Ғүмеребеҙ хаҡындағы аяттар

     «Үҙенең бойороуҙарын Аллаһ күктән Ергә төшөрә. Аҙаҡ килеп, һеҙҙең иҫәп менән мең йылға тиңдәшкән бер көндө һеҙҙең үҙегеҙ ҡылған ғәмәлдәр Ерҙән күккә күтәрелә».
                                                                                             «Әс-Сәждәһ» (Сәждә) сүрәһе, 2-се аят
     «Ҡиәмәт сәғәтенең ҡасан һуғасағын да Аллаһ үҙе генә белә, ямғырын да яуҙыра, әсә ҡарынында ни барын да Ул белә. Үҙе менән иртәгә нимә буласағын, ҡайҙа үлеп ҡаласағын кеше үҙе генә белмәй».
                                                                                              «Луҡман» (Лоҡман) сүрәһе, 34-се аят
     «Ваҡыты килеп еткәс, бәндәләрҙең әжәлдәре лә бер сәғәткә иртә булмаҫ, бер сәғәткә һуңға ҡалмаҫ».
                                                                                              «Ән-Нәхл» (Бал ҡорттары) сүрәһе, 61-се аят
     «Шуның өсөн дә, — ти Аллаһ, — эй, иман килтергәндәр! Байлыҡтарығыҙ ҙа, балаларығыҙ ҙа һеҙҙе Аллаһты зекер итеүҙән бүлдерә күрмәһен». Аллаһты онотҡан кеше Уның рәхмәтенән дә мәхрүм ҡала.
     «Үлем сәғәте һуғып: «Эй, Раббым! Әгәр ҙә үлемемде бер аҙға ғына кисектерһәң, саҙаҡаларын да биреп торор инем, иман менән дә йәшәр инем», — тип әйтер көн еткәнсе, Беҙ биргәндәрҙе файҙалы урындарға тотоноп ҡал!»


     Аллаһ Ул әжәле еткән бер кемдең дә үлемен кисектермәҫ, кемдәр нимә эшләгәнен Ул белеп тора.
                                                                   «Әл — Мунафиҡун.» (Монафиҡтар ) сүрәһе, 9 -11-се аяттар
     «Әгәр ҙә уларҙан кем дә булһа берәүгә үлем килһә, ул: «Мине донъяға кире ҡайтар! Элек иҫәпкә лә алмай ҡалдырған игелектәрҙе эшләп ҡалыр инем, — тип ялыныр. Юҡ инде! Былар буш һүҙ. Ҡайтарыуҙар юҡ. Араларға кәртәләр ҡоролған, ҡәберҙән ҡубарылғанға тиклем улар юҡҡа сығарылмаҫ!»
     «Үлсәүендә игелектәре ауыр тартҡандар Ҡиәмәт көндө уңыш ҡаҙаныр, игелектәре еңел тартҡандар — үҙҙәрен үҙҙәре һәләкәткә алып барған кешеләр. Уларҙың урыны — йәһәннәм. Биттәрен ут көйҙөрөр, тештәре ыржайып торор...»
     «...Эй, Раббыбыҙ! — тиерҙәр улар. — Бәләләр уратып алды, аҙашып йөрөгән ҡәүемгә әйләндек.
     Эй, Раббыбыҙ! Йәһәннәмдән сығар. Донъябыҙға ҡайтыр булһаҡ, үҙ-үҙебеҙҙе былай хурлыҡҡа төшөрөп йөрөмәбеҙ».
     «Ут тарафына күҙемдән юғалығыҙ! — тиер Аллаһ, Минең менән һүҙ көрәштермәгеҙ! Ҡолдарым араһында; «Эй, Раббыбыҙ! Беҙ иман килтерҙек, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, ғәфү ит!» — тигәндәр ҙә булды. Уларҙан көлөп һеҙ мәсхәрәгә ҡалдырып йөрөнөгөҙ, көлөп йөрөүҙәрегеҙ Аллаһ тураһында онотторҙо. Сабыр булғандары өсөн бөгөн Мин уларға әжерен бирҙем, улар үҙ теләктәренә өлгәште...».
                                                                                                         Шул уҡ сүрәнең һуңғы аяттары
                                               Үлемдән ҡасып ҡалып буламы?
                                                                Хикәйәт
     Үлем фәрештәһе — Ғазраил — бер ваҡыт Сәләймән, ғәләйһис-сәләм, хозурына килә һәм шунда булғандарҙан берәүгә оҙаҡ ҡына ҡарап тора ла сығып китә,
     — Эй, Аллаһ илсеһе! Һиңә килгән кеше кем ине? — ти был әҙәм.
     — Үлем фәрештәһе, — ти пәйғәмбәр.
     — Ул миңә бик оҙаҡ итеп текләп ҡарап торҙо, мин уның йәнемде алыуынан ҡурҡам, ҡотҡара күр! — тине кеше.
     — Ә нисек итеп ҡотҡара алам?
     — Елдәреңә бойор, — ти кеше, — хәҙер үк мин алыҫҡа, Һиндостандың төпкөл бер еренә илтеп ташлаһындар. Бәлки, ул мине юғалтыр ҙа, ҡабат таба алмаҫ!
     Елдәренә бойороҡ бирә Сөләймән. Тегеләре уны Һиндостандың төпкөл бер еренә илтеп ташлай. Байтаҡ ваҡыттар үткәс, үлем фәрештәһе тағы ла Сөләймән эргәһенә килеп инә.
     — Тәүге тапҡыр килгәнендә ниңә тип теге кешегә бик оҙаҡ текләй ҡарап торҙоң? — ти Сөләймән.
     — Ул кешенең йәнен миңә алыҫ Һиндостан ерендә алырға бойоролғайны, ә ул бында — һинең эргәндә ултыра. Аптырап ҡалдым. Аҙаҡ Аллаһ тәҡдире менән елдәр уны ана шунда илтеп ташланы. Йәнен алып килдем, — тигән Ғазраил.
                                                                    Нәсихәт
     Үҙ пәйғәмбәрҙәрен Аллаһы Тәғәлә кешеләр күңелен үҙ ризалығына лайыҡ булырлыҡ рухи зирәклек менән яҡтыртыу, уларҙа күркәм сифаттар тәрбиәләү өсөн ебәрә. Рухи яҡтан күҙе асылған кеше тормош тураһында ла ихлас уйлана белә; уйлана белмәгәндәр генә мәңге йәшәр осон донъяға тыуған кеүек тәкәббергә әйләнә, тиҫкәрелеккә бирелә. Тиҫкәре кешенең яҙмышы ла аяныслы.
     Был фани донъяла Нух, ғәләйһис-сәләм, мең йылға яҡын ғүмер итә. Үлер алдынан унан һорайҙар: «Эй, халыҡтар атаһы! Күпме ғүмерҙәр йәшәгән пәйғәмбәрһең. Был фани донъя тормошо тураһында нимә әйтә алаһың?»
     «Донъя, — тигән ул, — ике яҡта ла ишек уйылған бер өй кеүек. Ишектәрҙең береһенән килеп индем, икенсеһенән сығып киттем».
     Шуның өсөн улына ла нәсихәт биреп өйрәтә ул: «Эй, улым! Аллаһтың берлегенә инан. «Лә Иләһи илләл-лаһ!» кәлимәһен әйтеп кенә тор. Әгәр ҙә бизмәнеңдең бер яғына ете күк менән ете ерҙе ҡуйып, икенсе яғына шәһаҙәт кәлимәһен һалһаң, тәүхид һүҙҙәре уларҙан ауырыраҡ тартыр ине», — тигән.
                                                              Хәҙис Шәриф
     — Үлгәндән һуң үкенмәгән кеше булмаҫ. Яҡшы кешеләр яҡшылыҡтарын күберәк эшләп өлгөрмәгәнгә үкенер, яман кешеләр яманлыҡтан тыйылып, тәүбә итмәгәндәренә үкенеп бөтә алмаҫ.
     Мосолман кеше теленә нимә килһә, шуны һөйләп бармай, һәр ваҡыт тыйнаҡ булырға тырыша, сөнки дин уға әҙәп дәрестәре биреп тора. Донъя көткәндә лә, дини йолаларҙы үтәп йөрөгәндә лә, Ҡөрьән уҡығанда ла.
     Сәхәбәләрҙән Ғосман атлы берәү үлеп ҡалғас, уның ҡатындарынан береһе пәйғәмбәребеҙ алдында: «Хәҙер ул ҡоштай талпынып йәннәткә осто инде!» — тип ҡуя. Был һүҙҙәрҙән пәйғәмбәребеҙҙең хатта ҡаштары йыйырыла: «Мин — Аллаһ илсеһе, әммә мәрхүм менән нимә булырын белмәйем, ә һин уны ҡайҙан беләһең?» — ти. Шундай ауыр саҡтарҙа ла уйламай нитмәй юҡ-бар һөйләүҙәрҙән кешеләрҙе тыя. Кешегә хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатыу — бер, йәненең ҡайҙа барып юлығасағыи юрап ҡалыу — икенсе. Уныһы бәндә эше түгел.
     Өхөд һуғышы ҡаһармандары күмелгән зыяратҡа пәйғәмбәребеҙ көн һайын тиерлек барып йөрөй. Шул саҡтарҙа ла ул: «Һеҙ йәннәттәргә юл тоттоғоҙ, урынығыҙ — йәннәттә!» — тип әйтмәй. «Әгәр ҙә йәннәткә һеҙ ҙә инмәһәгеҙ, унда кемдәр инер икән?» — тип кенә ҡуя.
     «Йәннәткә инеүҙең иң тура юлы — изгелек», — тип өйрәтә ул.
     Үҙенең яралтылмыштары булған бәндәләр тормошон Аллаһ биш ваҡытҡа бүлә.
     Шул бишәүҙең береһе — донъя тормошо — һынау, Ахирәттең игенлеге, мәңгелеккә барыу юлына әҙерлек.
     Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә, Ҡиәмәт көнөндә хисап буласағына инаныу — бәндәләр өсөн үҙ ғәмәлдәрен үлсәп барыу, үҙеңдә яуаплылыҡ тәрбиәләү юлы.
                                                                     Хикәйәт
     Иманға килмәгәндәрҙән берәү бер ваҡыт мосолман менән бергә балыҡҡа бара. Иманһыҙ кеше үҙенең ялған аллаларын телгә ала-ала ҡармаҡ һала — һалған һайын берәр балыҡ ҡаптырып тора. Шул рәүешсә бик күп балыҡ тота. Ә мөьмин иһә Аллаһы Тәғәлә исеме менән ҡармаҡ һалып тап ҡояш батҡанға тиклем бер балыҡтан башҡаны эләктерә алмай. Тарта торғас, уныһы ла ысҡынып китә.
     Иманһыҙ кешенең һауыты балыҡ менән тула, мөьмин буш ҡул менән ҡайта.
     Мөьмингә күҙ-ҡолаҡ булыу өсөн ебәрелгән фәрештә был эшкә бик тә хурланып күккә аша һәм... мөьминдең йәннәттәге урынын күреп ҡала. «Валлаһи, тип әйтәм, был мөьминдең урыны йәннәттә икән дәһа, тимәк, уның ерҙәге михнәттәрендә бер ниндәй ҙә зарар юҡ», — тип, иманһыҙҙың да урынын ҡарай һәм уның йәһәннәмдә булыуын күреп: «Валлаһи, был иманһыҙҙың да донъялыҡтағы уңыштарынан бер файҙа юҡ икән бит!» — тип тынысланып ҡала.
     Пәйғәмбәребеҙ ҙә әйткән бит: «Ниндәй ҙә булһа берәй ауырыу сәбәпле бәндә тәненә тырнаҡ осо тиклем генә кәмселек килһә лә, уның шул урыны йәннәттә булыр, — тигән. — Тәндең ниндәйҙер бер өлөшө йәннәттә була икән, шул һыҙланыуҙарға эйәреп уның бөтә тәне лә йәннәткә инер».
                                                                                        Иман. Әхләҡи ҡиммәттәр. Сәләх Суҡбаев