Ҡиәмәт көнө

                                                      Ҡиәмәт көнө

                                                 Вәғәҙә көнө – ул Ҡиәмәт көнө
     Аллаһ Тәғәлә әйтте: "Ии Мөхәммәд ғәләйһиссәләм! Һинән «Ҡиәмәт көнө ҡасан була»? — тип һорайҙар.
     Әйт: «Ҡиәмәттең ҡасан буласағын фәҡәт Аллаһ Үҙе генә белә, Ҡиәмәттең ваҡытын фаш итергә Алланан башҡа һис бер заттың көсө етмәҫ». Ер һәм күк мәхлүктәренә уны белеү бик ауыр, Ҡиәмәт һеҙгә бер нәмә лә аңламағанда ҡапыл килер, һине Ҡиәмәттән хәбәрдар тип белеп, был хаҡта һинән күп һорайҙар.
     Әйт: «Ҡиәмәт ваҡытын белеү Аллаға хас, ләкин күп кешеләр белмәйҙәр». («Пәрҙә» сүрәһе, 187-ҫе аят).
     Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Һинән Ҡиәмәт көнө хаҡында: ҡасан була һуң ул? — тип һораһалар, һиңә ниңә был хаҡта иҫкә алырға? Был турала бары тик Аллаһ ғына белеүсе». («Һурыусылар» сүрәһе, 42-44 аяттар).
     Ғүмәр бин әл-Хаттаб һөйләй: «Бер ваҡыт беҙ Бәйғәмбәребеҙ, уға Алланың рәхмәте һәм сәләме булһын, эргәһендә ултыра инек. Щул саҡ эргәбеҙгә сөм, ҡара сәсле, аҡ кейем кейгән бер кеше килеп баҫты. Уға ҡарап мосафир тип әйтеп булмай, ләкин кем икәнлеге лә билдәһеҙ ине. Ул Бәйғәмбәрҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, ҡаршыһына килеп, тубығын уның тубығына терәп, ә усын ботона ҡуйып ултырҙы һәм әйтте: „Ии, Мөхәммәд! Миңә ислам тураһында һөйлә әле“.


     Рәсүлебеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтте: „Исламдың нигеҙе түбәндәгеләрҙән тора: Аллаһ Тәғәләнән башҡа иләһ юҡ һәм Мөхәммәд Алланың илсеһе икәнлегенә шәһадәт биреү, намаҙ уҡыу, зәкәт түләү, Рамаҙан айында ураҙа тотоу һәм әгәр ҙә барып етергә мөмкинлегең булһа, Мәккәгә хаж үтәргә барыу“. „Дөрөҫ“,—тине әлеге ир. Беҙ быға ғәжәпләндек, сөнки был кеше тәүҙә Бәйғәмбәрҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, һораны, ә һуңынан уның һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн раҫланы.
Һуңынан,ул әйтте: „Миңә иман тураһында һөйлә“.
     Бәйғәмбәр, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтте: „Иман—ул , Аллаһ Тәғәләгә, Уның фирештәләренә, китаптарына, бәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә һәм тәҡдиргә ышаныу“.
     »Быныһы ла дөрөҫ", — тине килгән кеше һәм: «Ихсан тураһында һөйлә»,—тине.
Бәйғәмбәр, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтте: «Күҙең менән күргәндәй Аллаһ Тәғәләгә итәғәт итеү. Һин Уны күрмәһәң дә, Ул һине күрә».
     Был кеше тағы: «Ҡиәмәт көнө тураһында һөйлә», — тине.
     Бәйғәмбәр,уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын: «Был хаҡта яуап биреүсе, һораусынан артығын белеүсе түгел», — тине.
     "Улайһа миңә уның ғәләмәттәре хаҡында һөйлә", — тине.
     Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтге: «Ҡол үҙенең хужабикәһен тыуҙырыр, ә ялан аяҡ, яланғас һәм мәхрүм ителгән һарыҡ көтөүселәре бейек өйҙәр һалыуҙа үҙ-ара ярышырҙар».
     Һуңынан әлеге кеше үҙ юлы менән китте. Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бик оҙаҡ уйланып алғандан һуң, миңә боролоп: «Әй, Ғүмәр, һорау биргәндең кем икәнен беләһеңме?» — тип һораны.
     Мин: «Ул Аллаһ Тәғәләгә һәм Уның рәсүленә яҡшыраҡ билгелелер», — тип яуап бирҙем.
     Бәйғәмбәр, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын: «Йәбраил үҙе һеҙгә дин тураһында өйрәтергә килгән», — тине. Был хәдиҫ имам Мөслим риүәйәтендә.

                                             Донъя бөтәр көндөң ваҡыты.
      Суфыйҙар араһында киң таралған Сөләймән Баҡырғаниҙың «Ахыры заман китабы» на, башҡа диндәрҙәге китаптарға , Настрадамус кеүек күрәҙәлек менән шөғөлләнеп яһилдар араһында дандары таралған күп кенә кешеләрҙең һүҙҙәренә ышанып, Ҡөрьән-Кәримдәге Аллаһ һүҙҙәрен һанға һуҡмай, һуңғы көн — Ҡиммәт көнөнөң килерен, етеү ваҡытын беләүҙәре тураһында халыҡҡа хәбәр итеп, улар араһында ығы-зығы, сыуалыш ҡуптарып йөрөүселәр күбәйеп киттеләр. 1999 йылда, йәғни өс туғыҙ һаны тап килгән йылда, 2012 -2014 йылдарҙа ҡиәмәт етә, тип, нәсараларҙың (христиандарҙың— И.Ғ.) бер төрө төркөмө ер аҫты мәмерйәләренә инеп йәшенеп донъя йәмәғәтселеген көлкөгә ҡалдырҙылар. Уларҙың тәғлимәттәрендә Ҡиәмәт көнөнөң етеү билгеләре асыҡ күрһәтелмәгән. Аллаһ һүҙҙәренә иғтибар бирелмәй.
     Ләкин кешеләр ҡиәмәт көнөнөң етеү ваҡытын теүәл белмәҫтәр. Белмәһәләр ҙә уға һәр саҡ әҙерләнергә, үҙҙәрен әҙерләргә тейештәр. Бына шуға күрә лә Ҡөрьән-Кәримдә ҡиәмәт көнөнөң яҡынайыуы тураһында бер нисә мәртәбә иҫкә алына һәм Аллаһ Тәғәлә әйтә: 

     "Кешеләргә Аллаһ алдында буласаҡ иҫәпләү көндәре яҡынлашты, ләкин улар ул иҫәптән ғафиллектә тороп, иҫәпте уйлауҙан йәки Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылып Аллаға яуап бирергә әҙерләнеүҙән баш тарталар. («Бәйғәмбәрҙәр» сүрәһе, 1-се аят).
     Шулай уҡ:
     "Кешеләр һинән ҡиәмәт ҡасан була тип һорайҙар, һин уларға әйт: Ҡиәмәттең ҡасан буласағын белеү Аллаһ эше", — тин. Ҡайҙан беләһең, бәлки ҡиәмәт яҡындыр". («Әхзаб» /"Берләшмәләр"/ сүрәһе, 63-сө аят).

                                             Ҡиәмәт көнөнөң бәләкәй билгеләре.

     Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләмдәре булһын, хәдиҫтәренән, ҡиәмәттең илленән артыҡ бәләкәй билгеләре мәғлүм. Улар ҡиәмәттең оло ғәләмәттәренең яҡыная барыуы тураһында белгертәләр. Ҡыҫҡаса ошо билгеләрҙе, уҡыусыларға тәҡдим итергә булдым.
     Бына улар:
     1. Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, донъяға килеү менән ахыры заман бәйғәмбәрлегенең башланыуы;
     2. Мөхәммәд Бәйғәмбәрҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләмдәре булһын, вафат булыуы;
     3. Ҡөдусты (Иерусалимды) яулап алыу;
     4. Фәлестиндағы Әмуас ҡалаһындағы көслө ваба ауырыуы;
     5. Мал-мөлкәттең күбәйә башлауы;
     6. Төрлө дин ағымдары, тәғлимәттәр барлыҡҡа килеү сәбәпле фетнәләрҙең килеп сығып тороуы;
     7. Ялған бәйгәмбәрҙәрҙең барлыҡҡа килеп тороуы;
     8. Сәғүд Ғәрәбстанындағы Мәккә менән Мәдинә ҡалалары араһындағы Хиджаз әлкәһендә ут барлыҡҡа килеүе;
     9. Мосолман хәлифәлегендә именлек һәм тыныслыҡ;
    10. Төркиҙәр менән һуғыш;
    11. Кешеләр араһында ышаныс юғалыу;
    12. Күҙәтеп эшләтеүселәрҙең һәм йәлләттәрҙең һаны
күбәйеүе;
    13. Дини ғилем бөтөү һөҙөмтәһендә яһиллыҡтың таралыуы;
    14. Уйнашсылыҡтың күбәйеүе;
    15. Ришүәтселек таралыу;
    16. Йырҙың таралыуы;
    17. Шарап һәм наркотик мәтдәләр таралыуы;
    18. Мәсеттәрҙе һәм Ҡөрьәнде биҙәү;
    19. Ҙур өйҙәр һалыуҙа ярышыу;
    20. Ата-әсәне хөрмәт итмәү;
    21. Үлтерештәрҙең күбәйеүе;
    22. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен өҙөү, күршеләрҙе ихтирам итмәү;
    23. Ваҡыттың тиҙ үтеүе;
    24. Баҙарҙарҙың үҙ-ара яҡынайыуы;
    25. Мосолмандар араһында мәжүсилектең таралыуы;
    26. Сәс һәм һаҡалды ҡара төҫкә буяу;
    27. Һаранлыҡтың таралыуы;
    28. Сауҙа үҙәктәренең киңәйеүе;
    29. Ер тетрәүҙәрҙең йышайыуы;
    30. Ер йотоуҙар, ҡолауҙар, дингә дошман булыусыларҙың, яҙмышҡа ышанмаусыларҙың күбәйеүе;
    31. Тәҡүәләрҙең кәмеүе;
    32. Кешеләрҙең таныштары менән генә иҫәнләшеүҙәре;
    33. Алдаҡсыларҙың, ике йөҙлөләрҙең, наҙандарҙың тәхеткә килеүе;
    34. Ғилемһеҙҙәрҙән ғилем алыу;
    35. Ярым шәрә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың барлыҡҡа килеүе;
    36. Киләсәкте хәбәр итеүсе төштәрҙең күбәйеүе;
    37. Ҡөрьән һәм Сөннәткә бәйле булмаған китаптар һәм ғилемдең таралыуы;
    38. Сөннәт һәм нәфел ғәмәлдәргә иғтибар бирмәү;
    39. Бер көнлөк айҙы ике көнлөк тип иҫәпләнгән яңы айҙың барлыҡҡа килеүе;
    40. Ҡапыл үлеүселәр һаны күбәйеүе;
    41. Үҙ-ара үлтерештең күбәйеүе, кешеләрҙең тирә-йүн менән танышмай башлауҙары;
    42. Ялғандың таралыуы;
    43. Ялған шаһиттарҙың күбәйеүе;
    44. Тыйнаҡлыҡты онотоу, ғибәҙәткә илтифатһыҙ булыу;
    45. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны артыу һәм ир-аттың кәмеүе;
    46. Сәғуд Ғәрәбстаны сүленең баҡсаға әүерелеүе;
    47. Үҫемлектәрҙе юҡ итеүсе көслө яуым төшөмдәрҙен күбәйеүе;
    48. Алтын тау барлыҡҡа килеп, уның янында һуғыштар булыуы;
    49. Йәшәүҙең ҡыйынлыҡтары, ауырлыҡтары булыу сәбәпле үҙҙәренә үлем теләүселәрҙең күбәйеүе;
    50. Боронғо Йәмән ҡәбиләһенән булған Ҡахтандан бер кешенең килеүе;
    51. Хайуандар һәм йәнһеҙ нәмәләрҙең һөйләү һәләтенә эйә булыуҙары;
    52. Рим халҡының күбәйеүе, насаралар (христиандар — И,Ғ.) һәм мосолмандар араһында һуғыш;
    53. Константинополде яулап алыу;
    54. Йәһүдтәр менән һуғышыу;
    55. Мәдинәнең бөлгөнлөккә төшөүе;
    56. Хәйерле елдең иҫеүе;
    57. Ҡәғбәтулланы емереү.

                                                   Ҡиәмәт көнөнөң ҙур ғәләмәттәре.

     Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләмдәре булһын, ҡиәмәт көнө алдынан буласаҡ ваҡиғалар тураһында сәхәбәләрен киҫәтеп үтә. Ҙур билгеләр—ҡиәмәт көнө алдынан буласаҡ ҡайһы бер тәбиғи ваҡиғалар. Уларҙың унауһын Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, һанап үтә:
     1) Дәжжәлдең килеүе;
     2) Ғайса бин Мәрйәмдең инеүе һәм Мәһдиҙең килеүе;
     3) Йәьжүж һәм Мәьжүж ҡәбиләһенең һөжүме;
     4) Көнсығышта буласаҡ уңышһыҙлыҡтар;
     5) Көнбайышта, һәм
     6) Ғәрәбстан ярымутрауыкдағы уңышһыҙлыҡтар;
     7) Төтөн таралыу;
     8) Көнбайыштан Ҡояш сығыу;
     9) Ерҙән хайуандың килеп сығыуы;
     10) Йәмәндән сығыусы һәм кешеләрҙе ҡиәмәт майҙанына йыйыусы уттың барлыҡҡа килеүе.
     Мөхтәрәм уҡыусылар! Эҙләп йөрөргә түгел, ҡайһы берегеҙ үҙегеҙгә ҡараһағыҙ, әгәр диндар булһағыҙ, тирә-яҡты күҙ байҡап сыҡҡас та күрерһегеҙ — Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйткән ғәләмәттәрҙең күбеһе хатта күҙҙәребеҙгә күренеп тормошҡа ашты. Был— вәғәҙә көнөнөң яҡынайыуына дәлил.
     ''Кафырҙар башҡаны көтмәйҙәр, мәгәр уйламағанда килә торған Ҡиәмәт көнөн көтәләр, шикһеҙ Ҡиәмәт яҡынлығының ғәләмәттәре килде, Алланан ингән китаптарынан—Ҡөрьәндең һәм бәйғәмбәрҙәренәи — Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ахырғы булыуҙары кеүек", —ти Аллаһ Тәғәлә. («Мөхәммәд» сүрәһе, 18- се аят).
     Әйҙәгеҙ бергәләшеп гонаһтарға батмай ғына, яңылышлыҡ менән эшләнгәндәре өсөн тәүбә ҡылып, туры юлға баҫып, изге ғәмәлдәр ҡылырға ашығайыҡ, Ибн Хәджәр яҙып ҡалдырған ғәмәлдәрҙе урынына еткереп, ихласлыҡ менән үтәп вәғәҙә көнөнә әҙерләнәйек.

           Имам Ғариф-хажи Ғабдрахманов “Рәсүлуллаға уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр...”.