Йөрәк бәйләнеше
Кешене Аллаһ яралтҡан үә уға йән биргән, йән тәндән сыҡһа, кеше мәйет була. Нисек кенә тырышма, ниндәй генә ҡорамалдар ҡулланып ҡарама- йәнһеҙ тән йәшәй алмай, йәнде Аллаһ Тәғәлә бала әсә ҡарынында 4 ай булғанда уҡ бирә, ошо мәлдә бала беренсе тапҡыр тибешә башлай, йәндәребеҙҙе Раббыбыҙ һәр ваҡыт тәрбиәләп, уға дөрөҫ йүнәлеш биреп, юл күрһәтеп тора һәм был бәйләнеш һәр кеше менән була, тамам эшлектән сығып, гонаһҡа батҡандар ғына унан мәхрүм ҡала. Улар тураһында пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Аллаһ иғтибар ҙа итмәҫ...» Бындай кешеләр дөрөҫ менән ялғанды айыра алмаҫтар, хатта хайуандарҙан түбән дәрәжәгә төшөрҙәр. Ҡөрьәндә «Тин» сүрәһенең 3-4-енсе аяттарында: «Беҙ кешене иң яҡшы шәкелдә яралттыҡ. Һуңынан (иман килтермәгәндәрҙе) иң түбән дәрәжәгә төшөрҙөк», — тиелгән. Аллаһтан йыраҡлашҡан һайын, кешенең дәрәжәһе төшә. Дөрөҫө шул! Ниндәй генә хайуан булмаһын, үҙ әсәһен талап, араҡы алып эсмәйәсәк. Һыйырга араҡы эсереп ҡараһаң, моронон сөйөрөр, зарарлы икәнен белер. Ә кеше? Зарарлы икәнен белә, ләкин эсә. Шул ағыуға — шайтан һыуына — бөтә аҡсаһын бөтөрә, ә кем динен тотоп йәшәй, үҙенән-үҙе дөрөҫ донъя көтә.


