Боронғоларҙың хикмәтле һүҙҙәре

                                                            Икешәрле баб (бүлек)
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, күсерелгән һүҙҙәр.
     Ул әйткән ине: Ошо ике нәмәнән артығыраҡ һис нәмә юҡ — ышаныу һәм мосолмандарға файҙа итеү; ошо ике нәмәнән яманыраҡ һис ни юҡ—берләмәү (Аллаһ Тәғәләне— И.Ғ.) һәм мосолмандарға зарар килтереү".
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Һеҙгә ғалимдар менән бергә бер мәжлестә ултырыу һәм хикмәтле һүҙҙәр тыңлау тейешле, сөнки Аллаһ Тәғәлә үле ер ямғыр яуҙырып, нисек йәшәртһә, мәйеттәр йәнен дә хикмәт нуры менән шулай йәшәтер".
     Әбүбәкер әс-Ситдиҡтан, Аллаһ унан риза булһын:
     "Берәү ғәмәл күрһәтмәй тороп ҡәбергә инһә, шул кәмәгә ултырмай ғына диңгеҙгә инеп киткән кеүек".
     Ғөмәр, Аллаһ унан риза булһын:
     "Донъя йәме мал менән, әхирәт йәме изге ғәмәл менән".

     Ғуҫман, Аллаһ унан риза булһын:
     "Донъя ғәме—күңелдәге ҡараңғылыҡ, әхирәт ғәме күңелдәге нур".
     Ғәли, Аллаһ унан риза булһын:
     "Белем алыуҙа булғанды йәннәт эҙләр, гонаһ эҙләүҙә булғанды йәһәннәм эҙләр".
     Яхъя бин Мәғаҙ:
     "Аллаға ҡаршылыҡ итмәгән—йомарт, әхирәтенә донъяһын өҫтөн ҡуймаған —зирәк".
     Әл-Әғмәш:
     "Байлығы бар диндар булһа, диненең файҙаһын сифатлауҙан телдәр талыр, байлығы барҙың уйында донъя булһа, диненә зыян килтереүен сифатлауҙан телдәр арыр".
     Суфийән әҫ-Ҫәура:
     "Нәпсе теләк—шәһүәтлек арҡаһында булған гөнаһтарҙың ярлыҡаныуына өмөт бар, тәкәбберлек арҡаһында барлыҡҡа килгән гөнаһтарҙыҡыңа өмөт юҡ,—сөнки асылда Иблис гөнаһы—тәкәбберлек, Әҙәмдеке иһә нәпсе теләге арҡаһында".
     Ҡайһы бер заһидтарҙан:
     "Берәү көлә-көлә гөнаһ эшләһә, Аллаһ Тәғәлә уны утҡа индерер, ул шунда илар; берәү илай-илай Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанын үтәһә, Аллаһ Тәғәлә уны йәннәткә индерер, ул шунда көләр".
     Бер хәким һүҙе:
     "Кесе гөнаһтарҙы түбәнһетмәгеҙ, шуларҙан оло гөнаһтар тармаҡлана".
     Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Үҙһүҙлелек менән эшләнеп килә торған кесе гөнаһ, кесе түгел. Оло гөнаһтан һуң кисереү һоралһа, шул гөнаһ оло түгел".
    Берәүҙең һүҙе:
    «Белемленең ҡайғыһы—Алланы маҡтау.
    Суфыйҙың ҡайғыһы—Алланан һорау.
    Сөнки белемленең ҡайғыһы—Раббыһы, суфыйҙың ҡайғыһы—үҙе».
     "Берәү Алланан да артыҡ яҡлаусы бар тип уйлай икән, шуның Аллаһ Тәғәләне танып белеүе аҙ булыр, берәү дошмандан да биҙәр дошманым бар ахыры тип уйлай икән, шуның үҙен танып белеүе әҙ булыр".
     "Ҡоро ерҙә лә, диңгеҙҙә лә боҙоҡлоҡ заһир булды",— тине Аллаһ Тәғәлә. «Ҡоро ер тигәне—тел, диңгеҙ—күңел; тел боҙоҡ саҡта йәндәр илашыр, күңел боҙоҡ саҡта фирештәләр илашыр».
     Әйтелгән ине:
     »Көслө нәпсе батшаларҙы ҡол итә, түҙемлек ҡолдарҙы батша итә. Йософ менән Зөләйха ҡиссаһына күҙ һалмайһығыҙмы ни һеҙ?"
     "Ниндәй ҙур һөйөнөс, әмирҙәр аҡылы менән әсирҙәр нәпсеһенә эйә булған кешеләргә.
     Ниндәй ҙур көйөнөс әмирҙәр нәпсеһе менән әсирҙәр аҡылына эйә булған кешеләргә".
     Әйтелгән ине:
     "Кем гөнаһтарҙан баш тарта, шуның күңеле нескәрә, харамды ташлап, хәләлде ашай, шуның фекере сафлана".
     Ҡайһы бер бәйғәмбәрҙәргә ҡарата Аллаһ Тәғәләнең вәхие (бәйғәмбәрҙең күңеленә һалған Аллаһ Тәғәлә фекере—И.Ғ.):
     "Ни бойорһам, шуға буйһон, ни менән вәғәзләһәм дә, миңә ҡаршылыҡ белдермә".
     Әйтелгән ине:
     "Камиллыҡҡа ирешкән аҡыл Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алыуға ниәтләп, шуға таянып эш итеү һәм уның асыуынан һаҡланыу".
     Әйтелгән:
     "Ғалимдар өсөн сит-ят ил юҡ, наҙандар өсөн ватан юҡ".
     Әйтелгән ине:
     "Берәү күндәмлеге сәбәпле Аллаһ Тәғәлә алдында яҡындарҙан булһа, шул халыҡ араһында сит кеше булыр".
     Әйтелгән ине:
     "Тән хәрәкәте—йәшәгәнлеккә сәбәп,
     Күндәмлек хәрәкәте —мәғрифәткә сәбәп".
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Бөтөн енәйәттәрҙең асылы—донъяны һөйөү, бөтөн фетнәләрҙең асылы —ғүмер менән зәкәтте тыйыу".
     Әйтелгән ине:
     "Һүҙен ҡыҫҡа тотоусы һәр саҡ маҡтаулы, ҡыҫҡартылған ҡанундар—ҡабул күрелеү ғәләмәте".
     "Ниғмәт ҡәҙерен белмәү шелтәгә дусар,
     Алйотҡа юлдаш булыу афәткә дусар".
     Бер шағир һүҙҙәре:
     "И донъяһына батҡан кеше,
     Өмөттәре уны алдаған,
     Үлем уға килеп еткәнсе,
     Ғафләтенән дә уянмаған.
     Килә үлем, тота аңһыҙҙан,
     Ҡәбер уның ғәмәл һандығы.
     Дәһшәтенә инде сабыр бул,
     Әзәлһеҙ юҡ үлем әсеһе".
                                                            Өсәрле баб.
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Берәү тормошо тарлығына зарланып, таң аттырһа, шул Раббыһына шикәйәт иткән шикелле булыр; берәү донъя эштәре өсөн хәсрәтләнеп, таң аттырһа, шул Аллаға асыу белдергән шикелле булыр; берәү байлығы хаҡына байға түбәнселек күрһәтһә, шунан диндең өстән бер өлөшө киткән булыр".
     Әбү-Бәкер әс-Ситдиҡтан, Аллаһунан риза булһын:
     "Өс нәмәгә өс нәмә менән генә ирешеп булмай: байлыҡҡа— теләп, йәшлеккә—буянып, сәләмәтлеккә—дарыу менән".
     Ғөмәрҙән, Аллаһ унан риза булһын:
     " Халыҡҡа матур мөхәббәт күрһәтеү—ярты аҡыл, матур һорауҙар биреү—ярты белем, матур саралар күреү—ярты тормош".
     Ғуҫмандан, Аллаһ унан риза булһын:
     "Берәү донъя йыйыуҙы ташлаһа, уны Аллаһ Тәғәлә һөйөр, берәү гөнаһтарҙан туҡталһа, уны фирештәләр һөйөр, берәү мосолмандарҙан ҡомһоҙлоҡто ҡырҡып ташлаһа, уны мосолмандар һөйөр".
     Ғәлиҙән, Аллаһ унан риза булһын:
     "Донъялағы бар ниғмәттән өҫтөн һәм һинең өсөн етерлек ниғмәт—Ислам ниғмәте; бөтөн эштәрҙән өҫтөн һәм һинең өсөн етерлек эш—Аллаға буйһоноу эше; бөтөн ғибрәттәрҙән өҫтөн һәм һинең өсөн етерлек—үлем тигән ғибрәт".
     Ғабдуллаһ бин Мәсғүдтән:
     "Күпме үҙенә бирелгән ниғмәткә алданып йөрөүселәр, маҡтауҙарҙан аҡылдарын юйыусылар, пәрҙәләренә төрөнөп, танауҙарын юғары сөйөүселәр!"
     Дауыт бәйғәмбәрҙән, уға Аллаһ сәләме булһын:
     "Миңә Забурҙа (Дауыт ғәләйһиссәләмгә Раббыбыҙҙан бирелгән китап—ИТ.) вәхи ҡылынған ине: «Берәүҙең дә өс нәмәнән ҡала, башҡа эштәргә хаҡы юҡ, улар—вәғәҙә көнөнә әҙерлек, йәшәү өсөн аҙыҡ-түлек, хәләлдән ләззәтлек эҙләү».
     Әбү Һүрәйранан:
     Бәйғәмбәребеҙ әйткән ине: өс— ҡотолоу, өс—һәләкәт, өс— дәрәжә һәм өс кисерелеү юлы бар. Ҡотолоу юлы йәшерен хәлдә лә, асыҡтан-асыҡ хәлдә лә Алланан ҡурҡыу, байлыҡ менән фәҡирлеккә иҡтисади булыу, асыу йә ризалыҡ белдергәндә ғәҙел булыу; һәләкәт юлы—үтә һаранлыҡ, нәпсегә эйәреү, үҙ-үҙеңә һоҡланыу; дәрәжә юлы—сәләмде ишетелерлек итеп биреү, ризыҡ ашатыу, төндәрен кеше йоҡлағанда, намаҙҙа булыу; кисерелеү юлы—һыуыҡ таңдарҙа камил тәһәрәтләнеү, йәмәғәт намаҙына ҡарай ҡуҙғалыу, намаҙ арты намаҙын көтөп алыу."
     Пәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Йәбраил әйтте миңә; «Йә, Мөхәммәд, нисек теләһәң, шулай йәшә — үләсәкһең, кемде теләһәң, шуны һөй— айырыласаҡһың, ни теләһәң, шуны һөй—язаһын күрәсәкһең».
     Ибраһим бәйғәмбәрҙән, уға Аллаһ сәләме булһын:
    «Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә һине хәлиле (яҡын дуҫы—И. Ғ.) итеп һайланы?—тигәненә яуаплап ул: „Өс нәмә арҡаһында: бүтәндәрҙең бойороғона ҡаршы мин Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанын ихтыяр иттем; Аллаһ Тәғәләнең миңә тигәнде өҫтәмә йөкләгәндә, мин күп көйөнөп торманым; иртәнге һәм киске аштарымды ҡунаҡтарҙан башҡа ашаманым,“ —тигән.
     Бер хәкимдән:
     »Ҡайғы-хәсрәттән айырылдырған нәмәләр—Аллаһ Тәғәләне ҙикерләү (иҫләү—И.Ғ.) һәм хәкимдәр һүҙе".
     Әл-Хәсәнәл-Бәсари:
     "Әҙәбе юҡтың—белеме юҡ, түҙемлеге юҡтың—дине юҡ, тәҡүәлеге юҡтың—Аллаға яҡынлығы юҡ".
     Хикәйә ителгән:
     "Бәни Исраилдәге бер йәш егет белем алырға тип юлға сыға. Ошо хәбәр уларҙың бәйғәмбәренә барып етә. Ул уны үҙенә саҡырта ла: «Йә, йәш егет, мин һиңә өс өгөт бирәм: халыҡ алдында ла, яңғыҙың ғына саҡта да Алланан ҡурҡ, телеңде тый, шул халыҡ хаҡында яҡшылыҡтан башҡа бүтән һүҙ һөйләмә, ашаясаҡ икмәгең хәләлме, шуға ышанғас ҡына аша —бына ошонда һинең дә һинән алдағыларҙың да, һинән һуңғыларҙың да ғилемлек сифаттары булыр». Егет юлға сығып китеүҙән тыйылып ҡала".
     Хикәйә ителгән:
     "Бәни Исраилдәге бер кеше һикһән һандыҡ белем йыя, әммә унан файҙалана алмай. Аллаһ Тәғәлә уларҙың бәйғәмбәренә вәхи ебәрә: Әйт, күпме генә белем йыйһа ла, өс нәмә менән ғәмәл йөрөтмәһә, файҙа булмаҫ: донъяға күңел һалма, мосолмандар йорто донъя түгел; шайтанға юлдаш булма, мосолмандарға шайтан иптәш түгел; берәүҙе лә рәнйетмә, ул мосолмандар эше түгел".
     Әбү Сөләймән әд-Дарани мөнәжәтенән:
     "Ии, Илаһым, гөнаһтарымды талап итә торған булһаң, кисереүеңде һорайым; һаранлығымды талап итә торған булһаң, йомартлыҡ биреүеңде һорайым; йәһәннәм утына индерергә булһаң, һиңә булған мөхәббәтемде ут әһеленә хәбәр итеп ҡуяйым".
     Әйтелгән һүҙ:
     "Күңеле ғалим, тәне түҙемле, барына ҡәнәғәт кеше—иң бәхетле кеше".
     Ибраһим ән-Нухағанан:
     "Боронғолар өс нәмә: артығын һөйләү, артығын ашау, артығын йоҡлау арҡаһында һәләкәтлек тапҡандар".
     Яхъя бин Мағаҙ әр-Разийҙан:
     "Донъя уны ташлағансы, донъяның үҙен ташлап өлгөргән, ҡәбергә ингәнсе, уны алдан уҡ «үҙе ҡаҙып ҡуйған», Раббыһының алдына баҫҡансы, уға алдан уҡ ризалашҡан кешеләргә ни һөйөнөс!"
     "Кемгә Аллаһ сөннәте, Рәсүлуллаһ сөннәте юҡ, шуның бер нийе юҡ",—тигән Ғәли.
     Унан: «Аллаһ сөннәте нимә?»—тип һорағандар.
     "Серҙе йәшереү,"—тип яуап ҡайтарған.
    «Рәсүлуллаһ сөннәте нимә?»
     "Халыҡ араһында етәксе урынында тороу",—тигән хәҙрәт Ғәли.
     Ғәли, Аллаһ унан риза булһын:
     "Беҙҙән элек йәшәгәндәр ошо өс нәмә хаҡында бер-берҙәре менән уҙ-ара васыятлаша һәм яҙыша торған булалар: берәү әхирәте өсөн эш башҡарһа, шуны Аллаһ Тәғәлә дини-донъяуи эштәре өсөн дә етерлек итер; берәү күңелендәген матур сифатлы итһә, Аллаһ Тәғәлә уның халыҡ күҙ алдында булған сифаттарын да матур итер; берәү Аллаһ Тәғәлә менән үҙ араһын төҙөкләндерһә, Аллаһ Тәғәлә уның кешеләр менән дә араһын төҙөкләндерер."
     Ғәлиҙән, Аллаһ унан риза булһын:
     "Аллаһ алдында яҡшы бул, нәпсең алдында үтә уҫал бул, кешеләр алдында кешелекле бул."
     Ғөзәйер бәйғәмбәргә, уға Аллаһ сәләме булһын, Аллаһ Тәғәлә вәхиенән:
     "Йә, Ғөзәйер, бәләкәй генә гөнаһ эшләгән булһаң да, уның бәләкәйлегенә ҡарама, кем алдында гөнаһың, шуға ҡара. Һиңә әҙ генә яҡшылыҡ килә торған булһа ла, әҙлегенә ҡарама; һиңә кем ризыҡ биргән, шуға иғтибар ит; мин бер тигеҙ ҡараған халҡыма ҡаршы һин күтәрелгән саҡта фирештәләрем һиңә зарланмаған кеүек, һиңә бәлә-ҡаза килгәндә фирештәләремдән, һин дә миңә зарланма.
     Хатәм әл-Әсам:
     "Һәр иртәлә шайтандың миңә: "Нимә ашайһың, нимә кейәһең, ҡайҙа тораһың? « — тигәненә ҡаршы: „Үлемде ашайым, кәфен кейәм, ҡәберҙә торам, —тип яуап ҡайтарам.“
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     »Берәү фетнәселек хурлығынан ғиззәтле күндәмлек яғына ауышһа, уны Аллаһ Тәғәлә малһыҙ байытыр, ғәскәрһеҙ көсәйтер, туғандарһыҙ хөрмәтле итер."
     Бер көндө Рәсулүллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, сәхәбәләренә (бәйғәмбәребеҙҙе күргән замандаштары—И.Ғ.) үҙе ҡаршы сығып:
     "Һеҙ бөгөн ни рәүешле иртә торҙоғоҙ? " – тигән.
     Улар: "Аллаға иман китерергә торҙоҡ, " — тигәндәр.
     Рәсулүллаһ: "Иманығыҙҙың ғәләмәте ниҙә һуң? " – тигәс, сәхәбәләр: "Бәлә-ҡазаларға сабырлыҡ күрһәтәбеҙ, муллыҡҡа шөкөр итәбеҙ, яҙмышҡа ризабыҙ, " — тигәндәр.
     Рәсулүллаһ: «Ҡәғбә Раббыһы менән ант итеп әйтәм, һеҙ – хаҡ мосолмандарҙан, „ — тигән.
     Ҡайһы бер нәбиҙәргә (бәйғәмбәрҙәргә—И.Ғ.) Аллаһ Тәғәлә вәхие:
     “Берәү күңелендә мөхәббәт тотоп миңә юлыҡһа, уны йәннәтемә индерермен; берәү минән ҡурҡып миңә юлыҡһа, уны утымдан (тамуҡтан—И.Ғ.) ситләтермен; берәү минән оялып миңә юлыҡһа, гөнаһтарын һаҡсы фирештәләремдән онотторормон.»
     Ғабдулдаһ бин Мәсғүд:
     "Аллаһ Тәгәләнең һиңә фарыз иткәндәрҙе (бойорғандарҙы—И.Ғ.) хафаға төшөп үтәһәң, иң диндар бәндәләрҙән булырһың; Аллаһ Тәғәләнең һиңә хәрәм иткән (тыйған—И.Ғ.) нәмәләренән һаҡланһаң, иң тәҡүәле кеше булырһың; Аллаһ Тәғәләнең һиңә биргән өлөшөнән ҡәнәғәт булһаң, иң бай кеше булырһың".
     Салих әл-Мәрҡадиҙан:
     Ул бер нисә өй тапҡырынан үтеп бара икән, шул саҡ әйткән: «Эй өйҙәр, ҡайҙа һеҙҙең элекке хужаларығыҙ, ҡайҙа боронғо өй эйәләре һәм һеҙҙә торған боронғо халыҡтар?»
Бер ауаз килгән: «Уларҙың эҙҙәре өҙөлгән, тәндәре тупраҡта серегән, муйындарына мунсаҡ итеп тағылған ғәмәлдәре генә ҡалған.»
     Ғәли, Аллаһ унан риза булһын:
     "Үҙең теләгәндәргә әмирҙәре булып химая ҡыл; үҙең теләгәндәрҙән әсирҙәре булып һора; үҙең теләгәндәрҙән тиңдәштәре булып ихтыяжын бөтөр."
     Яхъя бин Мәғаҙ:
     "Донъяны бөтөнләйе менән ташлау—унан бөтөнөһөн алыу. Берәү уны бөтөнләй ташлаһа, унан бөтөнөһөн алған булыр, берәү унан бөтөнөһөн алһа, уны бөтөнләйгә ташлаған булыр. Донъянан алыу—уны ташлауҙа, уны ташлау—унан алыуҙа."
     Ибраһим бин әл-Әдһәмдән:
     Уға: «Суфыйлыҡты ни сәбәпле хуп күрҙең?»—тигәндәр.
     "Өс нәмә арҡаһында: ҡәберҙең кешеһеҙ булыуын һәм минең менән унда дуҫтарым юҡлығын, бара торған юлдың оҙонлоғон һәм аҙыҡһыҙ булыуын, Аллаһ Тәғәләнең хөкөмдарлығын һәм аҡланырлыҡ дәлилдәр юҡлығын күрҙем,"—тип яуап биргән.
     Мәғрифәтле ғалимдарҙың береһе—әш-Шиблиҙән:
     "Ии, Раббым, мин фәҡир һәм зәғиф, шулай булыуыма ҡарамаҫтан, бөтөн яҡшылыҡтарымды һиңә бүләк итеп биреүҙе һөйәм; ии минең Хужам, миңә биргән байлығыңа ла ҡарамаҫтан, барса яманлыҡтарымды минән бүләк итеп алыуҙы һөйәрһең микән?!"
     Суфъян әҫ-Ҫауранан:
     "Аллаһ Тәғәләгә түбәнселек итеү нимә ул?"—тип һорағандар.
     "Сибәр йөҙлө, матур тауышлы һәм оҫта теллеләр менән аралашмау,"—тигән ул.
     Ибн Ғәббастан:
     Зуһд — суфыйсылыҡ тигән һүҙ, өс тартынҡынан ғибәрәт: з, һ, д.
     3—вәғәҙә көнөнә аҙыҡ әҙерләү,
     Һ—дингә тура юл,
     Д—ғибәҙәткә даимилыҡ.
     Былай тип тә әйткән булған:
     Зуһд—өс ауазлы һүҙ:
     "3" —ҡупшылыҡты ташлау,
     "Һ" —күңел һәм нәпсе теләгәнде ташлау,
     "Д" —донъя ҡыуыуҙы ташлау.
     Хәмид эргәһенә берәү килә:
     "Миңә васыят әйт,"—ти.
     Динең өсөн «Мусхәф» тышлығындай тышлыҡ яһа,"—тигән.
     "Нимә һуң ул диндең тышлығы?"
     "Кәрәгенән артыҡ һүҙ һөйләмәү, кәрәгенән артыҡ донъяуи эштәрҙе эшләмәү, кәрәгенән артыҡ кешеләр менән аралашмау. Тағы ла бел, зуһедлек асылы—оло һәм кесе хәрәмдәрҙән һаҡланыу, ауыр һәм еңел фарыздарҙың барыһын да үтәп барыу, кешеләрҙең әҙенә дә, күпселегенә лә донъяны ташлау."
     Лоҡман әл-Хәкимдең улына әйткәне:
     "Кеше өс өлөшкә бүленгән: бер өлөшө—Аллаһ өсөн, икенсеһе—үҙе өсөн, өсөнсөһө—ҡорттар өсөн.
Аллаһ өсөн булғаны—йәне, үҙе өсөн булғаны—ғәмәле, ҡорттар өсөн булғаны—тәне."
     Ғәлиҙән, Адлаһ Тәғәлә унан риза булһын:
     "Ошо өс нәмә хәтерҙе арттыра һәм ҡаҡырыҡты бөтөрә: теш таҙартыу, ураҙа тотоу һәм Ҡөрьән уҡыу."
     Кәғб әд-Әхбарҙан:
     "Мосолмандар өсөн шайтандан өс кәртә бар: мәсет, Алланы хәтерҙә тотоу һәм Ҡөрьән уҡыу".
     Бер хәкимдән:
     "Аллаһ Тәғәлә үҙе һөйгән өс төркөмдән—фәҡирҙәрҙән, ауырыу һәм сабырҙарҙан башҡа бүтән кешеләргә үҙ хазинаһынан өлөш сығармаҫ".
     Ибн Ғәббастан.
     Унан: «Иң изге көн ҡайһы көн, иң изге ай ҡайһы ай, иң изге ғәмәл ҡайһы ғәмәл?»—тип һорағандар.
     "Иң изге көн—йома көнө, иң изге ай — рамаҙан айы, иң изге ғәмәл—биш ваҡыт намаҙҙы үҙ ваҡытында үтәп барыу,"—тип яуап ҡайтарған.
Шунан өс көн үткәс ибн Ғәббас яуабы тураһында Ғәлигә еткергәндәр. Ғәли хәҙрәт: «Быны көнбайыш менән көнсығыштағы бөтөн ғалимдарҙан, хәкимдәрҙән, фәҡирҙәрҙән Һорап китһәң, береһе лә ибн Ғәббастай яуап бирә алмаҫ ине.
     Әммә мин былай тиер инем,—тигән,—иң изге ғәмәл—һинән Аллаһ Тәғәлә ҡабул иткән ғәмәлең, иң изге ай,—Аллаһ Тәғәлә алдында һинең ысын күңелдән тәүбә ҡылып барған айың, иң изге көн—был донъянан китеп, Аллаһ Тәғәлә алдына һинең мосолман булып барған көнөң.»
     Бер шағирҙың һүҙҙәре:
     "Күрсе беҙҙең көн дә нисек ҡаҡшағанды,
     Эстән-тыштан уйнап-көлөп шаярғанды,
     Бирелә күрмә донъяһына, ниғмәтенә,
     Мәңгелек өй түгел бит был ватан беҙҙең.
     Үләреңдән элек тотон ғәмәлеңә.
     Һис маһайма дуҫ-туғандар күплегенә."
     Әйтелгән ине:
     "Аллаһ Тәғәлә бәндәһенә изгелек теләһә, диндә уға фәҡиһлыҡ (юрислыҡ—И.Ғ.), донъялығында заһидлыҡ (монах, аскетлыҡ—И.Ғ.) бирер ғәйептән үҙен күрһәтер."
     Рәсүлулланан, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     Сәхәбәләре менән бергә ултырғанда Рәсүлуллаһ әйткән ине: «Һеҙ йәшәгән был донъяла миңә өс нәмә һөйөклө: хушбуй, ҡатын-ҡыҙ һәм күҙҙәремде намаҙға текәү.»
     Әбүбәкер: «Дөрөҫ һөйләйһең, Рәсүлуллаһ, миңә лә донъяла өс нәмә һөйөклө: Рәсүлулланың битенә ҡарап тороу, Рәсүлуллаһ өсөн малымды сарыф итеү, ҡыҙымдың Рәсүлуллаһ никахында булыуы,» —тине.
     Уға Ғөмәр ҡушылды: «Хаҡ һөйләйһең, Әбүбәкер, минең өсөн дә донъяла өс һөйөклө нәмә бар: изгелеккә бойороу, насарлыҡтан тыйыу, иҫке кейем кейеү.»
      Шунан Ғуҫман әйтте: «И, Ғөмәр, миңә лә донъяла өс нәмә һөйөклө: астарҙы ашатыу, яланғастарҙы кейендереү, Ҡөрьән уҡыу.»
      Уларға Ғәли хәҙрәт ҡушылды: «Йә, Ғуҫман, донъяла мин дә өс нәмәне яратам: ҡунаҡтарға хеҙмәт итеү, йәй көндәрендә ураҙа тотоу, ҡылыс менән һуғышыу.»
     Шулай һөйләшеп ултырғанда, Йәбраил килеп, Бәйғәмбәрғә: «Һеҙҙең һөйләшкәнде ишеткәс, Аллаһ Тәғәлә мине һиңә ебәрҙе, әгәр мин донъяуи булһам, миңә нимә һөйөклө булыр ине, тип һиңә минән һорарға ҡушты,»—тине.
     Бәйғәмбәр: «Әгәр һин донъяуи булһаң, нимәне һөйөр инең?» —тине.
     Йәбраил: «Аҙашҡандарҙы тура юлға индереү, башҡа диндәгеләр менән татыулашыу, михнәттә йәшәүсе балалы ғаиләләргә ярҙам итешеү,» —тине. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: «Аллаһ Тәғәлә бәндәләрендәге өс төрлө холоҡты һөйә: бөтөн көстө сарыф итеү, үкенеп илау һәм мохтажлыҡта йәшәгәндә сабырлыҡ.»
     Бер хәкимдән:
     "Аҡылына ғына таянған—аҙашҡан, байлыҡ менән генэ хиресләнгән—бар байлығын әҙәйткән, мәхлүклегә менән генә шөһрәт тапҡан — хурлыҡ тапҡан."
     Бер хәкимдән;
     "Мәғрифәт емеше өс нәмәнән хасил: Алланан оялыу; Аллаһ хаҡына мөхәббәт; Аллаһ Тәғәләгә ынтылыу."
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Мөхәббәт мәғрифәттең нигеҙ ташы, ғиффәт—инанғанлыҡ ғәләмәте, инаныуҙың башы —тәҡүәлек һәм Алланың тәҡдиренә риза булғанлыҡ."
     Суфъян бин Ғәйинәнән, уға Аллаһ риза булһын:
     "Берәү Алланы һөйһә, Аллаһ Тәғәләнең һөйгән кешеләрен дә һөйөр; берәү Аллаһ Тәғәләнең һөйгән кешеләрен һөйһә, Аллаһ өсөн һөйөклө булған нәмәләрҙе лә һөйөр; берәү Аллаһ      Тәғәлә өсөн һөйөклө булған нәмәләрҙе лә һөйҙө иһә, шул бүтән кешеләрҙең шуны белмәүен һөйөр."
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Мөхәббәткә тоғролоҡ өс нәмәлә беленә: дуҫыңдың һүҙен бүтәндәрҙекенән өҫтөн ҡуйыу; бүтәндәргә ҡарағанда, дуҫы менән бергә ултырып һөйләшеүҙе артыҡ күреү; бүтәндәрҙекенә ҡарағанда, дуҫыңдың ризалығына ғына өҫтөнлөк биреү."
     Ваһһаб ибн Мүнәббиһ әл-Йәмәниҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     "Тәүратта (Муса ғәләйһиссәләмгә индерелгән китапта— И.Ғ.) яҙылған: «Ҡомһоҙ был донъяла йыһандары булһа ла фәҡир булып ҡала; күндәм үҙ милкендә ҡоло булһа ла өлкәндәргә буйһона; бай ас булһа ла әҙгә ҡәнәғәт була.»
     Бер хәкимдән:
     "Берәү Алланы таныһа, шуның халыҡта ихтыяжы булмаҫ; берәү донъяны таныһа, шуның унда дәрте булмаҫ; берәү Алланың ғәҙеллеген таныһа, уға дошмандар яҡын килә алмаҫ."
     Ҙуннунәл-Мисрыйҙан:
     "Һәр ҡурҡҡан йән—ҡасаҡ кеше; теләктә йөрөгән кеше — әҙләгән кеше, Аллаға дуҫлыҡ өҫтәгән кеше—үҙенән ситләшкән кеше.
     Уның һүҙе: «Алланы таныған—әсир тәбиғәтле кеше, үткен аҡыллы, үтә күп изге ғәмәлле.»
     Уның һүҙе: «Алланы таныған—тоғролоҡло, зирәк аҡыллы, саф ғәмәлле.»
     Әбү Сөләймән әд-Дараниҙан:
     "Донъяла һәм әхирәттә һәр изгелек асылы —Алланан ҡурҡыу, донъя асҡысы—туҡлыҡ, әхирәт асҡысы—аслыҡ."
     "Ғибәҙәт—бер һөнәр; һыйыныр ере—кибет, байлығы— тәҡүәлек, табышы—йәннәт."
     Малик бин Динарҙан:
     "Тәкәбберлекте—түбәнселек, ҡомһоҙлоҡто—ҡәнәғәтлек көнсөллөктө нәсихәт менән баҫтырып ҡуйһаң, мосолман булырһың."
                                                                    Дүртәрле баб.
     Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, Әбүҙәр Ғыйффарға әйткән:
     "Йә, Әбүҙәр, кәмәне яңырт —диңгеҙ тәрән, аҙыҡты етерлек ал — сәфәр алыҫ, күтәрәсәк йөгөңдө еңеләйт — менәсәк тау текә, ғәмәлеңде ысын күңелеңдән үтә — тәнҡитсенең күҙе үткен."
     Шағир шиғырынан:
     "Кешеләргә фарыз эш бар —тәүбә итеү,
     Тағын да важиб гөнаһлы эште ҡуйыу.
     Ҡайғыларға түҙем булыу — бик ҡыйын хәл,
     Үтә ҡыйын була, китһә ҫәуап ситкә.
     Яҙмыштың шаянлыҡтары иҫ китәрлек,
     Наҙанлыҡта йөрөй кеше, шуныһы ғәжәп.
     Алда булған бөтөн нәмә яҡыныңда,
     Әммә үлем ҡайтмаҫҡа тип алып китә."
     Хәкимдәрҙең береһенән:
     "Күркәмлек —дүрт, шуларҙан да иң күркәмерәге ошо булыр: ирҙәр оялғанлығы матур, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы тағы ла матурыраҡ; ғәҙеллек һәр кемдеке матур, әмирҙәрҙеке тағы ла матурыраҡ; ҡарттар тәүбәһе матур, йәштәрҙеке тағы ла матурыраҡ, байҙар йомартлығы матур, фәҡирҙәрҙеке тағы ла матурыраҡ."
     Хәкимдәрҙең береһенән:
     "Әшәкелек—дүрт, шуларҙан да әшәкерәк тағы дүрт нәмә бар: йәштәр эшләгән гөнаһ әшәке, ҡарттарҙыҡы тағы ла әшәкерәк; наҙандарҙың донъя ҡыуыуҙары әшәке, ә ғалимдарҙыҡы тағы ла әшәкерәк; ғибәҙәттә ялҡаулыҡ әшәке , ә ғалимдар менән шәкерттәрҙеке тағы ла әшәкерәк; байҙар тәкәбберлеге әшәке, ә фәҡирҙәрҙеке тағы ла әшәкерәк."
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ сәләме һәм рәхмәте булһын:
     "Күк халҡы өсөн йондоҙҙар именлек һағы, улар таралһа күк халҡына бәлә-ҡаза буласаҡ;
     Минең өй йәмәғәтем өммәтем өсөн именлек һағы, улар туҡталһа, өммәтемә бәлә-ҡаза киләсәк;
     Сәхәбәләрем өсөн именлек һағы, мин китһәм, сәхәбәләремә бәлә-ҡаза киләсәк;
     Тауҙар ерҙәге халыҡ өсөн именлек һағы, улар китһә, халыҡҡа бәлә-ҡаза киләсәк."
     Әбү Бәкер әс-Ситдиҡтан, уға Аллаһ риза булһын:
    «Дүрт нәмәне камиллаштырған дүрт сара бар:
     Намаҙың—яңылышыу сәждәһе, ураҙаны —фитр садаҡаһы, хажды —фидия, иманын йыһад камил итә.»
     Ғабдуллаһ бин әл-Мубарәктән:
     "Көн дә ун ике рәкәғәт (намаҙҙың бер өлөшө—И.Ғ.) намаҙ уҡыған—намаҙ хаҡын үтәгән, ай һайын өсәр көн ураҙа тотҡан— ураҙа хаҡын үтәгән, көн дә йөҙ аят Ҡөрьән уҡыған—Ҡөрьән хаҡын үтәгән, йома һайын бер дирһәм садаҡа биргән—садаҡа хаҡын үтәгән."
     Ғөмәрҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     "Диңгеҙҙәр —дүрт: ҡомарлыҡ —гөнаһтар диңгеҙе, нәпселек—аҙғын теләктәр диңгеҙе, үлем—тереклек диңгеҙе, ҡәбер—үкенеүҙәр диңгеҙе."
     Ғуҫмандан, уға Аллаһриза булһын:
     "Ғибәҙәт нескәлеген дүрт нәмәлә таптым: Аллаһ йөкләгән фарыз ғәмәлдәрҙе үтәп барыу; Аллаһ Тәғәлә хәрәм иткән нәмәләрҙән һаҡланыу; Аллаһ Тәғәләнән ҫәуап өмөт итеп, яҡшылыҡ эшләргә бойороу; Аллаһ Тәғәләнең асыуынан һаҡланып, тыйғандарынан тыйылыу.
     Дүрт ғәмәл бар, асыҡ булғаны —өҫтөнлөк һәм йәшерен булғаны—фарыздан ғибәрәт:
     Изгеләргә ҡатнашыу, изгеләр менән осрашыу—өҫтөнлөк, уларға оҡшарға тырышыу—фарыз;
     Ҡөрьән уҡыу—өҫтөнлөк, Ҡөрьән ҡушҡанса ғәмәл үтәү — фарыз;
     Ҡәберлеккә барыу—өҫтөнлөк, унда булырға алдан әҙерләнеү—фарыз;
     Ауырыуҙар хәлен белеү—өҫтөнлөк, ауырыусы кешеләрҙең васыятын алыу—фарыз."
     Ғәлиҙән,уға Аллаһ риза булһын:
     "Йәннәткә ынтылған — изгелеккә ашыҡҡан, уттан ҡурҡҡан— күңел аҙғынлығынан тыйылған, үлемгә инанған— хозурлыҡтарын юҡҡа сығарған, донъяны таныған бәлә-ҡазаларына вайымһыҙ ҡараған кеше."
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Намаҙ—диндең терәге, өндәшмәй тороу артыҡ;
     Садаҡа—Раббыңдың асыуын һүндерә, өндәшмәй тороу артыҡ;
     Ураҙа—утҡа ҡаршы ҡалҡан, өндәшмәй тороу артыҡ;
     Йыһад—диндең үркәсе, өндәшмәй тороу артыҡ."
     Бәни Исраил бәйғәмбәрҙәренең береһенә Аллаһ Тәғәлә ошо вәхиҙе ебәргән булған:
     "Файҙаһыҙ эштән тыйылып ҡалыуың , минең өсөн ураҙа; тән ағзаларыңды хәрәмдән һаҡлауың минең өсөн намаҙ; кешеләрҙән өмөт өҙөүең, минең өсөн садаҡа; мосолмандарҙан йәбер-яуызлыҡ күреүең, минең өсөн йыһад (дин юлындағы көрәш—И.Ғ.)."
     Ғабдуллаһ бин Мәсғудтән:
     "Дүрт нәмә күңелде ҡарайта: самаһыҙ тулған ҡорһаҡ; яуыздар менән дуҫлыҡ; булған гөнаһтарҙы онотоу; ҙур өмөт. Дүрт нәмә күңелде ағарта: һаҡланыу ниәтенән асыҡҡан ҡорһаҡ; яҡшылар менән дуҫлыҡ; булған гөнаһтарҙы иҫтә тотоу; өмөттө сикләү."
     Хатәм әл-Әсамдан:
     "Дүрт төрлө дәғүә дүрт дәғүәнән башҡа ялған булыр:
     Берәү хәрәмдән тыйылмайынса Аллаға мөхәббәт дәғүә итһә, шуның дәғүәһе ялған;
     Берәү меҫкен-фәҡирҙәрҙе өнәмәй, бәйғәмбәргә мөхәббәт дәғүә итһә, шуның дәғүәһе ялған;
     Берәү садаҡа бирмәй, йәннәткә мөхәббәт дәғүә итһә, шуның дәғүәһе ялған;
     Берәү гөнаһтарынан тыйылмай, уттан ҡурҡыуға дәғүә итһә, шуның дәғүәһе ялған."
     Бәйғәмбәре беҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Яман хәлгә килтерә торған эштәрҙең ғәләмәте дүрт:
     Аллаһ хозурында һаҡлана торған элекке гөнаһтарҙы онотоу;
     Ҡабул ителеүе йәиһә ителмәүе мәғлүм булмаған элекке яҡшылыҡтарҙы иҫкә төшөрөү;
     Донъя эштәрендә үҙенән юғары торғандарға иғтибарҙы йүнәлтеү;
     Дин эштәрендә үҙенән түбән торғандарға өҫтөн ҡарау.
     Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Теләгән инем дә уны, ул мине теләмәне, шуға күрә уны ташланым да,» —ти.
     Бәхетлелек ғәләмәте дүрт: үткәндәге гөнаһтарҙы иҫтә тотоу, элекке яҡшылыҡтарҙы онотоу, дин эшендә үҙенән юғары торғандарға иғтибарҙы йүнәлтеү, донъя эштәрендә үҙенән түбән торғандарға өҫтән ҡарау."
     Бер хәкимдән:
     "Иман йолаһы —дүрт: тәҡүәлек, оялсанлыҡ, шөкөр итеү, сабырлыҡ."
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Әсәләр —дүрт: дарыуҙар әсәһе; тәрбиә әсәһе; ғибәҙәт әсәһе; именлек әсәһе.
     Дарыуҙар әсәһе—әҙ ашау;
     Тәрбиә әсәһе —әҙ һүҙлелек;
     Ғибәҙәт әсәһе—гөнаһтар әҙлеге;
     Именлек әсәһе—сабырлыҡ".
     Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын әйткән ине:
     "Әҙәм балалары тәнендәге дүрт йәүһәрҙе дүрт нәмә юҡ итә: асыу—аҡылын, көнсөллөк —динен, өмөт һуҙыу—оятын, ғәйбәт—изге ғәмәлен."
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Йәннәттәге дүрт нәмә, йәннәткә ҡарағанда ла хәйерлерәк:
     йәннәттә мәңгегә ҡалыу,
     йәннәттә фирештәләрҙең хеҙмәт итеүе,
     йәннәттә бәйғәмбәрҙәргә күрше булыу,
     йәннәттә Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алыу.
     Йәһәннәмдәге дүрт нәмә, йәһәннәмгә ҡарағанда ла яман:
     йәһәннәмдә мәңгегә ҡалыу,
     йәһәннәмдә фирештәләрҙең кафырҙарға шелтә биреүе,
     йәһәннәмдә шайтанға күрше булыу,
     йәһәннәмдә Аллаһ Тәғәләнең асыуына юлыҡҡан булыу."
     Бер хәкимдән:
     "Нисек йәшәйһең?" —тип һорағандар.
     Ул: «Раббым менән килешеп, нәпсе менән тартышып, халыҡ менән ысын күңелдән кәңәшләшеп, донъя менән заруриәт ҡәҙәренсә,» —тигән.
     Бер хәкимдән:
     "Дүрт китаптан —дүрт йөмлә:
     Тәүратта: «Аллаһ Тәғәләнең биргәненә риза булыусыға донъя һәм әхирәт рәхәте булыр».
     Инжилдә (Ғайса ғәләйһиссәләмгә иңдерелгән китапта— И.Ғ.): «Кем үҙ нәпсеһенә сик ҡуя, шуның донъяла һәм әхирәттә ҡәҙере булыр».
     Зәбурҙа (Дауыт ғәләйһиссәләмгә иңдерелгән китапта—И.Ғ.): «Берәү халыҡ араһынан сығып, яңғыҙлыҡта ҡалһа, шул донъя һәм әхирәттә ҡотолоу табыр».
     Ҡөрьәндә: «Кем телен һаҡлай, шул донъяла һәм әхирәттә сәләмәт, иҫән-һау ҡалыр».
     Ғөмәрҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     Аллаһ Тәғәлә шаһит, минең һис бәхетһеҙлек кисергәнем булманы, кисерһәм дә, шул бәхетһеҙлек гөнаһыма күрә булмаһа, шул бәхетһеҙлек әлеге гөнаһымдан ҙурыраҡ булмаһа, бәхетһеҙлек арҡаһында ризалыҡтан мәхрүм булмаһам, бәхетһеҙлек хаҡына ҫауап өмөт итәм икән,—быларҙы мин Аллаһ Тәғәләнең миңә биргән дүрт ниғмәте тип һанайым".
     Ғабдуллаһ бин әл-Мубәрәктән:
     "Бер зирәк кеше хәдиҫтәр йыя ла шуларҙың ҡырҡ меңен һайлап ала, һуңынан дүрт меңгә ҡалдыра, шунан дүрт йөҙөн һайлап ала, тағы ла аралай, ҡырҡҡа ҡалдыра һәм ҡырҡ эсенән дүрт хәдиҫте генә һайлап ала.
     Шуларҙың береһе—һәр хәлдә ҡатынға ышанма,
     икенсеһе—һәр хәлдә байлыҡҡа алданма,
     өсөнсөһө—ашҡаҙаныңа күтәрә алмаҫлыҡ тейәмә,
     дүртенсеһе — файҙа бирә алмаҫлыҡ белемде йыйма".
     Мөхәммәд бин Әхмәдтән:
     "Аллаһ Тәғәләнең «сәйидтәр ҙә (бында, бәйғәмбәр нәҫеленән булғандар—И.Ғ.), хәсурҙар ҙа (хәсрәтлеләр—И.Ғ.), нәбиҙәр ҙә (бәйғәмбәрҙәр ҘӘ—И.Ғ.)—игелекле кешеләр»,—тигәненә нисбәттән, ул былай тип әйткән ине:
     "Яхъя бәйғәмбәрҙе Аллаһ Тәғәлә сәйид һәм үҙенең ҡоло тип атаны, сөнки нәпсе аҙғынлығынан, иблистән, телсәнлектән һәм асыу килеү кеүек нәмәләрҙән ул өҫтөн булды".
     Ғәлиҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     "Дүрт төркөм халыҡ барҙа, дин менән донъя туҡталмай — улар:
     Һаранлыҡҡа хаҡтары булһа ла, йомарт байҙар; ни белһәләр, шул ары менән ғәмәлдә булған ғалимдар; белмәүҙәре менән тәкәбберләнмәгән наҙандар; әхирәттәрен донъяға алмаштырмаған фәҡирҙәр".
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә дүрт төркөм кешегә дүрт шәхесте үҙенең дәлиле итеп күрһәтә: байҙарға—Сөләймән бин Дауытты, ҡолдарға—Йософты, ауырыу кешеләргә—Әйүпте, фәҡирҙәргә-Ғайса ғәләйһиссәләмдәрҙе".
     Сәғид бин Билалдан:
     "Кеше гонаһ эшләһә, Аллаһ Тәғәлә уға дүрт нәмә менән шәфҡәт күрһәтә: шуны ризығынан яҙҙырмай, һаулығын алмай, гөнаһтарын үҙенә күрһәтмәй, кисекмәҫтән шунда уҡ язаға тарттырмай".
     Хатәм әл-Әсамдан:
     "Берәү йоҡоһон ҡәбергә, шөһрәтен мизанға, ял итеүҙәрен сиратҡа, күңеле теләгәндәрен йәннәткә ҡалдырһа, шул кеше йәннәт тапҡан булыр".
     Хәмид әл-Ләфафтан:
     "Беҙ дүрт нәмәне эҙләгәндә юлдан сыҡҡан, хаталанған инек, һуңынан шуларҙы дүрт нәмәлә таптыҡ:
     Эҙләгән инек байлыҡты мал-мөлкәттә, таптыҡ уны ҡәнәғәт булыуҙа;
     Эҙләгән инек йәшәү рәхәтен муллыҡта, таптыҡ уны әҙ малда;
     Эҙләгән инек ләззәтлекте ниғмәт эсендә, таптыҡ уны сәләмәт тәндә;
     Эҙләгән инек ризыҡты ерҙә, таптыҡ уны күктә".
     Ғәлиҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     "Дүрт нәмә бар ти, шуның әҙе лә күп: хәстәлек, фәҡирлек, ут һәм дошман".
     Хатәм әл-Әсамдан:
     "Дүрт нәмә бар ти, шуларҙың ҡәҙерен дүрт кешенән башҡа бүтәндәр белмәй:
     Йәшлек ҡәҙерен ҡарттарҙан башҡалары белмәй;
     Көс-ҡеүәт ҡәҙерен бәләгә тарығандарҙан башҡалары белмәй;
     Һаулыҡ ҡәҙерен ауырыуҙарҙан башҡалары белмәй;
     Йәшәү ҡәҙерен үлгәндәрҙән башҡалары белмәй".
     Шағир Әбү Нәүүәстән:
     "Фекер йөрөтһәм, гөнаһым күп донъяла тип,
     Рәхмәте Раббымдың гөнаһымдан иркенерәк.
     Изгелектә ғәмәл ҡылыу бер теләгем,
     Алланың рәхмәтенә өмөтләнеү—шул күберәк.
     Был донъяға яратты Раббым мине,
     Мин—ҡол Уға, йән-тән менән буйһоноусан;
     Ярлыҡауға ирешә алһам, рәхмәте киң,
     Һин һуңғыһы була ҡалһаң, нишләр инем?"
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Ҡиәмәт көнө булғас та ҡуйылыр үлсәү, шунда намаҙ эйәләренең дә һалыныр әжерҙәре үлсәүгә; һуңынан ураҙа тотоусылар килтерелер һәм уларҙың да әжерҙәре үлсәүгә ҡуйылыр; һуңынан килтерелер бәләгә тарыусылар, улар өсөн үлсәү ҙә ҡуйылмаҫ, дәфтәрҙәре лә уларҙың иғлан ителмәҫ, уларҙың әжерҙәре хисапһыҙ ҡуйылыр, хатта ҡайғы- хәсрәтһеҙҙәр ҙә Аллаһ Тәғәләнең күпләгән ҫәуаплы урындарында булған булһаҡ икән, тигән теләктә булырҙар."
     Бер хәкимдән:
     "Әҙәм балаһы дүрт төрлө талаусыға: йәнен алыусы үлем фирештәһенә, байлығын бүләсәк вариҫтарына, тәнен ашаусы ҡорттарға, ҡиәмәт көнгә алып килгән мал-тыуарын, йәғни ғәмәлен дәғүәләүселәргә ҡаршы йөҙө менән борола."
     Бер хәкимдән:
     "Берәү енси теләк менән мәшғүл булһа, уға ҡатындан башҡа бүтән сара юҡ;
     Берәү байлыҡ йыйыу менән мәшғүл булһа, шуға хәрәм инмәй бүтән сара юҡ;
     Берәү мосолмандар файҙаһына эш итеү менән мәшғүл булһа, шуға етәксе булмай бүтән сара юҡ;
     Берәү ғибәҙәт менән мәшғүл булһа, шуға белемдән башҡа бүтән сара юҡ".
     Ғәлиҙән, Аллаһ уға риза булһын:
     "Дүрт ҡыйын хәл бар:
     Асыу килгәндә ғәфү итеү;
     Мохтажлыҡта йомарт булыу;
     Яңғыҙлыҡта ғиффәтле, әхләҡлы булыу;
     Хаҡлыҡтан ҡурҡҡандарға йәиһә хаҡлыҡты һорағандарға хаҡ һүҙ әйтеү".
     Аллаһ Тәғәлә Зәбурҙа Дауыт бәйғәмбәргә вәхи ебәргән:
     "Аҡыллы кеше дүрт сәғәт ваҡытын буш итмәҫ:
     Бер сәғәте— Раббыһына мөнәжәттә;
     Бер сәғәте—үҙ-үҙенә хисап биреүҙә;
     Бер сәғәте— уның ғәйепле эштәренән хәбәрле булған ҡәрҙәштәренә барып йөрөүҙә;
     Бер сәғәте—хәләл ләззәттәр менән генә шөғөлләнеүҙә."
     Бер хәкимдән:
     "Дүрт ғибәҙәт бар: вәғәҙәгә тоғролоҡ, шәриғәт билгеләгән ҡанундарҙы һаҡлау, юғалған нәмәләргә сабырлыҡ, булғанына ҡәнәғәтлек".
     "Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр... ", Имам Ғариф – хажи Ғабдрахман.

     Дауамын ошонда уҡығыҙhttps://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/boron%D2%93olar%D2%99y%D2%A3-xikm%D3%99tle-%D2%BB%D2%AF%D2%99%D2%99%D3%99re-dauamy.html#more-6968