эсендәге мөбәрәк көндәре һәм кистәре — 14.
   - Мөхәррәмдә һижри иҫәп менән Яңы йыл башлана.
   - Мөхәррәмдең уны — Ғәшүрә көн. Был көндә күп пәйғәмбәрҙәр бәлә Һәм хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡотолоп ҡалғандар.
   - Сәфәр айының 27-һе Һижрәт кисәһе. Был кисәлә пәйғәмбәребеҙ Абү Бәкер менән бергәләп Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп китә. Был һижрәт Ислам диненең бөтә донъяға таралыуына сәбәп була.
   - Мәүлит кисе. — 12-се Рабиғел әүүәл. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, тыуған көн.
   - Рәғаиб кисс. Рәжәб айының беренсе Йомаға ҡарай килгән кис.
   - Миғраж кисе. Рәжәб айының 27-се кисе. Пәйғәмбәребеҙҙең күктәргә ашыу кисе. Биш ваҡыт намаҙ ошо кисәлә фарыз ителә.
   - Бәра'әт кисе. Шәгбандың 15-се кисе. Был кистә, йәғни төндә, бәндәләрҙең бер йыллыҡ бәхет-сәғәҙәттәре билдәләнә, тиҙәр.
   - Фәтех Мәккә. Мәккәнең кафырҙарҙан мосолмандар ҡулына күскән көнө. Рамаҙан айының 21-е.
   - Ҡәҙер кисе. Ҡөръәндең тәүге аяттары индерелә башлаған кис. Рамаҙандың 27-се кисе.
   - Ғәйҙел-фитыр. Ураҙа ғәйете. Шәүүәлдең беренсе көнө.
   - Ғәйҙел-Әҙха. Ҡорбан ғәйете. Зөлхизәнең 10-ы.
   - Тәшриҡ көндәре. Зөлхизәнең 11-се, 12-се, 13-сө көндәре.
   - Һәр Йома — мосолмандар өсөн байрам.
   Был байрамдарҙың һәр береһен мосолмандар фәҡирҙәргә ярҙам итеп, доға, тәүбәләр, ғибәҙәт һәм изге ғәмәлдәр менән үткәрә

«Светский» — динһеҙ йәшәү мәғәнәһендәме?

                               "Светский" — динһеҙ йәшәү мәғәнәһендәме?

   Һуңғы ваҡытта, беҙҙә, ҡайһы бер әҙәмдәр: беҙ, светский государство ла йәшәйбеҙ тип, динде халыҡтан ситләштереп маташалар. Мәҫәлән: мәктәптә мосолман ҡыҙ балалар яулыҡ ябынһа, ярамай, беҙ бит светский илдә йәшәйбеҙ тип, ҡаңғыра башлайҙар. Был мәктәптәрҙә, ВУЗ-дарҙа һәм башҡа эш урындарында яулыҡ ябыныу мәсьәләһе ыңғай хәл ителмәһә, әгәр ҡаршылыҡтар килеп сыҡһа,  шулай уҡ эшләгән ерҙә, намаҙ уҡыуға ҡаршылыҡтар булһа – БГУ-ның юристәренә мөрәжәғәт итегеҙ.
   Нимә тигәнде аңлата һуң «светское государство»? Конституцияла “Россия Федерацияһы светское государство” яҙылған, тик мәғәнәһе нимәлә? Принцибы?
   Светский тигән һүҙ 1993 йылдағы перестройка Конституцияһында барлыҡҡа килә. Хатта, совет осоронда буржуй һүҙҙәре мәғәнәһендә булғас уны телгә лә алмайҙар. Был Конституцияны болғансыҡ осорҙа, Ельцин власта булған саҡта ҡабул итәләр, демократия индербеҙ тип (сит илдәрҙән бар бысраҡты). Читать далее →

Аллаһ Тәғәлә бурыстарыбыҙ

                                             Аллаһ Тәғәлә бурыстарыбыҙ

   Аллаһ Тәғәлә алдында беҙҙең бурыстарыбыҙ:
1. Бер Аллаһҡа, уға ҡатнашсылар бирмәйенсә инанырға.
2. Бөтә күңелең менән һәм бөтәһенән дә нығыраҡ итеп Аллаһты яратырға.
3. Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙан тик унан ғына ярлыҡау һорарға.
4. Уға ғына ышанып, тик Уның үҙенән генә ярҙам һорарға.
5. Һәр ваҡыт һәм тик Уның Бер үҙенә генә ғибәҙәт ҡылырға.
6. Уның бөтә биргәндәренә рәхмәтле булырға.
7. Уның яратҡандарын яратырға һәм ҡушмағандарынан баш тартырға.
8. Ул ҡушҡанды үтәргә һәм тыйғандарынан тыйылырға.

Читать далее →

Аллаһ беҙҙе күрә

                                                        Аллаһ беҙҙе күрә

         Беҙ Аллаһты күрә алабыҙмы?
     Инша Аллаһ, беҙ Аллаһты күрербеҙ. Тик Уны был донъяла күреү мөмкин түгел. Беҙҙең күреү мөмкинселегебеҙ сикле. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бөтәһен дә күрергә һәләтле түгел. Миҫал өсөн, ҡайһы бер хайуандарҙың төндә күргән нәмәләрен беҙ күрә алмайбыҙ.
        Беҙ нисек Ҡиәмәт Көнөндә Аллаһты күрәсәкбеҙ?
     Мөхәммәд бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Ысынында һеҙ ай тыуғанда нисек айҙы күрәһегеҙ, шулай итеп үҙегеҙҙең Раббығыҙҙы күрәсәкһегеҙ».
                                                           Хикәйәт:
        Аллаһ беҙҙе күрә
Сәлих үҙенең олатаһынан һораған:
     - Олатай, нишләп беҙ Аллаһты күрмәйбеҙ?
Олатаһы уға шулай яуап биргән:
     - Сөнки беҙҙең күҙҙәребеҙ шулайтып барлыҡҡа килтерелгәндәр, улар Аллаһты күрә алмайҙар.
Читать далее →

Яулыҡ хаҡында

                                                                 Яулыҡ хаҡында

   Башта иманды күңелеңә индер, шунан иһә яулыҡ ябынырһың

   Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә ислам динен ҡабул итеп, шәриғәт ҡанундарына ярашлы кейенгән ҡыҙҙарҙы йыш осратырға мөмкин. Шулай уҡ һижәб кейгән ҡыҙҙарҙың эшкә урынлашҡанда йә уҡыған урында төрлө аңлашылмаусанлыҡтар менән осрашыуы ла билдәле. «Мәктәп директорына мосолманса кейенеү оҡшамай, яулығыңды һалмаһаң, эштән китергә тура килер, тип янай», — тигән шылтыратыуҙар ҙа булғыланы ҡайһы бер райондарҙан. Ысынлап та, йәмғиәтебеҙ бөгөн мосолман кейемендәге ҡыҙ-ҡатындарҙы ҡабул итергә әҙер түгел. Шул уҡ ваҡытта һижәбте тыйған йәки яҡлаған закон да юҡ. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге Ҡатын-ҡыҙҙар, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия үткәргән «Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме тураһында» тип аталған ҡорҙа ошо турала фәһемле генә һөйләшеү уҙҙы. Гәзит уҡыусыларға ошо ҡорҙа яңғыраған фекерҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
Читать далее →

Ниңә мәсеттәр бикле?

                                                         Ниңә мәсеттәр бикле? 

   “Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән изге Ҡөрьән китабы кешелеккә хәләл менән хәрәмде, ялған менән дөрөҫтө айырып күрһәтеүсе бер йүнәлтмә булараҡ бирелә. Тағы ла ул һәҙиә, бүләк тигән мәғәнәгә лә эйә”.
                                                            Монолог
   Ун быуаттан артыҡ дәүерҙә Ислам дине халҡыбыҙға рухи нигеҙ һәм йәшәү ҡануны булып хеҙмәт итте. Ләкин бер нисә тиҫтә йыл дауамында динебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ бер-береһен байытып килеүҙән туҡталып торҙо. Бына, ниһайәт, һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә дингә ҡайтыусылар күбәйә. Халҡыбыҙҙың үҙ диненә, асылына ҡайтыуы ҡыуаныслы хәл, ләкин шуның менән бергә был өлкәлә күп кенә һорауҙар, аңлашылмаусанлыҡтар, фекер айырмалыҡтары ла килеп тыуа. Бөгөн ошо үҙебеҙҙе борсоған ҡайһы бер һорауҙарға журналист, Башҡортостан юлдаш телеканалында «Йома» һәм «Иман» радиоканалында  тапшырыуҙарын алып барыусы Морат Лоҡманов яуап бирә.

                                       Ниңә мәсеттәр бикле?

Читать далее →

Һынамыштар, ышаныуҙар

                                                  Һынамыштар, ышаныуҙар

   Башҡорт халҡының борондан килгән ауыҙ-тел ижадындағы ырым һүҙҙәренә, төрлө һынамыштарына, юрауҙарына әллә ни ышаныу кәрәкмәй. Был донъяла һәр нәмә, хатта саң бөртөгө лә Аллаһ Тәғәләнең рөхсәте менән генә ергә төшә. Бар нәмә Аллаһынан, күккә ҡарап: ҡоҙғон ҡорҡолдай, ауылдан мәйет сыға – тип юрарға ярамай. Башҡорттарҙың боронғо ышаныуҙары хаҡындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр беҙгә X быуатҡа ҡараған Ибн-Фаҙлан яҙмалары (912) буйынса билдәле. Сәйәхәтсе бер төркөм башҡорттарҙың йыланға, икенселәренең балыҡҡа, өсөнсөләренең торналарға табыныуын үҙ күҙҙәре менән күргәнлеге хаҡында яҙа. Ибн-Фаҙландың һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорттар тәбиғәтте һәм уның айырым күренештәрен йәнләндереп кенә ҡалмағандар, бәлки һәр күренештең үҙ хужаһы, үҙ Раббыһы бар тип уйлағандар. Һеҙҙең иғтибарға Башҡорт халыҡ ижады, 10-сы том, 1-се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр китабынан һынамыштар, ышаныуҙар.
* Августа аяҙ булһа, көҙ бысраҡ килер.
* Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.
* Ағас һуң япраҡ ярһа, йыл ауыр килер.
* Ағаста бәҫ күп булһа, бал күп була.
* Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа – һыуыҡҡа.
Томан төшһә — йылыға. Читать далее →

Йома көнөндә ураҙа?

                                                  Йома көнөндә ураҙа?

     Берәй кеше йома көнөнән алда тота башлаған ураҙаһын ғына дауам итмәһә, йома көнө ураҙа тоторға ярамай. Шулай уҡ даими ураҙа ла булмаһа (рамаҙан, йәки шәүүәл), йома һәм шәмбе көндәре ураҙа тоторға ярамай. Был тыйыу шул кешенең йома көндәре ураҙа тотоу арҡаһында хәлһеҙләнеп дини бурыстарын үтәй алмаҫ тигәндән килә. Шәмбе көнө икенсе дин кешеләре ураҙа тота, шуларға оҡшамағыҙ тиелә. Читать далее →