Хисап көнө

     Әй мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән — Кәримдә әйтә:

                                                                                                   بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيمِ

                                                                                 1.  َيَا أَيُّهَا النَّاسُ اتَّقُوا رَبَّكُمْ إِنَّ زَلْزَلَةَ السَّاعَةِ شَيْءٌ عَظِيمٌ

2. يَوْمَ تَرَوْنَهَا تَذْهَلُ كُلُّ مُرْضِعَةٍ عَمَّا أَرْضَعَتْ وَتَضَعُ كُلُّ ذَاتِ حَمْلٍ حَمْلَهَا وَتَرَى النَّاسَ سُكَارَى وَمَا هُم بِسُكَارَى وَلَكِنَّ عَذَابَ اللَّهِ شَدِيدٌ

     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Йәә әййүһә-ннәәсү-ттәҡуу раббәкүм иннә зәлзәләтә-ссәәғәти шәй'үн ғәҙыиим.
2. Йәүмә тәраунәһәә тәҙһәлү күллү мурды- иғәтин ғәммәә ардағәт үә тәдағү күллү ҙәәти хәмлин хәмләһәә үә тәра-ннәәсә сүкәәраа үә мәә һүм бисүҡәәраа үә ләәкиннә ғәҙәәбә-лла- аһи шәдиид.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1. Эй, кешеләр! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! һуңғы сәғәттең тетрәтеүе — оло нәмә бит!
2. Ул көндә, үҙегеҙ күрерһегеҙ, бала имеҙгән әсәләр балаһын онотор, йөклө ҡатындар йөгөнән бушаныр. Кеше иҫерек булмаһа ла, иҫерек кеүек күренер. Алланың язаһы шулай ҡаты!
                                                                                                         Әл-Хаж сүрәһе (22 сүрә), 1-2 аяттар

     «Әй әҙәмдәр! Бар ҡылыусығыҙҙың ғазабынан һаҡланығыҙ һәм ул әмер иткән ғәмәл ҡылығыҙ. Хаҡиҡәттә ҡиәмәт алдынан буласаҡ зилзилә — ер тетрәү — бик оло нәмәлер. Ул зилзилә булған көндә уны күргән һәр бер бала имеҙеүсе имгән балаһын онотор һәм һәр бер йөклө ҡатын йөгөнән ваҡытһыҙ бушаныр, һәм әҙәмдәрҙе иҫергән кеүек йөрөгәндәрен күрерһегеҙ. Шулай булһа ла, улар иҫермәгәндәр, бәлки, Аллаһының ғазабы ҡаты булыр, тиелә. Аллаһы Тәғәлә был аятта ҡиәмәт килер алдынан буласаҡ ер тетрәүенең ҡурҡынысын һәм мөһәбәтлелеген, ололоғон һүрәтләп биреүҙе хуп күрҙе. Ул әйтәлер: Ҡиәмәт ҡуба торған сәғәттең зилзиләһенең ерҙе һелкетеүе шул дәрәжәлә көслө, ҡурҡыныс, ҡот осҡос булыр ти, ул көндә имеҙеүсе ҡатын, ул көндөң ҡурҡыныслығынан аҡылы китеп, имеҙә торған балаһын онотор һәм һәр бер йөклө ҡатын ул көндөң дәһшәтенән балаһын ваҡытһыҙ табыр, һәм дә ул көндөң дәһшәтенән әҙәмдәр иҫерек кеүек йөрөрҙәр.

     Әммә, дөрөҫөн әйткәндә улар иҫерек түгелдәрҙер, ләкин Аллаһының ғазабы бик ҡатылыр, шул тиклем дәрәжәлә ҡатылыр ти, әҙәмдәрҙең аҡылы китәр, аҡты-ҡараны, яҡшыны-яманды айырыу һәләттәре сыуалыр. Юғиһә, улар хәмер эсеп иҫергән булмаҫтар, сөнки ул көн хәмер эсеп иҫереп йөрөрлөк көн булмаҫ. Бәлки, хатта, был донъяла иҫереп йөрөүҙән арына алмаған иҫеректәр ҙә айныр. Ул көндө ғафилдәрҙең ғәфләттәре юҡҡа сығар; үҙҙәренән үҙҙәре ҡәнәғәт булған, ғилеменән, ғәмәленән, хәленән, малынан, матурлығынан һәм ялған камиллегенән үҙ-үҙенән мөкиббән китеп йөрөүсе ахмаҡ, наҙан әҙәмдәрҙең ғорурлыҡтары эреп юҡҡа сыҡҡан көндөр. Ул көн ҡурҡыныстан һәм ҡайғынан сабыйҙарҙың сәстәре ағара торған көндөр. Ул көндә күктәр йыртылып, күктәге йондоҙҙар Ергә түгелер, Ерҙәге тауҙар тетелгән йөн кеүек булып һауала осоп йөрөрҙәр; Ерҙең аҫты өҫтө менән алмашып, аҫты өҫкә килер; йылға-дарьялар сиктәренән сығып ағырҙар; ер эсендәге тәбиғәт хазиналары һәм ҡәбер эйәләре өҫкә сығарҙар; Ер үә күктәр юҡҡа сығып, улар башҡа бер ер-күктәргә алыштырылырҙар; бөтә халыҡ Оло хисапҡа Ғәрәсәт майҙанына тупланыр, һәр кемдең ғәмәл дәфтәрҙәре асылыр, Аллаһы Тәғәлә Үҙе Хаким булыр; бәндәләрҙең аяҡ-ҡулдары ҡылған ғәмәлдәрен һөйләрҙәр; ҡылынған ғәмәлдәр дәфтәренән бөтөн фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр, ғалимдар, шәһиттәр һәм башҡа Ғәрәсәт халҡы ҡаршыһында асыҡ итеп уҡылыр, эшләгән ғәмәлдәренең барыһы ла майҙанда элекке һәм һуңғы халыҡтар алдында сығарылып ҡуйылыр; ул ваҡытта ҡасырға ер булмаҫ, сөнки Мәхшәр ере өҫтәл кеүек яҫы, таҡыр (асыҡ, яланғас) булыр. Мәхшәр ерен оло, ҙур, мөһәбәт фәрештәләр солғап алып, урынлашырҙар һәм бөтә халыҡ та улар араһында ҡалыр. Төрлө кешеләр, һинең яныңа килеп һинән төрлөсә хаҡ дәғүә ҡылырҙар; һәр береһе үҙенең һинән аласаҡ хаҡы өсөн һинең ғәмәлдәреңде алмаҡсы булыр. Береһе әйтер: «Йә Рабби! Был кеше донъяла сағында минең турала ғәйбәт һүҙен һөйләне, шуңың өсөн, миңә уның ғәмәлдәренең әжер-сауаптарын бир!»,— тийәр. Икенсе береһе: «Был минең хаҡымды ашаны»,— тийәр. Йәнә икенсе берәү: «Был мине нахаҡҡа рәнйетте»,— тийәр. Башҡа берәү: «Был мине һуҡты»,— тийәр. Йәнә башҡа кемдер: «Был мине һүкте»,— тийәр. Тағы кемдер: «Был мине алданы»,— тийәр. Башҡаһы: «Был миңә биргән вәғәҙәһенә хыянат итте»,— тийәр. Тимәк, шул рәүешле һәр кем һинең ғәмәлдәреңдең әжерҙәрен алырға тырышыр. Туҙан саңы тиклем булһа ла, әгәр берәүҙең һиңә хаҡы тейеш булһа — яғаңа ябышыр.
     Шулай булғас, әй меҫкен бәндә! Шул көндә ни эшләрһең? Аҡылыңдың иҫе китеп, эштәрең бик харап икәнең аңлап, ҡурҡыуыңдан йөрәгең ярылырға етәр, башҡа кешенән, башҡа тарафтан ярҙам өмөтө тамам бөтәр. Бары тик бер Аллаһы Тәғәләнән Уның фазыл-карамы менән ярлыҡауын өмөт итеп торорһоң. Бына шул ваҡытта Аллаһы Тәғәлә әйтер: «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-ражим. Бисмилләһир — рахмәнир-рахим. Әлйәүмә түджзә күлли нәфсим бимә кәсәбәт лә зульмәлйәүмә», тип әйтер. Йәғни, бөгөн һәр кем үҙе эшләгән эшенә күрә яза алыр; бөгөн һис золом юҡтыр, тип. Шулай булғас, шунда нишләрһең? Сикһеҙ хәсрәтендән, донъяла сағыңда ҡылған ғафиллек һәм йәһиллек аянысынан терһәктәреңде тешләрһең. Йөрәгең ярылыр, хәлең харап булыр. «Харап булдым, йә Раббым! Һәләк булдым, йә Раббым!»— тип ҡысҡырып йөрөрһөң һәм йәш урынына ҡан тамыҙырһың. Ләкин файҙа бирмәҫ. Ул ғазаптарҙың асыл — хаҡиҡәтен Аллаһынан башҡа бер кем дә белмәҫ.
     Ҡиәмәттә малдар, ҡатын һәм балалар, нәҫел-нәсәп, дуҫтар һис бер файҙа килтермәҫтәр; бәлки, ҡатының һәм балаларың, нәҫелең һәм дуҫтарың — бөтәһе лә һиңә дошман булырҙар, бөтәһе лә һине ғәйепләрҙәр һәм кәмселектәрен һинән күрерҙәр. Был көндә иман һәм изге ғәмәлдәр һәм сәләмәт күңелдәрҙән башҡа бер нәмә лә файҙа бирмәҫ.
                                                                   Мосолман календары (татар телендә) 2002 йыл.

     Ҡиәмәт көнө: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1i%D3%99m%D3%99t-k%D3%A9n%D3%A9.html

     Ҡәберҙән ҡубарылыу: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99ber%D2%99%D3%99n-%D2%A1ubarylyu.html

     Әхирәткә ышаныу: https://nazir1965.com/din/%D3%99xir%D3%99tk%D3%99-yshanyu.html

     Сират күпере: https://nazir1965.com/din/sirat-k%D2%AFpere.html

     Ахырзаман ғәләмәттәре...: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/axyrzaman-%D2%93%D3%99l%D3%99m%D3%99tt%D3%99re.html