Хикмәт нәсихәттәр
Хикмәт эйәләренән ҡалған бер-нисә хикмәт
Аҡыл эйәләренән берәү әйткән: «Кешеләр, — тигән, — дүрт төрлө була. Белгән һәм үҙенең белгәнлеген белеп торған кеше, был кеше — ғалим, уның артынан эйәреп кенә йөрөргә тырышығыҙ. Икенсеһе — белә, ләкин үҙенең белгәнен аңлап етмәй. Был турала уның хәтеренә төшөрөгөҙ. Өсөнсөһө — бер нимә лә белмәй ҙә, белмәгәнен аңлай ҙа алмай, быныһы — тома наҙан, унан һаҡ булығыҙ. Дүртенсеһе— белмәй ҙә, белмәгәнен белеп тә тора, быныһы һеҙҙең ярҙамға мохтаж, уға бынан ҡотолоу юлын күрһәтеп бирегеҙ», — тигән.
Хикмәт ул — Аллаһтың Үҙе теләгән кешеһенә генә бирә торған бер бүләге. «Аллаһ хикмәт бүләк итеп биргән һәм был хикмәттең ҡәҙерен белеп тә, ҡомһоҙ булыуы сәбәпле көстәрен донъя малы туплап ҡалыу өсөн генә түгеп йөрөгән кеше, — тигән Сократ, — тән сәләмәтлеге менән донъялар именлеген борсолоуҙар менән тынғыһыҙлыҡтар бәрәбәренә һатып йөрөгән әҙәмгә оҡшап китә».
Сөнки хикмәт емеше ул — тынғылыҡ һәм дәрәжәләрҙә юғарылыҡ, байлыҡ емеше — арыу-талыуҙар һәм бәхетһеҙлек. Читать далее
