Намаҙ ваҡыты, дини тәҡүим
Нисек иҫке дини тәҡүим китаптарының намаҙ ваҡытын ҡуланырға? Мөфтий Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ваҡытында дини тәҡүим китабында сыҡҡан намаҙ ваҡыттарын хәҙерге көндә лә иркенләп ҡуланырға мөмкин. Шул ваҡытта төрлө йылдарҙа ошо китапта сыҡҡан намаҙ ваҡыттарын сағыштырып ҡараһаҡ, намаҙ ваҡыты бер-ике минутка разница бирә. Был китаптарҙы ҡуланғанда беҙ һижри һәм миләде йылдың ваҡытына, һижри айҙарҙың исеменә һәм аҙна көнө исемдәренә ҡарамайбыҙ.
Нисек ҡуланырға? Иҫке дини тәҡүим китабының беренсе ҡулға эләккәнең ҡарайыҡ. Миҫалға, бер китапта 25 август көнө: иртәнге намаҙ 04 41 сәғәттә Өфө ваҡыты менән башлана. Икенсе йылдың китабында шул уҡ көндө 04 40 сәғәттә. Өсөнсө китапта 04 42 минутта, башҡа йылдарҙыҡыла шул көйөнсә бара. Йыл һайын намаҙ уҡыу ваҡыты менән ҡояш сығыу ваҡыты бер үк мәлдә. Әлбиттә ваҡыт шыла, ләкин уны беҙгә был донъяла бирелгән бәләкәй генә йәшәү миҙгеле менән һиҙмәйбеҙ.
Шуға күрә ошо иҫке дини тәҡүим китаптарының яңыса ай исемдәренә (август, сентябрь, октябрь...) ҡарап, бөгөнгө һәм киләһе көндөң намаҙ ваҡыттарын ҡуланығыҙ.
Намаҙ ваҡыты Рамаҙан айына, Ләлә -Тюльпан мәсете ваҡыты. Өфө ҡалаһы ваҡыты.