Әхирәткә ышаныу
Әхирәт һүҙе нәтижә, һуңғы тигән мәғәнәгә тура килә. Ислам дине йәһәтенән әхирәт тигәндә «икенсе донъя» аңлашыла. Сөнки Ислам диненә күрә, үлгәндән һуң башҡа тормош башлана һәм был тормош йәшәйәсәк урын — әхирәт. Әхирәт көнөнә иман — вафат булғандан һуң тағы бер ҡат терелеүгә һәм үлгәнсе башҡарылған ғәмәлдәр өсөн иҫәп-хисап биреүгә ышаныу ул.
Ҡөръән Кәримдә әхирәткә ышаныу һәм теге донъя тормошон аңлатыусы күп һанлы аят бар. Уларҙан ҡайһы берҙәре түбәндәгеләр: «Донъялағы тормош, әхирәттәгеһе менән сағыштырғанда, мәшәҡәт уҙып китеүсе (ләззәт)». («Рәғид» сүрәһе, 26-сы аят).
«...әхирәт йорто фәдәт (гонаһ эшләүҙән һәм Аллаһтан) ҡурҡҡандар өсөн генә хәйерле булыр. Һеҙҙең аҡылығыҙ әле һаман шуға ирешмәнеме?» («Әғрәф» сүрәһе, 169 сы аят).
«Шик юҡ ни, һуңғы ҡайтарылыш Аллаһ хозурына булыр. Хаҡиҡәттән, көлдөргән дә, уйлатҡан да — Ул. Үлтергән дә, терелткән дә — Ул». («Нәсем» сүрәһе, 42-44-се аяттар).
«Улар Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанғандар, изгелеккә өндәүселәр, яманлыҡтан ваз кисеүселәр, файҙалы эштәрҙә ярышыусылар. Бына шулар изгеләрҙер». ( «Ғимран» сүрәһе, 114-се аят).
Теге донъя тормошоның башланыуы өсөн бөтә кешеләрҙең һәм йән эйәләренең үлеме мәғәнәһенә тура килеүсе ҡиәмәттең тормошҡа ашыуы зарур. Һәр кеше үлгәндә уның ҡиәмәте яҡынлаша. Мөхәммәд пәйғәмбәр быны «кескенә ҡиәмәт» булараҡ аңлата. Бөйөк ҡиәмәт иһә Аллаһтың был донъя өсөн билдәләгән ваҡыт бөткәндән һуң буласаҡ. Ҡиәмәттең ҡасан буласағын Аллаһтан башҡа бер кем дә лә белмәй. Ҡөръән Кәримдә ҡиәмәт менән бәйле күп кенә аят бар:
«Сүр борғоһо өрөлгән көн иң ҡыйын көн булыр. Ул көн кәферҙәр өсөн бик ауыр булыр». («Мүдәссәр» сүрәһе, 8-10-сы аяттар).
«Күҙҙәр ҡамашыр. Ай тотолор. Ҡояш менән Ай бергә уҡмашыр. Бына шул булыр Ҡиәмәт көнө. Ул көн килгәс, кеше әйтер: — Был дәһшәттән ҡайҙа ҡасып ҡотолайым? — тийәр. Юҡ шул, ҡасыр урын табылмаҫ. Ул көндө ҡасып ҡотолоу урыны — Аллаһтың хозуры». («Ҡиәмәт көнө» сүрәһе, 7-12-се аяттар). «Лоҡман» сүрәсенең 34-се аятында: «ахыр заман сәғәтенең ҡасан һуғасағын бары тик Аллаһ ҡына белә», — тиелә.
Ҡиәмәт ҡупҡандан һуң яңынан терелеү һәм Аллаһтың хозурында һынау буласаҡ. Был аят «Хәшер» сүрәһендә. «Йәсин» сүрәсенең 32-се аятында «Һис шикһеҙ, уларҙың барыһын да бер-бер артлы, Минең ҡаршыма килтерәсәк», — тип һәм «Һуд» сүрәһенең 4-се аятында «Һеҙ бары тик Аллаһ хозурына ҡайтасаҡһығыҙ. Ул бөтә нимәгә ҡөҙрәтле», — тип хәшер аңлатыла. Хәшер, йәғни Аллаһтың хозурында тупланыуҙың маҡсаты — кешеләрҙең был донъяла башҡарған ғәмәлдәрен, эшләгән эштәрен күрһәтеү һәм хисап бирҙереү. «Тәғабүн» сүрәһенең 9-сы аятында әлеге вәзғыят түбәндәгесә күрһәтелә: «Мәхшәр көнө — барығыҙ бергә туплана торған көн (иҫәп-хисап, юғалтыуҙар, алданыуҙар һәм табыштар көнө). Аллаһҡа иман килтереп, изгелек ҡылған кешенең хаталарын Аллаһ кисерер, уларҙы мәңге ҡаласаҡ, арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәргә урнаштырыр. Бына, бөйөк маҡсат – сәғәҙәт шул булыр». «Һәркемдең ҡылмышына күрә дәрәжәһе лә булыр. Уларға бер төрлө лә ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. Ғәмәлдәренә күрә әжерҙәре түләнер». (Әхҡаф» сүрәһе, 19 сы аят). «Ҡиәмәт көнөндә беҙ ғәҙеллек бизмәндәре ҡороп ҡуясаҡбыҙ. Ул Көндө инде һис бер кемгә ниндәй булһа ла ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. (Ҡылған эштәрегеҙҙең) хардал (гәрсис) бөртөгө ҡәҙерлеһен дә (дөрөҫ бизмәнгә) һалырбыҙ. Иҫәп-хисап өҙәр өсөн Мин үҙем дә етәрмен». («Әнбийә» сүрәһе, 47 се аят). «Кем туҙан бөртөгө (зәррә) ҡәҙәрле генә изгелек ҡылған булһа, хатта шул да күренер. Кем әшәкелек ҡылған булһа, ул күренер». («Ер тетрәү» сүрәһе, 7-8-се аяттар).
Әхирәт тормошона ышаныусы кеше өсөн үлем нәмәнең бөтөүө түгел, киреһенсә яңы башланғыстыр. Әхирәт көнөнә ышаныусы кеше донъяла эшләгән яҡшы-яман эштәренең хисабын бирәсәген белә. Әлбиттә кеше хата эшләр, әммә Аллаһ был донъяла хаталарҙы төҙөтеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырған. Аллаһтан ғәфү һорау, уның бағышлауын һорау — был мөмкинлектәрҙең береһе. «Фурҡан» сүрәһенең 70-се аятында был хаҡта түбәндәгесә әйтелә: «Ямандан тәүбәгә килеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың яманлыҡтарын изгелеккә алмаштырыр (ҡылған гонаһтарын ярлыҡап, сауаблы эшкә күндерер). Аллаһ ярлыҡаусы, бик тә мәрхәмәтле». Әхирәттә хисап биргәндән һуң кешеләр был донъяла башҡарған эштәре, ҡылған ғәмәлдәренә күрә йәннәткә йә иһә йәһәннәмгә хөкөм ителер. Был турала түбәндәге аяттар ҙа әйтелә:
«Изгелектәре менән килгән кешегә изгелек бирелер. Ундайҙар ҡурҡыныстан ҡотолор. Яман ҡылмыштары менән килгән кешеләр йөҙ түбән йәһәннәмгә атылыр. Уларға: — Әй, ҡылмыштарығыҙға күрә һеҙгә яҙылған язалар түгелме был? — тип әйтәләр. («Нәмел» сүрәһе, 89-90-сы аяттар). «Әй, маҡсатына ирешкән йән! Раббың хозурына кил. Аллаһ һинән риза. Һин дә Аллаһтан риза. Башҡа ҡолдарым менән бергә. Әй, паҡ мосолман. Әйҙә, ин йәннәткә!». («Фәжер» сүрәһе, 27-30-сы аяттар).
«Иман килтереп, изгелек ҡылғандар өсөн, ҡылған изгелектәренә күрә, мәңге йәшәр өсөн Мәрва йәннәттәре әҙерләнгән». («Сәждә» сүрәһе, 19 сы аят). «Төпсәнең гонаһтар яғы ауыр баҫҡан бәндәнең Навийә исемле йәһәннәм упҡыны булыр. Нимә ул Навийә, һин беләһеңме? Ул — хәтәр ҡыҙған ут». («Ҡариғә» сүрәһе, 8-9-сы аяттар).
«Уларҙың өҫтөндә уттан яһалған түшәмдәр, аҫтарында уттан яһалған иҙәндәр булыр. Бына, Аллаһ шулай итеп ҡурҡыта. Әй, бәндәләрем! Гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ, зинһар». («Зүмәра» сүрәһе, 16-сы аят).
Аллаһҡа һәм әхирәт көнөнә ышанған кешеләрҙең үлемдән ҡурҡыуҙары булмаҫ. Улар иртәме, һуңмы үлемдең киләсәгенә ышанып йәшәйҙәр. Улар хәйерле ғүмер теләгән кеүек, хәйерле үлем дә теләрҙәр. Әхирәткә ышаныу кешеләрҙе һәр ваҡыт изге эштәргә өндәй. Мөхәммәд пәйғәмбәр ҙә нәсихәт булараҡ үлемдең етәсәге тураһында аңғарта.