Яҙмыш — һикәлтәле юл
(Хәтер осҡондарынан тоҡанған фәлсәфәүи уй-фекерҙәр)
Әгәр ат һөрөнһә, Атты ғәйепләмә. Юлды ғәйеплә... Рәсүл Ғамзатов
Инеш
Кешенең ғүмер юлы һис тә һыҙыҡтарға бүлгеләнеп, юл билдәләре, светофорҙар ҡуйылған шыма асфальт юлға һис тә оҡшамаған. Киреһенсә, ул йә һикәлтәле, ҡараңғы урмандар аша үтеүсе, тау-ташлы һәм боролмалы һуҡмаҡтарға, йә бер көнө ҡояшлы, икенсеһе ел-ямғырлы, ҡайһы саҡ туңдырып хафаландырған, икенсе осор йылытып, ҡыуандырған һауа торошона тиң. Тормош -шатландырып та, ҡайғыртып та, йылындырып та, өшөтөп тә ала торған сәйер ысынбарлыҡ. Йәш сағында кеше алдағы көндәрҙең ҡайһыһы ел-ямғырлы, ҡайһыһы аяҙ булырын күҙ алдына ла килтерә алмай ҙа, кәрәк тип тә тапмай. Был хәлде ҡалаға машинала инә башлағандар менән сағыштырып була: таныш булмағандар бараһы еренә аҙаша-һораша, тегеләй ҙә былай интегеп йөрөп, ә таныш булғандар бер ниндәй көсөргәнешһеҙ, тиҙ һәм енел генә барып етә. Кеше, олоғая килә тәжрибә туплап, донъя хәлдәрен самалап, иртәгәһе көндә һәм киләсәктә ни буласағын һиҙемләү һәләтенә эйә була бара. Тормош тәжрибәһен ололар йәштәр менән күберәк уртаҡлашһа, йәштәр уларҙың кәңәшенә иғтибарлы булһа, юлын күптәр көтөлмәгән хаталарҙан азат булып үтер ине. Ҡайһы саҡ кеше хаталанмаҫҡа тырышып, хәҡиҡәтте белеп йөрөһә лә, уны тормошҡа ашыра алмай. Күптәр хәҡиҡәтте аңламай, ә уны үтә күргәндәр күпселекте ышандыра алмай, тауышланып йә эстән ғазапланып йәшәй. Тормошонда ниндәй һикәлтәләр булырын алдан белмәгән кеше абынып та ҡуя. Читать далее