Архив метки: Бохари

Имам Исмәғил Әл-Бохари

                                                   Имам Исмәғил Әл-Бохари
     Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Аллаһҡа иман килтергәненән һуң, изге китап «Ҡөрьән» хаҡында һүҙ әйтеүсе, уны тәфсир итеүсе, Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, тормошо хаҡында бәйән итеүселәр ик күп була. Әммә был өлкәлә иң күренекле, иң абруйлы кеше итеп бөтә донъя ғалимдары Исмәғил Әл-Бохариҙы таный.
     Исмәғил Әл-Бохари Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, хәҙистәренән һигеҙ томлыҡ китап нәшер итә. Шуға күрә лә уны иң абруйлы, иң киң билдәле мөхәдис тип атайҙар ҙа. Был китаптар яңы эраның (миләди йыл иҫәбе буйынса) 10-сы быуатта донъя күрә. «Әл-Джәмиғ Әс-Сахих» тип атала ул. Ә инде Исмәғил Әл-Бохариҙың «Ҡөрьән Тәфсире» китабы иң төплө хеҙмәткәрҙең береһе тип танылған. Ошо ике төплө хеҙмәте Исмәғил Әл-Бохариҙы Ислам донъяһында иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткән ғалим итеп танытты. Читать далее