Доғалар хаҡында тағы ла бер нәсихәт

                                                          Доғалар нәсихәте

                                         Доғалар хаҡында тағы ла бер нәсихәт
     «Дөрөҫөн генә әйткәндә, хаҡы булмаған нәмәгә ҡулын һуҙып ҡына торған кешенең хажы хажға, ғөмәрә хажы ғөмәрә хажына, ҡәрҙәштәр менән игелекле мөнәсәбәте игелеккә һаналмаҫ, яҡшы исеме лә юғалып ҡалыр», —тигән имам Бәкер.
     «Эй, иман килтергән бәндәләрем! Һеҙгә өлөш итеп биргән ризыҡтың яҡшыһын ғына ашағыҙ һәм әгәр ҙә Аллаһҡа иман килтергәндәрҙән булһағыҙ, Аллаһҡа шөкөр итеп кенә тороғоҙ», — тигән Ул.
                                                                                            «Әл-Бәҡара» («һыйыр») сүрәһе, 172-се аят
     Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙгә килеп, берәү: «Аллаһ беҙгә бышылдап ҡына әйткәндәрҙе лә ишетеп торор дәрәжәлә яҡындамы, әллә бөтә тауыш менән ҡысҡырып әйткәнде генә ишетер дәрәжәлә алыҫмы икән?» — тип белергә теләй. Шул ваҡыт пәйғәмбәребеҙгә:
     «Эй, Мөхәммәд! Ҡолдарым һинән Минең турала белергә теләй. Әйт, Мин һәр ваҡыт уларҙың эргәһендә генәмен. Миңә мөрәжәғәт итеп, доға ҡылған ваҡыттарында ла яуап биреп кенә торам. Улар үҙҙәре лә Миңә иғтибар итеп кенә торһондар һәм барлығыма инанһындар, Улар алдында, бәлки, хаҡ юл асылып ҡуйыр», — тигән аят индерелә.
                                                                                           «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 186-сы аят

     «Мөмкин тиклем йышыраҡ доға ҡылырға тырыш, доға — Ул Аллаһтың ярлыҡауына бер асҡыс, һәр төрлө теләктәрҙең үтәлеүенә бер сәбәп. Аллаһтың айырым мәрхәмәттәре һәм игелеге һәр кемдең шәхси доғаһы аша ғына алына. Бел, һин шаҡып ҡына торған ишек иртәме-һуңмы — барыбер асылмай ҡалмай», — тигән имам Садыҡ.
     «Был фани донъялағы һәм-Ахирәттәге төрлө ихтыяждарығыҙҙың үтәлеүен үтенеп доға ҡылғанда уны Аллаһты маҡтау-ололауҙар һәм шөкөр итеүҙәр, пәйғәмбәребеҙгә, ғәләйһис-сәләм, уның әһле-бәйтенә салауат әйтеүҙәр һәм ҡылған гонаһтарығыҙ өсөн тәүбәгә килеүҙәр менән башлап ебәрергә онотоуҙан һаҡланығыҙ».
     «Кеше хаҡына инеп, байып китеүҙәрҙән, ҡаты бәғерле булыу һәм башҡаларҙы ҡыйырһытып ҡына тороуҙан бәндә һаҡлана белһен», — тигән ул.
     «Үҙенең доғаларына яуап алырға теләгән кеше, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — ейер ризығын, алыр керемең паклап ҡына торорға өйрәнһен. Кешеләрҙе игелеккә өйрәтегеҙ, яуызлыҡҡа ҡаршы тора белегеҙ. Шулай булмағанда һеҙҙең ғәҙел кешеләрегеҙ ҙә залимдар ҡулына ҡалыр. Ул ваҡытта инде Аллаһ изге бәндәләренең дә доғаларына яуап бирмәй башлар».
     Ғәли хәҙрәткә килеп, бер ваҡыт мосолмандарҙан берәү: «Ҡөрьәни Кәримдә Аллаһ: «Доға менән Миңә мөрәжәғәт итеп кенә тороғоҙ, ә Мин һеҙ һорағандарҙы биреп тә торормон», — тип вәғәҙә бирһә лә, доғаларыбыҙға яуап алғаныбыҙ юҡ», — тип зарлана.
     Икенсе бер риүәйәттә мосолмандар шундай уҡ һорау менән Ибраһим бин Әҙһәмгә мөрәжәғәт итә. һуңлабыраҡ беҙ Ибраһим бин Әҙһәмдең дә яуаптарын биреп китербеҙ.
     «Һеҙҙең күңелдәрегеҙ (зиһенегеҙ ҙә) һигеҙ төрлө хыянатҡа барҙы, шуға ла доғаларығыҙға яуап та ала алмайһығыҙ», — тип уға яуап бирә мөьминдәр әмире:
     — Аллаһтың һеҙ барлығын белдегеҙ, әммә Ул бойорғандарҙы үтәү менән яуап бирә белмәнегеҙ. Шуға ла Уны таныуығыҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа бирмәй.
     — Мөхәммәд Мостафаның, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, һеҙ Аллаһтың илсеһе булыуына инандығыҙ, әммә Аллаһ илсеһенең сөннәтенә бөтөнләй ҡаршы килеп йөрөй башланығыҙ. Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, алып килгән динде ҡабул иткәнһегеҙ икән, һеҙ килтергән имандың файҙаһы ҡайҙа?
     — Һеҙ Аллаһтан уға индерелгән Китапты уҡыйһығыҙ, әммә Китапта бирелгән хөкөмдәр менән эш иткәнегеҙ юҡ. «Ишеттек, ләкин буйһонманыҡ», — тип Ҡөрьән хөкөмдәренә ҡаршы килә башланығыҙ. (4:46).
     — Һеҙ: «Йәһәннәм утынан ҡурҡабыҙ», — тиһегеҙ, әммә шул утҡа яҡыныраҡ булырға тырышып, гонаһ эшләүҙән туҡталғанығыҙ юҡ. Ҡурҡыуҙарығыҙ ҡайҙа булды?
     — Аллаһтың әжер-сауаптарына лайыҡ булып, һеҙ Йәннәттәргә инергә теләйһегеҙ, әммә даими рәүештә шул Йәннәттәрҙән алыҫлаштырған ғәмәлдәргә бирелеп кенә тораһығыҙ. Ҡурҡыуҙарығыҙ ҡайҙа булды?
     — Һеҙ Аллаһ биргән ниғмәттәр менән файҙаланып ҡына тораһығыҙ, әммә шуға шөкөр итә белмәйһегеҙ.
     — Аллаһ бит һеҙгә: «Шайтан һеҙҙең,, — ысын дошманығыҙ, уның үҙенә һеҙ ҙә дошман итеп ҡарағыҙ», — тип бойорҙо (35:6). Ысынлап та, телегеҙ менән һеҙ уның дошманы, ә ғәмәлдә яҡын дуҫы, уның аҫтыртын ғына соҡсоноп йөрөүҙәренә ҡаршы килергә теләгегеҙ ҙә юҡ.
     «Кешеләрҙең етешмәгән ерен һеҙ күрергә генә тораһығыҙ. Үҙегеҙҙә булғандарҙы һиҙергә хәлегеҙҙән килмәй. Доғаларығыҙ алдындағы ишектәрҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән ябып ҡуйғандан һуң уларға яуап булыуын нисек итеп көтә алаһығыҙ? Шулай икән, Аллаһтан ҡурҡып, үҙегеҙҙең дә бәҫегеҙҙе төшөрмәгеҙ, уй-теләктәрегеҙҙе паклап, игелеккә өндәп һәм яуызлыҡҡа ҡаршы килә белегеҙ. Шул ваҡытта ғына Аллаһ доғаларығыҙға ла яуап биреп кенә торор», — тигән.
     Мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттең был нәсихәттәрен унан һуң йәшәгән имамдар үҙҙәре өсөн етәкселек булараҡ ҡабул итә.
     Ғәли хәҙрәт үҙе лә бит: «Төрлө үтенестәр менән Аллаһҡа доға ҡылып та доғаларының үтәлеүе өсөн бер тырышлыҡ та һалмаған кеше кереше булмаған йәйәнән уҡ атырға тырышҡан әҙәмгә оҡшар», — тигән.
     Сәхәбәләренә мөрәжәғәт итеп, пәйғәмбәребеҙҙең дә, ғәләйһис-сәләм: «Әллә мин һеҙгә дошмандарығыҙҙан ҡотолоп, киң ризыҡ табырға ярҙам итер юлды күрһәтеп бирмәмме?» — тигән һүҙҙәрен ғалимдар яҙыу менән беркетеп ҡалдырған.
     Сәхәбәләрҙең дә быны хуплап ҡабул итеүен күргәс, ул: «Иртәләрҙә лә, кисен дә Раббығыҙға доға ҡылып ҡына тороғоҙ, доға — ул иманлы бәндәнең иң кәрәкле ҡоралы», — тип өҫтәй.
     Имам Ибраһим бин Әҙһәмгә килеп тә бәндәләр бер ваҡыт: «Эй, Ибраһим! Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп ҡылған доғаларыбыҙға беҙ ниңә яуап ала алғаныбыҙ юҡ?» — тип зарлана. Бының сәбәбен белергә теләйҙәр. Имам да уларға Ғәли хәҙрәт һөйләгәндәрҙән отоп ҡалған кеүек фәһемле фекерҙәр менән бик тапҡыр итеп яуап бирә. Был нәсихәттәрҙе ҡабат-ҡабат хәтергә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ кеүек. Ғибрәтле хикмәттәрҙе ҡабатлап ҡына торорға кәрәктер ҙә ул. «Ун төрлө нәмә сәбәпле күңелдәрегеҙ үлеп ҡалған өсөн һеҙҙең ул доғаларығыҙ ҡабул ителмәй», — ти Ибраһим. «Ни сәбәпле үлек хәленә килгән һуң улар?» — тип һорауын дауам итә мөьминдәр, «Һеҙ Аллаһтың барлығы һәм берлеге тураһында белдегеҙ, әммә Уға буйһона белмәнегеҙ; һеҙ Аллаһ илсеһе тураһында белдегеҙ, әммә уның сөннәтенә эйәрә белмәнегеҙ; һеҙ Ҡөрьән менән дә таныштығыҙ, әммә ул бойорғандарҙы һәм тыйғандарҙы ғәмәлгә ашырырға ашыҡманығыҙ; Аллаһ биргән игелекле ниғмәттәрҙән һеҙ (рухи аҙыҡ һәм тән сәләмәтлеге табып) йәшәү көсө алып тораһығыҙ, ләкин шөкөр итеү тигән нәмәне белмәйһегеҙ; һеҙ Йәннәт тураһында ишеттегеҙ, ләкин уға барыу өсөн тырышлыҡ тигән нәмәгеҙ юҡ; һеҙ йәһәннәм уты тураһында ла ишеттегеҙ, ләкин унан ҡасып китергә тырышмайһығыҙ; шайтандың кем булыуы тураһында ла хәбәрегеҙ бар, ләкин уға ҡаршы көрәш алып барырға кәрәклеген онотоп, уның менән уртаҡ тел таптығыҙ; үлем киләсәге тураһында ла белеп тораһығыҙ, әммә уға әҙерлек тигән нәмәгеҙ юҡ; мәйеттәрегеҙҙе ерләүҙә ҡатнашып та йөрөйһөгөҙ, ләкин унан бер ниндәй фәһем алыу тигән нәмәгеҙ юҡ; йоҡонан тороу менән Һеҙ башҡаларҙа булған етешһеҙлектәрҙе тикшерә башлайһығыҙ, ә үҙегеҙ ҙә булған етешһеҙлектәр башығыҙға ла инеп сыҡмай», — ти.
     Ғәли хәҙрәттән ҡалған нәсихәттәрҙән алып, пәйғәмбәребеҙҙең имам Бәкер: «Йәмғиәттә уйнаш тарала башлаһа, ҡапыл ғына үлеп китеүҙәр ҙә йышая; алдашыуҙарға, үлсәүҙә ғәҙел була белмәүҙәргә юл ҡуйыла ҡалһа, мут кешеләргә Аллаһ йәшәр йылдарын кәметеү, табыштарын юҡҡа сығарыу юлы менән яза бирә; бәндәләр зәкәт түләүҙән баш тарта башлаһа, ер ҙә уларға ейер ризыҡтарын, емеш-еләктәрен, алыр уңыштарын биреп бармай; әгәр ҙә ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтөүҙәргә урын ҡалмаһа, бер-береһен ҡыйырһытыуҙар, дошманлыҡтар йышайып китә; вәғәҙәләрҙә тормауҙар, аманатҡа хыянат итеүҙәр артып китһә, бәндәләрҙең Аллаһ дошмандарына ҡеүәт һәм еңеү бирә; бер ҡәүемдән булған ҡәрҙәштәр араһында элемтәләр өҙөлһә, уларҙың мал-мөлкәте залимдар ҡарамағына күсә; өммәтемдәге етәкселектә ғәҙеллектәр юҡҡа сығып, әшәкелектәргә юл ҡуйылһа, хакимиәтте өммәтемдәге иң насарҙар үҙ ҡулына алыр ҙа, иң яҡшыларҙың да ҡылған доғалары ҡабул ителмәҫ», — тигән хәҙисен килтерә.
     Беҙ бөгөн ана шундай мөхиттә тереклек итеп ятабыҙ.
                                                                                               Башҡортса дини календарь. 2018