Истинжә (подмывание)

                                             Истинжә (подмывание)

     Нимә ул – истинжә? Истинжә – ярау иткәндән һуң нәжес сыҡҡан урынды таҙартыу. Истинка – ярау иткәндән һуң ҡоро нәмә менән һөртөп, унан һуң һыу менән йыуып ҡоротоу. Истибра – ирҙәрҙең, кесе ярау иткәс, төрлө хәрәкәттәр менән енси ағзаһында ҡалған бәүелдән арыныу.
     Ни эшләптер күптәр тәһәрәт менән истинжәне бутайҙар. Был бер нәмә ул тип. Был ғәмәлдәр кәрәк саҡта айырым үтәлә торған эштәр. Иң яңылышҡандары – ҡомған, йә икенсе һауыт менән һыу тотоп бәҙрәфкә барһаң – тәһәрәт ала тиҙәр. Кемдең аҡылы башына килә икән шундай уй – бәҙрәфтә тәһәрәт алыу? Тәһәрәттең хәрәкәттәре: ҡул, бит, башҡа мәсех һәм аяҡ йыуыу бит ул!

     Шунан һуң инде әгәр берәй кеше ҡомған тотоп бәҙрәфкә бармаһа, ул «неправильный», хатта мосолман түгел тейеүселәр ҙә бар. Уларса мосолман булыр өсөн бәҙрәфкә һыу тотоп йөрөр кәрәк икән! Ошондай наҙанлы фекерҙәр йөрөй халыҡ араһында. Бәҙрәфкә айҙанған һайын инеп истинжә ҡылыу йылы ҡала мәсеттәрен дә ултырған муллалар өсөн йәтеш. Башҡаларға — Себерҙә, тундрала, мәңге боҙлоҡта, 40-70 градус һыуыҡта вахтала эшләп йөрөгән мосолман ҡәрҙәштәргә ни эшләргә? Эҫе һыуың бер секунд эсендә боҙға әйләнә. Бында истинжә алыу түгел хатта тәһәрәт алырға мөмкинселек юҡ. Бында бер ысул – тәйәммүм генә ҡала инде намаҙ уҡыр өсөн. Шулай уҡ сүллектә, һәр бер тамсы һыу алтынға тиң булғанда ла истинжә ҡылып ултыраңмы? Ана шунда урындар күп бит. Диндә ауырлыҡ ҡылып, шулай уҡ үҙ сәләмәтлегенә зарар килтергәндәй эштәр Ислам динебеҙҙә хупланмай бит.
     Татарстан мосолмандар баш ҡазыйы (мәрхүм, Аллаһының уға рәхмәте булһын) Ғабделхак Самматовтың «Шәриғәт» китабында яҙылғандарҙан уҡып китәйек:
                                                 Истинжә алыу – маҡтаулы ғәмәл
     Йәстү намаҙын уҡығас, ятып йоҡлайбыҙ. Иртә менән тәһәрәткә тиклем истинжә алырға кәрәк, тиҙәр. Шул һүҙ дөрөҫме?
     Тәһәрәтте боҙа торған бер нисә сәбәптәр бар. Енес ағзаларынан ниндәй ҙә булһа бүлендек килһә, арт юлдан һауа сыҡһа, ҡан килеп, ул элекке баҡыр биш тинлек аҡса ҙурлығында йәйелһә, бер ауыҙ тулы ашаған әйберен ҡоҫһа, ауырыу сәбәпле күҙҙән эренле йәш килһә, танау йә иһә теш ҡанаһа, һөйәлеп йәки ятып йоҡоға китһә, аңын юғалтһа, намаҙ уҡығанда ҡысҡырып көлһә, кешенең тәһәрәте боҙола.
     Иртә менән йоҡонан торғас, истинжә алып, камил тәһәрәт менән намаҙ уҡырға кәрәк. Намаҙ уҡығансы оло ярау йомшамаған булһағыҙ, истинжа алыу шарт түгел. Әгәр үҙ теләгегеҙ менән быны эшләһәгеҙ, нур өҫтөнә нур булыр, был ғәмәлегеҙ маҡталыр.
     Бында нимә тип әйтелә: Истинжә алыу шарт түгел. Һәр тәһәрәт алдынан истинжә алыу шарт түгел, кесе һәм оло ярауҙан һуң бәҙрәф ҡағыҙы менән һөртөнһәгеҙҙә булалыр тиелә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа. Шулай итеп тә истинжә ҡылырға була. Хатта таш, тап һымаҡ әйберҙәр менән истинжә ҡылырға була. Әлбиттә йылы урында, йылы һыу булғанда ни эшләп һыуҙы ҡулланмаҫҡа? Әлбиттә былай таҙарыныуың ышаныслыраҡ.
                                                    Истинжә ҡасан фарыз?
     Йоҡо һәм ел сығарыуҙан тәһәрәт боҙолған һайын таш йәки балсыҡ кеүек нәмәләр менән артҡы юлды һөртөп алыу сөннәт. Һөйәк, мал-тыуар тиҙәге һәм уң ҡул менән истинжә ҡылыу мәкруһ. Бындай истинжәнән һуң, артҡы юлда бер дирһәмдән артмаған нәжес ҡалһа, һыу менән йыуыу мөстәхәб, әммә артҡы юлда дирһәмдән ҙурыраҡ нәжес ҡалһа, һыу менән йыуыу фарыз. Истинжә урынын күңеле менән таҙарған тигәнсе йыуыр, һуңынан ике ҡулын йыуыр. Истинжәнән элек истибра ҡылыу фарыз, йәғни алғы юлындағы бәүелде сығарып бөтөрөү һәм таҙартыу фарыз.
     Бында дирһәм ҙурлығы элекке баҡыр 5 тин тирәһе һәм 3 грамм ауырлыҡта. Тимәк алдағы йәки артағы нәжес тәндә 5 тин ҙурлығынан артыҡ йәйелмәһә туалет ҡағыҙы менән дә һөртөргә мөмкин, ә артһа һөртөп таҙартып алғандан һуң һыу менән йыуыу кәрәк. Быны, һыу менән йыуыуҙы, берәүҙәр вәджиб, икенселәр фарыз тиҙәр.
     Истибра ҡылыуға килгәндә һәр кемдең организымының торошонан тора. Кемдендер кесе ярауҙан һуң ҡабат бәүеле сығырға мөмкин һәм алған тәһәрәтен боҙорға мөмкин. Истибра ҡылыу ирҙәр эше, ҡатын ҡыҙҙарға кәрәкмәй.
     Бында хәҙрәттең истибра фарыз тигәне шунан ғәләмәт: Бәүелдән бушанғас, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тәһәрәт алып намаҙ уҡыған ваҡытта ла, бигерәк тә йәмәғәт намаҙында шул кешенең ҡабаттан ҡалған бәүеле сығырға мөмкин. Быны ул кеше аңғармаҫҡа ла мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең хәҙисендә лә бәүелдән һаҡланмаған кешегә йәһәннәм ғазабы тигәндән һәм намаҙҙы ысын күңелдән, хошуғ — Аллаһынан ҡурҡыу уйы аҫтында уҡыр кәрәк тигән мәғәнәһенән дә сығып фарыз тип, әйтәләр ҡайһы бер ғалимдар. Намаҙ уҡыу алды шарты тиҙәр.
     (Очищение от мочи и ее остатков (истибра), после которого человек становится уверенным, что он чист, является обязательным . Если же человек уверен, что после справления малой нужды, в силу особенностей анатомии и физиологии своего тела, он может сразу приступать к принятию омовения (тәһәрәт), и при этом у него не возникнет никаких сомнений относительно его не оскверненности, то тогда совершение истибра для него становится не обязательным, а одобряемым (мандуб) . И это крайне важно, в особенности для тех, кто уделяет особое внимание совершению намазов в трепетном благоговении (хушу’)).
                                                      Ғәүрәттәрҙе таҙартыу
     “Әхкәм Ислам“ китабы, Мәрьйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә
     Хәжәтте үтәгән сағыңда ҡиблаға ҡаршы ултырыу йә иһә арҡа менән ултырыу мәкруһ була, шулай уҡ ҡояш һәм айға ҡаршы ултырыу ҙа ярап бөтмәй. Ғәүрәттәргә һәм үтәгән хажәттәргә ҡарау ҙа мәкруһ. Бәләкәй хәжәтте үтәгәндән һуң, һул ҡулға берәр нәмә алып ғәүрәтте ҡороторға кәрәк була. Бәләкәй хәжәттән һуң ғәүрәтте ҡоротоуға истибра тиҙәр. Истибраны яҡшылап ҡылмаһаң, кейемдәр бысратып йөрөргә тура килә. Рәсулуллаһ хатта: “Ҡәбер ғаҙабының күберәге яҡшылап истибра ҡылмағандан килер“, — тип ҡурҡытҡан. Оло хәжәтте үтәгәндән һуң, һул ҡулға берәр нәмә алып таҙарынырға кәрәк, быныһына истинджә тиҙәр. Истибраны ла истинжәне лә уң ҡул менән һәм бесән, типографик ҡағыҙ, юнысҡы кеүек нәмәләр менән таҙартыу мәкруһтыр. Мөмкин булғанда таш менән истибра итергә һәм истинжә ҡылырға тейеш. Хәжәт үтәгәндәге нәжестәр сыҡҡан урындарҙан ситкә йәйелмәһәләр, таш менән ҡоротҡандаң һуңында пакланыр. Әгәр ситкә йәйелһәләр, ул ваҡытта истинжәне һәм истибраны ла һыу менән ҡылырға тейеш була, шунһыҙ пакланмайҙыр. Мөмкин булғанда һәр ваҡыт һыу менән истибра һәм истинжә ҡылып йөрөһәң, бигерәк яҡшы булыр.
     Бәҙрәфкә ингән ваҡытта һул аяҡ менән алдан атлап инеү, сыҡҡанда уң аяҡ менән алға атлап сығыу мөстәхәб ғәмәлдәрҙән һанала.
     Бында таш менән һөртөнөү үткән заман, хәҙер махсус бәҙрәф ҡағыҙҙары бар икәнен һәр бала белә. Таш менән эш итеүҙе яңы сәләфиттәргә, беҙ сөннәт үтәүселәр тип йөрөгәндәргә ҡалдырайыҡ.
                                                              Истинжә алыу
     Әт-Тәсһил Әз-Зарури ли Мәсәил Әл-Кудури, Кудури китабынан еңеләйтелгән фикһ мәсьәләләре.
     Һорау: Шәриғәттә истинжәнең хөкөмө ниндәй?
     Яуап: Истинжә алыу — сөннәти мәккәдә. Һыу йәки башҡа саф шыйыҡса менән йыуырға йәки ер менән пакланырға, паклағандан һуң нәжестең юғалғанына ышанырға кәрәк. Был эште таҡ һанда эшләү һәйбәтерәк, ләкин вәжиб түгел.
     Һорау: Нимә белән истинҗә алыу тыйыла?
     Яуап: Уң ҡул белән йыуырға, һөйәк, тиреҫ, кирбес, ризыҡ йәки башҡа ҡиммәтле әйберҙәр менән истинҗә алыу тыйыла.
     Һорау: Сахрала йәки бинала, ҡиблаға ал йәки арт менән боролоп, ҙур һәм кесе хәжәтте үтәү хаҡында шәриғәттә нимә әйтелгән?
     Яуап: Бинала йәки асыҡ урында булыуға ҡарамаҫтан, ҙур һәм кесе хәжәтте үтәгәндә ҡиблаға ал йәки арт менән боролоп үтәү — мәкруһ.
     Һорау: Нинди урындарҙа хәжәтте үтәү тыйыла?
     Яуап: Һыуға һәм уның сығанаҡтарына, емеш биреүсе ағас аҫтына, кешеләрҙең ял урындарына, күләгәле урындарҙа, юлда, йәнлек ояһында һәм баҫып хәжәтте үтәү тыйыла.

     Фарыз — үтәлә торған ғәмәл, үтәмәһәң гонаһты булаң, иманһыҙ булыуыңды күрһәтә.
     Вәджиб — фарыздан ҡала хәйерле ғәмәл, үтәмәһәң гонаһты булаң.
     Сөннәт -Пәйғәмбәр үтәгән ғәмәл, үтәмәһәң гонаһ юҡ, үтәһәң сауабы бар, ҡиәмәт көнөндә пәйғәмбәр шәфәғәте булыр 
     Мөстәхәб — Пәйғәмбәребеҙ ҡайһы бер саҡ үтәгән ғәмәл, үтәмәһәң гонаһ юҡ.
     Мөбах -был ғәмәл ҡылынһа ла, ҡылынмаһа ла сауап та , гонаһ та булмаҫ.
                                                              Подмывание
                       «Ханафитский фикх», Абдальхамид Махмуд Тахмаз
     Подмывание (истинджа) является одной из составных частей очищения тела. Подмыванием именуется удаление нечистого с тела после удовлетворения большой или малой естественной нужды.
     Подмывание относится к числу действий, которые безусловно и неизменно совершались Пророком (сунна муаккада). Всевышний сказал: «Есть в (этой мечети) люди, которые стремятся к очищению, а Аллах любит стремящихся к очищению» (Коран, 9:108). Сообщается, что Абу Хурайра, да будет доволен им Аллах, сказал: «Они подмывались водой, и этот айат был ниспослан о них» (Абу Дауд; ат-Тирмизи).
     Если нечистое не вышло наружу или вышло в малом количестве, это является простительным. Если же количество нечистого превышает меру простительного, то необходимо использовать воду, и в подобных случаях подмывание становится обязанностью (фард), снимаемой с того, кто не может выполнять её из-за болезни. Кроме того, человек может отказаться от её выполнения в том случае, когда вместе с ним находится тот, в присутствии кого ему запрещается обнажаться, и если найти укрытие невозможно, а другой человек не отворачивается от него даже после просьб. Если в подобных обстоятельствах нечистое выйдет наружу, человеку следует постараться, по возможности, уменьшить его количество с помощью камня, туалетной бумаги или чего-нибудь иного, не обнажаясь, после чего он может совершать молитву.
     Подмывание не вменяется в обязанность Шариатом в случае испускания газов или после сна.
                                                     Средства для подмывания
     Как уже говорилось, в случае невозможности использования воды действительным является очищение, осуществляемое с помощью любого чистого предмета, который впитывает влагу и очищает место выделения нечистого или же уменьшает его количество и способствует его осушению. В этом случае лучше использовать такие вещи, как бумага (на которой, по возможности, нет никаких надписей), тряпки или камни. Если же есть возможность использования воды, то в некоторых случаях наилучшим является использование воды в сочетании с бумагой.
     Человек, совершающий очищение, не обязан прибегать к какому-либо определённому способу. Ему достаточно выбрать такой способ, который позволит добиться цели, то есть, наиболее полного очищения и обеспечения защиты от загрязнения.
     Если при очищении вода не используется, то желательно очищаться три раза. Посланник Аллаха сказал: «Пусть очищающийся с помощью камней делает это нечётное число раз. Хорошо поступит тот, кто сделает так, а на том, кто этого не сделает, не будет греха» (Ахмад).
     Если человек будет использовать воду, то следует омыть то место, откуда появляется нечистое, пока он не будет уверен, что очистился, если же у него возникнут сомнения, то такое место следует омыть трижды.
     Не следует ни подмываться, ни очищаться правой рукой, поскольку сообщается, что Пророк сказал: «Когда кто-нибудь из вас будет пить, пусть не дышит в сосуд, когда же зайдёт в отхожее место, пусть не дотрагивается правой рукой до своего полового органа и не подмывается ею» (аль-Бухари). Этот запрет действует во всех случаях, за исключением тех, когда левой рукой нельзя пользоваться из-за болезни и тому подобных причин.
     Согласно требованиям исламской этики, не следует очищаться, повернувшись в сторону киблы. Посланник Аллаха сказал: «Если кто-нибудь вас станет справлять большую нужду (на открытом месте), пусть не обращается к кибле лицом и не поворачивается к ней спиной. Поворачивайтесь (лицом) к востоку или к западу».
                     Практика и этика отправления естественных потребностей
     Человеку следует сразу удовлетворять свои естественные потребности, не откладывая надолго, поскольку это вредно для здоровья. Ниже будут приведены указания на нежелательность (макрух) совершения молитвы человеком, который сдерживает позывы к удовлетворению нужды.
     Прежде чем войти в отхожее место, необходимо снять перстень или любую иную вещь, на которой написано одно из имён Аллаха или Его Пророка. Сообщается, что «перед тем как войти в отхожее место, Пророк снимал свой перстень», на котором было имя Аллаха (ат-Тирмизи; ан-Насаи).
     Перед тем как войти туда, следует сказать: «С именем Аллаха! Поистине, я прибегаю к Твоей помощи от порочности и дурных поступков «Әғүүҙе билләәһи минәл-хубҫи үәл-хабәәиҫ». Если человек находится на открытом месте (например, в пустыне), он должен произнести эти слова перед тем, как обнажиться.
     *Возможно также, что под «хубус» и «хабаис» имеются в виду злые духи обоего пола.
     Пророк сказал: «Преградой, которая не позволит джиннам увидеть наготу любого человека, когда он зайдёт в отхожее место, послужит произнесение слов “С именем Аллаха (Бисми-Ллях)”» (ат-Тирмизи; Ибн Маджа).
     Переступать порог отхожего места при входе необходимо левой ногой, а при выходе — правой.
     Запрещается (макрух тахриман) мочиться и испражняться в воду, даже в проточную, как запрещается делать это на берегу реки, водоёма, колодца, источника, под деревьями, особенно плодовыми, на обрабатываемых участках земли, в тех местах, где собираются люди, занимающиеся дозволенными делами, на дорогах, а также поблизости от мечетей и тех мест, где проводятся молитвы во время праздников. Всё это указывает на стремление ислама к охране окружающей среды и предупреждению распространения болезней. Передают, что один из сподвижников сказал: «Остерегайтесь трёх заслуживающих проклятия поступков: испражнения в источники, посреди дороги и в тени (где останавливаются люди) и в их дворах» (Абу Дауд; Ибн Маджа; Ибн Хиббан).
     Во время мочеиспускания человеку не следует поворачиваться против ветра, чтобы на него не попали капли мочи.
     Во время удовлетворения нужды запрещается вести разговоры, если для этого нет серьёзных оснований, поскольку в одном из хадисов сообщается, что Абу Хурайра сказал: «Не следует разговаривать друг с другом двоим, которые выходят для удовлетворения большой нужды и присаживаются, обнажив свой срам, ибо Всемогущий и Великий Аллах ненавидит это» (ат-Табарани).
     Порицается (макрух) также мочиться стоя без причины, поскольку это может привести к загрязнению тела или одежды.
     Передают, что Абу Хурайра сказал: «Очищайтесь от мочи, ибо по большей части люди будут подвергаться мучениям в могилах из-за этого» (Ибн Хузайма).
     Необходимо закопать в землю экскременты и постараться полностью освободиться от них. Прежде чем встать, необходимо прикрыть обнажённые места тела.
     После выхода из отхожего места следует сказать: «Прости! Хвала Аллаху, Который избавил меня от страдания и исцелил меня ( Ғүфрәнәкә! Әлхәмдү лилләәһил-ләҙии әҙһәбә ғәннил –әҙәә үә ғәәфәәнии)», поскольку, согласно хадисам, так говорил Пророк Мухаммад (ан-Насаи; Ибн Маджа).
     Затем следует вымыть руки, поскольку так всегда делал Пророк, или совершить омовение.

     Тәһәрәт: https://nazir1965.com/din/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t.html

     Тәһәрәт алыу тәртибе:https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99%D2%BB%D3%99r%D3%99t-alyu-t%D3%99rtibe.html

     Ғөсөл: https://nazir1965.com/bez-rubriki/%D2%93%D3%A9s%D3%A9l.html

     Ғөсөл тәртибе: https://nazir1965.com/din/%D2%93%D3%A9s%D3%A9l-2.html

     Тәйәммүм: https://nazir1965.com/din/t%D3%99j%D3%99mm%D2%AFm.html