Фытыр саҙаҡаһы
     Ни өсөн дин әһелдәре уның күләмен билдәләй?
     Һорау: Фытыр саҙаҡаһының мәғәнәһен аңлатып бирмәҫһегеҙме икән? Ни өсөн дин әһелдәре уның күләмен билдәләй? Башҡа ваҡытта ни тиклем бирәһең килһә, шул тиклем бирәбеҙ бит?
     Яуап: Фытыр саҙаҡаһы ғәрәпсә зәкәтүл-фитри тип атала. «Фытыр» (фитыр, фтыр) һүҙе ғәрәп телендәге «фәтара» тамырынан төҙөлгән, ул «ашау» мәғәнәһендә тәржемә ителә (сағыштырыу өсөн: «футур» – иртәнге аш (завтрак), «ифтар» – ауыҙ асыу (ҡояш байығас ашау, ураҙанан сығыу), «фитыр» – мохтажды, фәҡирҙе ашатыу ниәте менән бирелә торған саҙаҡа. Шулай итеп, әлеге саҙаҡаның төп маҡсат-мәғәнәһе – ярлы кешеләргә Ураҙа ғәйетен байрам итергә, матур итеп үткәрергә ярҙам итеү. Шуға күрә ғәйет байрамы алдынан фытыр саҙаҡаһын күп ерҙәрҙә ризыҡлата, йәғни төрлө тәм-томдар менән биреү ғәҙәте бар.

     Ни өсөн фитыр саҙаҡаһының минималь күләме билдәләнә? Был конкрет ерҙәге йәмғиәттең иҡтисади хәленә бәйле: әйтәйек, бер мохтаж кешегә 10 һум фитыр бирҙең ти, был беҙҙә был аҡсаға нимә алырға була? Әгәр 4 кешенән торған ғаилә исеменән 400 һум бирһәң, саҙаҡа алған кеше байрам өҫтәленә әҙме-күпме булһа ла тәмле әйберҙәр алып ҡайта ала. Аңлашылғанса, фитыр саҙаҡаһының был  йәки теге илдәге ярма, хөрмә, йөҙөм хаҡтары менән бәйле булыуы осраҡлы түгел. Быйыл, мәҫәлән, Татарстан республикаһы, удмурт республикаһы мөфтиәте тарафынан фытыр саҙаҡаһы ярма хаҡы менән хисаплағанда — 100 һум, хөрмә, йөҙөм хаҡынан ярашлы рәүештә 600 һум итеп билдәләнде. Һәр кем күпме бирә аласағын үҙе самалай.

     Ислам шәриғәтенә ҡаралган ошо саҙаҡа, һис шикһеҙ, ҙур әһәмиәткә эйә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтте: «Был донъя – ахират баҫыуылыр, донъяла нимә сәсһәң, ахирәттә шуны урырһың». Шуға ла өмөтләнәйек: ошо донъя тормошонда ҡылған яҡшылыҡтарыбыҙ, мохтаждарҙы һөйөндөрөүебеҙ, башҡаларға ярҙам итеүебеҙ бәрәбәренә Аллаһы Тәғәлә ахирәттә, Ҡиәмәт көнөндә беҙгә ярҙам итәр, шатландырыр, оло ниғмәттәре менән бүләкләр.
                                                                                                             Ришат хәҙрәт Курамшин

     Һорау: Фытыр саҙаҡаһын ҡасан түләргә?

     Яуап: Был саҙаҡаны Рамаҙан айында түләйҙәр. Шулай ҙа иң ҡулай ваҡыт булып – Ураҙа байрамы көнө, байрам намаҙына тиклем ваҡыт һанала. Әмма Ғәйет намаҙынан һуң бирелһә ул фытыр саҙаҡаһыннан булмаҫ. Ҡайһы берәүҙәр икенде намаҙына тиклем бирергә, тип һанайҙар, унан һуң хәрәм һанала тиҙәр. Хәрәм тип, ул фытырға һаналмаҫ, ябай саҙаҡа булыр.

 

     Фытыр саҙаҡаһы өсөн доға ҡылыу мәжбүриме?
     Һорау: Фытыр саҙаҡаһын бер ярлы ҡатынға бер нисә кеше йыйылышып бирҙек. Ҡайным, исемеңде атап, саҙаҡаң өсөн доға ҡылынырға тейеш, тип әйтә. Биргән саҙаҡа дөрөҫ буламы?

     Яуап: Бының өсөн борсолорға кәрәкмәй. Беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбендә саҙаҡаны ниәтләп биргәс, доға ҡылыу мотлаҡ түгел. Меҫкен, бахыр кеше уны һөйөнөп ала икән, был доға ҡылыу була.
                                                                                 Җәлил хәҙрәт Фазлыев, Татарстандың баш ҡазыйы
     Беҙ саҙаҡаны Аллаһ Тәғәлә ризалығын алыр өсөн бирәбеҙ, ә кемдеңдер доғаһын йәки рәхмәтен алыр өсөн түгел. Әгәр саҙаҡа алғанда доға ҡылһағыҙ бик күркәм ғәмәл, бер мосолмандың икенсе мосолманға ҡылған доғаһы ҡабул була тиҙәр. Саҙаҡаны ихлас күңелдән бирегеҙ.

     Фытыр саҙаҡаһы — инсан өсөн бик мөһим саҙаҡа. Ул — мосолмандың был донъяға килеүе өсөн шөкөр саҙаҡаһы. Шуның өсөн ғәилә башлығына ғәиләһенең һәр ағзаһы исеменән фытыр саҙаҡаһы биреү вазифаһы йөкләнгән. Хатта ғәйет көнгә ҡаршы төндә тыуған бала өсөн дә ғәйет көнө фытырҙы бирер кәрәк. Фытыр саҙаҡаһы өс мәҙһәб талабына ҡарағанда — фарыз, Хәнәфи мәҙһәбе буйынса иһә важиб.

                          Фытыр саҙаҡаһын кемдәр һәм кемдәр иҫәбенән биреү тейешле?
     Фытыр саҙаҡаһы беҙҙең өммәтебеҙгә хас үҙенсәлек булып тора. Ул һижриҙең икенсе йылында — Ураҙа байрамына ике көн ҡала мәжбүри булған. Аллаһы Тәғәлә тарафынан үтәлергә ҡушылған әлеге ғибәҙәттең хикмәте шунда, әлеге саҙаҡаны түләү менән беҙ ураҙа ваҡытында ебәрелгән хата-кәмселектәребеҙҙән һәм яңылышыуыбыҙҙан азат булырбыҙ, Инша Аллаһ.
     Әнәс бине Мәликтән килгән хәҙистә былай тиелгән: «Рамаҙан ураҙаһы ер менән күк араһында эленеп тора, һәм фытыр саҙаҡаһын биргәндән һуң ғына ул күктәргә ашасаҡ» (Имам Дайлами).
     Фытыр саҙаҡаһын мосолман булмағандарҙан һәм фәҡирҙәрҙән тыш, бар кеше лә бирергә тейеш. Мосолман булмағандар үҙҙәре өсөн был саҙаҡаны бирергә тейеш булмаһалар ҙа, улар үҙҙәре ҡарамағында булған мосолмандар өсөн уны түләргә тейеш.
     Фәҡирҙәр — үҙҙәренә һәм ғаиләләренә ашарға ризыҡтары етмәгән кешеләр. Ризыҡ бер байрам көнөнә етергә тейеш (байрам табыны иҫәпкә алынмай). Тейешле ризыҡ күләме һәр ғаилә ағзаһына 1 мүдд ярма иҫәбенә иҫәпләнә (1 мүдд = 650 грамм). Әгәр ҙә кеше фатирға инеп йәшәгән өсөн түләй икән, был йортта йәшәп торорға кәрәк булған аҡсанан фитыр саҙаҡаһы түләнмәй. Ҡараусыһыҙ йөрөй алмаған һәм табибтар ярҙамынан башҡа тора алмаған сирле кешеләр — табибтарға, ҡараусы хеҙмәтенә һәм дарыуҙар өсөн түләргә тейеш булған аҡсанан фитыр саҙаҡаһы түләмәйҙәр. Бурыстары булған кешеләр, әгәр ҙә бурыс түләүҙе кисектереп тора алалар икән, фитыр саҙаҡаһын бирергә тейештәр.
     Фытыр саҙаҡаһы түләүҙең шарттары: мосолман булыу; рамаҙан һәм шәүүәл айҙарында иҫән-һау булыу. Рамаҙан айының һуңғы көнөндә ҡояш байығас вафат булған кеше өсөн фитыр саҙаҡаһы бирелә, ә ҡояш батҡансы үлгән кеше өсөн бирелмәй. Рамаҙан айының һуңғы көнөндә тыуған ҡояш һәм байығансы иҫән булған сабый өсөн дә фитыр саҙаҡаһы түләнә.
     Фытыр саҙаҡаһын ғаилә башлығы бөтә ғаилә ағзалары һәм уның тәрбиәһендә булған кешеләр өсөн үҙенең кеременән түләй.
     Ире ярлы (фәҡир) булһа йәки эшләмәһә, ә ҡатыны бай (етеш) булһа йәки эшләһә, ул үҙе, ире һәм уның тәрбиәһендә булғандар өсөн фитыр саҙаҡаһын бирә ала, әммә мәжбри түгел. Был — ҡатын-ҡыҙ өсөн сөннәттә тә түгел (Сөннәт – пәйғәмбәргә эйәреү була, ул эшләгән донъя — ғәмәлендә). Ул теләге буйынса үҙе өсөн генә йәки ғәиләнең бер ағзаһы өсөн генә лә түләй ала. Әгәр ҙә айырған ҡатын йөклө икән, ире уның өсөн зәкәт түләргә тейеш, сөнки ул бала тыуғансы ҡатынын тәьмин итеп торорға (тәрбиәләргә) тейеш.
     Тол хатындар һәм айырылғандар өсөн фитыр саҙаҡаһын опекуны (кемде лә булһа опекаға алған кеше) түләргә тейеш. Әгәр ҙә опекуны булмаһа, үҙе түләй. Балалар өсөн фытыр саҙаҡаһын түләү бурысы уларҙың аталары йәки ғаиләләге башҡа ир-аттар өҫтөндә. Улар был бурысты үтәмәгән осраҡта ла, фитыр саҙаҡаһын балалар өсөн ҡатын-ҡыҙ түләргә тейеш түгел.
     Балиғ булмаған балаларҙың үҙ кереме булһа ла, уларҙан зәкәт түләнмәй.
     Ир-ат бала балиғ булыуға, ул үҙе өсөн фитыр саҙаҡаһын үҙ кеременән түләргә ынтылырға тейеш. Һис мөмкинселеге булмаған осраҡта, был бурыс ғаиләләге башҡа ир-аттар өҫтөнә төшә.
     Ҡатын-ҡыҙҙың һәм уның балаларының опекундары булмаған осраҡта, был бурыс уның балиғ булған һәм эшләй башлаған өлкән улына йөкләнә.
                                                   Фытыр саҙаҡаһын кемдәргә бирергә?
     Зәкәтте үҙең менән бер ерҙә йәшәүсе кешеләргә таратырға кәрәк. Шул ерлектә зәкәт таратылырға лайыҡлы кешеләр булмаһа башҡа урында таратыла ала. Имам кәңәше менән башҡа ауылға ла күсерергә мөмкин.
     Фытыр саҙаҡаһын 8 төр кешеләргә бирергә була. Ҡөръән-Кәримдә Аллаһы Тәғәлә уларҙы һанап үтә: «Саҙаҡа (зәкәт) Аллаһтан бер фарыз (үтәлә торған ғәмәл) булараҡ, бары тик юлсыларға, меҫкендәргә, (зәкәт эштәрен башҡарыусы) йомошсоларға, күңелдәре (Исламға) ятҡандарға, (иреккә сығыу өсөн йән атҡан әсирҙәргә) ҡолдарға, бурысҡа батҡандарға, Аллаһ юлында көс сарыф итеп, жиһадта ҡатнашҡандарға, юлсыларға бирелергә тейеш. Аллаһ барыһын да бик яҡшы белеп тороусы һәм хикмәттәр эйәһелер». («Тәүбә» сүрәһе, 60-сы аят).
     Фытыр саҙаҡаһын алыр өсөн улар түбәндәге шарттарға тура килергә тейештәр:
     1. Ирекле (азат) һәм мосолман булырға.
     2. Мотталиб һәм Хашимит нәҫелен дауам иттереүселәр булмаҫҡа тейеш.
     3. Үҙ аҡылында һәм балиғ булырға. Имам Навауи балиғ булып та, намаҙ уҡымаған кешегә саҙаҡа бирергә рөхсәт итмәгән, бары тик уның опекунына бирергә ҡушҡан. Балалар һәм үҙ аҡылында булмаған кешеләргә биреләсәк саҙаҡа менән дә эште шулай хәл итергә кәрәк. Әгәр ҙә опекуны булмаһа, ул барлыҡҡа килгәнсе зәкәт түләнмәй. Ләкин балиғ булғас намаҙ уҡый башлаған, һуңыраҡ уны ташлаған кешегә саҙаҡа бирелә. Фасиҡтарға, әгәр ҙә улар уның ярҙамында гонаһ эштәр ҡылмайҙар икән, шулай уҡ саҙаҡа бирелә ала.
     4. Хәйер алыусының саҙаҡаны биреүсе тәрбиәләргә тейеш булған кеше булмауы (ата-әсәһе, балалары һ. б.) шарт. Был фитыр саҙаҡаһы булып һаналмай, сөнки беҙ уларҙы былай ҙа ҡарарға тейеш.
Башҡа кешенең ата-әсәһе һәм балаларына саҙаҡа биреү мәсьәләһенә килгәндә, ике шарт бар: әгәр ҙә уларға опекундары биргән етһә, фитыр саҙаҡаһы бирелмәй, етмәһә — бирелә, сөнки был осраҡта улар фәҡирҙәр рәтенә инә. Фитыр саҙаҡаһын һеҙ тәрбиәләргә тейеш булмаған туғандарығыҙға биреү хәйерлерәк. Был — әгәр ҙә улар зәкәт тапшырыла ала торған кешеләр иҫәбенә инә икән — ҡустылар, һеңлелләр, ағайҙар, апайҙар һәм уларҙың балалары һ. б.
                                                                                     Дин вә Мәгыйшат, № 6 (149) 22 рамазан 1433 хижри йыл.

     Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл (2019 йыл) Башҡортостан мосолмандар Диниә назараты фытыр саҙаҡаһынан ин аҙ күләмен (иген иҫәбенән сығып иҫәпләгәндә) 50 һум, тип билдәләне. Урта хәллеләр өсөн — 150 һумдан алып 300 һумға тиклем (хөрмә һәм йөҙөм баһалары буйынса).

     Фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/din/fityr-sa%D2%99a%D2%A1a%D2%BBy.html

     Зәҡәт бирҙеңме?: https://nazir1965.com/din/z%D3%99k%D3%99t-bir%D2%99e%D2%A3me.html

     Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/6081.html