Ғилемдә ожмах

                                                                Ғилемдә ожмах

   Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында иң хөрмәтле кеше – ғилем өйрәнеүсе
   Ғилем өйрәнеүсе кеше — Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында хөрмәтле һәм яҡын кеше.
Ошондай бер хикәйәт бар. Бер ваҡыт ғилем эстәүсе шәкерт белем алыр өсөн Бағдад ҡалаһына бара. Үҙенең бер тин дә аҡсаһы булмай. Өс көн буйы ас йөрөй. Дүртенсе көн баҙарға барып, бер буш кибеттә ултыра. Шунда бер ҡарт килеп сәләм бирә.
   — Мин һинең атайыңдың ҡоло инем, — ти. Шәкерт:
   — Минең атайымдың ҡоло юҡ ине, — ти. Ҡарт быға яуап итеп әйтте:
   — Һин ул ваҡытта кескәй генә инең, мин ҡасып киттем. Һин мине һат, баһамды һиңә хәләл ҡылдым.
   Шәкерт ҡартты етәкләп баҙарға алып бара. Ике йәһүд килеп, ике йөҙ тәңкәгә һатып ала.        Ҡартҡа кәтмән бирәләр һәм ҡалҡыу ергә күрһәтеп:
   — Бына был тауҙы ҡаҙып күсер, урынына баҡса ултырт. Әгәр ул баҡса емеш бирһә, ул ваҡытта һине азат итербеҙ, — тиҙәр. Үҙҙәре китеп бара. Был ҡарт ике рәҡәғәт намаҙ уҡый. «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!» — тип ҡулына кәтмәнен ала. Тәңре Аллаһы Тәғәләгә һыйынып, унан ярҙам һорай. Аллаһы Тәғәләнән пәрейҙәргә фарман килә:
   — Ул тауҙы күсереп, урынына ағастар ултыртығыҙ, камил ҡөҙрәтем менән уларҙа бер сәғәт эсендә емештәр үҫтереп бирермен, Пәрейҙәр тауҙы күсерә, урынына ағастар ултырталар. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән ағастар емеш бирә башлай.
    Иртәгеһен ике йәһүд:
    — Һатып алған ҡолобоҙҙо барып күрәйек, нимә эшләне икән, — тиҙәр. Ҡараһалар, ул тау урынынан күскән, урынына матур баҡса пәйҙә булған. Теге ҡарт бер ағас төбөндә намаҙ уҡып ултыра. Йәһүдтәр ғәжәпкә ҡала. «Әллә юлыбыҙҙа аҙаштыҡмы, әллә төш күрәбеҙме?» — тип аптырашалар. Хайран ҡалып, уйланып торалар. Ҡарт уларға:
   — Килегеҙ минең яныма. Был — мин. Һеҙҙең һатып алған ҡолоғоҙ. Төш күрәбеҙ тип уйламағыҙ, — ти. Ике йәһүд, теҙләнеп: «Кем булаһың һин?» — тип һорай. — Мин Хызыр пәйғәмбәр булырмын.
   — Мосолман булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк? Хызыр, ғәләйһис- сәләм:
   — Әшһәдү әллә иләһә илләл-лаһү, үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлуһү! — тип әйтегеҙ, ти.
   Шәһаҙәт кәлимәһе әйтеп ике йәһүд мосолман булып китә. Шул урында Хызыр, ғәләйһис-сәләм, күҙҙән юғала.
   Шулай итеп, ғилем эстәүсе бер шәкерт өсөн Хызыр, ғәләйһис- сәләм, үҙен һаттырып, баһаһын уға бағышлап, хәләл ҡылған.
   Пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, бер хәҙисендә былай тиелгән: “Дин ғилемен өйрәткән ғалимдар пәйғәмбәр менән бәрәбәр торорҙар». Был турала хикәйәт тә бар. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, Мүғәҙ ибн Жәбәлде хаким итергә уйлай һәм уға һорау бирә:
   — Йә, Мүғәҙ, хөкөм иткәндә сетерекле мәсьәлә килеп тыуһа ни эшләрһең? — Йә, Рәсүлаллаһ! Ҡөрьәнгә бағырмын. Әгәр унда тапмаһам, хәҙистәргә мөрәжәғәт итермен, — ти Мүғәҙ. Рәсүлаллаһ был фекерҙе дөрөҫ тип таба. Йәнә әйтә:
   — «Лә нәбиййә бәғди» — Минән, һуң пәйғәмбәр килмәҫ. Ләкин дин ғилемен белгән ғалимдарға пәйғәмбәр кеүек тиергә мөмкин, сөнки улар был ғилемде халыҡҡа еткерә.
   Тағы бер хәҙистә түбәндәге юлдар бар: «Кем ғалимды хөрмәтләй, ул, гүйә, мине хөрмәт итә. Кем мине хөрмәтләй, ул Аллаһы Тәғәләне хөрмәтләне», — тигән һүҙ. Хәҡиҡәттә кешеләр араһынан ожмахҡа буш инеүселәр булыр һәм шулай уҡ кешеләр араһында тамуҡҡа буш инеүселәр ҙә булыр.
   Сәхәбәләр һорай: — Йә, Рәсүлаллаһ! Нисек аңларға?
   — Ҡайһы берәүҙәрҙең күңелдәрендә ғалимдарға туҙан бөртөгө ҡәҙәр генә булһа ла мөхәббәт, ихтирам булһа, был кешеләр ожмахҡа бушлай инер. Әгәр инде ҡайһы берәүҙәрҙең күңелдәрендә ғалимдарға дошманлыҡ, асыу булһа, улар тамуҡта яныр. Кем дә булһа берәү ғилемдән бер бүлек өйрәнһә, әгәр ул ғилем бер хәҙис булһа, Тәңре Тәғәлә уға етмеш пәйғәмбәрҙең сауабын бирер.
                                                                           Башҡортса дини календарь, 2008 йыл