Ҡәберҙән ҡубарылыу

2016-10-24_0-32-32_mini

судный день

   

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән китабында: “Әәмәңтү билләәһи үә мәләәәәикәтиһиии үә күтүбиһии үә русүлиһии үәл йәүмил әәхыйри үәл ҡадәри хайриһии үә шәрриһии минәллааһи тәғәәләә үәлбәғси бәғдәл мәүти“. — Ышандым мин Аллаһ Тәғәлә барлығына һәм берлегенә, уның фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, Ҡыйәмәт көнөнә, тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһ Тәғәләнән булыуҙан, үлгәндән һуң терелеүгә — тип әйтә. Әйҙәгеҙ ҡәберҙән ҡубарылыу хаҡында уҡыйыҡ.
   

     Исрафил ғәләйһиссәләм ҡулына борғо алып ҡәберҙәрҙән ҡубарылыу хаҡында хәбәр биреп өргәс, был тауыштан ер һәм күктәр ҡалтырап торор. Шунан һуң тағы ла Исрафил фәрештә ҡатыраҡ итеп тауыш һалыр:

     — Әй әҙәмдәрҙең тәндәрен ташлап сыҡҡан йәндәр, ҡабат урынығыҙға ҡайтығыҙ, серегән һөйәктәр, өҙөлгән тамырҙар, сәселгән төктәр ҡабат донъялығы ваҡыттарығыҙғы хәлегеҙгә кире ҡайтығыҙ! — тип әйтер.

     Хәбәрҙәрҙә шулай һөйләнелә, ысынлапта етенсе ҡат күктә Аллаһы Тәғәлә тарафынан яратылған бер диңгеҙ булыр, уның эсендә йәүһәрҙән хасил ителгән хәрбә-һөңгөләр биш йөҙ йыллыҡ юл оҙонлоғонда өҫкә табан ҡалҡышып торорҙар. Был диңгеҙ үҙе бер фәрештәнең ҡарамағында булып, барлыҡ сифаттарын бары тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белер. Ахырзаман килеп еткәс, бөтә йәндәр шул диңгеҙҙә торорҙар һәм Исрафил мөгөҙөнөң ауазын ишетеп, уның эсенән сығарҙар. Тәндәрен эҙләп ер өҫтөнә китерҙәр.
Ҡәберҙән ҡубарылыу әмеренән һуң һәр кемдең гүрҙә ятырлыҡ тәҡәте ҡалмайынса, ерҙәр ярылғас, унан бәндәләрҙең тәндәре яланғас хәлдәрендә ҡалҡышып сығарҙар. Йәндәре менән ҡушылырҙар. Барыһыла был ерҙең хәлдәрен күреп ғәжәпләнерҙәр. Элек тупраҡтарҙы ҡара ер тип уйлаған булһалар, был көндә уның көмөштәй саф икәнлегенә иҫтәре китер. Кемдәр донъялыҡта тупраҡтың ҡаралығынан ҡурҡып сәждә (намаҙ) итмәгән булһалар, был көндә ул ваҡыттағы үҙҙәренең хәлдәренән оялырҙар. Бала үҙенең атаһы-әсәһе алдында гонаһы өсөн нисек ҡыҙарһа, бәндәләр ҙә шул хистәрҙе ныҡ кисерерҙәр.

     Ҡәберҙән ҡубарылған ваҡыттарында мөьминдәр өсөн яндарына фәрештәләр килеп, уларҙың өҫтәрендәге ҡәбер тупраҡтарын ҡанаттары менән һыпырып йөрөрҙәр, әммә маңлайҙарына буялған һөрмә кеүек балсыҡты алмаҫтар, сөнки был — уларҙың сәждә иткәнлектәре Һәм Аллаһы Тәғәләне донъяла йәшәгән ваҡыттарында ололағандары тураһында дәлил сифатында йөрөр. Мәхшәрҙән килеп, сират күперен үткән ваҡыттарында ла сәждә тупрағы ул бәндәләрҙе серле мөһөр кеүек һаҡлап торор.
Әҙәмдәр менән бергә хайуандар һәм башҡа тере йән эйәләре лә ҡубарылыр. Унда бөтә кеше хайуандарҙын һәм малдарҙың бер ҡабым аҙыҡ табам алмайынса иҫәнгерәп йөрөгәндәрен күрерҙәр. Үҙҙәренең дә ашҡаҙандары ризыҡ һорар. Бары тик мөьминдәрҙең генә донъялығы ураҙалары һәм ғибәҙәттәре арҡаһында тамаҡтары асмаҫ, әле генә табындан (мәжлестән) ҡуҙғалған ҡунаҡтар кеүек үҙҙәрен хис итәрҙәр.
     Ата ла, ир бала ла, әсә лә, ҡыҙ бала ла, ҡарты ла, йәше лә — барыһы бер төрлө әсәнән шәрә-тыума хәлдәрендә ҡәберҙәре янында баҫып торорҙар. Әммә бер-береһенә күҙ ташламаҫтар. Аллаһы Тәғәләне көтөп, күктәргә табан бағырҙар. Унда биҙәлгән йәннәтте күрерҙәр. Күңелдәрендә шунда барып инеү теләге ҙур булыр.

     Ҡәберҙән ҡубарылғанда мосолмандар ун ике төрлө рәүештә гүрҙәренән сығарылырҙар:

     Беренселәре — маймыл сүрәтендә, был кешеләр халыҡтар араһында ығы-зығы, фетнә яһап йөрөүселәрҙән булырҙар.

     Икенселәре—ҡабан сусҡаһы ҡыйәфәтендә, былар иһә донъяла хәрәм ризыҡ менән туҡланыусылар булырҙар.

     Өсөнсөләре — һуҡыр хәлдәрендә ҡубарылыр, бер-береһенә һәм халыҡтар артынан тотоношып-эйәрешеп йөрөрҙәр, улар — донъялағы ваҡыттырындағы хакимдәр — судьялар һәм идарасы булып та, дөрөҫлөктә хеҙмәт итергә бурыслы һаналып та, ғәҙел һәм тоғро хөкөм ҡылмаған кешеләр булырҙар.

     Дүртенселәре — һаңғырау һәм телһеҙ хәлдә сығарылырҙар, донъяла улар үҙҙәренең яман эштәрен күреп тә, тәүбәһеҙ, дөрөҫ булмаған ғәмәлдәрен төҙәтергә тырышлыҡ ҡуймаған кешеләр булырҙар.

     Бишенселәре — ауыҙҙарынан һеләгәйҙәрен ағыҙып, телдәрен сәйнәгән хәлдә ҡәберҙәренән ҡубарылыусылар, был кешеләр — һүҙҙәренә фиғелдәре һәм ғәмәлдәре тура килмәгән, телдә берҙе һөйләп, асылда икенсене эшләгән ғалимдар булырҙар!

     Алтынсылары — тәндәрендә ут янғандан ҡалған йәрәхәттәре менән күренерҙәр, был кешеләр иһә ялған шаһитлыҡ итеүсе, шуның менән бәндәләрҙе бутаусылар булырҙар.

     Етенселәре — һаҫыҡ еҫле хәлдә маңлайҙарына аяҡ табандарын терәгән сүрәттә ҡубарылырҙар, был кешеләр үҙҙәренең нәфселәренә эйәреп йөрөүҙәре арҡаһында шайтан хеҙмәтселәре кеүек булырҙар, уларҙың донъялағы хәрәмғә ҡатнашҡандары асыҡ билдәле булыр.

     Һигеҙенселәре — иҫеректәр кеүек уңға-һулға ауып-түңеп йөрөгән ҡыйәфәттә гүрҙәренән сығарылырҙар, былары иһә бәндәләрҙе Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ризыҡтарынан мәхрүм иткән, тыйған кешеләр булырҙар.

     Туғыҙынсылары — дегеттән ыштандар кейгән хәлдәрендә ҡубарылырҙар, улар ғәйбәт һөйләшеүҙәренән ҡурҡмағандары өсөн шул хәлдә мыҫҡылланырҙар.

     Унынсылары — телдәре арҡаларында шул телдәренә аҫылынып торған хәлдә булырҙар, былар иһә һүҙ йөрөтөү-ташыу арҡаһында шулай ҡылынырҙар.

     Ун беренселәрҙе — иҫерек булған хәлдә сығарырҙар, улар мәсеттә донъя һүҙен һөйләп ултырып, ғибәҙәт урынын боҙғандары өсөн шул ҡыйәфәттә булырҙар.

     Ун икенселәре — сусҡа сүрәтендә гүрҙәренән килеп сығарҙар, сөнки ҡорһаҡтарына артығын тултырыуҙы, артығын ашауҙы донъялағы ваҡытта ғөрөф-ғәҙәт итеүселәр булырҙар.

     Ғалимдәр әйтеүе буйынса: "Рәсүлуллаһ саллаллаһу ғәләйһи үәссәлләм әйтте: "Ҡыйәмәт көнөндә минең өммәтем ун ике төрлө булып ҡәберҙәренән ҡубарҙар, шулай булғас, бер ҡысҡырыусы ҡысҡырыр ҙа әйтер: «Былар күршеләрен рәнйетеп, тәүбә ҡылмайынса үлгән кешеләрҙер, был уларҙың язаһылыр, быларҙың урыны утталыр!» — тип әйтер; икенселәре дуңғыҙ ҡыйәфәтендә ҡубарҙар, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бер ҡысҡырыусы ҡысҡырырҙа үә әйтер: «Былар намаҙҙа еңеллек ҡылып, тәүбә ҡылмайынса үлгән кешеләрҙер, уларҙың язалары ошолор!» — тиер; өсөнселәре ҡорһаҡтары тау булып ҡубарҙар, эстәре йыландар менән тулы булыр, Аллаһы Тәғәлә тарафынан хәбәр биреүсе әйтер: "Былар зәкәте тыйып, тәүбә ҡылмайынса үлгән кешеләрҙер, уларҙың язалары шул булыр, урындары утталыр... Дүртенселәре ауыҙҙарынан ҡан аҡҡан хәлдә һәм ут сыҡҡан хәлдә ҡубарҙар, быларына әйтелер: «Былар һатыу-алыуҙа алдашып, тәүбә ҡылмайынса үлгән кешеләрҙер!»; бишенселәре еҫтәре үләкһәнән дә һаҙығыраҡ булған хәлдә ҡубарҙар, былары Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡмайынса, әҙәмдәрҙән йәшереп гөнаһ ҡылған кешеләрҙер; алтынсылары үңәстәре киҫелгән хәлдә ҡубарҙар, улар ялғанға геүәлыҡ биреүсе кешеләрҙер; етенселәре телһеҙ һәм ауыҙҙарынан һеләгәйҙәре аҡҡан хәлдә ҡубарҙар, улар хаҡлыҡты йәшергән кешеләрҙер; һигеҙенселәре баштарын эйгән хәлдә ҡубарылыр, аяҡтары— өҫтөндә булыр, ғәүрәттәренән һаһыҡ һәм бысраҡ һыу ағып торор, улар донъяла боҙоҡлоҡ ҡылып, тәүбә ҡылмайынса үлгән кешеләрҙер; туғыҙынсыларҙын йөҙҙәре ҡара, күҙҙәре — ала, эстәре ут менән тулы булған хәлдә ҡубарҙар, улар, йәбер-золом ҡылып, йәтимдәр малын ашаған кешеләрҙер; унынсылары ала тәнле һәм зәхмәтле (проказа ауырыу) булған хәлдә ҡубарҙар, улар ата-әсәһе рәнйеткән кешеләрҙер; ун беренселәре һуҡыр булған хәлдә ҡубарҙар, тештәре үгеҙҙең мөгөҙөнә оҡшар, ауыҙҙары — күкрәктәренә, телдәре—ҡорһаҡтарына, ҡорһаҡтары боттарына тиклем һалынған булыр, ҡорһаҡтарынан нәжестәр ағып торор, улар—хәмер эсеүе кешеләрҙер; әммә ун икенселәрҙең йөҙҙәре айҙың ун дүртенсе кисәһендәге шикелле яҡты булған хәлдә ҡубарҙар, сиратты йәшен кеүек үтәрҙәр, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бер ҡысҡырыусы ҡысҡырыр ҙа әйтер: «Былар донъяла яҡшы ғәмәлдәр ҡылып, биш ваҡыт намаҙҙы йәмғиәт менән уҡып, тәүбә ҡылып мәрхүм булған кешеләрҙер, быларҙың урындары йәннәттәлер, Алла Тәғәлә— быларҙан, былар—Аллаһынан ризалыр!» — тип әйтер.

     Ҡасан бәндәләр ҡәберҙәренән ялан аяҡ һәм яланғас ҡубарылып сыҡҡас, үҙ алдарында эленеп, әҙерләнгән үлсәү, йәғни мизанды күрерҙәр, күҙҙәре ғәҙәт буйынса ҡояшты эҙләр, уны табырҙар һәм көмөш кеүек аҡ хәлендә ялтырап торғанына иҫтәре китер. Шунда барыһы хайран булып һорарҙар:

     — Беҙҙе был үкенес көнөнә ҡәберебеҙҙән кемдәр ҡубарып сығарҙы, ниндәй маҡсат менән беҙгә шул тиклем хәүефтәр һалды? — тип. Уларға ҡаршы мөьминдәр:

     — Был Аллаһы Тәғәләнең вәғәҙә ҡылынған Ҡыйәмәт көнө, пәйғәмбәрҙәр был хаҡта дөрөҫ әйттеләр, хәбәрҙәрен ҡалдырҙылар,— тип яуап бирерҙәр.

     Аллаһы Тәғәләнең әмере етеп, фәрештәләр йәһәннәмдең ете ҡатын сылбырҙар менән һөйрәп күктәр йәнәшәһенә килтереп ҡуярҙар. Андағы әҙерләнеп ҡуйылған бөтә ғазаптарҙы бәндәләр күреп, ғәжәпһенеп, үкерә башларҙар.

     Пәйғәмбәрҙәр алға сығарҙар, башҡаларҙан айырмалы булараҡ, өҫтәрендә кейемдәре тәндәрен ҡаплап торор. Был ҡурҡыныстар алдында Ибраһим ғәләйһиссәләм:

     — Әй, Аллаһы Тәғәләм, миңә нәфсемде—теләгәнемде бирһәң ине,— тип белдерер.
Шунда Муса пәйғәмбәр ҙә:

     — Нәфсемде, нәфсемде!—тип үтенер; уға Ғайса ғәләйһиссәләм ҡушылыр, әммә Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үәссәлләм хәҙрәттәре иһә, уларҙан айырмалы булараҡ:

     — Өммәтем, өммәтем,— тип хәсрәтләнер.

     Быларҙы күреп торған Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәрҙәренә хайран булыр һәм әйтер:

     — Һеҙ барығыҙҙа йәннәткә керергә теләп, үҙегеҙ өсөн генә үтендегеҙ, әммә һөйөкле ҡолым Мөхәммәт үҙе тураһында ҡайғыртмай, өммәте өсөн хәсрәтләнде. Арағыҙҙа унан да өҫтөне булмаҫ, шуға ла мосолмандарҙы яҡыныраҡ күрермен,— тип.

     Бәндәләр ҡәберҙәренән ҡубарылған ерҙәрендә ҡырҡ йыл буйына, ҡайһы бер китаптарҙан күренгәнсә, мең йыл дауамында күккә ҡарап баҫҡан хәлдәрендә торорҙар.
     Шулай итеп, Исрафил фәрештәнен сур ауазының әмере менән ҡәберҙәр ҡубарылыр һәм тәндәргә йәндәр өр-яңынан ҡайтып, бәндәләр терелерҙәр. Был көн шундай ҡот осҡос көн булыр, һәр кемдең үҙ хәсрәте үҙенә генә булыр, әсәләре — балаларын, балалар — әсәләрен белмәҫтәр, ғибәҙәткә һуң, яуапҡа иртә икәнлеге беленер. Бары тик Аллаһы Тәғәләнән бойороғо ирешкәс кенә мәхшәргә һөрөлөрҙәр.

     Хаҡ яҙылғандарҙан: «Быларҙы Бәйтел-Мөҡәтдәс ерендә Саһира тигән ергә килтерерҙәр. Ҡыйәмәт көнендә Ғәрәсәт майҙанында йөҙ егерме саф булыр, һәр сафтың оҙонлоғо ҡырҡ йыллыҡ юл булыр, һәр сафтың ҡалынлығы егерме йыллыҡ юл булыр. Бындағы өс саф — мосолмандар, ҡалғандары башҡа милләттәр булырҙар. Икенсе урында яҙылғандан — Рәсүлуллаһ сәллалаһи ғәләйһи үәссәлләм: „Минең өммәтем йөҙ егерме саф булыр“,— тип әйтер имештер. Дөрөҫөрәк риүәйәт ошолор: мөьминдәрҙең йөҙҙәре аҡ һәм паҡ булыр, башҡаларҙың йөҙҙәре ҡара һәм шайтандар менән бергә булырҙар»

     Әгәр ҙә ер йөҙөндә ғүмер кисергәнендә үк әҙәм балалары ҡәберҙәренә кергәс яңынан ҡубарыласаҡбыҙ тип аңламайынса һәм белмәгән хәлдәрендә йәшәһәләр, бының менән генә уларға Әхирәт көнөндә ярлыҡау ирешмәҫ. Белемһеҙ ҡалыуҙарынан ғәйепте үҙҙәрендә эҙләһендәр, әммә ҡубарылмайынса ла ҡалмаҫтар. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән килгән хәбәрҙәр буйынса шул билдәле, Аллаһы Тәғәләнең иң яратҡан көндәре — йома һәм ғәрәфә кисәһе икән. Ғәрәфәлә бәндәләр ураҙа тотһалар һәм таң атҡансы аҙыҡҡа ҡул һуҙмай торһалар, был төндө йоҡламай үткәрһәләр, был бәндәләр ҙә Аллаһы Тәғәлә алдында һөйкөмлө ҡылынып, Иблискә дошман булырҙар. Ураҙанан өҙөлмәгән, уны ҡалдырмаған әҙәмдәр ҙә ҡәберҙәренән яҡты йөҙ һәм ауыҙҙарынан хуш иҫтәр килгән хәлдә ҡубарылыр. Уларҙы фәрештәләр танып:

     — Һеҙ донъялығы йәшәгән ваҡытта башҡалар ашаған ваҡытта ризыҡтан тыйылдығыҙ, бүтәндәр күтәреп тәмле-татлы һыуҙар эскәндә, төкөрөгеҙҙе лә йоторға оялып торҙоғоҙ, хәҙер инде улар бер йотом һыу һәм бер телем ризыҡ өсөн йән атып торһондар, ә һеҙҙең һыйланыр ваҡытығыҙ етте,— тип әйтерҙәр, йәннәттән тәмле ашамлыҡтар һәм эсемлектәр килтерерҙәр.

     Шулай итеп, ул көндө Аллаһы Тәғәләнең хаҡ һәм тоғро ҡолдары булған мөьминдәр генә бәхетле һәм һөйөклө бәндәләр булыр, уларҙың шатлығы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һөйөнөсөн арттырыр. Ҡәберҙән ҡубарылғанда һәр кем ғүмерҙең уҙғанлығын тамам төшөнөп етәр, Аллаһ Тәғәләне күрер, ҡушҡандарын-тыйылғандарын үтәмәүҙән үкенер, намаҙға үә доғаға ла теҙләнә алмаҫ, яуап тоторға әҙерлек ҡылыр һәм Мәхшәргә һөрәлер...