Эттәргә һәм йыртҡыс хайуандарға ҡаршы доғалар
Эт ырылдап һеҙгә ташланырға торһа ошо аятты уҡырға. Шулай уҡ доғаны башҡа йыртҡыстарға ҡаршы, әгәр улар һеҙгә ташланырға торһа, мәҫәлән бүре, ҡабан сусҡаһы, айыу, арыҫлан һәм башҡаһы:
وَكَلْبُهُم بَـَسِطٌ ذِرَاعَيهِ بِٱلْوَصِيدِ
“Үә кәлбүһүм бәәситуң ҙираағәйһи бил-үәсиид”
“...Ә эттәре лә тупһала ята ине, аяҡтарын һуҙып, йоҡлашып”. Ҡөръән: 18 сүрә – 18 аят. (Мәмерйә — Кәһәф сүрәһе).
Аят йә сүрәне әйтер алдынан: «Әғүҙү билләһи минәш шайтанир раджим, бисмилләһир рахмәнир рәхим» тип әйтергә онотмағыҙ.
Берәй хайуандың һөжүменә ҡаршы
ٱللَّهُ رَبُّنَا وَرَبُّكُم، لَنَآأعْمَـَـلُنَا وَلَكُمْ أَعْمَـَــلُكُمْ، لآ حُجَّةَ بَيْنَنَا وَبَيْنَكُمُ ، ٱللَّهُ يَجْمَعُ بَيْنَنَا
“Аллаһу раббүнәә үә раббүкүм, ләнәә әғмәәлүнәә үә ләкүм әғмәәлүкүм, ләә худжжәтә бәйнәнәә үә бәйнәкүм, Аллаһу йәджмәғу бәйнәнәә”.
Читать далее