Имам Исмәғил Әл-Бохари
     Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Аллаһҡа иман килтергәненән һуң, изге китап «Ҡөрьән» хаҡында һүҙ әйтеүсе, уны тәфсир итеүсе, Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, тормошо хаҡында бәйән итеүселәр ик күп була. Әммә был өлкәлә иң күренекле, иң абруйлы кеше итеп бөтә донъя ғалимдары Исмәғил Әл-Бохариҙы таный.
     Исмәғил Әл-Бохари Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, хәҙистәренән һигеҙ томлыҡ китап нәшер итә. Шуға күрә лә уны иң абруйлы, иң киң билдәле мөхәдис тип атайҙар ҙа. Был китаптар яңы эраның (миләди йыл иҫәбе буйынса) 10-сы быуатта донъя күрә. «Әл-Джәмиғ Әс-Сахих» тип атала ул. Ә инде Исмәғил Әл-Бохариҙың «Ҡөрьән Тәфсире» китабы иң төплө хеҙмәткәрҙең береһе тип танылған. Ошо ике төплө хеҙмәте Исмәғил Әл-Бохариҙы Ислам донъяһында иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткән ғалим итеп танытты.

     Исмәғил Әл-Бохари хәҙерге Үзбәкстандың Бохара ҡалаһында 810 йылда донъяға килгән. Ата-әсәһе мөьмин мосолман булған һәм улдарын да хаҡ мосолман, камил имам иманлы итеп тәрбиәләгән.
Үзбәктәр Ислам динен ҡабул итгәнгә тиклем утҡа табыныусылар була. Зароастр динен үҙ иткән ул саҡтағы үзбәк халҡы. Зароастр дине Исламды инҡар итеүсе бер көс булараҡ сығыш яһай. IX быуатта үзбәктәр араһында Ҡөрьән менән таныш, Ҡөрьән ҡушҡанса ғәмәл итеүселәр байтаҡ була. Шул ук ваҡытта элекке диненә, Зароастр диненә инаныусылар ҙа була.
     Әлхәмдү лиллаһи, Исмәғилдең атаһы Әл-Джуфиҙың ғаиләһе мөьмин мосолман була. Ғаиләгеләрҙең һәммәһе лә биш ваҡыт намаҙҙы ҡалдырмай уҡый. Ислам ғәмәлен үтәүҙе күҙәтеү Исмәғилдең ҡартатаһы Әбү Ғабдуллаһ Бардизбаһ хужаның бурысы була.
     Ғаиләләге мөхид, Ислам ғәмәле менән йәшәү Исмәғилдең аңы үҫешенә, донъяға ҡарашы тәрбиәләүенә сәбәп була. Исмәғилдең ҡартатайы Әбү-Ғабдуллаһ Бардизбаһ Бохаралағы мәсеттәрҙең береһенең имамы була. Әлбиттә, ҡартатайының йоғонтоһонда дини ғилемгә ылыға Исмәғил. Алты йәшендә саҡта Ҡөрьән сүрәләренең байтағын ятҡа белә. Ун йәшендә иҺә күп кенә хәҙистәрҙе яттан һөйләй ала.
     Бөтә тирә-йүндәгеләр бәләкәй Исмәғилдең ғилеменә һоҡлана, уны бүтән балаларға үрнәк итеп ҡуя.
Ун йәшлек Исмәғил хәҙистәрҙе, сүрәләрҙе айырым бер тойғо, хис, бирелеү менән уҡый. Ун йәшлек бала өсөн хатта тәбиғи ҙә түгел һымаҡ тойола. Ололарға хас етдилек, мөкиббәнлелек асыҡ Һиҙелә бәләкәй Исмәғилдең ғәмәлендә.
     Исмәғилгә һигеҙ йәш тулғанда, уның янына Хызыр килә.
     Хызыр Исмәғилгә хаҡ дин юлынан барырға ҡуша, әгәр ошо хаҡ юлда булһаң, хәҡиҡәтте илтеүсенең серле донъяһы асыласағын вәғәҙә итә. Әлбиттә, өлкәңдәрҙән бер кем дә бәләкәй Исмәғил янына изге зат Хызырҙың килгәнен белмәй. Шуға күрә Имәғилдең ҡылыҡтары, ғәмәле уларға аңлашылмай ҙа.
14 йәше тулғас, Исмәғил ата-әсәһенә үтенесен белдерә: хаж ҡылырға рөхсәт итеүҙәрен һорай. Был үтенесен ныҡышмалы атҡарыуы сәбәпле, ата-әсәһе ризалығын бирә. Малайҙың бәлиғ булғанлығы ныҡлы мәғлүм булғас, 826 йылда хаж ҡылырға бара.
     Ата-әсәһе йәш егеттең яңғыҙын ебәрергә баҙнат итмәй. Уның менән бергә әсәһе һәм ағаһы бара. Бохаранан Мәккәгә тиклем күпме ваҡыт барғандарҙыр, һис бер мәғлүмәт ҡалмаған. Шуныһы билдәле: хаж сәфәре ул заманда бер йыл, ике, хатта өс йыл дауам иткән. Оло һәм изге сәфәргә юлланғандар араһынан кире әйләнеп ҡайта алмаусылар ҙа булған.
     Шуныһы асыҡ мәғлүм: Исмәғил хаж сәфәренә йома көнөндә юллана. Бохаранан хаж сәфәренә бүтәндәр кесаҙна көнөндә сыға. «Аллаһтың үҙе йома көнөн мосолмандар өсөн күркәм һәм изге көн итеп яралтҡан», — тип аңлата Исмәғил юлға сығыуҙы йомаға тап килтереүен.
     Мөхәммәд, ғәләйһис сәләм, йоманы шулай тигән: «Йома — бүтән көндәрҙең батшаһы. Аллаһ ҡаршыһында йома — көндәрҙең иң олуғы. Йома — Аллаһтың хозурында ике ғәйеттән дә ҙурыраҡ көн. Йоманың биш төрлө дәрәжәһе бар: беренсеһе — Әҙәмде, ғәләйһис-сәләм, Аллаһ йома көнөндә яралтҡан. Икенсеһе — Әҙәмде Аллаһ Тәғәлә йома көнөндә Ожмахтан ер йөҙөнә күсергән. Өсөнсөһө — Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде, ғәләйһис-сәләм, йома көнөндә Үҙенең хозурына ҡайтартҡан, Дүртенсеһе — йома көнөндә шундай бер мәл бар. Шул мәлдә кешенең теләгән теләге ҡабул булмай ҡалмай. Бишенсеһе, заман ахыры еткәс, Ҡиәмәт көнө, (Йәүмид дин) йомала буласаҡ.
     Хаж сәфәренән Исмәғил хажи Бохараға әйләнеп ҡайтмай. Әсәһе, ағаһы ҡайтып китә. Ә Исмәғил Ғәрәбстанда ҡала.
     Йәш егет төндә төш күрә. Бохаранан хаж сәфәренә сығырҙан алда мәхәлләнең имамы шулай ти Исмәғилгә: «Хаж ҡылған мосолман бер генә төндө булһа ла Ҡәғбәтуллаһ янында үткәрергә тейеш», Исмәғил ошо кәңәште тота. Киске намаҙҙан һуң хажға килгән яҡташтары менән бергә Исмәғил Ҡәғбәтуллаһ янына килә. Әл-Хәрам мәсетендә кеше шул тиклем күп була, хатта хөрмә һөйәге төшөрлөк буш урын табылмай. Тик бик һуң, төн уртаһы еткәс кенә, Исмәғил һәм уның яҡташтары «Бисмиллаһир-рахмәнир рахим», тип, Ҡиғбатулланың диуарын үбеүгә өлгәшә.
     Ҡәғбәтулланың (диуарын) стенаһын үпкәс, бер нисә аҙым ситкә китеп, Исмәғил менән бергә уның яҡташтары йоҡоға тала. Төшөндә Исмәғил шуны күрә. Имеш, ул намаҙлыҡта ултыра. Бер нисә рәҡәғәт намаҙ уҡый ул. Шул саҡта эргәһенә берәү килә лә, ипле генә итеп, уның яуырынына ҡағыла. Исмәғил боролоп ҡарай ҙа пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте күрә. Пәйғәмбәрҙән илаһи нур бөркөлөп тора. Йәшел сапан кейгән ул. Пәйғәмбәр йылмая: «Исмәғил, һиңә тиклем бер кем дә шулай хаж ҡылырға ихласлыҡ күрһәтмәгән. Аллаһ Тәғәлә һинең ихласлығыңды күрә. Һиңә Аллаһтан изге рух күндерелде. Был хәл һинең яҙмышыңды билдәләй. Һиңә илаһи асыш насип ителер. Һин хәҙистәремде белеүсе иң ҙур ғалим булыу менән бергә иман мәсьәләһенә ҡағылышлы күп кенә мәғлүмәтте аңлатыусы дәрәжәһендәге ғалим булырһың. Бының өсөн һиңә ғәрәп донъяһын гиҙергә, Көнбайыш илдәрендә, Азияла булырға, хәҙистәрҙе белеүселәрҙе табырға һәм тапҡаныңды яҙып алырға тейешһең», — ти.
     Йоҡонан уянғас, Исмәғилдең күңелен татлы хистәр биләй.Төшөн бер кемгә лә һөйләмәй ул. Аҡыл эйәләренең һүҙең иҫенән сығармай Исмәғил: «Әгәр төшөңдө һөйләгең килһә, һыуға һөйлә. Һыу әйткәнеңдең барыһын да алып китер ҙә төшөң өнөңә тап килер. Әгәр төшөңдө кешегә һөйләһәң, Иблис тыңлап торор ҙа, төшөң өнөңә тап килмәһен өсөн яуызлығын һалыр...»
     Хаж ҡылыу тамамлана. Каруан ҡайтыу яғына ыңғайлай. Фатиха биреп, Исмәғил әсәһе менән ағаһын оҙатып ҡала.
     Мәккәләге тормошо башлана уның.
                                                                                 Башҡортса дини календарь, 2004 йыл.