Архив рубрики: яңылыҡтар

Ғәшүрә көнө намаҙы

                                            Ғәшүрә көнө намаҙы

     Ғәшүрә көнө — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, һәм Уның сәхәбәләре, йәғни фекерҙәштәре һәм замандаштары, был көндө мөбәрәк, изге һәм хөрмәтле һанап, ураҙа тотҡандар.

     Был көндөң фазилиәттәре һәм хикмәттәре бихисап. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, былай тигән:

     “Ибраһим, ғәләйһиссәләм, Ғәшүрә көнөндә тыуған. Аллаһы Тәғәлә уны Нәмрудтың утынан Ғәшүрә көнөндә ҡотҡарған, юлдың тоғроһон да Ғәшүрә көнөндә күрһәткән”.
Ибн Ғәббәс риүәйәт иткән:

     “Кем Ғәшүрә көнөндә дүрт рәҡәғәт намаҙ уҡып, рәҡәғәт һайын “Әлхәмдү лил-ләһ” уҡыу менән 50-шәр «Ҡуль һүүә-ллааһу” уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уның үткән һәм киләсәк 50 йыл гонаһтарын ғәфү итер һәм юғары күктәге йәннәттә уның өсөн нурҙан бер йорт булдырыр”.

     Ғәшүрә кисен ғәмәл-ғибәҙәттә үткәреү күркәм ғәмәлдәрҙән һанала. Башҡа бер хәҙистә Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм: “Кем дә кем Ғәшүрә кисен ғәмәл-ғибәҙәттә үткәреп сыҡһа, ул Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында нәҡ Мөхәррәбин фәрештәләр (Аллаһҡа бик яҡын булған фәрештәләр) шикелле булып күренер», — тигән.

     Шулай уҡ дүрт рәҡәғәт намаҙ, һәр рәҡәғәттә берәр “Фатиха” сүрәһе менән ун “Ихлас” (Ҡүль һүүә-ллаһу) уҡыһа, был намаҙ дөрөҫтөр.

     Мөхәррәм айы һәм Ғәшүрә көнө:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%93%D3%99sh%D2%AFr%D3%99-k%D3%A9n%D3%A9.html

  .

Әбйәлил районы, Яҡтыкүл ял итеү зонаһы

                      Горнолыжный курорт «Металлург-Магнитогорск», Банное

     Әбйәлил районы, Яҡтыкүл курорт зонаһы, Магнитогорск саңғы-шыуыу үҙәге «Металлург». Банное, санаторий «Якты-Куль», где можно пройти санаторно-курортное лечение, Горнолыжный курорт «Металлург-Магнитогорск» расположен в районе озера Банного (Мауыҙҙы (Яҡтыкүль) күле) в 40 км от города Магнитогорска на территории Абзелиловского района, республики Башкортостан. 

(һул яҡта, аҫтағы ике значока баҫып ҙурайтып, мышкала өрөлтөп ҡарағыҙ, нажмите на значки слева, увеличивайте при помощи мышки, или картинка сама автоматически перемещается).

Читать далее

28 май — пограничниктәр көнө

                               Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү
   Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр, 28 май көнө илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары – пограничниктәр байрамы көнө. Ошо патриотик байрам айҡанлы үҙем менән бергә 1983—1986 йылдарҙа хеҙмәт иткән моряк-пограничник иптәштәремә сәләмдәр булһын. Беҙ илебеҙҙең тоғро сик һаҡсылары булып, Алыҫ Көнсығышта, СССР-Ҡытай границаһында хеҙмәт иттек.

   Аллаһ Тәғәлә әйтә: Ниндәй генә строй һәм кем генә ил башында булмаһын, һеҙҙең бурысығыҙ илегеҙҙе дошмандан һаҡлау. Үҙ илебеҙ, үҙ еребеҙ өсөн ғүмерҙәребеҙҙе бирергә тейешбеҙ, сөнки бында атай-әсәйҙәребеҙҙең, ҡатындарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың, күршеләребеҙҙең, ватандаштарыбыҙҙың һөйгән төйәге. Нисек итеп ошо матур донъяларыбыҙҙы дошмандан тапатайыҡ? Күпме баш һалған илебеҙ өсөн башҡорт батырҙары. Әле лә балаларыбыҙҙы ошо патриотик тәрбиәлә үҫтерәйек. Армиянан ҡасыртып бахыр итмәйек, ир – егетен намыҫы иленә тоғро булыу. Беҙҙен заманда армияға бармаған егеттәргә ҡыҙҙар ҡарамай торғайны, үҙ илен һаҡламаған кеше – үҙ ҡатынын, балаларын яҡлай аламы? Ер-һыу күрмәгән ир донъя күтәрә аламы? Шуға ла донъябыҙҙы һөйөп, яратып, илебеҙҙен яуғирҙәре булайыҡ. Илебеҙгә тоғро булған, армия һәм дингеҙ сафтарында хеҙмәт иткән бар яҡташтарыбыҙға Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәте һәм сәләме булһын.

   Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә ер һәм дингеҙ сик буйы һаҡсыларына, запаста булған ир-егеттәргә көс-ҡеүәт, бәрәкәт, иман һәм ике донъя рәхмәтен бирһен. Һәм һәр кемгә тыныс донъя, матур тормош, бәхет-муллыҡ, шатлыҡ насыйп итһен.

         Түбәндә хеҙмәттәштәрем.

Зыяратта өмә

                             Таштимер зыяратында өмә

   Әбйәлил районы Таштимер ауылы зыяратында, май айынын башында, өмә үтте. Был изге эштә, ҡәберлек һәм уның тирә-яғы таҙартылды. Үҙебеҙҙең икенсе мәңгелек йортобоҙҙо онотмайыҡ, барып ятыр урыныбыҙ шунда. Бар мәрхүм туғандарыбыҙҙын, мәрхүм атай-әсәйҙәребеҙҙен, мәрхүм мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙен урыны — һуңғы өйө. Бар изге эш — саҙаҡа, мәрхүмдәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт итһен.