Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү
Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр, 28 май көнө илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары – пограничниктәр байрамы көнө. Ошо патриотик байрам айҡанлы үҙем менән бергә 1983—1986 йылдарҙа хеҙмәт иткән моряк-пограничник иптәштәремә сәләмдәр булһын. Беҙ илебеҙҙең тоғро сик һаҡсылары булып, Алыҫ Көнсығышта, СССР-Ҡытай границаһында хеҙмәт иттек.
Аллаһ Тәғәлә әйтә: Ниндәй генә строй һәм кем генә ил башында булмаһын, һеҙҙең бурысығыҙ илегеҙҙе дошмандан һаҡлау. Үҙ илебеҙ, үҙ еребеҙ өсөн ғүмерҙәребеҙҙе бирергә тейешбеҙ, сөнки бында атай-әсәйҙәребеҙҙең, ҡатындарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың, күршеләребеҙҙең, ватандаштарыбыҙҙың һөйгән төйәге. Нисек итеп ошо матур донъяларыбыҙҙы дошмандан тапатайыҡ? Күпме баш һалған илебеҙ өсөн башҡорт батырҙары. Әле лә балаларыбыҙҙы ошо патриотик тәрбиәлә үҫтерәйек. Армиянан ҡасыртып бахыр итмәйек, ир – егетен намыҫы иленә тоғро булыу. Беҙҙен заманда армияға бармаған егеттәргә ҡыҙҙар ҡарамай торғайны, үҙ илен һаҡламаған кеше – үҙ ҡатынын, балаларын яҡлай аламы? Ер-һыу күрмәгән ир донъя күтәрә аламы? Шуға ла донъябыҙҙы һөйөп, яратып, илебеҙҙен яуғирҙәре булайыҡ. Илебеҙгә тоғро булған, армия һәм дингеҙ сафтарында хеҙмәт иткән бар яҡташтарыбыҙға Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәте һәм сәләме булһын.
Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә ер һәм дингеҙ сик буйы һаҡсыларына, запаста булған ир-егеттәргә көс-ҡеүәт, бәрәкәт, иман һәм ике донъя рәхмәтен бирһен. Һәм һәр кемгә тыныс донъя, матур тормош, бәхет-муллыҡ, шатлыҡ насыйп итһен.
Түбәндә хеҙмәттәштәрем.