Боронғоларҙың хикмәтле һүҙҙәре (дауамы)

                     Бишәрле баб. (бүлек)
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Кем биш нәмәне хурлай, шул биш нәмәнән мәхрүм була:
     Ғалимдарҙы хурлаған — диненән;
     Әмирҙәрҙе хурлаған — донъяһынан;
     Күршеләрен хурлаған — табыштарынан;
     Яҡындарын хурлаған — мөхәббәттән;
     Ғаиләһен хурлаған — матур тормоштан мәхрүм ҡалған".
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Килер өммәтемә шундай бер заман ти, шул саҡ улар биш нәмәне генә яратып, биш нәмәне онотҡан булырҙар:
     Донъяны яратырҙар, әммә аҙағын оноторҙар;
     Һарайҙарын яратырҙар, әммә ҡәберҙәрен оноторҙар;
     Мал-мөлкәт яратырҙар, әммә хисап барлығын оноторҙар;
     Балаларын яратырҙар, тик хурҙарҙы оноторҙар;
     Үҙҙәрен яратырҙар, тик Алланы оноторҙар; улар минән азат, мин дә уларҙан азат".

          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Аллаһ Тәғәлә биш нәмә бәрәбәренә биш нәмәне алдан уҡ әҙерләп ҡуймай тороп, берәүгә лә бирмәй ҡалдырмай:
     Шөкөр бәрәбәренә артыҡлыҡты;
     Доға бәрәбәренә ҡабул булыуҙы;
     Ғәфү итеүҙе һорау бәрәбәренә ярлыҡауҙы;
     Тәүбә бәрәбәренә ҡабул ителеүҙе;
     Садаҡаһы бәрәбәренә ҡабул күреп алыуҙы".
          Әбү Бәкер әс-Ситдиҡтан, уға Аллаһ риза булһын:
     "Ҡараңғылыҡ биш төрлө, шуларҙың яҡтыртыусылары ла биш төрлө:
     Донъяны һөйөү — ҡараңғылыҡ, яҡтыртыусыһы — тәҡүәлек;
     Гөнаһлылыҡ — ҡараңғылыҡ, яҡтыртыусыһы — тәүбә;
     Ҡәбер — ҡараңғылыҡ, яҡтыртыусыһы — «Ләә иләәһә илләллааһ, Мөхәммәдәр-Рәсүлуллаһ»;
     Әхирәт — ҡараңғылыҡ, яҡтыртыусыһы — изге ғәмәл;
     Сират — ҡараңғылыҡ, яҡтыртыусыһы — көслө иман".
          Ғөмәрҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     Ул Әбү Бәкерҙе туҡтатҡан да, Рәсүлуллаһ һүҙен күҙ алдында тотоп, былай тигән: « Әгәр ғәйептә „әхирәттә“ раҫланыу булмаһа, мин биш төркөм кешегә „Йәннәт әһелдәре“, тигән таныҡлыҡ бирер инем:
     Күп балалы ғаиләнең хужаһы, фәҡир кешегә;
     Ирен ҡәнәғәт иткән ҡатынға;
     Бирнәһен иренә садаҡа итеп биргән ҡатынға;
     Ата-әсәһен ҡәнәғәтләндергән балаға;
     Гөнаһтарынан тәүбә итеүсегә».
          Ғуҫмандан, уға Аллаһ риза булһын:
     "Тәҡүәле кешеләр сифаты — биш:
     Динде төҙөк тотоусыларҙан башҡа, бүтәндәр менән бергә ултырып, мәжлестәш булмаусылар;
     Енси ағзаларына ла, телдәренә лә хужа булыусылар;
     Донъяның бер ҙур эше уға йөкмәтелгән булһа, уны бәлә тип, диндән бер бәләкәй өлөш ирешә ҡалһа, шуны ғанимәт (трофей, табыш—И.Ғ.) гип белеүселәр;
     Хәрәм ҡатнашыуҙан ҡурҡып, хәләл ризыҡты ла ашҡаҙандарына индермәүселәр;
     Кешеләр һәммәһе лә һәләкәттән ҡотолған, әммә үҙен генә һәләкәттә тип йөрөүселәр".
          Ғәлиҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     "Әгәр биш үҙгәлек булмаһа, һәр кемгә изгелек насип булыр ине, улар: наҙанлыҡҡа риза булыу; донъяға хиреслек күрһәтеү; артыҡ байлыҡҡа һаран булыу; ғәмәлеңә ризалыҡ индереү; үҙ фекерҙәреңә иҫ-аҡылың китеү".
     Ғалимдарҙан, уларҙың һәммәһенә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте булһын:
     "Аллаһ Тәғәлә үҙенең нәбие Мөхәммәдте биш төрлө хөрмәткә лайыҡ итте: исем, тән, биреү, хаталыҡ һәм ризалыҡ менән хөрмәтләне:
     Исем йәһәтенән уға башҡа бәйғәмбәрҙәргә, әйтәйек, Әҙәм, Нух, Ибраһим тип өндәшкәнсә, үҙ исеме менән түгел, бәлки рәсүллек исеме менән өндәште;
     Тән йәһәтенән — бәйғәмбәребеҙ ни маҡсат менән ҡулын доғаға күтәрһә, Аллаһ Тәғәлә уға доғаһы ҡабул булыуы хаҡында үҙенә үк яуабын да бирҙе; башҡа бәйғәмбәрҙәргә былай эшләмәгән ине;
     Биреү йәһәтенән — кәрәк булғанды бәйғәмбәребеҙгә һорамайынса ла бирҙе;
     Хаталыҡ йәһәтенән — берәр хата эшләгәнсе үк бәйғәмбәребеҙ ғәфү итеүҙе телгә ала ине, шунлыҡтан Аллаһ Тәғәлә:"Раббың һине кисерҙе", — тине;
     Ризалыҡ йәһәтенән — Аллаһ Тәғәлә уның байлыҡ сарыф итеүҙәрен дә, садаҡаларын да, ҡорбан итеүҙәрен дә, башҡа бәйғәмбәрҙәрҙекен кире ҡаҡҡан кеүек, һис кире ҡаҡманы".
          Ғабдуллаһ бин Ғәмру бин әл-Ғастан:
     Берәү биш нәмәгә эйә булһа, шул донъя һәм әхирәттә бәхетле булыр, шул биш нәмә:
     "Ләә иләәһә илләллааһ, Мүхәммәдәр-рәсүлуллааһ, һүҙен һәр ваҡыт;
     "Иннә лилләәһи үә иннә иләйһи рааджиғуун, үә ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә иллә билләәһил-ғәлииүл-ғәҙыыйм"ды бәлә-ҡаза килгәндә;
     "Әлхәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмииин, шүкран линниғмәти" ҙе бер ниғмәт насип булһа;
     "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииимды берәр эшкә тотонһа;
     Саманан уҙып, берәр гөнаһ эшкә тарыһа, артынан уҡ: «Әстәғфируллааһәл-ғәҙыыймә үә әтүүбу иләйһи», — тиһен.
     "Тәүратта биш һүҙ бар", — ти Хәсәнәл-Бәсари.
     Унда яҙылған: «Етешлелек — ҡәнәғәтлектә, сәләмәтлек — яңғыҙ йәшәүҙә, хөрмәт — нәпселектән баш тартыуҙа, хозурланыу — оҙон көндәрҙә, сабырлыҡ ҡыҫҡа көндәрҙә».
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Ғанимәт тип бел биш нәмәне, биш нәмәнән элек: ҡартлығыңдан элек йәшлегеңде, ауырырҙан элек һаулығыңды, ярлылыҡтан элек байлығыңды, үлереңдән элек йәшәүеңде,  шөғөлөңдән элек буш ваҡытыңды".
          Яхъя бин Мәғаҙ әр-Разиҙан:
     "Кем күп ашай, шул һимерә; кем һимерә, шуның нәпсеһе арта; нәпсеһе артҡандың гөнаһы арта; кемдең гөнаһы арта, шуның күңеле керләнә; кемдең күңеле керләнә, шуның донъяһы афатҡа һәм зиннәткә инеп бата".
          Суфъян әҫ-Ҫәүранан:
     "Ярлылар ҙа, байҙар ҙа үҙҙәре өсөн биш нәмәне ихтыяр итеп алалар.
     Ярлылар йән рәхәтен, күңел бушлығын, Аллаһ Тәғәләгә ҡоллоҡта булыуҙы, хисаптан ҡурҡыуҙы һәм иң бөйөк дәрәжәне;
     Байҙар иһә йән талсығыуын, күңел тынысһыҙлығын, донъяға ҡоллоҡта булыуҙы, хисапҡа мохтажлыҡты һәм түбән дәрәжәне һайлап алалар".
          Ғабдуллаһ әл-Интакиҙан:
     "Күңел дауаһы — биш: яҡшылар менән ултырҙаш булыу, Ҡөрьән уҡыу, ашҡаҙанын бушыраҡ тотоу, төндәрен ғибәҙәттә уҙҙырыу, таңдарын ялбарыуҙа булыу".
          Ғалимдарҙан:
     "Фекерләү биш төрлө:
     Алланың аяттары-мөғжизәләре хаҡында уйланыуҙан берләү һәм инаныу фекере,
     Алланың шәфәғәте хаҡында уйланыуҙан мөхәббәт,
     Уның вәғәҙәләре хаҡында уйланыуҙа— ҡыҙығыу,
     Ҡурҡытыуҙары хаҡында уйланыуҙан—ҡурҡыу,
     Биргән нигмәттәренә лә ҡарамаҫтан, итәғәттә кәмселек бар тип уйланыуҙан оялыу фекере тыуа".
          Хәкимдәрҙең береһенән:
     "Тәҡүәлек алдында биш текә ҡалҡыулыҡ бар.
     Әгәр берәү:
     Муллыҡта йәшәүҙе — мохтажлыҡҡа;
     Тик ятыуҙарҙы — тырышлыҡҡа;
     Ғиззәтлекте — түбәнлеккә;
     Өҫтөн сығыуҙарҙы — өндәшмәй ҡалыуҙарға;
     Тереклекте үлемгә ихтыяр итһә, шул кеше тәҡүәлеккә ирешкән булыр".
          Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Йәшерен әңгәмә — сер һаҡлай;
     Садаҡа — байлыҡ һаҡлай;
     Ысын ихлас — ғәмәл һаҡлай;
     Дөрөҫлөк — һүҙ һаҡлай;
     Кәңәшле эш — фекер һаҡлай".
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын;
     "Байлыҡ йыйыуҙа биш хәүеф бар:
     Байлыҡ йыйғанда байып китеү;
     Байлыҡ барлау менән мәшғүл булғанда, Аллаһ Тәғәләне иҫләүҙе онотоу;
     Байып таланыуҙан һәм урланыуҙан ҡурҡыу;
     "һаран", тигән исем тағылыу ихтималлығы;
     Байлығы арҡаһында изге, яҡшы кешеләрҙән айырылыу.
     Байлыҡтан айырылыуҙа биш хикмәт бар:
     Байлыҡ эҙләүҙән күңел азат булыу;
     Алланы иҫләү өсөн байлыҡ һаҡлауҙан арыныу;
     Урлаусынан һәм талаусынан имен булыу;
     Үҙенә «йомарт», тигән исем алыу;
     Байлығы киткәс тә, изгеләр менән дуҫлашыу".
          Суфъян әҫ-Ҫәуранан:
     "Был заманда берәүҙең дә биш нәмәнән уҙып, байлыҡ тапҡаны юҡ: оҙон өмөт, ҡомһоҙлоҡ, үтә һаранлыҡ, һаҡлыҡ әҙлеге, әхирәтте онотоу".
          Бер шағир һүҙҙәре:
     "Ии донъяны үҙенә димләп йөрөгән кеше,
     Донъя өсөн һәр көн һайын эш табыла,
     Ни арала никахланып иргә лә сыҡҡан була,
     Ни арала башҡа ирҙе табып өлгөргән була,
     Ниндәй хөкөм сығарырға тейеш донъя шул ирҙәргә:
     Үлтерә ул уларҙы, һис аямай, үлтерә.
     Алданғанмын, һис шикһеҙ, мин, есемемә
     Әкрен-әкрен бәлә килә, эшеп көйләп.
     Үлем өсөн аҙыҡ кәрәк, күпләп кәрәк,
     Өндәүсе ауаз һала: «Күсенер ваҡыт етә!»
          Хатәм әл-Әсамдан:
     "Биш нәмәнән ҡала артығына ашығыу күрһәтеү шайтанлыҡ ғәләмәте. Шулар бәйғәмбәребеҙҙең сөннәте:
     Ҡунаҡ килгәс тә, өҫтәл әҙерләүгә;
     Үлгәс тә, мәйетте күмеү хәстәренә;
     Етлеккәс тә, ҡыҙҙы кейәүгә биреүтә;
     Тейешле бурысты ҡайтарыуға һәм
     Гөнаһ эшләргә өлгөрһәң, тәүбә итәргә ашығыу".
          Мөхәммәд бин әл-Дәуранан:
     "Иблис биш нәмә: гөнаһын танымауы, уға үкенмәүе, үҙен шелтәләмәүе, тәүбәгә ниәте булмауы һәм Алланың рәхмәтен алыуға өмөтө юҡлығы сәбәпле бәхетһеҙ хәлгә төштө;
     Әҙәм биш нәмә: гөнаһын таныуы, шуға үкенеүе, үҙен шелтәләүе, тәүбәгә килергә ашығыуы һәм Алланың рәхмәтенә өмөт бағлауы сәбәпле бәхетле булды".
          Шәҡыйҡ әл-Бәлханан:
     "Һеҙ биш нәмәне үтәргә тейешһегеҙ:
     Аллаға хәжәтегеҙ ҡәҙәренсә ғибәҙәттә тороғоҙ;
     Донъянан ғүмерегеҙгә етәрлеген генә алығыҙ;
     Алланың ғазабына түҙерлек саҡлы ғына гонаһ эшләгеҙ;
     Ҡәберҙә нисаҡлы тораһы булһағыҙ, донъяла уҡ шуға етерлек ризыҡ әҙерләгеҙ;
     Йәннәттә ҡайһы урынды теләһәгеҙ, шуның ғәмәлендә булығыҙ".
          Ғөмәрҙән, Аллаһ унан риза булһын:
     Күпме дуҫ күрҙем, әммә телен тыйған дуҫтан да артыҡ дуҫ күрмәнем;
     Күпме кейем күрҙем, әммә тәҡүәлектән дә артыҡ кейем күрмәнем;
     Күпме байлыҡ күрҙем, әммә ҡәнәғәтлек тигән байлыҡтан артыҡ байлыҡ күрмәнем;
     Күпме яҡшылыҡ күрҙем, әммә нәсихәттән артыҡ яҡшы нәмә күрмәнем;
     Күпме ризыҡ күрҙем, әммә сабырлыҡтан тәмлерәк ризыҡ күрмәнем".
          Бер хәкимдән:
     "Суфыйлыҡтың сифаты биш: Аллаға ышаныу, халыҡтан алыҫлашыу, ғәмәлдә ихлас булыу, яуызлыҡҡа түҙеү, ҡул аҫтында ни булһа, шуға ҡәнәғәтлек күрһәтеү".
     Аллаһ ҡолдарының береһе мөнәжәтенән:
     "Ии, Илаһым:
     Алданы мине оҙон өмөт;
     Һәләк итте мине донъяға мөхәббәт;
     Аҙҙырҙы мине шайтан;
     Яман ниәтле нәпсем, хакимлыҡ итеп, тыйҙы мине дөрөҫлөктән;
     Ярҙам итте гөнаһ эшләүемә яуыз юлдаштарым.
     Ии, ярҙамға мохтаж булғандарҙы Ҡотҡарыусым!
     Миңә ярҙам ит; Һин рәхмәтле булмаһаң, Һинән башҡа кем миңә рәхмәтен бирер".
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Шундай бер заман килер өммәтемә, шул саҡ улар биш нәмәне яратҡан һәм биш нәмәне онотҡан булырҙар:
     Донъяларын яратҡан һәм әхирәттәрен онотҡан булырҙар;
     Тормоштарын яратҡан һәм үлемде онотҡан булырҙар;
     Һарай-өйҙәрен яратҡан һәм ҡәберҙәрҙе онотҡан булырҙар;
     Мал-мөлкәттәрең яратҡан һәм хисап биререн онотҡан булырҙар;
     Халыҡтарҙы яратҡан һәм бар итеүселәре — Аллаһ Тәғәләне онотҡан булырҙар".
          Яхъя бин Мәғаҙ әр-Разиҙан:
     "Йә, Илаһым:
     Һиңә мөнәжәттә булмай тороп, кистәрем хуш түгел;
     Һиңә ғибәҙәттә булмай тороп, көндәрем хуш түгел;
     Һиңә ҙикер итмәй тороп, донъяларым хуш түгел;
     Һин ғәфү итмәй тороп, әхирәтем хуш түгел;
     Һине күрмәй тороп, йәннәтем хуш түгел".
                               Алтышарлы баб.
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Алты урында алты нәмә ят була:
     Намаҙһыҙ халыҡ йәшәгән ерҙә — мәсет;
     Уҡымай торған кеше өйөндә — Мусхәф шәриф (Ҡөрьән— И.Ғ.);
     Боҙоҡ кеше күңелендә — Ҡөрьән;
     Яуыз холоҡло ирҙә — изге күңелле мөслимә;
     Тиҫкәре һәм насар холоҡло ҡатын менән — изге күңелле мосолман;
     Үҙен тыңламаған халыҡ араһында — ғалим кеше".
          Шуларға өҫтәп, бәйғәмбәребеҙ саллаллааһү ғәләйһи үә сәлләм әйткән ине:
     "Ҡиәмәт көндө Аллаһ Тәғәлә ундайҙарға рәхмәтле ҡараш менән ҡарамаҫ".
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Алты төркөм кешегә мин ләғнәт уҡырмын, Аллаһ Тәғәләнең ләғнәте яуыр, барса бәйғәмбәрҙәрҙең дә доғалары ҡабул ителгән булыр.
     Улар:
     Аллаһ Тәғәләнең китаптарына артыҡлыҡ индереүселәр;
     Аллаһ Тәғәләнең тәҡдирен юҡҡа сығарыусылар;
     Көс-ҡеүәт менән хакимлыҡ итеүселәр;
     Аллаһ Тәғәлә хурлағанды ҡәҙерләүселәр һәм ҡәҙерләгәнде хурлаусылар;
     Аллаһ Тәғәлә һәм минең яҡындарым хәрәм иткәнде хәләлгә сығарыусылар;
     Сөннәтемде тотмаусылар.
     Аллаһ Тәғәлә әйткән ине: «Мин ундайҙарға ҡиәмәт көндө рәхмәтле ҡараш менән ҡарамам».
          Әбү Бәкер әс-Ситдиҡтан, Аллаһ уға риза булһын:
     "Ысынлап та, Иблис— алдында, нәпсең — уңыңда, аҙғынлыҡ — һулыңда, донъя — артыңда, ағзаларың — әйләнә-тирәңдә, Аллаһ Тәғәлә — өҫтә (мәғлүм урында түгел, бәлки ҡөҙрәт менән);
     Иблис (уға Алланың ләғнәте!) — диндән яҙырға, нәпсең — гөнаһҡа батырға, аҙғынлыҡ — хайуани теләккә, донъя — әхирәткә ҡаршы үҙен ихтыяр итергә, ағзалар — гөнаһлы эштәргә өндәй.
     Аллаһ Тәғәлә әйтә:
     "Аллаһ йәннәткә һәм ярлыҡаныуға өндәй".
     Тимәк ти, Иблисте тыңлағандарҙың — дине, нәпселәренә эйәргәндәрҙең — рухы, аҙғын теләккә эйәргәндәрҙең — аҡылы, донъяны һайлағандарҙың —әхирәте, ағзаларына буйһонғандарҙың йәннәте уларҙан киткән.
     Әммә Аллаға буйһонғандарҙың бөтөн насарлыҡтары киткән һәм уларға бөтөн изгелек насип булыр".
          Ғөмәрҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     "Аллаһ Тәғәлә алты нәмәне алты нәмә эсенә йәшергән:
     Ризалығын — итәғәт, асыуын — гөнаһтар, оло исемдәрен — Ҡөрьән, Ҡәҙер кисәһен — Рамаҙан айы, үҙәк намаҙҙы — намаҙҙар һәм ҡиәмәт көнөн көндәр эсенә йәшергән".
     Ғуҫмандан, уға Аллаһ риза булһын:
     "Иманлыларҙың ҡурҡҡаны — алты:
     Аллаһ Тәғәләнән, уның тарафынан иманы алыныуҙан;
     Фирештәләрҙон, улар тарафынан ҡиәмәт көндө оятҡа ҡалдырырҙай эштәре яҙылыуҙан;
     Шайтандан, ғәмәле бушҡа китеүҙән;
     Үлем фирештәһенән, уның тарафынан көтмәгәндә йәне алыныуҙан;
     Донъянан, уға алданып, әхирәттән ситкә тайпылыуҙан;
     Ҡатынынан һәм ғаиләһенән, улар менән шөғөлләнеп, Алланы ҙикерләмәй (иҫләмәй— И.Ғ.) ҡалыуынан".
          Ғәлиҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     "Берәү йәннәт өсөн талап ителгәнен дә, уттан һыйыныр өсөн булғанын да үҙендә тупланған алты сифатлы бер төркөм йыя:
     Аллаһ Тәғәләне танып, Уға буйһонған;
     Шайтанды танып, уны сыбыҡлаған;
     Әхирәтте танып, уны талап иткән;
     Донъяны танып, унан йөҙ сөйөргән;
     Хаҡлыҡты танып, шуға эйәргән һәм
     Ялғанды танып, унан һаҡланған кешеләр булыр".
     Тағы ла шуға өҫтәп әйткән ине:
     "Именлек — алтау: Ислам, Ҡөрьән, Аллаһ илсеһе Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, сәләмәтлек, аҡыл һәм бәйһеҙлек".
          Яхъя бин Мәғаҙ әр-Разиҙан:
     "Ғилем — ғәмәл дәлиле, фәһем — ғилем һауыты, аҡыл — изгелек етәксеһе, аҙғынлыҡ — гөнаһтар кәмәһе, байлыҡ — тәкәбберҙәр кейеме, донъя — әхирәт баҙары".
          Әбүҙәр Жәмһирҙән:
     "Бөтөн донъяны алты нәмә тигеҙләй: файҙалы аҙыҡ, изге бала, үҙеңә тиң ҡатын, теүәл һүҙ, камил аҡыл һәм сәләмәт тән".
          Әл-Хәсәнәл- Бәсариҙан:
    «Алмаштырыусылары булмаһа, ер үҙе һәм ерҙә торғандар ишелеп төшөр ине;
     изгеләр булмаһа, ямандар һәләк булып бөтөр ине;
     ғалимдар булмаһа, кешеләр бер-береһен һәләк итеп бөтөрөрҙәр ине;
     ахмаҡтар булмаһа, донъя харап булмаҫ ине;
     ел булмаһа, бөтөн донъя һаҫып бөтөр ине».
         Бер хәкимдән:
     "Кем Алланан ҡурҡмай, шуның теле хата һөйләүҙән ҡотола алмай;
     Кем Аллаһ алдына баҫыуҙан ҡурҡмай, шуның күңеле хәрәм менән шөбһәнән ҡотола алмай;
     Кем халыҡтан күңелен өҙмәй, шул ҡомһоҙлоҡтан ҡотола алмай;
     Кем үҙ ғәмәленә һаҡсы була алмай, шул рыялыҡтан ҡотола алмай;
     Кем күңелен бөтөн тотоуҙа Алланың ярҙамына таянмай, шул көнсөллөктән ҡотола алмай;
     Кем белеме һәм ғәмәле менән үҙенән өҫтөн торғандарға ҡарамай, шул мин-минлектән ҡотола алмай".
         Әл-Хәсәнәл- Бәсариҙан:
     "Күңелдәре боҙоҡтар алтау:
     Тәүбәгә өмөтләнеп тә гөнаһ эшләгәндәр;
     Белемгә өйрәнеп тә, шуның менән ғәмәл йөрөтмәгәндәр;
     Ғәмәлдәре булып та, ысын ихласлыҡ күрһәтмәгәндәр;
     Аллаһ биргән ризыҡты ашап та, шуға шөкөр итмәгәндәр;
     Аллаһ биргәненә риза булмағандар".
          Тағы ла Әл-Хәсәнәл-Бәсариҙан:
     "Донъяны ғына теләп, уны әхирәтенән өҫтөн күргәнде, Аллаһ Тәғәлә алты нәмә менән эҙәрлекләй.
     Шул алтының өсөһө—донъяльгк, өсөһө—әхирәтлек.
     Донъялығы:
     Һис самаһы юҡ өмөт;
     Һис ҡәнәғәтлек бирмәгән ҙур хирыслыҡ;
     Унан ғибәҙәт тәме алыныр.
     Әхирәтлеге:
     Ҡиәмәт көнөнөң дәһшәтлелеге;
     Хисаптың ҡатылығы;
     Хәсрәттең оҙаҡҡа һуҙылыуы".
          Әхнәф бин Ҡистан:
     "Көнсөлдәргә — тынғылыҡ юҡ;
     Алдаҡсыларға — ышаныс юҡ;
     Һарандарға — хәйлә юҡ;
     Батшаларға — тоғролоҡ юҡ;
    Яман холоҡлоға — етәкселек юҡ;
    Алланың тәкдиренә — ҡайтыу юҡ".
         Бер хәкимдән:
    «Тәүбәнән һуң тәүбәһенең ҡабул булыуын йә булмауын бәндә белерме?» — тип бер хәкимдән һорағандар.
     Ул былай тигән: «Был хаҡта хөкөм йөрөтә алмайым, шулай ҙа ғәләмәттәре бар:
     Үҙен гөнаһтарынан әле сафланмаған итеп күреү;
     Күңелендәге шатлығын ғәйептә, ә хәсрәтен күҙ алдында торғандай күреү;
     Яҡшыларға яҡынайып, ямандарҙан алыҫая барыуын күреү;
     Донъя эштәренең әҙ миҡдарын ғына ла күп итеп күреү;
     Әхирәт ғәмәле күп булһа ла, шуны әҙ итеп күреү;
     Аллаһ Тәғәлә тарафынан уға ниндәй ышаныс бирелһә, күңеле шуның менән мәшғүл булғанлығын күреү;
     Аллаһ Тәғәлә унан шул ышанысты алһа, шунан бушап ҡалыуын күреү.
     Шунан: теленең һаҡсыһы һәр саҡ фекерле, ҡайғы-үкенеүҙе тейешле тигән булыуы».
          Яхъя бин Мәғаҙҙан:
     "Минең алдымда алданыуҙарҙың иң ҙуры:
     Гөнаһтар өсөн үкенмәй тороп, ярлыҡаныуға өмөт һуҙыу;
     Аллаһ Тәғәләгә итәғәт итмәй тороп, Унан яҡынлыҡ көтөү;
     Гөнаһтар хаҡына Аллаһ Тәғәләнән буйһоноусылар өсөн талап итеү;
     Ғәмәлһеҙ көйөнсә, әжер көтөп ятыу;
    Тура юлдан тайпылып та, Аллаһ ғәззә үә жәлләгә өмөтләнеү;

     Өмөт ти, имеш, ҡотолоу юлына инмәй,
     Мәғлүм ти, ҡоро ерҙә кәмә йөрөмәй".
          Әхнәф бин Ҡистан:
     "Кешегә бирелгәндең иң яҡшыһы нимә?" — тип унан һорағандар.
     "Тәбиғи аҡыл", — тип яуап биргән.
     "Уныһы булмаһа?" '
     "Үҙенә тиң юлдаш."
     "Уныһы булмаһа?"
     "Һаҡта тороусы күңел."
     "Уныһы ла булмаһа?"
     "Оҙаҡ ваҡыт өндәшмәй тороу."
     "Инде уныһы ла булмаһа?"
     "Үлеп китеү, хәҙер үк." «
                                          Етешәрле баб.
          Әбү Һүрайранан:
     Бәйғәмбәрҙән,уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, ишетеп:
     "Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә ете төркөм кешене үҙ тәхетенең күләгәһенә индерер. Был көнө бүтән ышыҡланырлыҡ һис бер нәмә булмаҫ.
     Улар:
     Ғәҙел етәксе (имам—И.Ғ.);
     Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәттә тәрбиәләнеп үҫкән йәш егет;
     Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡып, күҙ йәштәрен ағыҙы-ағыҙа яңғыҙлыҡта Алланы иҫкә төшөрөүсе (ҙикерләүсе—И.Ғ.);
     Мәсеткә барырға сыҡҡансы ук күңелен уға бағлаусы;
     Уң ҡулының нишләгәнен һул ҡулына ла һиҙҙермәгән садаҡа биреүсе;
     Аллаһ юлында (Уның хаҡына—И.Ғ.) үҙ-ара дуҫ булышҡан ике кеше;
     Бер гүзәллек эйәһе—сибәр ҡатындың саҡырыуына ҡаршы килеп: «Мин Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡам шул,»—тип әйтеүсе ир."
          Әбү Бәкер әс-Ситдиҡтан, уға Аллаһ риза булһын:
     "Ошо ете нәмәнең береһ, һаран башына килмәй ҡалмай:
     Байлыҡ тота белмәүсене үлгәндән һуң байлығына вариҫ итеп ҡалдырыу һәм һуңынан Аллаһ ҡушмаған урындарға байлығын таратыу;
     Аллаһ Тәғәләнең һараңды бер рәхимһеҙ солтанға ирекле итеүе һәм шул солтандың, уны хурлыҡҡа төшөрөп, байлығын үҙенә алыуы;
     Аҙғын нәпсе ҡуҙғалып, байлығы яраҡһыҙға сығыу;
     Ярамаҫ бер ергә өй һалып йә шунда тормош ҡороп, бөлөп китеү мөмкинлеге һәм байлыҡ китеүгә шул сәбәп булыр тигән фекер башына килеү;
     Һыуға батыу, янып китеү, урланыу һымаҡ бер бәхетһеҙлеккә юлығыу;
     Оҙаҡҡа һуҙылған ауырыуға тарып, бар байлығын дауаланыуға түгеп бөтөрөү;
     Берәр ергә байлыҡ күмеп, ҡайҙа күмгәнен онотоу."
          Ғәлиҙән, уға Аллаһ риза булһын:
     "Кем көлөүен йышайта, шул үҙ абруйын кәметә;
     Кем кеше ҡәҙерен белмәй, шул үҙен кәмһетә;
     Кем күп эштәр башҡара, шул тирә-яҡҡа таныла;
     Кем һүҙен арттыра, шул гөнаһын күбәйтә;
     Кемдең гөнаһы күбәйә, шуның ояты әҙәйә;
     Кемдең ояты әҙәйә, шуның тәҡүәлеге кәмей;
     Кемдең тәҡүәлеге кәмей, шуның күңеле үлә."
          Ғуҫмандан,уға Аллаһ риза булһын:
     Аллаһ Тәғәләнең: «Ул ҡойма аҫтында етемдәр өсөн йәшергән байлыҡ бар ине»,—тигәненә нисбәтән (Ҡөрьән: Кәһәф сурәһе, аят 82) ул түбәндәгеләрҙе әйткән ине: «Хазина — алтын таҡта, уға ете юллыҡ һүҙ яҙылған:
     Үлемде белә тороп та, көлөүселәргә ғәжәпләнәм;
     Бөтә эштең тәҡдир буйынса килеүен белә тороп та, шул эште ҡайғыртыусыларға ғәжәпләнәм;
     Хисап буласағын белә тороп та, байлыҡ йыйыусыларға ғәжәпләнәм;
     Ут барлығын белә тороп та, гөнаһ эшләүҙәрен дауам итеүселәргә ғәжәпләнәм;
     Аллаһ Тәғәләне хаҡ тип белә тороп та, бүтәнде иҫтә тотоуҙарына ғәжәпләнәм;
     Йәннәтте хаҡ тип белә тороп та, донъя рәхәтлектәренә сумыусыларға ғәжәпләнәм;
     Шайтанды дошман тип белә тороп та, уға буйһоноуҙа булыусыларға ғәжәпләнәм.»
          Ғәлиҙән, уға Аллаһ риза булһын.
     Унан: «Күктән ауырыраҡ, ерҙән киңерәк, диңгеҙҙән байыраҡ, таштан ҡатыраҡ, уттан эҫерәк, ҡаты һыуыҡтан һалҡыныраҡ, ағыуҙан әсерәк ни бар?»—тип һорағандар.
     Ул былай тигән:
     "Йән эйәләренә яла яғыу — күктән ауырыраҡ,
     Хаҡлыҡ — ерҙән киңерәк;
     Ҡәнәғәтсел кеше күңеле — диңгеҙҙән байыраҡ;
     Монафиҡ күңеле — таштан ҡатыраҡ;
     Ҡанһыҙ, рәхимһеҙ батша — уттан эҫерәк;
     Хурлаусыға көнөң төшөү — ҡаты һыуыҡтан һалҡыныраҡ;
     Сабырлыҡ — ағыуҙан әсерәк, (ғәйбәт — ағыуҙан әсерәк, — тигәне лә бар).
          Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдән:
     "Донъя—өйһөҙҙәрҙең өйө, ярлыларҙың байлығы, унда аҡылһыҙҙар йыйыла, фәһемһеҙҙәр уның дәрте менән шөғөлләнә, унда наҙандар язалана, зиһынһыҙҙар көн итә, хаҡлыҡ белмәгәндәр уға ынтыла".
          Жабир бин Ғабдуллаһ әл-Әнсариҙан, уға Аллаһ риза булһын:
     Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, ишеткән булған.
    «Йәбраил ғәләйһис-сәләм:
     Күрше хаҡында миңә васыят әйтә килә торған ине, хатта мин уны вариҫым итә икән тип уйланым;
     Ҡатындар хаҡында васыят әйтә килә торған ине, хатта мин талаҡты хәрәм итә икән тип уйланым;
     Ҡолдар хаҡында васыят әйтә килә торған ине, хатта мин уларҙы азат итергә ваҡыт икән тип уйланым;
     Теш таҙарткыс хаҡында васыят әйтә килә торған ине, хатта мин уны фарыз тип уйланым;
     Йәмәғәт намаҙы хаҡында васыят әйтә килә торған ине, хатта мин йәмәғәттән башҡа уҡылған намаҙҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итмәй икән тин уйланым;
     Кистәрен уяу, йоҡламай тороу хаҡында васыят әйтә килә ине, хатта мин кистәрен йоҡлау юҡ икән тип уйланым;
     Аллаһ Тәғәләне ҙикерләү хаҡында васыят әйтә килә торған ине, хатта мин шунан башҡа һүҙҙең файҙаһы юҡ икән тип уйланым».
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Аллаһ юлында түгел, бәлки башҡаса шәһит булып үлгәндәр—ете:
эстәре ауыртып, һыуға батып, үпкә яраһы шешеп, тағун менән ауырып, янып, харабалар аҫтында ҡалып, бала тыуҙырған ваҡытта үлеүселәр шәһиттәр булыр".
          Ибн Ғәббастан, Аллаһ уға риза булһын:
     Ете нәмәгә өҫтөнлөк биреү аҡыллылар эше:
     "Байлыҡҡа ҡаршы—фәҡирлекте;
     Көс-ҡеүәткә ҡаршы—буйһоноуҙы"
     Тәкәбберлеккә ҡаршы—түбәнселекте;
     Туҡлыҡҡа ҡаршы—ас тороуҙы;
     Шатлыҡҡа ҡаршы—ҡайғыны;
     Өҫтөн дәрәжәгә ҡаршы—түбән дәрәжәне;
     Йәшәүгә ҡаршы—үлемде аҡыллылар ихтыяр итергә хаҡлы".
                                                Һигеҙәрле баб
           Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Береһенең икенсеһенән туймаған һигеҙ нәмә бар:
     Күҙ — күреүҙән;
     Ҡатын-ҡыҙ — ирҙән;
     Ер — ямғырҙан;
     Ғалим — белемдән;
     Һораусы — һораныуҙан;
     Һаран — йыйыуҙан;
     Диңгеҙ — һыуҙан;
     Ут — утындан."
          Әбү Бәкер әс-Ситдиҡтан,уға Аллаһ риза булһын:
     "Һәр һигеҙ нәмәнең үҙ биҙәге бар:
     Фәҡирлек биҙәге — тыйнаҡлыҡ;
     Ниғмәт биҙәге — шөкөр итеү;
     Бәлә-ҡазалар биҙәге — сабырлыҡ;
     Ғилем биҙәге — киң күңеллелек;
     Өйрәнсектең биҙәге — ярарға тырышыу;
     Хәүеф биҙәге — күп илау;
     Игелек биҙәге — ялағайлыҡты ташлау;
     Намаҙ биҙәге — түбәнселек."
          Ғөмәрҙән, Аллаһ унан риза булһын:
     "Кем артығын һөйләүҙән туҡтала, шуға хикмәт бирелә;
     Кем артығын ҡарауҙан туҡтала, шуға күңел баҫалҡылығы бирелә;
     Кем артыҡ аҙыҡтан туҡтала, шуға ғибәҙәт ләззәте бирелә;
     Кем артыҡ көлөүҙән туҡтала, шуға абруйлыҡ бирелә;
     Кем артыҡ шаярыуҙарҙан туҡтала, шуға күркәмлек бирелә;
     Кем донъяны яратыуынан туҡтала, шуға әхирәт мөхәббәте бирелә;
     Кем ғәйбәт йөрөтөүҙәрҙән туҡтала, шуға үҙ ғәйебен төҙәтеү бирелә;
     Кем Аллаһ Тәғәләне тикшереүҙән туҡтала, шуға мөнафиҡлыҡтан ваз кисеү бирелә."
          Ғүҫмандан, Аллаһ уға риза булһын:
     "Алланы таныу ғәләмәте һигеҙ: ҡурҡыу һәм өмөт тулы күңел; әлхәм һәм ҫәнанан ғибәрат тел; оялыу һәм илауҙан йәшләнгән күҙ; донъяны ташлау һәм ризалыҡ алыу теләге, йәғни донъяны ташлап, Раббыһының ризалығын һорау."
          Ғәлиҙән, Аллаһ уға риза булһын:
     "Түбәнселек булмаһа, намаҙҙа изгелек юҡ;
     Юҡ-бар һүҙҙән тыйылыу булмаһа, ураҙа тотҡанда изгелек юҡ;
     Фекер йөрөтөү булмаһа, Ҡөрьән уҡыуҙа изгелек юҡ;
     Тәҡүәлек булмаһа, ғилемлектә изгелек юҡ;
     Ҡайғыртыу булмаһа, ҡәрҙәшлектә изгелек юҡ;
     Ысын ихласлыҡ булмаһа, доға ҡылыуҙа изгелек юҡ."
                                                    Туғыҙарлы баб
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Тәуратта Муса ибн Ғимранға Аллаһ Тәғәлә вәхи итә: «Хаталыҡ әсәһе—өс: тәкәбберлек, көнсөллөк, ҡомһоҙлоҡ.
     Шуларҙан алты хата барлыҡҡа килә.
     Барыһы туғыҙ була: туҡ булыу, йоҡо, рәхәтлек, байлыҡ һөйөү, маҡтағанды һәм етәкселек итеүҙе яратыу.»
          Әбү Бәкер әс-Ситдиҡтан, Аллаһ уға риза булһын:
     "Ғибәҙәт ҡылыусылар — өс төркөм, һәр төркөмдөң үҙенә генә хас сифаты бар:
     Береһе — Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡып,
     икенсеһе — Аллаһ Тәғәләгә өмөтләнеп,
     өсөнсөһө — Аллаһ Тәғәләгә мөхәббәт итеп, ул күрһәткән юлдан йөрөп, ғибәҙәт итеүселәр.
     Беренсе төркөмгә — үҙ-үҙҙәренә нәфрәтлеләр, яҡшылыҡтарҙы әҙ, насарлыҡтарҙы күп тип һанағандар;
     Икенсе төркөмгә — байҙарҙың барыһынан йомартыраҡ һәм Аллаһ хаҡында иң күркәм фекерҙә булғандар;
    өсөнсө төркөмгә — ниҙе һөйһәләр, шуны Аллаһ юлына биреп, Раббыларының ризалығын алғандан һуң, һис тә ҡайғырмаған һәм үҙ-үҙҙәренә асыуҙары килеп ғәмәлгә йәбешкән кешеләр инә.
     Һәр осраҡта ла улар үҙҙәренең Раббылары менән бергә булдылар, раббылары ҡушҡанса һәм тыйғанса ғәмәлдә булдылар.
     Шайтан тоҡомонан булғандар — туғыҙ:
     Зәлитундар, үәҫиндәр, ләҡустар, әғүәндәр, һәффафтар, мүррәләр, әлмүсәуиттар, дасимдәр, уәлһандар.
     Зәлитундар — баҙар тотоусылар күргәндәрен баҙарҙа йотоп бөтөрөрҙәр;
     Үәҫиндәр — бәхетһеҙлек, бәлә-ҡаза хужалары;
     Ләҡустар — мәжүс хужалары;
     Әғүәндәр — солтан хужалары;
     Һәффафтар — шарап хужалары;
     Мүррәләр — доғаны көйгә һалыу хужалары;
     Әлмүсәүиттар — ғәйбәт, хәбәр, юҡ һүҙ хужалары. Халыҡ телендә йөрөр, әммә кемдеке — мәғлүм булмаҫ;
     Дасимдәр — өй хужалары; берәү өйгә инһә, сәләм бирмәһә, Аллаһ Тәғәләне иҫкә алмаһа, шул кеше әлеге өйгә ыҙғыш- талаш индергән булыр, эш талаҡҡа һәм һуғышҡа саҡлы барып етер;
     Үәлһандар — тәһәрәт менән ғибәҙәткә шөбһәлек индереүсе булырҙар."
          Ғүҫмандан, уға Аллаһ риза булһын:
     "Берәү көндәлек биш намаҙҙы ваҡытында үтәүҙе ҡайғыртһа һәм үтәп барһа, шуға Аллаһ Тәғәлә:
     Аллаға мөхәббәт, тәненә сәләмәтлек, йортона бәрәкәт, йөҙөнә изгеләр нуры, күңеленә йомшаҡлыҡ, сират аша йәшен тиҙлегендәй үтеп сығыу, уттан ҡотолоу, ышаныслы күршеләргә тап булыу кеүек туғыҙ төрлө хөрмәт бирә".
          Ғәлиҙән, Аллаһ уға риза булһын:
    «Илау — өс төрлө:
     Аллаһ Тәғәлә ғазабынан хәүефләнеү;
     Асыуланыуынан ҡурҡыу;
     Аллаһ Тәғәләнән тулыһынса өҙөлөп ҡалыуҙан ҡурҡыу.
     Шуларҙың:
     Беренсеһе — гөнаһтарыңды йолоу;
     Икенсеһе — ғәйеп эштәр өсөн сафланыу;
     Өсөнсөһө — яратҡаныңдың ризалығын алып, шуны ҡайғыртып тороу.
     Гөнаһтарҙы йолоу емеше — ғазаптарҙан ҡотолоу.
     Ғәйепле эштәрҙән сафланыу емеше — мәңге бөтмәҫ ниғмәт, бөйөк дәрәжәләр.
     Яратҡаныңдың ризалығын алып, шуны ҡайғыртып тороу емеше — Аллаһ Тәғәлә тарафынан ризалыҡ, үҙен күрһәтеүе, фирештәләрҙе күрергә барыу, өҫтөн сифаттарға киләсәктә өлгәшеү хаҡында күркәм һөйөнөс.»
                                                  Унарлы баб
          Рәсүлулланан, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Һеҙҙең өсөн теш таҙартҡыс зарури, сөнки уның ун хәсиәте бар:
     ауыҙ эсен сафлай,
     Раббығыҙҙы ҡәнәғәтләндерә,
     шайтандың асыуын килтерә,
     уны Аллаһ Тәғәлә һәм һаҡсылары (фирештәләре) ярата,
     уртты нығыта, ҡаҡырыҡты туҡтата,
     ауыҙға тәм индерә,
     үт әсеһен туҡтата,
     күҙҙе аса,
     ауыҙҙағы һаҫыҡ еҫте бөтөрә, шулар — сөннәтем.
     Тағы ла әйтә: «Теш таҙартҡыс ҡулланып уҡылған намаҙ, шунһыҙ уҡылғандан етмеш тапҡыр артыҡ.» 1
          Әбү Бәкер әс-Ситдиҡтан, Аллаһ уға риза булһын:
     "Аллаһ Тәғәлә биргән ун төрлө ризыҡ менән туҡланмай тороп, кешеләрҙең береһенә лә афәт һәм сырхауҙарҙан ҡотолоу юҡ, ҡотолғандар Алланың яҡындары дәрәжәһендә булырҙар, уларға тәҡүәлеләр дәрәжәһе бирелер:
     Даими тоғролоҡ һәм уның менән бергә ҡәнәғәтсел күңел;
     Камил сабырлыҡ һәм уның менән бергә даими сабырлыҡ;
     Даими фәҡирлек һәм уның менән бергә диндарлыҡ;
     Даими фекер һәм уның менән бергә ас ҡарын;
     Даими ҡайғы һәм уның менән бергә бер-бер артлы хәүеф;
     Даими тырышлыҡ һәм уның менән бергә баҫалҡы гәүҙә;
     Даими шелтәлелек һәм уның менән бергә миһырбанлылыҡ;
     Даими мөхәббәт һәм уның менән бергә оялыусанлыҡ;
     Файҙалы белем һәм уның менән даими киң күңеллелек;
     Даими иман һәм уның менән бергә сәләмәт фекер."
          Ғөмәрҙән, Аллаһ уға риза булһын:
     "Ун нәмә, ун нәмәнән башҡа төҙөк булмай:
     Тәҡүәлектән башҡа аҡыл;
     Белемдән башҡа дәрәжә;
     Ҡурҡыуҙан башҡа ҡотолоу;
     Ғәҙеллектән башҡа солтанлыҡ;
     Әҙәплелектән башҡа мәшһүрлек;
     Именлектән башҡа шатлыҡ;
     Йомартлыҡтан башҡа байлыҡ;
     Ҡәнәғәтлектән башҡа фәҡирлек;
     Тыйнаҡлыҡтан башҡа юғарыға күтәрелеү;
     Килешеүҙән башҡа һуғыш."
          Ғүҫмандан, Аллаһ уға риза булһын:
     "Ун нәмә заяға ҡалыр:
     Белемен ҡулланмаған ғалим;
     Ғәмәлдә йөрөмәгән белем;
     Ҡабул ителмәгән фекер;
     Ҡулланылмаған ҡорал;
     Намаҙ уҡылмаған мәсет;
     Асып уҡылмаған Ҡөрьән;
     Файҙа бирмәгән байлыҡ;
     Егелмәй торған ат;
     Донъяны ҡосағына алмаҡсы булған суфыйҙарҙың белеме;
     Сәфәренә аҙыҡ әҙерләмәгән оҙон ғүмер."
          Ғәлиҙән, Аллаһ уға риза булһын:
     "Ғилем — иң изге мираҫ;
     Әҙәп — иң хәйерле һөнәр;
     Тәҡүәлек — иң изге аҙыҡ;
     Ғибәҙәт — сауҙа байлығының иң хәйерлеһе;
     Төҙөк ғәмәл — иң хәйерле етәксе;
     Матур холоҡ — иң яҡшы иптәш;
     Киң күңеллелек — иң яҡшы кәңәшсе;
     Ҡәнәғәтлелек — байлыҡтың иң хәйерлеһе;
     Килешеү — иң яҡшы ярҙам;
     Үлем — иң яҡшы тәрбиәсе."
          Рәсүлулланан, уға Алланың рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Был өммәттә Аллаһ Тәғәләгә кафырлыҡта булып, үҙҙәрен «беҙ—мөьмин» тип йөрөүсе ун төркөм кеше бар:
     Хаҡһыҙға кеше үлтереүсе;
     Сихырсы;
     Ҡатынына ҡарата көнсөл булмаған димселек итеүсе ир;
     Зәкәт биреүҙән тыйыусы;
     Хәмер эсеүсе;
     Өҫтөнә йөкләнгән хажды үтәмәүсе;
     Фетнәләрҙә йомошсо; һуғышсыларға ҡорал һатыусы;
     Никахы хәрәм булған бер туғанына әйләнеүсе.
     Бындай эштәрҙе хәләл тип белеү — кафырлыҡ."
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Инаныуы булмай тороп, бәндәлә мөьминлек юҡ;
     Мосолманлығы булмай тороп, унда инаныу юҡ;
     Халыҡҡа ҡул һәм тел-теш тейҙереүҙән тыйылмай тороп, мосолманлыҡ юҡ;
     Белемен эшкә екмәй тороп, ғалимлыҡ юҡ;
     Тәҡүә булмай тороп, белеме менән ғәмәл итеү юҡ;
     Алланан ҡурҡмай тороп, тәҡүәлек юҡ;
     Баҫалҡы булмай тороп, Алланан ҡурҡыу юҡ;
     Үҙен белмәй тороп, баҫалҡылыҡ юҡ;
     Уйлап һөйләмәй тороп, үҙен белеү юҡ."
         Яхъя бин Мәтаҙәр-Рази риүәйәте.
     Ул, донъя ҡыуып йөрөүсе бер фәҡиһте (юристы — И.Ғ.) осрата ла былай ти: «Йә, ғилем һәм сөннәт хеҙмәткәре, һеҙҙең һарайҙарығыҙ — ҡайсарҙыҡы (императорҙыҡы — И.Ғ.), өйҙәрегеҙ — кисрәнеке (фарси батшаһы дәрәжәһе—И.Ғ.), торған ерҙәрегеҙ — ҡарундыҡы, ишектәрегеҙ — талуттыҡы (мәжүсиләр аллаһы исеме—И.Ғ.), кейгән кейемдәрегеҙ — Жалуттыҡы (Аллаһ китабы Тәүраттағы Голиаф шулай аталған — И.Ғ.), мәҙһәбтәрегеҙ — шайтандыҡы, юғалтыуҙарығыҙ — үткенсенеке, биләмәләрегеҙ — фирғәүендеке, хөкөм ҡарарҙарығыҙ — ашыҡҡандарҙыҡы, ришүәтселәрегеҙ — ике йөҙлөләрҙеке, мәйеттәрегеҙ — яһилиәттеке. Ҡайҙа Мөхәммәдтеке?»
          Һәм әйтелә мөнәжәттә:
     "Һин Раббыңа төрлөсә һүҙ һөйләр кеше.
     Йәннәтеңдән урын бир тип, иртә-кис тә илар кеше.
     Кисектереп тәүбәләрең йыл артынан йылдар уҙа,
     Халыҡта мин әҙеңде күрмәйем, ғүмерең заяға уҙа.
     Эй һин, ғафил, ярҙам итһәң ураҙа тотоп көндәреңдә,
     Уяу торһаң, ғәмәл ҡылып, намаҙ уҡып кистәреңдә.
     Ашау менән эсеүеңде сикләр булһаң, һине алда
     Мәртәбәле, һөйөнөслө урын көтә һине унда.
     Ҙур хөрмәттәр һиңә Раббың тарафында,
     Оло ниғмәт — ризалығы һиңә насип булыр шунда."
          Бер хәкимдән:
     "Аллаһ Тәғәлә ун кешегә:
    Һаран байҙарға, тәкәббер фәҡирҙәрғә, аскүҙ ғалимдарға, оятһыҙ ҡатын-ҡыҙҙарға, донъя ҡыуыусы ҡарттарға, ҡурҡаҡ һуғышсыларға, йәп-йәш ялҡау егеттәргә, рәхимһеҙ солтандарға, маһайыусы суфыйҙарға, рыяланыусы ғибәҙәтселәргә үҙенең нәфрәтен белдерә."
          Рәсүлулланан, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Ун төрлө именлектең бишеһе—был донъяла, ҡалғаны— әхирәттә.
     Беренсе бише: ғилем, ғибәҙәт, хәләл ризыҡ, ауырлыҡҡа түҙемлек һәм ниғмәт өсөн шөкөр итеү.
    Ҡалған бише:
     үлем фирештәһенең мәрхәмәт һәм йомшаҡлыҡ күрһәтеп килеүе;
     Мүнкәр-Нәкир фирештәһенең ҡәберҙә ҡурҡытмауы;
     оло дәһшәт ваҡытында зарар-зыян теймәү;
     яманлыҡтар юйылып, яҡшылыҡтар ҡабул ителеү;
     сиратған йәшен тиҙлегендәй үтеп сығып, һау-сәләмәт хәлдә йәннәткә инеү."
          Әбү әл-Фаҙылдан, уға Аллаһ рәхмәте булһын:
     "Аллаһ Тәғәлә үҙенең китабына ун исем биргән ине:
     Ҡөрьән, Фурҡан, Тәнзил, Һүдә, Нур, Рәхмәт, Шифа, Рух, Ҙикер.
     Ҡөрьән, Фурҡан, Китап, Тәнзил — улары мәшһүр исемдәр, ә бына Һүдә, Нур, Рәхмәт, Шифа хаҡында Аллаһ Тәғәлә Бәйғәмбәребеҙгә:
     "Эй халыҡ, Раббығыҙ тарафынан һеҙгә вәғәз — нәсихәт килде, күкрәк ҡыуышлығы эсенә урынлашҡан ағзаларығыҙға шифа, тура юлға күндереү, һеҙгә, мөьминдәргә, Рәхмәт, Нур һәм асыҡ Китап килде."
     Рух хаҡында: «Шулай уҡ бойороҡтарыбыҙҙы Рух итеп һиңә вәхи ҡылдыҡ».
     Ҙикер тураһында: « Халыҡҡа бәйән итеү өсөн һиңә ҙикер ебәргән инек»,—тип әйткән ине."
          Лоҡман Хәкимдең улына һөйләгән һүҙҙәре:
     "Йә, улым, ун төрлө эште үтәүеңдә хикмәт:
     "Йәнһеҙ кешенең күңелен тергеҙеүең;
     Меҫкендәр менән мәжлестәш булыуың;
     Батшаларға мәжлестәш булыуҙан һаҡланыуың;
     Ябай халыҡты хөрмәтләүең;
     Ҡолдарға азатлыҡ биреүең;
     Сит-яттарға ярҙам күрһәтеүең;
     Фәҡирҙәргә файҙалы булыуың;
     Хөрмәткә лайыҡлыларға һәм сәйидтәргә хакимиәт арттырыуың — байлыҡҡа ҡарағанда ла артығыраҡ:
     Ҡурҡыу-хәүефтәрҙән һаҡлаусы,
     Һуғыштарҙа кәрәк-яраҡ,
     файҙаланғанда мал-тыуар,
     ҡурҡыныс килгән замандарҙа —шәфәғәтсе,
     һулыш өҙөлгәндә—дәлил,
     өҫтө ҡапларлыҡ кейем юҡ саҡта — бөркәнгес булыр улар."
          Бер хәкимдән:
    «Аҡыллы кеше тәүбә итһә, ун төрлө эш эшләргә тейеш:
     Теле менән ярлыҡау һорау;
     Күңеле менән үкенеү;
     Тәне менән ваз кисеү;
     Бүтән эшләмәҫкә ҡарар итеү;
     Әхирәткә хөрмәт һәм донъяға нәфрәт менән ҡарау;
     Белем менән ғибәҙәткә урын ҡалһын өсөн ғәмәл менән ашау-эсеүҙе әҙәйтеү, йоҡоно кәметеү.
     Аллаһ Тәғәлә ошо һуңғыһы тураһында былай ти: „Улар төндәрен әҙерәк йоҡлайҙар, таң атҡанда ғәфү итеүҙе һорайҙар.“
          Әнәс бин Мәликтән, Аллаһ уға риза булһын:
     »Һәр көн Ер, ун кәлимә һүҙ әйтеп, ауаз һала:
     "Эй, Әҙәм балаһы!
     Минең һыртымда йүгерәһең — ҡуйыныма ҡайтасаҡһың;
     Гөнаһҡа сумаһың — ҡуйынымда ғазап аласаҡһың;
     Ҡысҡырып көләһең — ҡуйынымда илаясаҡһың;
     Ҡыуанаһың — ҡуйынымда ҡайғырасаҡһың;
     Байлыҡ йыяһың — ҡуйынымда үкенәсәкһең;
     Хәрәм ашайһың — ҡуйынымда һине ҡорттар ашаясаҡ;
     Һауаланаһың — ҡуйынымда хурлыҡҡа ҡаласаҡһың;
     Күңел асаһың — ҡуйынымда ҡайғыға төшәсәкһең;
     Яҡтыла йөрөйһөң — ҡуйынымда ҡараңғыла ятасаҡһың;
     Йыйындарға сабаһың — ҡуйынымда яңғыҙ буласаҡһың."
          Рәсүлулланан, уға Алланың рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Күп көлгән ун төрлө бәләгә дусар: шуның күңеле үлә, йөҙөнөң төҫө ҡаса, шайтанды шатландыра, уға Аллаһ Тәғәлә асыулана, ҡиәмәт көнө язалана, бәйғәмбәр унан баш тарта, фирештәләр ләғнәт уҡый, ер-күк нәфрәт белдерә, һәр нәмәне онота, ҡиәмәт көндө фаш ителә."
          Әл-Хәсәнәл-Бәсариҙан, уға Аллаһ рәхмәте булһын:
    «Бер көндө ғибәҙәт үтәй торған ике егетте үҙем менән алып, Бәсра урамдары һәм баҙарҙары буйлап йөрөгәндә ултырғыста ултырған бер табипҡа тап булдым. Ул эргәһендә ҡулдарына һыулы шешә тотҡан ир, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-сағаларҙың һәммәһенә нисек дауаланыу тураһында һөйләп тора ине. Минең менән бергә килгән егеттәрҙең береһе табип янына барҙы ла: „Табип, һиндә гөнаһтарҙы йыуа һәм ауырыу күңелдәргә шифа бирә торған дарыу бармы?“—тип һораны.
     »Бар,"—тине табип: «Фәҡирлек һәм түбәнселек ағастарының тамырҙарын ал да, шуларҙан тәүбә ҡатнашмаһы яһа һәм уны ҡәнәғәтлек ҡырғыһы менән ваҡла, тәҡүәлек ҡаҙанына һал, өҫтөнә оялыу һыуы ағыҙ ҙа, мөхәббәт утында ҡайнат, шуны шөкөр итеү һауытына һоҫоп ал, өмөт елләгесе менән елләт һәм маҡтау ҡалағы менән ҡабып эс.
     Әгәр быларҙы эшләһәң, донъя-әхирәт ауырыуҙары менән бәләләренән һиңә шифаһы, файҙаһы тейәр.»
          Бер риүәйәт.
     "Ҡайһылыр бер батша зирәк ғалимдар араһынан биш кешене йыя ла шуларҙың һәммәһенә бер хикмәтле һүҙ һөйләргә ҡуша.
     Беренсеһе былай ти:
     "Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыу — хәүефһеҙлек,
     Аллаһ Тәғәләнән хәүефһеҙ булыу — кафырлыҡ,
     йән эйәләренән хәүефһеҙ булыу — именлек,
     шуларҙан ҡурҡыу — ҡоллоҡ."
     Икенсеһе:
     "Аллаһ Тәғәләгә өмөтләнеү — байлыҡ, фәҡирлеге зарар түгел, унан өмөт өҙөү — фәҡирлек, бай булһа ла байлығы файҙаға түгел."
     Өсөнсөһө:
     "Күңеле байҙың кеҫәһе һай булһа ла зарары юҡ.
     Ә бына күңеле ярлының кеҫәһе ҡалын булһа ла файҙаһы юҡ."
     Дүртенсеһе:
     "Күңеле бай, йомарт булһа, байлығы артмай хәле юҡ;
күңеле ярлының, кеҫәһе ҡалын булһа ла, фәҡирлеге артмай хәле юҡ."
     Бишенсеһе:
     "Яманлыҡтың күбенә н тыйылыуға ҡарағанда, яҡшылыҡтың әҙенә эйә булыу хәйерлерәк;
яҡшылыҡтың әҙенә эйә булыуга ҡарағанда, яманлыҡтан бөтөнләй тыйылыу хәйерлерәк."
          Ибн Ғәббастан, уға Аллаһ Тәғәлә риза булһын: Бәйғәмбәрҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, ишеткән:
     "Минең өммәтемдән булған ошо ун төркөм халыҡ, тәүбә итмәй тороп, йәннәткә инмәй: ҡалләғтәр, джәйүфтәр, ҡаттаттар, дәбүбтәр, дәййуҫтар, ғәртабә һәм куубә эйәләре, ғутулдар, зәнимдәр, ғаҡҡтар.
    Унан:
     — «Ҡалләғтәр кемдәр?» — тип һорағандар.
     Ул: «Әмирҙәр менән аралашып йөрөүселәр,» — тигән.
     — «Джәйүфтәр кемдәр?»
     — «Ҡәберҙән кәфен урлаусылар», — тигән.
     — Ҡаттаттар кемдәр?"
     — «Һүҙ йөрөтөүселәр», — тигән.
     — «Дәбүбтәр кемдәр?»
     — «Йондоҙҙарға табыныусылар», — тигән.
     — «Дәййуҫтар кемдәр?»
     — «Ҡатындарынан көнләшмәүселәр», — тигән.
     — «Ғәртабә эйәләре кемдәр?»
     — «Барабан һуғыусылар», — тигән.
     — «Куубә эйәләре кемдәр?»
     — «Думбра сиртеүселәр», — тигән.
     — «Ғутулдар кемдәр?»
     — «Юл өҫтөнә баҫып, халыҡ ғәйбәтен һатыусы зинанан тыуғандар», — тигән.
     — «Зәнимдәр кемдәр?»
     — «Зинасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр», — тигән.
     — «Ғаҡҡтар кемдәр?»
     — «Улары — мәшһүр халыҡ—ата-әсәләрен рәнйетеүселәр», — тигән.
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Үтәгән намаҙҙарын Аллаһ Тәғәлә ҡабул итмәгән ун төркөм халыҡ:
     Ҡөрьән уҡымай, ҡоро намаҙ ғына үтәүсе;
     Зәкәт бирмәүсе;
     Үҙен яратмаған халыҡҡа имамлыҡ итеүсе;
     Ҡасҡан ҡол;
     Һәр саҡ эскеселек менән шөғөлләнеүсе;
     Иренең асыуын килтереп төн үткәргән ҡатын;
     Башына кеймәйенсә намаҙ уҡыған ҡатын-ҡыҙ;
     Ришүәт алыусы;
     Рәхимһеҙ имам (етәксе);
     Намаҙ уҡып та, яуызлыҡ һәм тыйылған эштәрҙән тыйыла алмаусы.
     Уларҙың Аллаһ Тәғәләнән алыҫлашыуынан башҡа бүтән бер ниҙәре артмаҫ".
          Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын;
     "Мәсеткә инеүсегә ун төрлө эш мөһим:
     Аяҡ кейемдәрен тикшереү;
     Уң аяғы менән атлап инеү;
     Ингән саҡта: «Алланың исеме менән! Аллаһ рәсүленә һәм фирештәләренә сәләм булһын:
     »Ии, Аллаһ, рәхмәт ишектәреңде беҙгә ас. Бүләктәреңде һин арттырып биреүсеһең", — тип әйтеү;
     Мәсет әһелдәренә сәләм биреү;
     Әйткәндә, унда берәү ҙә булмаһа: «Беҙгә һәм Алланың изгеләренә сәләм булһын», — тип әйтеү;
     Алланан башҡа бүтән Тәңренең юҡлығына һәм Мөхәммәд Уның илсеһе икәнлегенә геуаһлыҡ бирәм!—тип әйтеү;
     Намаҙ уҡыусы алдынан үтеп китмәү;
     Донъя эше кеүек нәмәләр менән шөғөлләнмәү;
     Донья һүҙҙәрен һөйләмәү;
     Ике рәкәғәт (ике өлөштән торған мәсет намаҙы—И.Ғ.) намаҙ уҡымайынса мәсеттән сығып китмәү;
     Тәһәрәтһеҙ инмәү;
     Аяҡ өҫтө баҫҡас: «Һине сафлау, һиңә маҡтау һүҙе менән геуаһлыҡ бирәм, һинән башҡа бүтән Кисереүсе юҡ, һинең алдыңа тәүбә менән киләм,»—тип әйтеү «.
          Әбү Һурайранан, Аллаһ уға риза булһын.
     Бәйғәмбәребеҙҙән ишетеп
     »Намаҙ — диндең терәге, уның ун хәсиәте бар: йөҙгә — йәм, күңелгә — нур, тәнгә — тынғылыҡ, ҡәберҙә — шатлыҡ, рәхмәтле булыу урыны, күккә — асҡыс, үлсәүгә — ауырлыҡ, Раббыһының ризалығы, һигеҙ йәннәттең береһе, уттан — пәрҙә.
     Намаҙ торғоҙған — динде йәшәткән, намаҙҙан ваз киҫкән — динде емергән".
          Ғәйшәнән (Бәйғәмбәребеҙҙең хәләл ефете, мосолмандарҙың әсәләренең береһе—И.Ғ.), уға Аллаһ риза булһын.
Бәйғәмбәребеҙҙән ишетеп:
     "Аллаһ Тәғәлә йәннәтлектәрҙе йәннәткә инергә торғанда, йәннәт бүләге һәм кейеме менән бер фирештәне улар янына ебәрә. Улар йәннәткә инергә теләгән саҡта, фирештә уларға: «Туҡтағыҙ, миндә ғәләм Хужаһының һеҙгә тигән бүләге бар!» — тип әйтер.
     "Ниндәй бүләк?" — тип һорарҙар.
     "Ун мөһөр".
     "Шуларҙың береһенә: «Сәләм булһын һеҙгә, хуш киләһегеҙ! Һеҙ йәннәткә мәңгегә инәһегеҙ».
     Икенсеһенә: «Һеҙҙән ҡайғы-хәсрәттәр күтәрелде.»
     Өсөнсөһөнә: «Ғәмәлдәрегеҙгә һеҙгә йәннәт мираҫ ителде».
     Дүртенсеһенә: «Кейендерҙек һеҙҙе зиннәтле хөлләләргә».
     Бишенсеһенә: «Сабырлыҡтарына күрә ҡотолоу тапҡандарға, бөгөн беҙ бүләк бирҙек — хурҙар менән никахланыҡ».
     Алтынсыһына: «Был көн — итәғәтлелек өсөн бүләк көнө булыр».
     Етенсеһенә: «Һеҙ йәшәреп киттегеҙ — һис ҡартаймаҫһығыҙ».
     Һигеҙенсеһенә: «Именлек таптығыҙ — һис ҡурҡыу белмәҫһегеҙ.
     Туғыҙынсыһына: „Бәйғәмбәрҙәргә, хаҡ һүҙлеләргә, шәһиттәргә һәм яҡшыларға юлдаш булдығыҙ“.
     Унынсыһына: „Оло Тәхет эйәһе — Аллаһ Тәғәләгә күршелек тә урынығыҙ булды,“ —тип яҙылған».
     Һуңынан фирештә әйтер:
     "Хәүефһеҙ, һау-сәләмәт көйөнсә йәннәткә инегеҙ."
     Улар йәннәткә ингәс тә: «Беҙҙән ҡайғы-хәсрәтте күтәргән Аллаға маҡтауҙарыбыҙ булһын! Раббыбыҙ ғына маҡтауға лайыҡ һәм беҙҙе ғәфү итеүсе! Беҙ урынлашҡан был ерҙә йәннәт барлыҡҡа килтереп, беҙгә биргән вәғәҙәһенә тоғро булған Аллаға маҡтауҙарыбыҙ булһын! Ғәмәл үтәгәндәрҙең әжере нисаҡлы һәйбәт!» — тип әйтерҙәр.
     Аллаһ Тәғәлә йәһәннәмлектәрҙе утҡа ташларға йыйынғанда ун мөһөр менән уларға фирештә ебәрә.
     Шул мөһөрҙәрҙең,
     Беренсеһене:
     "Һеҙ утҡа инәһегеҙ, унда һис тә үлмәҫһегеҙ, терелмәҫһегеҙ ҙә, унан сығарылмаҫһығыҙ ҙа";
     Икенсеһенә:
     "Ғазап эсенә сумығыҙ, һеҙгә унда рәхәт булмаҫ";
     Өсөнсөһөнә:
     "Минең рәхмәтемдән өмөттәрегеҙ өҙөлдө";
     Дүртенсеһенә:
     "Мәңге шомлоҡта, тәрән хәсрәттә, көйөнөстә булырға инегеҙ";
     Бишенсеһенә:
     "Кейемегеҙ — ут, ашарығыҙ—зәҡҡум (ағыулы тамуҡ ағасы — И.Ғ.) емеше, эсәрегеҙ—ҡайнар һыу, түшәктәрегеҙ —ут, мунсаҡтарығыҙ — ут";
     Алтынсыһына:
     "Был — миңә ҡаршы гонаһ эшләгәнегеҙ өсөн бөтөн һеҙгә бирелгән яза";
     Етенсеһенә:
     "Минең һеҙгә мәңгелек асыуым — утта";
     Һигеҙенсеһенә:
     "Оло гөнаһтарҙы эшләп, тәүбәгә килмәгәнегеҙ өсөн, шуға үкенмәүегеҙ сәбәпле һеҙгә ләғнәтем";
     Туғыҙынсыһына:
     "Һеҙҙең мөгөҙлө шайтандарығыҙ мәңгелек утта";
     Унынсыһына:
     "Һеҙҙә шайтанға эйәреү ине, һеҙ донъя ҡыуҙығыҙ, әхирәттән баш тарттығыҙ — шуның өсөн һеҙгә — яза", — тип яҙылған булыр."
          Бер хәкимдән:
     "Ун нәмәне ун ерҙән эҙләгән инем, шуларҙы башҡа урында таптым:
     Дәрәжәгә үрләүҙе тәкәбберлектән эҙләгән инем, түбәнселектә таптым;
     Ғибәҙәтте намаҙҙан ғына эҙләгән инем, тәҡүәлектә таптым;
     Рәхәтлекте хиреслектән эҙләгән инем, тәҡүәлектә таптым;
     Күңел нурын ҡысҡырып көндөҙгө намаҙҙы уҡыуҙан эҙләгән инем, төндәрен йәшереп уҡыуҙа таптым;
     Ҡиәмәт нурын йомартлыҡтан эҙләгән инем, ураҙа тотоп һыуһағанда таптым;
     Сираттан үтеүҙе ҡорбан салыуҙарҙан эҙләгән инем, садаҡа биреүҙә таптым;
     Уттан ҡотолоуҙы мубах ғәмәлдәрҙән (ҫәуан та, гөнаһ та булмаған ғәмәлдәр—И.Ғ.) эҙләгән инем, шәһүәтте (нәпсе аҙғынлығын, енси дәртте—И.Ғ.) тыйыуҙа таптым;
     Аллаһ Тәғәләгә мөхәббәтте донъяуи эштәрҙе ташлауҙан эҙләгән инем, Алланы иҫтә тотоуҙа таптым;
     Ғафиәтте (иҫәнлек, һаулыҡ, сәләмәтлекте—И.Ғ.) йыйындарҙан эҙләгән инем, яңғыҙлыҡта таптым;
     Күңел нурын вәғәз һәм Ҡөрьән уҡыуҙарҙан эҙләгән инем, уйланыуҙарҙа таптым."
          Ибн Ғәббастан, уға Аллаһ риза булһын.
     Аллаһ Тәғәләнең:
     "Әгәр Раббыһы Ибраһимды һүҙҙәре менән һынаған икән, ул шуларҙы тамамлаған да," — һүҙенә нисбәтән Ибн Ғәббас былай ти:
     "Сөннәттән һаналған ун төрлө эш бар, шуларҙың бише — башта, ҡалғаны тән ағзаларында.
     Башына ҡарағаны: теш таҙартыу, ауыҙ сайҡау, танауға һыу алыу, мыйыҡ ҡыҫҡартыу, сәс алдырыу.
     Тәненә ҡарағаны: ҡултыҡ аҫты төктәрен йолҡоу, тырнаҡ ҡырҡыу, түмһәкәй йөндәрен ҡырыу, сөннәткә ултыртыу, кәрәкле урындарҙы йыуып алыу."
          Ибн Ғәббастан,уға Аллаһ риза булһын.
     "Берәү Рәсүлуллаға бер мәртәбә салауат әйтһә, Аллаһ Тәғәлә уға ун хәйер-фатиха бирер.
     Берәү Рәсүлулланы бер мәртәбә хурлаһа, Аллаһ Тәғәлә уны ун мәртәбә хурлар.
     Һеҙ Аллаһ Тәғәләнең Вәлид ибн Мәғыйраға (уға Алланың ләғнәте булһын!) ҡарата әйткән һүҙҙәрен, әллә кәрәк тапмайһығыҙмы? Ул бәйғәмбәребеҙҙе әрләгән саҡта, Аллаһ Тәғәлә уны ун тапҡыр арттырып кәмһетә.
     Шул уңайҙан әйтә: «Ҡат-ҡат тәүбәгә килеүсе, үтә түбән йәнле, яла яғыусы, эләкләп йөрөүсе, яттарға ҡамасаулаусы, яуызлыҡ эшләүсе, гөнаһлы һәм самаһыҙ ҙур кәүҙәле, яман холоҡло, уйнаштан тыуған бай һәм беҙҙең аяттарыбыҙ уҡылғанда: „Былар иҫке әкиәт,“ — тип тороусы, йәғни Ҡөрьәнде ялғанға тиңләүсе кешеләргә эйәрмә!»
          Ибраһим ибн Әдһәмдән, уға Аллаһ рәхмәте булһын.
     Аллаһ Тәғәләнең, ни өсөн:
     "Минән һорағыҙ, ҡабул итермен," — тип әйткәнлеге хаҡында Ибраһим бин Әдһәмгә һорау биргәндәр.
     Ул: «Күңелегеҙ ун төрлө эш арҡаһында „үлгән“, шуға күрә,» — тигән.
     Һеҙ Аллаһ Тәғәләне танымайһығыҙ, ҡушҡандарын үтәмәйһегеҙ;
     Китабын уҡымайһығыҙ, уның менән ғәмәл эшләмәйһегеҙ;
     Иблистең дошманлығын раҫлайһығыҙ, уны дуҫ күрәһегеҙ;
     Рәсүлуллаға һөйөүегеҙҙе инҡар итәһегеҙ, сөннәттәрен үтәмәйһегеҙ;
     Йәннәтте һөйөүегеҙгә дәғүәләшәһегеҙ; йәннәт өсөн ғәмәл ҡылмайһығыҙ;
     Уттан ҡурҡыуығыҙҙы раҫлайһығыҙ, гөнаһ эштәрҙән тыйылмайһығыҙ;
     Үлемдең хаҡлығына ышанаһығыҙ, уға әҙерләнмәйһегеҙ;
     Яттар ғәйебе менән булышаһығыҙ, үҙ ғәйебегеҙҙе тикшермәйһегеҙ;
     Алланың һеҙгә биргән ризығын ашайһығыҙ, шөкөр итмәйһегеҙ;
     Мәйеттәрегеҙҙе күмәһегеҙ, ғибрәт алмайһығыҙ".
          Рәсүлулланан, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
     "Бер ир, йә ҡатын-ҡыҙ ғәрәфә төнөндә мең мәртәбә ошо ун кәлимәне уҡыһа һәм һуңынан, ҡәрҙәшлеге өҙөлөү һәм гөнаһлы эштәрҙән ҡала, бүтән нәмәләрҙе Раббыһынан һораһа,      Аллаһ Тәғәлә уға һорағанын бирер:
     "Күк тәхетенең Хужаһына маҡтауҙарыбыҙ булһын;
     Милке һәм ҡөҙрәте аҫтына ингән ерҙең Раббыһына маҡтауҙарыбыҙ булһын;
     Ерҙәге тоғро юл Хужаһына маҡтауҙарыбыҙ булһын;
     Һауалағы рухтар Хужаһына маҡтауҙарыбыҙ булһын;
     Ут солтанлығы Хужаһына маҡтауҙарыбыҙ булһын;
     Ҡәберҙәге хөкөм Хужаһына маҡтауҙарыбыҙ булһын;
     Күкте терәкһеҙ күтәргән Затҡа маҡтауҙарыбыҙ булһын;
     Ерҙе тейешле урынға ҡуйған Затҡа маҡтауҙарыбыҙ булһын;
     Һыйыныу һәм ҡотолоу урынының Хужаһына маҡтауҙарыбыҙ булһын".
          Ибн Ғәббасган, уға Аллаһ риза булһын:
     "Бер көндө Рәсүлуллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, Иблискә: «Минең өммәтемдән һинең нисә дуҫың бар?»—тине.
     Иблис әйтте: «Унау: яуыз имам, байлығының ҡайҙан ингәнен һәм уны нимәгә исраф ителеүен ҡайғырмаған тәкәббер бай, әмирҙең йәбер-яуызлыҡтарын дөрөҫләүсе ғалим, алдаҡсы сауҙәгәр, алыпһатар, уйнашсы, риба (процент алыу— И.Ғ.) юлы менәм ингәнде ашаусы, йыйған байлығының ҡайҙан килеүе менән ҡыҙыҡһынмаған һаран, араҡынан тыйыла алмаған эскесе.»
     Һуңынан Бәйғәмбәребеҙ уға: «Минең өммәтемдә нисә дошманың бар?»—тине.
     Иблис әйтте: «Унау: шуларҙың беренсеһе—һин, йә, Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм, мин һиңә яман асыулымын;
     Белемен эшкә егеүсе ғалим;
     Ҡулындағы Ҡөрьәне менән ғәмәл үтәүсе;
     Биш ваҡыт намаҙға саҡырып аҙан ҡысҡырыусы;
     Ярлыларҙы, меҫкендәрҙе, етемдәрҙе һөйөүсе, күңеле мәрхәмәтле кеше;
     Хаҡлыҡ өсөн түбәнселек итеүсе, Аллаһ Тәғәләгә итәғәтлектә үҫкән егет;
     Хәләл ризыҡ ашаусы;
     Аллаһ Тәғәлә юлында үҙ-ара дуҫ йәшәүсе ике йәш егет;
     Йәмәғәт менән намаҙ укырға ҡыҙығыусы, кистәрен һәм кеше ятып йоҡлағас намаҙ укыусы;
     Хәрәм тиелгән нәмәләрҙән үҙен тыйыусы эскерһеҙ, ихлас кеше.»
          Бер риүәйәт.
     "Үҙе өсөн түгел, ә дин ҡәрҙәштәре өсөн доға ҡылыусы, һәр ваҡыт тәһәрәтле, таҙа йөрөүсе, йомарт, матур холоҡло, Аллаһ Тәғәлә уға ни йөкләһә, шуны Раббыһыныҡы тип раҫлаусы, пәрҙәле тол ҡатындарға игелек күрһәтеүсе, үлемгә әҙерләнеүсе."
          Вәһһаб бин Мунәббиттән:
     Тәүраттә яҙылған:
     Кем донъялығында аҙыҡ әҙерләүҙе ҡайғырта,
     Шул ҡиәмәт көнө Алланың дуҫы була;
     Кем асыу һаҡлауҙарын туҡтата,
     Шул Аллаһ Тәғәләгә күрше була;
          Кем донъя тормошона мөхәббәттән баш тарта,
          Шул ҡиәмәт көндө Аллаһ ғазабынан имен була.
          Кем көнсөллөктән туҡтала,
          Шул ҡиәмәт көндө халыҡтар Рәйесе алдында маҡтаулы була.
     Кем етәкселек эшенә мөхәббәтле булыуын ташлай,
     Шул ҡиәмәттә Аллаһ алдында ҡәҙерле була.
     Кем донъяла өҫтөн дәрәжәләрҙе ташлай,
     Шул изгеләр араһында ниғмәтле була.
          Кем донъяла дәғүәләшеүҙәрҙе туҡтата,
          Шул ҡиәмәт көндө еңеүсе булыр.
          Кем донъяла һаранлыҡтарын ташлай,
          Шул халыҡтар Рәйесе алдында маҡталып телгә алына.
     Кем донъя тормошона мөхәббәттән баш тарта,
     Шул ҡиәмәт көндө Аллаһ ғазабынан имен була.
     Кем донъяла рәхәтлектәрҙән баш тарта,
     Шул ҡиәмәт көнө шатлыҡ таба.
          Кем донъяла хәрәмдән баш тарта,
          Шул ҡиәмәт көндө бәйғәмбәрҙәргә күрше була.
          Кем донъяла хәрәм нәмәләргә ҡарауҙан туҡтай,
          Шуның Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнө күҙҙәрен шатландыра.
     Кем донъяла байлығын ташлап, фәҡирлекте ихтыяр итә,
     Шуны ҡиәмәт көндө Аллаһ Тәғәлә вәлиҙәр менән бергә торғоҙа.
     Кем донъяла халыҡ ихтыяжын торғоҙа,
     Шуның ихтыяжын Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәткә ҡалдыра.
          Кем ҡәберендә үҙенә юлдаш теләй,
          Шул кисен, ҡараңғыла торһон да намаҙ уҡыһын.
          Кем Аллаһ Тәғәлә күгенә күләгәләнеүҙе теләй,
          Шул кеше тәҡүә булһын.
     Кем хисабының еңел булыуын теләй,
     Шул үҙенә һәм ҡәрҙәштәренә изгелектә булһын.
     Кем фирештәләр эргәһенә барып йөрөүҙе теләй,
     Шул хәрәмдән һаҡланыусы булһын.
          Кем йәннәт уртаһында булырға теләй,
          Шул көн-төн Алланы фекерләүҙә булһын.
          Кем йәннәткә хисапһыҙ инергә теләй,
          Шул ысын ихласлыҡта Аллаға тәүбә итһен.
     Кем байып китеүҙе теләй,
     Шул Аллаһ биргән өлөшкә риза булһын.
     Кем Аллаһ Тәғәләнән фәҡирлек килеүен теләй,
     Шул буйһоноуҙа булһын.
          Кем хикмәт эйәһе булыуҙы теләй,
          Шул ғалим булһын.
          Кем кешеләр араһын төҙөк тотоуҙы теләй,
          Шул яҡшылыҡтан башҡаны һис телгә алмаһын.
     Кем ике донъяла хөрмәтле булыуҙы теләй,
     Шул әхирәтте донъяһынан өҫтөн итһен.
     Кем һис юйылмаҫ фирдәүес һәм ниғмәтлек йәннәтен теләй,
     Шул ғүмерен борсоулы уҙғармаһын.
          Кем һәр ике донъяла йәннәт теләй, шул йомарт булһын,
          Сөнки йомартлыҡ—йәннәткә яҡын Һәм уттан алыҫ.
          Кем күңеленең тамам нурланыуын теләй,
          Шуға фекерләү һәм дә иғтибарлы булыу тейешле.
     Кем тәненә—сабырлыҡ, теленә—ҙикер, күңеленә— баҫалҡылыҡ теләй,
     Шул күп мәртәбә мөьминдәргә, мосолмандарға ярлыҡау һораһын.
     Ғәләмдәр Раббыһына маҡтауҙар булһын.
                                                    Тамам
    Аҙағы: "Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр... ", Имам Ғариф – хажи Ғабдрахман.

     Башы ошо биттә "Боронғоларҙың хикмәтле һүҙҙәре": https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/boron%D2%93olar%D2%99y%D2%A3-xikm%D3%99tle-%D2%BB%D2%AF%D2%99%D2%99%D3%99re.html#more-6940