Аллаһ беҙҙе күрә

                                                        Аллаһ беҙҙе күрә

         Беҙ Аллаһты күрә алабыҙмы?
     Инша Аллаһ, беҙ Аллаһты күрербеҙ. Тик Уны был донъяла күреү мөмкин түгел. Беҙҙең күреү мөмкинселегебеҙ сикле. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бөтәһен дә күрергә һәләтле түгел. Миҫал өсөн, ҡайһы бер хайуандарҙың төндә күргән нәмәләрен беҙ күрә алмайбыҙ.
        Беҙ нисек Ҡиәмәт Көнөндә Аллаһты күрәсәкбеҙ?
     Мөхәммәд бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Ысынында һеҙ ай тыуғанда нисек айҙы күрәһегеҙ, шулай итеп үҙегеҙҙең Раббығыҙҙы күрәсәкһегеҙ».
                                                           Хикәйәт:
        Аллаһ беҙҙе күрә
Сәлих үҙенең олатаһынан һораған:
     - Олатай, нишләп беҙ Аллаһты күрмәйбеҙ?
Олатаһы уға шулай яуап биргән:
     - Сөнки беҙҙең күҙҙәребеҙ шулайтып барлыҡҡа килтерелгәндәр, улар Аллаһты күрә алмайҙар.

     - Нишләп улай, олатай?
     - Ә һин фотоаппарат менән бөтәһен дә төшөрә алаһыңмы?
     - Эйе, төшөрә алам.
     - Ә үҙеңдең үпкәң менән йөрәгеңде лә төшөрә алаһыңмы?
     - Юҡ, уларҙы тик рентген аппараты менән генә мөмкин.
     - Бына күрәһеңме, ике аппарат та төшөрөү өсөн тәғәйенләнһәләр ҙә, фотоаппарат рентген аппараты төшөргәнде төшөрә алмай. Сөнки уларҙың төҙөлөштәре төрлө. Беҙҙең күҙҙәребеҙ Аллаһ тарафынан барлыҡҡа килтерелһәләр ҙә, улар Уны күрә алмайҙар.
     - Ә Ул беҙҙе күрәме?
     - Әлбиттә, Ул беҙҙе ҡараңғы төндә яҡтыртылмаған бүлмәлә ҡара кейемдә лә күрә.
(М. Йәшәр Кандәмир)
                                  «Аллаһ бабай» тип әйтергә яраймы?
     Улай тип әйтергә ярамай. «Әл-Ихлас» сүрәһендә Аллаһ тыуҙырмаған да һәм тыуҙырылмаған да, һәм Уның атаһы ла һәм улы ла юҡ, тип әйтелә.
     Аллаһтың Ҡөҙрәте бөтә ергә лә тарала, һәм Уның Ғилеме бөтәһен эсенә ала.
     "Аллаһ ергә нимә ингәнен һәм унан нимә сыҡҡанын, күктән нимә төшкәнен һәм унда нимә күтәрелгәнен белә. һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа ул һеҙҙең менән. Аллаһ һеҙ нимә эшләгәнде күрә" Ҡөрьән «Әл-Хәдид, 4»
     "Беҙ кешегә муйынындағы ҡан тамырынан да яҡыныраҡ" Ҡөрьән «Ҡаф, 16»
     "Мәшриҡ тә, Мәғрип тә Аллаһтыҡы" Ҡөрьән «Әл-Баҡара, 115»
                                  «Аллаһ күктәрҙә тора» тип әйтеү дөрөҫмө?
     Улай тип әйтергә ярамай. Был үрҙә килтерелгән аяттарҙан аңлашылды.
     Изге Ҡөрьән башынан аҙағына тиклем — ул Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәре.
     Аллаһ Тәғәләнән Ябраил Фәрештә арҡылы беҙҙең яратҡан Бәйғәмбәребеҙгә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) вәхи килгән.
     Ҡәҙерле балалар! Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәрен һәм әмерҙәрен ишетеү һәм аңлап төшөнөү өсөн Изге Ҡөрьәнде бик күп уҡырға кәрәк.
     "Әгәр ҙә ер йөҙөндәге агастар ҡауырһындар булып, ә диңгеҙ яҙыу ҡараһы булһа, һәм ул диңгеҙгә йәнә ете диңгеҙ ҡушылһа ла, Аллаһ Тәғәләнең бөтә һүҙҙәрен яҙырға улар етмәҫ ине"
                                                                                 Ҡөрьән «Лоҡман, 27»
               Аллаһ Тәғәләнең Барлығын беҙ нисек белә алабыҙ?
     Үҙебеҙгә, башҡа мәхлүктәргә һәм Йыһандағы бөтә йән эйәләренә ҡарап, беҙ бөтә камил, матур, төҙөк ижат ителеүҙең Бер Аҡыллы Барлыҡҡа килтереүсеһе булыуын аңлай алабыҙ.
     Ибраһим бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) бик бәләкәй сағында атаһының нисек итеп боттарҙы яһауын, халыҡтың уларға табыныуҙарын күреп, оҙон-оҙаҡ ҡояшҡа, айға һәм йондоҙҙарға ҡарап торор булған, һәм уларҙың ҡасан да булһа һүнеүен күреп, әйткән: «Һүнгән нәмә минең Раббым була алмай», һәм шунан һуң Аллаһты аңлап-төшөнгән: «Минең Раббым — Шул, кем уларҙың барыһын да барлыҡҡа килтергән».
     Кем бер ерҙән, бер һауанан һәм бер һыуҙан күп төрлө емештәрҙе булдыра, Уны һәм Уның Көсөн инҡар итеп булмай.
     Был аяттар Аллаһ Тәғәләнең Барлығын һәм Ҡөҙрәтен иҫбат итә:
     "Һәм уның аяттарынан һин Ерҙе кәмһетелгән, ҡороған итеп күрәһең, һәм, әгәр Беҙ уға һыу төшөрһәк, ул тулҡынлана, бүртенә-ҡабара. Ысынлап та, уны терелткән — үлектәрҙе лә терелтә. Ул, ысынлап та, һәр нәмәгә ҡөҙрәтле! Ҡөрьән «Фуссыләт, 39»
     "Улар үҙҙәре өҫтөндәге Күккә ҡараманылармы ни: нисек Беҙ уны төҙөнөк һәм матурланыҡ, һәм уның бер тишеге лә юҡ?
     Һәм Беҙ Ерҙе йәйҙек һәм уның өҫтөнә тауҙарҙы һалдыҡ һәм уның өҫтөндә һәр төрлө матур ишлеләрҙе үҫтерҙек" Ҡөрьән «Ҡаф, 6-7»
     "Һәм Ул Ерҙе йәйҙе һәм уның өҫтөндә тауҙар һәм йылғалар яһаны һәм унда һәр төрлө емеште икешәрләп ишле яһаны. Ул көндө төн менән ҡаплай. Ысынлап та, бында — уйлаған кешеләргә аяттар бар.
     Ер йөҙөндә бер-береһенә күрше булған ер бүлемдәре, һәм йөҙөм баҡсалары һәм сәсеүлектәр, һәм бер тамырҙан булған, һәм бер төрлө һыу менән һуғарыла торған хөрмә ағастары бар. Беҙ ашау өсөн уларҙың береһен икенсеһенән артыҡ итәбеҙ. Ысынлап та, бында аҡыллы кешеләр өсөн аяттар бар!" Ҡөрьән «Әр-Рәғд, 3-4»
     Был аяттарҙа бер үк ерҙә, бер үк һыу менән туҡланып, төрлө үҫемлектәрҙең үҫеп сығыуы, уларҙың төрлө емештәр биреүе хаҡында әйтелә. Был аяттар Аллаһтың Барлығын, Уның Ҡөҙрәтен һәм Көсөн асыҡ дәлилләй.

                                                                    «Хаҡ диндә беренсе аҙымдарым» Мөршиҙә Уйсал