Ғибрәтле ҡиссалар

                                                    Ғибрәтле ҡиссалар

                                                          Вәғәз.
   Аллаһу Сүбехәнә үә Тәғәлә һәр бер пәйғәмбәргә мөғжизә биргән. Ҡәүеме ҡаршыһына баҫып, уға ошо мөғжизәләрҙе күрһәтеп биреүе уның Аллаһ илсеһе булыуына кешеләрҙә ышаныс тыуҙыра.
   Мусаның, ғәләйһис-сәләм, сихырсылар ҡаршыһында үҙенең таяғын йылан итеп күрһәтеүе, Ғайсаның, ғәләйһис-сәләм, мәйеттәрҙе терелтеүе, һуҡырҙарҙы күҙле итеүе оло мөғжизә була. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә бирелгән иң ҙур мөғжизә — Ҡөрьән Кәрим.
   Ул Китап 74 мең һүҙҙән тора, 6660 аяты, 114 сүрәһе бар. Ҡөрьән Кәримдә әҙәм балаһының бөтә һорауҙарына яуап табып була. Ҡөрьән хөкөмдәре иҫкермәй, һәр дәүер уларҙың әһәмиәтен арттыра ғына бара.
   Төрлө өлкәләге төрлө ғалимдарҙың, белгестәрҙең төрлө асыштарына Ҡөрьәндә дәлилдәр табылып тороуы, уның илаһи хөкөмдәр, ә Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең «хәтә-мүн-нәбиййин» — пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы булыуына ышанысты арттыра.
Бына ошо изге Китаптан кескәй генә бер ҡисса һөйләп үткебеҙ килә.
   Ҡөрьән Кәримдең иң оҙон сүрәһе «Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, сүрәләге иң мөһим урын алып торған ваҡиға — һыйыр ҡиссаһы. Шуға ла уға «һыйыр» тип исем бирелгән.
Әлбиттә, был ҡисса Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, заманынан бик күп элек була, әммә мөьминдәр өсөн дә әһәмиәтен юғалтмай, бөгөн дә ул бик фәһемле ғибрәт, киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ.
   Дин өйрәтә: юҡ-бар һорауҙарҙы күп бирмәгеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәрендә гонаһ була, ти.
Муса, ғәләйһис-сәләм, ваҡытында ике ауыл араһында бер мәйет табып алалар. Был ике ауылда йәшәгән халыҡ бик тә диндар, тәҡүә кешеләр була. Мәйет бар. Кем үлтергәне билдәле түгел. Муса пәйғәмбәр эргәһенә киләләр: «Әй, Муса! Ауылдарыбыҙ араһында мәйет табылды, кем үлтергәнен белмәйбеҙ. Ауылыбыҙға Аллаһтың ләғнәте төшөүҙәң, Аллаһтың ғазабы килеүҙән ҡурҡабыҙ. Беҙгә нишләргә? Берәр юлын күрһәтмәҫһеңме икән?» — тиҙәр.
Муса, ғәләйһис-сәләм, доға ҡылып, Аллаһтан һорай: “Нишләргә?” — ти, Шунан Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәлә Мусаға, ғәләйһис-сәләм, әйтә: “Аллаһ һеҙгә бер һыйыр боғаҙларға бойора. Бер һыйыр боғаҙлағыҙ һәм шул һыйырҙың ҡойроғо менән мәйеткә һуғырһығыҙ. Аллаһ хикмәте менән мәйет терелер ҙә кем үлтергәнен әйтер», — ти.
   Ике ауылға бер һыйыр салырға бойорола. Ал да сал. Бер кешегә нисә һум төшә? Былар Аллаһтың әмерен ауырға һананылар. Әйттеләр: “Әй, Муса! Һин беҙҙән көлмә, беҙҙе мәсхәрәгә ҡалдырма», — тинеләр. Аллаһ менән ант итеп әйтәм, был — әмер. Аллаһ әмере, һеҙ һорағанға яуап” – тине Муса, ғәләйһис-сәләм.
   Кеше бит ул Аллаһтың бер әмере килгәс, еңеллек эҙләй башлай. «Бының берәр еңелерәк юлы юҡмы икән? » — ти. Ғибәҙәттә лә еңел юл эҙләй. «Намаҙҙы берәр 150 доға менән алмаштырып булмаҫмы икән? Саҙаҡа биреп кенә ураҙанан ҡотолоп булмаҫмы?» — ти. Аллаһы Тәғәлә үҙ динен кешегә еңеллек булһын, тормошо еңеләйһен тип бирә. Был хөкөмдәрҙе дөрөҫ итеп аңламау сәбәпле кеше еңеллек юлы эҙләй. Аллаһ бойорғанды үтәмәй ҡалыу юлдарын эҙләп, Муса ҡәүеме төпсөнә башлай: «Әй, Муса! Был ниндәй һыйыр? Быҙау ғына булһа, ярамаҫмы икән?» — тинеләр. Быҙау ҙа ярай тиһәң, һарыҡ ҡына һуйыу юлдарын эҙләй башлай инде ул. Ярай, тиһәң, әтәс кенә салып ҡотолорға теләй. Ул да ярай тиһәң, себеш менән сикләнә.
   «Әй, Раббым! — ти Муса. — Ҡәүемем һыйырҙың ниндәй һыйыр булыуы тураһында һорай. Ул ниндәй һыйыр? » — ти.
   Аллаһтың Әмеренән еңеллек эҙләһәң, Алгаһы Тәғәлә уны ауырайта башлай.
   «Белһәгеҙ, белегеҙ, — тиелә аяттарҙа. — Ул һыйыр ҡарт та булмаһын, йәш тә түгел, икенән артыҡ быҙауламаған урта йәштәрҙәге һыйыр булһын», — ти. Киттеләр,эҙләп. Бындай һыйырҙар күп икән. Кире әйләнеп ҡайттылар: «Әй, Муса! Йөрөнөк беҙ. Ундай һыйырҙар күп, әйтеп бир әле: был һыйырҙың төҫө ниндәй?» — тинеләр. Аллаһы Тәғәлә Мусаға әйтте: «Әйт, аңлат, был һыйырҙың төҫө һары, башҡа бер төҫ ҡатнашмаған, ҡарау менән күҙҙәрең һөйөнөрлөк», — тине.
   Киттеләр эҙләп, буталып бөттөләр: бындай һыйырҙар ҙа күп икән. Тағы ла Мусаға килделәр: «Әй, Муса! Эҙләй-эҙләй ғажиз булдыҡ. Буталып бөттөк. Ул һыйырҙың бөтә сифаттарын аңлатып бирһен: болонда үлән уртлап йөрөүсеме, әллә ер һөрөүсеме? Бөтәһен дә асыҡ итеп аңлатып бирмәһә, тура юлды беҙ һис тә таба алмаҫбыҙ», — тинеләр.
Аллаһ һүҙҙәрен килтереп Муса әйтте: «... Ул һыйыр ер һөрөп, ер һуғарып мәшәҡәт сикмәгән, эшләй торған һыйыр түгел, бер ниндәй кәмселеге булмаған сәләмәт һыйыр», — тине.
Был ҡәүем аңлап алды: еңеллек һораған һайын хәл ауырая бара, тағы ла һорау менән килһәк, осона сығып булмаҫ. «Һыйырҙы табырға кәрәк», — тиҙәр.
   Барып табалар, был төбәктә берҙән-бер һыйыр икән. «Аллаһ һинең һыйырҙы салырға бойорҙо», — тинеләр мал эйәһенә барып. Теге лә түңәрәк башлы булып сыҡты. «Салығыҙ!» — тине. Һайланып йөрөр урын юҡ, бының ғына һыйырын салырға әмер бирелгән. Файҙа эшләп ғалырға тырыша.
   Был һыйырҙың баһаһын беләһегеҙме һуң? Уның баһаһы — үҙ ауырлығындағы алтын», — ти.
   Иҫәпләп ҡарағыҙ: тәүҙә ике ауылға теләһә ниндәй бер һыйырҙы тотоп салыу менән эш бөтә ине. Быларҙың хәле хәҙер бөтөнләй мөшкөлгә әйләнде. Алмай сығып китһәләр, ундай һыйыр башҡа юҡ. Төпсөнә-төпсөнә үҙҙәре тапты бит. Боғаҙламаһалар, Аллаһтың ләғнәте төшөп, ғазап килеүе бар, ауыл бөтөнләй юҡҡа сығырға мөмкин
   Һыйыр ауырлығындағы алтынды йыя башланылар, бөтә байлыҡты ҡырып-һепереп алып бөттөләр. Ике ауылға бер нәмә ҡалманы. Һыйыр салыуҙан бер бәрәкәт, бер рәхәтлек, бер ҡәнәғәтлек таба алманылар.
   Был ҡисса — беҙгә лә ғибрәт.
   Балаларыбыҙҙы беҙ кескәй генә ваҡыттан Аллаһы Тәғәлә һәм уның Рәсүле бойорған тәрбиә юлына баҫтырмайбыҙ. «Ете йәшенән намаҙға баҫтырығыҙ, ун йәштә намаҙҙы бала һеҙҙең менән бергә уҡыһын», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Бындай тәрбиә юҡ. 20 йәки 25 йәштә, 30 — 40 йәшкә еткәс бигерәк тә инде, был баланы юлға төшөрөү еңел түгел.
   ...20 йәки 25 йәшкә еткәс, баланы иманға ҡайтарыу еңел түгел, тинек.
Ярай әле ул үҙ аҡылы менән үҫһә, зиһене камил булһа, быға түҙергә лә мөмкин. Әгәр ҙә инде эскесе сәрхүш, наркоман йәки енәйәтсе булып китһә, ул килтергән бәләнән ҡотолоу еңел булмаясаҡ. Күпме ата, күпме әсә ғажиз булып, үҙ балаларына кескәй генә саҡтарында тәрбиә бирә белмәүҙәре сәбәпле яфа сигеп ғүмер кисерә.
   Күптәр, ғәҙәттә: «Дин ул — ауырлыҡ», — тип уйлай, — уйы арбаның бишенсе тәгәрмәсе ҡеүегерәк ҡабул итә. Намаҙға баҫырға ваҡытым юҡ, донъя көтәһем бар, ғаиләмде юлға һалаһым бар, дин юлына баҫырға өлгөрөрмөн, ти. Аллаһы Тәғәләнең барлығын онотоп йәшәй.
   Ҡөрьән аяттары менән нәсихәт биреп Аллаһ өйрәтә, Аллаһы Тәғәләне онотҡан кешегә Мин бөтә ҡапҡаларҙы асам, ти.
   Йәғни, теләһә нисек йәшәргә мөмкинлек бирә: теләһә ниндәй юлдар менән — йә тәнен, йә араҡы йәки наркотик һатып, йә кеше алдап, йә башҡа төрлө юлдар менән мал тапһын, Аллаһтан ҡурҡмайһың икән, теләһә нисек йәшә. Бөтә ҡапҡалар асыҡ. Иманһыҙ кеше генә ул дин юлына баҫһам, күп ҡапҡаларҙың ябылып ҡуйылмағайы, тип ҡурҡа.
Эйе, дин юлында бәндә өсөн ҡапҡаларҙың бик күптәре ябыла, бер генә ҡапҡа тороп ҡала — рәхмәт ҡапҡаһы. Ошо рәхмәт ҡапҡаһынан үтһәң, һинең өсөн яңы офоҡтар асыла, яңы дуҫтарың барлыҡҡа килә, һинең ихтыярыңа Аллаһ хәләл ризыҡ, хәләл кәсеп, сауҙа, хәйерле иптәштәр бирә. Бына был — Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте.
   Аллаһ бөтәһен дә белә, бөтәһен дә ишетеп, күреп тора. Һеҙ хатта: «Күңелдәрегеҙҙә булған насар уйҙарҙы йәшерһәгеҙ ҙә, йәшермәһәгеҙ ҙә,уйлап ҡына ҡуйғандарығыҙ өсөн дә Аллаһ һеҙҙе хөкөм итер, икеһе өсөн дә Аллаһ ҡаршыһында яуап бирерһегеҙ», — ти Ул.
Был хөкөмдәр ингәс, пәйғәмбәребеҙҙең иң яҡын сәхәбәләре лә аптырашта ҡала.
   “Йә, Рәсүлаллаһ! Һеҙгә бик ауыр аят ингән. Был аятты беҙ күтәрә алмайбыҙ”, — тиҙәр улар пәйғәмбәребеҙ хозурына килеп.
   — Ниндәй аят?
   — Беҙҙең күңелдәребеҙгә ниндәй генә уйҙар инеп сыҡмай, ниндәй генә гонаһлы фекерҙәр башыбыҙға килмәй. Быларҙың бөтәһе өсөн яуап бирә башлаһаҡ, нисек йәшәрбеҙ? — тиҙәр.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, сәхәбәләренә бик тә асыулана:
   — Һеҙ ҙә әллә Муса ҡәүеме кеүек булырһығыҙмы? — ти. — Уларға аяттар менән төрлө хөкөмдәр килгәйне, улар уны үтәмәнеләр. Һеҙ ҙә әллә улар кеүек итеп: «Сәмиғнә үә ғәсәйнә» — «Ишеттек тә ҡаршы төштөк, тыңламаныҡ», — тип әйтерһегеҙме? Улай тип әйтмегеҙ: «Сәмиғнә үә әтәғнә!» — «Ишеттек һәм буйһондоҡ!» — тип әйтегеҙ.
Уның һүҙең тыңлап, сәхәбәләр: «...Сәмиғнә үә әтәғнә. Ғуфранәкә раббәнә үә иләйкәл-мәсир», — тинеләр. «Әй, Раббым! Беҙҙе ғәфү ит. Барыбер беҙ һиңә әйләнеп ҡайтырбыҙ».
Мөьминдәр ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң Аллаһы Тәғәлә еңеллек аяты индерҙе.
Аллаһ әйтте: «Лә йүкәллифул-лаһу нәфсәң иллә вүсғәһә» — «Күтәрә алмай торған ауыр йөк менән мин һеҙҙе йөкләмәм», — тине. Һәм ошо һүҙҙәре менән алда килгән аяттың хөкөмөн юйып ташланы. «Күңелегеҙҙә булған боҙоҡ уйҙар өсөн һеҙ яуап бирмәҫһегеҙ, ундағы уй-фекерһәрегеҙ, ниәттәрегеҙ ғәмәлгә күсһә генә шуның өсөн яуап бирерһегеҙ».
   Иғтибар итегеҙ: «Беҙ буйһондоҡ!» тигәндә Аллаһ еңеллек бирә, Уның хөкөмдәрен ауырға һанап, еңеллек эҙләй башлағандарға ауырлыҡ килтерә.
   Аллаһтан килгән был дин — тәрбиә мәҙрәсәһе. Халыҡтарҙы ул ҡаранғылыҡтан нурға алып сыға, хәҡиҡәткә өндәй, дуҫлыҡҡа, диндәр менә диндәр араһында хәйерле мөнәсәбәттә булырға саҡыра.
   Дин хөкөмдәрен әкиәт тип ҡабул иткәндәр бар. Йәннәттәрҙе лә йә Кавказ тауында, йә енәйәт юлында, йә шаһит булыуҙа тип уйлағандар осрап тора. Ә йәннәт һәр кемдең үҙ ихтыярында.
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Йәннәт, — тигән, — һеҙҙең әсәйҙәрегеҙҙең аяҡ аҫтында». Ата-әсәңә хөрмәт менән йәшәһәң, уларға ҡарата: «Уф!» — тип тә әйтмәһәң, йәннәтең ана шунда була, ти.

                                                    Хикәйәт.

   Ғиҡримә исемле бер сәхәбә ауырып китә. Уның хәлен белергә тип пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис- с!ләм, Билалды ебәрә. Уның эргәһенә барып, Билал: «Лә иләһә илләл-лаһ!» — тип тәлҡин әйтә башлай. Үлем түшәгендә ятҡан сәхәбә иһә был һүҙҙәрҙе ҡабатлай алмай. Теле көрмәкләнә. Үлем алдынан тел көрмәкләнеүҙең сәбәбе — кисерелмәгән гонаһы бар тигән һүҙ.
   — Ата-әсәһе иҫәнме икән? — ти Рәсүлаллаһ. Әйтәләр: атаһы вафат булған, әсәһе бар, бик оло йәштә, тиҙәр.
Әсәһен саҡыра пәйғәмбәр:
   — Килә алһа, килһен, килә алмаһа, үҙем барам, — ти:
Таяғына таянып ҡарсыҡ үҙе килә.
   — Улығыҙ тураһында нимә әйтерһегеҙ? — ти пәйғәмбәр.
   — Улым — тәҡүә кеше. Намаҙ уҡый, ураҙа тота, саҙаҡа бирә, меҫкендәргә ярҙам итә, хаж ҡыла — бөтәһен дә эшләй, әммә ләкин кеше һүҙенә ҡарап мине рәнйетә.
Иман менән үтә алмауҙың сәбәбе бына нимәлә икән. Рәсүлебеҙ күреп тора: ҡарсыҡтың күңеле шул тиклем дә ҡатҡан, шул тиклем дә рәнйегән, балаһына ҡарата бәғере ташҡа әйләнгән. Был ташты нисек итеп тә булһа йомшартыу юлын эҙләй пәйғәмбәр.
   — Әй, Билал, бар әле ишек алдына утын ташы, — ти. Утын өйөлә башлағас, ҡарсыҡ аптырап ҡала:
   — Йә, Рәсүлаллаһ! Был утынды ниңә ташыйҙар? — ти.
   — Хәҙер беҙ усаҡ яғып ебәрәбеҙ, утҡа һалып улыңды яндырабыҙ, — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   — Йә, Рәсүлаллаһ! Улымдың, ғәзиз улымдың утта яндырылыуына йөрәгем нисек түҙер? — ти.
Пәйғәмбәребеҙ бына ошо һүҙҙе көтә:
   — Әй, әбей! Улығыҙ үлем түшәгендә. «Лә иләһә илләл-лаһ» кәлимәһен әйтә алмай ята. Уны кисер инде! — ти.
   — Әшһәдү әл-лә иләһә илләл-лаһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән рәсүлүллаһ! «Мин үҙемдең улымдан ризамын», — ти әсә.
   Сәхәбәһенең хәлен белергә тип пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, тағы ла Билалды ебәрә.
Билалдың бүлмәгә инеүе була: «Әшһәдү әл-лә иләһә илләл- лаһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән рәсүлүл-лаһ!» — тип сәхәбә йән дә бирә.
   Рәсүлебеҙ уны үҙе барып йыуа, үҙе кәфенләй, үҙе күмә, күмеп ҡуйғандан һуң йыйылған халыҡҡа әйтә: «Кем дә кем кеше һүҙенә ҡарап йәки үҙ ихтыяры менән ата-әсәһен рәнйетә икән, ул кешегә «ләғнәтүл-лаһи үә мәлә’икәтиһи үән-нәси әжмәғин» —«Аллаһтың, бөтә фәрештәләрҙең һәм бөтә кешеләрҙең ләғнәте булыр», — ти.
   Шуға күрә беҙгә иң әүәл ата-әсәләребеҙҙе ихтирам итергә, уларҙы ихтирам итеү юлы менән йәннәттәргә инергә Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәлә насип итһен!
   Йә, Раббым! Көндәребеҙгә бәхет-сәғәҙәт һәм бәрәкәт, ғаиләләребеҙгә өлфәт мөхәббәт, балаларыбыҙға тәүфиҡ, һиҙайәттәр, ғүмер иткән, йәшәгән еребеҙгә, халҡыбыҙға бәхетле тормош һәм именлектәр насип ит!
   Йә, Раббым! Һәммәбеҙҙе ауырыу-сырхауҙарҙан, бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғы-хәсрәттәрҙән алыҫ тотһаң ине.
   Үә әҡулү ҡаули һәҙә. Үә әстәғфирул-лаһәл-ғаффәра ли үә ләкүм. Иннәһү һүәл-ғафүрур-рахим. Әс-сәмиғүд-дүғәъ.
   Имам-хатиб Рәмил хәҙрәт Юнысовтың «Ихлас» мәсетендә һөйләгән йома вәғәзен Сәләх Сукбаев яҙып алды һәм әҙерләне