Өсөһөн, етеһен, ... үткәреү ғәҙәте

                                        Өсөһөн, етеһен, ... үткәреү ғәҙәте
     Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш! Үткәндә мин мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы тураһында мәҡәләлә ҡаршы яҡтың яҙғандарына яуап итеп уларҙың үҙҙәренең примерена ҡаршы яуап яҙғайным. Ләкин ҡайһы берәүҙәр әллә наҙанлыҡтан, әллә башҡорт телең аңламау сәбәпле яҙғанды аңлап етмәгәндәр, хатта мине коммунист тип ебәргәндәр. Коммунистәрҙеңдә төрлөһө бар бит һәм аҙашыу юлдары ла, бюрократияһыла һәм башҡаһы, динһеҙлектәре арҡаһында ғына илде тота алманылар. Хәҙерге көндөң дә сәйәсәте хаҡында мәрхүм Гейдар Джемал — Рәсәй ислам әһеле, философы, йәмәғәт эшмәкәре әйкән бит: илдең бер партиялы Единая Россия етәкләгән сәйәсәте уны һәләкәткә килтерәсәк тип. Әле беҙ шул һәләкәттең ҡырына килеп еттек. ИншаАллаһ, Аллаһ насип итһә, был иҫке ҡалдыҡтарҙан арынған яңы дәүергә күсәсәкбеҙ.

     Ә хәҙер мәрхүмдең өсөһө, етеһе, ҡырҡы тураһында теманы дауам итәйек. Татарстандың баш ҡазыйы Жәлил хәҙрәт:
     «Әгәр балаларыбыҙҙы аш мәжлестәре үткәреүҙән туҡтатһаҡ, улар беҙҙең ҡәбергә алма менән печенье ҡуясаҡ».
     Традицияларыбыҙҙы танырға теләмәүселәргә аптырайым. Ана, һуңғы ваҡытта өсөһөн, етеһен, ҡырҡын, йылын үткәреү ғәҙәте 1789 йылда сиркәү әһелдәренән кергән тип һөйләй башланылар. Сиркәү әһелдәренән кергән тәртип түгел был. Әбей-бабаларыбыҙ христиандарға оҡшамаҫ өсөн бөтәһен эшләгән. Әгәр уны христиандар алырғаға теләһә, бер нисек тә ҡабул итмәҫтәр ине. Әйтәйек, оҙон һаҡал йөрөтөү – сөннәт. Әммә, ҡайһы ҡәүемгә оҡшарға теләһәң, шул ҡәүем менән ҡубарылыр, тигән хәҙис бар.
     Бабаларыбыҙ урыҫҡа, поптарға оҡшамаҫ өсөн генә матур ғына һаҡал йөрөткән. Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмәнде лә һаҡалынан танып була – һәр кем үҙенсә йөрөтә. Юғиһә, баштарына кепка кейәләр ҙә оҙон һаҡал үҫтерәләр: мосолман, христианмы – аңламаҫһың! Әбейҙәребеҙ ҙә «монашка»ларға оҡшамаҫ өсөн оҙон ҡара күлдәк кеймәгән (Динле йәш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡағыла). Киреһенсә, аҡһыл, яҡты төҫтәргә өҫтөнлөк биргән. Яулыҡты ла татарса булһын, айырылып торһон, тип йәйеп бәйләгәндәр. Улар үҙенсәлекте шулай һаҡлаған. Төймәне лә тәре яһап, теләһә нисек түгел, тишектән тишеккә таҡҡандар. Таҫтамалды, уртала тәре була тип, дүрткә бөкләмәй таҫлап бөкләйҙәр ине. Төйөндең дә остары бау буйлап китә, урыҫтарҙыҡы иһә арҡыры, тырпайып тора. Хатта, әбей-бабаларыбыҙ урыҫҡа оҡшайбыҙ тип, тоҙло ҡыяр, кәбеҫтә ашамаған, бәшмәк йыймаған. Шуға күрә, «урыҫтарға оҡшап өсөһөн, етеһен, ҡырҡын үткәрәләр» тип әйтеү дөрөҫ түгел.
     Бына, яҙыусыбыҙ Нурихан Фәттах, төрки халыҡтар боронғо замандарҙа, кеше үлгәс, ҡәбер өҫтөнә барып ҡорбан салғандар, тип яҙа. Ислам ҡабул иткәнсе булған был. Христиандарҙа «поминка»лар – боронғо йоланан күскән генә байрам. Уларҙың динендә лә юҡ ул. Хәҙер ҙә ҡайһы бер халыҡтарҙа, кеше үлгәс, ҡәбер янында ҡорбан салына. Ҡәбер янында ҡорбан салыу, ашап ултырыу килешмәй. Шулай ҙа хәйер биреү мөмкин. Мөмкинлегең бар икән, мохтаждарға, меҫкендәргә бер һарығыңды хәйер итеп бир. Бына шунан гүр саҙаҡаһы килеп сыҡҡан. Ул мотлаҡ түгел. Хәйер биреүҙә гонаһ юҡ. Әммә шуның менән ҡәбер янында ҡорбан салыуҙы туҡтатҡандар. Өсөһө, етеһе, ҡырҡы тип боронғо заманда ҡәбер янында ҡорбан салып, аш-һыу үткәрә торған булғандар. Быны хәҙрәттәребеҙ өйҙә вәғәз һөйләй торған Ҡөръән мәжлесенә әйләндергән. Беҙ христиандар араһында йәшәйбеҙ. Әгәр беҙ – имамдар ислам динендә өсөһөн, етеһен, ҡырҡын, йылын үткәреү юҡ тип, саҡырған ергә бармайынса, вәғәз һөйләүҙән туҡтайбыҙ икән, халыҡ быға ҡарап туҡтамаясаҡ. Ә бына башҡаларға эйәреүҙәре бар. Бына бер ваҡиға:. бер ваҡыт араҡы эсеп ултырғандарын күрҙем. “Ни эшләйһегеҙ?"– тип һорағас, «Нурулланың етеһен билдәләп үтәбеҙ», – тинеләр.
     Бөгөн халҡыбыҙҙың 90 проценты диндән йыраҡ әле. Беҙ тыйһаҡ, ул көндәрҙең эсеү мәжлесенә әйләнеүе бар. Ана, Зыя Камали: “Беҙҙең халыҡ байрам итергә ярата. Әгәр беҙ байрамдан йөҙ һөйһәк, ул уны үҙенсә, мәжүсиләрсә үткәрәсәк", – тип яҙған. Шуға күрә имам Әбү Хәнифә мәҙһәбендә, «Ғөрөфтө бөтөрә алмаһағыҙ, көрәшмәгеҙ, ә дингә яраҡлаштырығыҙ» тигән нәсихәте бар.
     Ҡөръәндә, «Мүжәдәлә» сүрәһендә бының дәлиле лә килтерелә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ эргәһенә бер ҡатын килеп, «Ирем мине ғөрөф буйынса айырҙы», – тип дәғүә белдерә. «Талағың дөрөҫ түгел, тип әйт әле», – тип һорай. «Миңә был ғөрөф хәрәм тигән аяттың иңгәне юҡ, шуға күрә иреңдең талағы дөрөҫ», – тип яуап бирә пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Шуға ла Әбү Хәнифә мәҙһәбендә ғөрөф диндең бер өлөшө булып тора.
     Шиһабетдин Мәржәни ҙә: “Өс әйбер диндә юҡ, әммә динде һаҡлай. Былар – милли тел, милли кейем һәм милли ғөрөф", – тигән. (Бында беҙ Марджанинең ҡаршы фекерҙәренә шаһитбыҙ). Милли үҙенсәлекте һаҡлап, беҙ милләтебеҙҙе һаҡлайбыҙ. Ҡайһы бер кешеләр, имам Әбү Хәнифә өсөһөн, етеһен үткәреүҙе насар биҙғәт тип әйткән, ти. Имам ул һүҙҙе әйтә алмаған, сөнки уның заманында бындай эштәр булмаған. Билдәле, бер имам, өсөһөн, етеһен үткәрегеҙ, шул кешеләрҙе саҡырығыҙ тип ҡуша икән, был бит – гонаһ. Мәжбүри эш түгел был. Кешенең үткәрәһе килә икән, үткәрһен. «Ҡайҙалыр саҡыралар икән, унда барып кешене вәғәҙләү – ғәнимәт, Аллаһы Тәғәләнең бүләге», – тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
     Танзания мосолмандарында шундай ғәҙәт бар. Нисәлер йылдан һуң ҡәберҙән мәйетте ҡаҙып алып, һөйәктәрен йыуалар ҙа кире һалалар. Был – уларҙағы ғөрөф-ғәҙәт. Ярай, өсөһөн, етеһен билдәләп үтеүҙе тыйҙыҡ, ти, уға ҡарап урамда йөрөгән кешеләр мәсеткә бармай бит. Бына фажиғәләр була, кешеләр үлә. Ҡәбер эргәһенә килеп, сәскә, шәм ҡуялар. Әгәр беҙ балаларыбыҙҙы доға ҡылыуҙан, мәжлестәр үткәреүҙән туҡтатһаҡ, улар телевизорҙан күреп, зыяратҡа барып, ҡәберҙәргә сәскә, алма, печенье һала башлаясаҡ. Алма, венок ҡуйыуҙары яҡшымы, Ҡөръән уҡып доға ҡылдырыуҙары яҡшымы? Ниндәй мөхиттә йәшәүебеҙҙе иҫтә тоторға кәрәк. Билдәле, әжәткә инеп мәжлестәр үткәрмәҫкә кәрәк. Кемдер бурысҡа батып, ғаиләһенә ауырлыҡ килтереп үткәрә икән, әлбиттә, был – хәрәм.
     Жәлил хәҙрәт Фазлыев Бөрбаш ауыл имамы, Балтас районы мөхтәсибе, Татарстан республикаһының баш ҡазыйы.

     Мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы: https://nazir1965.com/din/m%d3%99rx%d2%afmde%d2%a3-%d3%a9s%d3%a9-ete%d2%bbe-%d2%a1yr%d2%a1y-%d2%bb%d3%99m-jyly.html#more-9820