Ахырзаман ғәләмәттәре...

                                                     Ахырзаман ғәләмәттәре...

     Кескенә ваҡытта әбейҙәребеҙ: «Ахырызаман ҡаршыһында тимер ҡоштар осар, өйҙә йәнһеҙ кешеләр һөйләр, әҙәмдәрҙең ояты китер», — тип әйтә инеләр. Ҡаршыларына оноҡтарын ултыртып, хикмәтле абыстайҙарыбыҙ көндәрҙән бер көндө донъяның бөтәһен, бөйөк хөкөм көнөнөң киләһен, ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуап тотаһы кескенәнән күңелдәренә һеңдереп, иман орлоҡтарын һалып ҡалырға тырышҡандар. Бәлки, ул ғәләмәттәрҙең ҡайберҙәре әбей-бабайҙарыбыҙ үҙҙәре лә күреп бөтөрмәгәндер. Ысынлап та, бынан 1400 йыл элек йәшәгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәҙәти булмаған кеше, ул Аллаһтан килгән ғилем менән киләсәктә ниҙәр булаһын, ахырзаманда кешеләрҙең ниндәй йәмғиәттә йәшәйәсәген әйтеп ҡалдырған. Был уның бер яҡтан хаҡ Пәйғәмбәр икәнен күрһәтһә, икенсе яҡтан беҙгә даими Ҡиәмәттең киләһен, донъя тормошоның туҡтаясағын иҫебеҙгә төшөрә.

     Ахырзаман ғәләмәттәре йылдар, быуаттар дәүерендә ил һәм ҡалаларыбыҙға, хатта, юлһыҙ ауылдарға ла килеп, донъяның бөтәсәген кешеләрҙең иҫтәренә төшөрөп торасаҡ. Беҙ ҙә ул ғәләмәттәрҙе белергә, Раббыбыҙ янына ҡайтырға булырға әҙер, үҙебеҙҙән һуң киләсәк быуындарға уларҙы һөйләргә тейешбеҙ.
     Ҡиәмәт ғәләмәттәре тураһында Пәйғәмбәребеҙ йөҙҙәрсә әйтеп ҡалдырған хәҙистәрҙең береһен генә килтерәһем килә. Был һүҙҙәрҙе уҡығас, ҡайһығыҙ: «Юҡ, мин был һүҙҙәр менән килешмәйем, минең бындай хәлдәрҙе күргәнем юҡ», — тиерме? Бынан 14 быуат элек әйтелгән һүҙҙәрҙе беҙ көн һайын үҙ илебеҙҙә, ҡала һәм ауылыбыҙҙа, ғаиләләребеҙҙә һәм үҙебеҙҙә күреп торабыҙ.
     Әбү Һөрәйра тапшырыуына, Пәйғәмбәребеҙ әйтте: «Аллаһынан кешеләргә бүләк итеп бирелгән малды айырым кешеләр үҙ араларында ҡулланырҙар»... Аллаһ Тәғәләдән халыҡҡа бүләк булып килгән ниғмәттәрҙе айырым шәхестәрҙең үҙ-ара бүлешеп, үҙҙәре өсөн генә ҡулланыуҙары ғәҙелһеҙлек булып тора. Аллаһ пәйғәмбәребеҙгә: «Хәрби сәфәрҙәрҙән һуң ҡулға төшкән ғәнимәт (трофей) малдарын байҙарға бирмәгеҙ, ул ярлы кеше, меҫкендәргә тейеш», — тине. Зәңгәр экрандарҙан: «Национальное достояние» тип күрһәтелһә дә, халҡыбыҙға күктән ингән байлыҡтарҙың бер нисә миллиардерҙарҙың
ҡулдарында күсеп йөрөүе берәүгә лә сер түгел.
     "Аманатты ғәнимәт итерҙәр" Аманат... — ваҡытлыса, һаҡлап тороу өсөн бирелә торған нәмә, һәм ул һинеке түгел. Йыш ҡына кеше нәмәнеҙер алып тора һәм ваҡыт үткәс: «Был минеке түгелме һуң?»- тип үҙ малына әйләндерә. Пәйғәмбәрҙең хәҙисендә әйтелгән аманат һүҙе мал-мөлкәт менән генә сикләнмәй, уның мәғәнәһе күпкә киңерәк. Аманат — ул һиңә ышаныс менән тапшырылған байлыҡ, дәрәжә, вазифа һ.б. Йыш ҡына халыҡ үҙенең мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн һайлап ҡуйған апай-абыйҙар ул аманатты үҙҙәренә ғәнимәт (трофей) итеп, үҙ файҙаларына ҡуллана башлайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡыт дин әһелдәре ла халыҡ тарафынан һайланып, мәсет-мәхәлләнең, мөсөлмандарҙың именлеген һаҡлайһы, мәнфәғәттәрен ҡайғыртаһы урында, тапшырылған аманатты ғәнимәт- үҙ малы итә. Халыҡҡа вәғәз, өгөт-нәсихәт биреү кәрәк булған ваҡытта минбәрҙәрҙе ғәйбәт һәм бысраҡ сәйәсәт урынына әйләндерә.
     "Зәкәтте мәжбүри һалым кеүек күрерҙәр"... Зәкәтте төп маҡсаты – кешенең малын һәм йәнен паклау. Мал-байлыҡ эйәһе зәкәтен үҙенең малы тип түгел, ярлы-меҫкендәрҙең өлөшөн ҡайтарам, тип бирергә тейеш. Зәкәт кешенең күңелен ҡомһоҙлоҡтан, һаранлыҡтан таҙарта. Донъяны артыҡ һөйөү бәләһенән ҡотҡара. Үҙеңдән түбәндәрҙе күреп, Раббыңа шөкөр итергә булыша. Әммә, ахырзаман еткәс, иман эйәләре зәкәттәрен киң күңел менән түгел, ә тейеш булғанға, йәки өҫтән ҡушҡанға ғына бирерҙәр. Ҡайһы байҙың шатланып налог түләгәнен күргәнегеҙ бар? Үкенескә ҡаршы, ахырзаман алдындан кешеләрҙең саҙаҡа һәм зәкәттәре лә ошо һалым түләүгә әйләнер, — тине.
     "Ғилемде дин өсөн алмаҫтар"... Бында һүҙ дини ғилем биреү тураһында бара. Динде өйрәнеүселәр Аллаһҡа яҡынлашыу, үҙен төҙәтеү өсөн түгел, үҙ-ара маҡтанышыу, үҙенең белдекле булыуын күрһәтеү өсөн ғилем алырҙар. Пәйғәмбәребеҙ: «Кем ғилемде наҙандар менән һүҙ көрәштереү, ғалимдар алдында „мин дә ғалим“, тип маҡтаныу, кешеләрҙе үҙ ауыҙына ҡаратыу өсөн алһа, уға ут, уға тәмуҡ булыр», — тине. (Ибн Мәджәһ).
     "Ир үҙенең ҡатынына итәғәт ҡылыр, әммә әсәһен рәнйетер"... ни тиклем ир-егеттәр ҡатынына ярайым, тип, ҡәҙерле әнкәйҙәрен рәнйетәләр. Ҡатындарығыҙҙы һанаға һуҡмағыҙ, тимәйем, әммә ҡатын көйләйем тип, әсәйенең рәнйешен алыу ярамаҫ. Пәйғәмбәребеҙ: «Ахырызаман алдында ҡол ҡатын үҙенең хужаһын тыуҙырыр», — тине. Иң беренсе замандарҙа ата-әсә дәрәжәһе ҙур булған. Балалар, бөгөнгө көндәге кеүек, үҙҙәрен үҫтереүсе, кеше итеүсе ата-инәһена тауыш, ҡул күтәреү түгел, хатта күҙ ҙә күтәрергә оялғандар. Атай-инәйгә иң күркәм рәүештә өндәшә торған булғандар. Әммә бөгөн, ни тиклем ата-әсә үҙенең балаһының ҡоло булып, балаһына һүҙ әйтергә лә ҡурҡып йәшәй. Башҡорт халҡы быуаттар буйы матса (өрлөк) өҫтөндә торған бабайҙарҙың сыйыҡ сыбығын «иҫкелек ҡалдығы» тип ташлап, Монтессори методикаларына күскәс, шуға барып еттек инде.
     "Дуҫын яҡын күрер, атаһын йырағайыр"... Кеше үҙенең иптәштәрен, дуҫтарын ҡәҙерле атаһынан яҡын күрер. Улар менән серләшер, атаһы менән серләшмәҫ. Көндәрен һәм төндәрен дуҫтары хозурында үткәреүҙе һөйөп, олғайған атаһы менән бер сәғәт һөйләшеп ултырырға ла ваҡытын ҡыҙғаныр. Дуҫы шалтыратһа, йылмайып, матур итеп өндәшер, атаһы шалтыратһа, сырайын һытып, тауышын тупаҫ ҡылыр. Бер дуҫың да ҡәҙерле атаңдан яҡын, хөрмәтле була алмай.
     "Мәсеттәрҙә тауыштар күтәрелер"... Кешеләрҙең күңелдәрендә Аллаһының йорто булған мәсеттәргә ҡәҙер-хөрмәт бөтөр. Күңелдәргә тыныслыҡ ала торған мәсеттәрҙә тауыш сығарырҙар, юҡ-бар һүҙ фетнәләр булдырырҙар. Донъяның ығы-зығыһынан туйып, тыныслыҡ алайым тип, мәсеткә килгән кеше унда ла тауыш, талаш күрергә тейеш түгел. Мәсеттә тауыш күтәреп һөйләшеү ҙур әҙәпһеҙлек булып тора.
     "Халыҡтың етәксеһе шул боҙоҡ халыҡтың кешеһе булыр. Етәксе итеп иң түбәне ҡуйылыр"... Асылда, халыҡтың башлығы итеп иң намыҫлы, иң диндар, иң ғилемле, иң лайыҡлы кеше ҡуйылырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ, ҡалаларға башлыҡ итеп, иң диндар, Аллаһтан иң ҡурҡыусы кешеләрҙе билдәләй торған булған. Ышанырһығыҙмы-юҡмы, ҡайһы ваҡыт ҡала әмирҙәре ул ҡаланың ярлы кешеләре исемлегендә торған. Хәҙер иһә, күп ерҙә юғары урындарға малы күп, дуҫтары көслө булыу сәбәпле киләләр. Диндар, намыҫлы, тырыш кешегә етәксе булыуы бик ауыр. Булһа ла, шаҡтайҙары оҙаҡ түҙә алмай.
     "Кешегә уның яуызлығынан ҡурҡып ҡына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелер"... Кешенең кемгә лә булған хөрмәте, иң элек, уның күңеленән сығарға тейеш. Пәйғәмбәребеҙҙе уның ғәҙеллеге, рәхимлеге өсөн яраттылар.
     Әммә бөгөн күптәргә ярашлы итеп тыштан ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһәләр ҙә, эстән уны күрә алмайҙар. Хөрмәт итмәһәм, зыяны тейәр, эштән ҡыуар, — тип кенә йәшәйҙәр. Бабам иҫән-һау булғанда әйтә ине: «Улым, ул эштән киткәнемә илле йыл. Пенсияға сыҡҡанға утыҙ йыл үтте, хәҙер ҙә урамда шул эшселәрем мине килеп ҡосаҡлайҙар». Етәксегә булған хөрмәттең ысынмы йәки тыштан ғынамы булыуын, ул урыныңдан төшкәс кенә күреп була.
     "Йырсы ҡатындар һәм музыка артыр"... Элек башҡорт сәхнәһенә менгән, йырлаған һәр кемде исемләп белә инеләр. Хәҙер бөтөнөһе йырсы, барыһы һәләтле. Был күренеш халыҡта етдилек сифаттары кәмеп, күберәк уйын-көлкө, йыр-бейеү менән йәшәүҙәрен күрһәтә. Нишләптер, күп ата-әсәләр үҙенең балаһында сәхнә менән бәйле һәләттәр эҙләй, әммә бөгөн сәхнәләрҙән тыш ни тиклем баҡсаларҙа тәрбиәселәр, мәктәп-тәрҙә уҡытыусылар, баҫыуҙарҙа игенселәр, заводтарҙа оҫталар, хастаханаларҙа табибтар етмәй.
     "Хәмерҙәр эселер"... Бөгөнгө көндә кешелеккә ҙур зыян булған терроризм, наркомания, СПИД кеүек афәттәргә ҡаршы ни тиклем көрәш алып барыла. Әлхәмдүлилләһ, былар барыһы да кәрәк. Әммә ул нәмәләрҙең ҡорбандарын барыһын бергә ҡушһаң да, был йәшел йылан араҡының ҡорбандары ҡәҙәр булмай. Рәсәйҙең йыл һайын 50 мең кешеһе эсеп үлә, иҫерек килеш руль артына ултырып, ни тиклем юл фажиғәләре килеп сыға, күпмеләрҙең йөрәктәре араҡыға түҙә алмайса туҡтай, күпме ҡан ҡойоуҙар һәм башҡа афәттәр килеп сыға – аныһын бер Аллаһ белә. Пәйғәмбәребеҙ: «Кешеләр хәмергә башҡа исемдәр ҡушып эсерҙәр», — тине. Һыра, шарап, шампан, ликер, джин һ.б. «Был бит араҡы түгел, һыра булһа ла», — тип атай балаһына шешә һуҙа. Хәмерҙең бер тамсыһы сәбәпле, Аллаһ кешенең иманын ҡырҡ көнгә һалдырып ала.
     "Өммәттең ахыр кешеләре әүәлгеләрен ләғнәт ҡылыр"... Элек йәшәгәндәре «улар — иҫкелек ҡалдығы», улар наҙан булған, — тиерҙәр. Элеккеләр гугл менән яндекстан белмәһәләр ҙә, беҙ аңлай алмаған күп нәмәләрҙе яҡшы белгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә заманса мосолмандар араһында ла әүәлге мөсөлмандарға ҡарата кәмһетеп ҡарау юҡ түгел, хатта сәхәбәләргә, тәбиғиндар һәм мәҙһәб ғалимдәренә лә тел тейҙерәләр.

     Был пәйғәмбәребеҙҙең ахырзаман алдынан буласаҡ хәлдәр хаҡында әйтеп ҡалдырған хәҙистәренең береһе генә. Әммә был хәҙистә һәр беребезнең үҙенең күршеһен, дуҫын, етәксеһен, иң мөһиме, үҙен күрмәй ҡалмағандыр. «Килер шундай замандар, динле булыу — ҡулыңда утлы күмер тотоуҙан да ауыр булыр», — тигән пәйғәмбәребеҙ. Раббым беҙгә ата-бабаларыбыҙ 11 быуат һаҡлап килгән утлы күмерҙе һүндермәйсә, иманлы, намыҫлы халыҡ булып йәшәргә насип итһен. Әмин.

         хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301