Ураҙаның ҡабул булыу билдәләре
     Кешеләрҙең күбеһе Рамаҙан еткәс ураҙа тота, Ҡөръән уҡый, ғибәҙәттә була, ләкин был ай бөткәндән һуң яңынан элекке гонаһлы тормошона әйләнеп ҡайта. Был ураҙа аша Аллаһ Тәғәлә теләгән маҡсатҡа ирешмәүҙе һәм унан файҙа алмауҙы күрһәтә.
     Аллаһ Тәғәлә фарыз ҡылған һәр ғибәҙәт билдәле бер маҡсатҡа эйә. Ислам динендә әҙәм балаларына бер әмер ҙә һәм бер тыйыуҙа маҡсатһыҙ һәм хикмәтһеҙ билдәләнмәне. Шунан сығып ураҙа тотоуҙың да билдәле бер маҡсаты бар – ул тәҡүәлек сифатына өлгәшеү. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
                                    يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمُ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ
     Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмү-ссыийәәмү кәмәә күтибә ғәлә-лләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун.
     «Әй иман килтергән бәндәләр! Һеҙгә хәтле булғандарға ураҙа тотоу фарыз булған кеүек һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз булды. Бәлки һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ» (Баҡара – 183).
     Тәҡүәлек ул Аллаһтың ғазабы менән үҙендең араңа һаҡлаусы бер кәртә ҡуйыуҙы аңлата. Быға, иң беренсе сиратта, фарыз ғәмәлдәрҙе үтәү һәм гонаһтарҙан тыйылыу инә. Әгәр ҙә кеше Рамаҙандан йөрәген һәм ағзаларын тултырыусы тәҡүәлек менән сыҡмаһа, был уның тотҡан ураҙаһынан файҙа алмауын күрһәтә.
     Элекке мосолмандар Аллаһҡа, Рамаҙан айына ирештереүҙе һорап, алты ай буйы доға ҡылалар ине. Әгәр ҙә Рамаҙан айы уҙһа, улар тотҡан ураҙаны ҡабул итеүҙе һорап, шулай уҡ алты ай буйына доға ҡыла торған булдылар. Бының мәғәнәһе, улар йыл буйы Рамаҙан айын онотманы (Ибн Рәжәб әл-Хәнбәли, «Ләтаифуль-мәғәриф»).

     Рамаҙанда кемдер уңышҡа иреште, ә кемдер юғалтыу кисерҙе. Аллаһ ҡаршыһында уңышҡа ирешкән кеше, ураҙаһы ҡабул булған, гонаһтары кисерелгән кеше. Юғалтыу кисереүсе кешегә килһәк, ул — ураҙаһы ҡабул булмаған, әхлағы яхшырмаған һәм гонаһтары кисерелмәгән бәндә. Мөхәммәд ﷺ бер хәҙисендә әйтә:

     «...Түбәнселек булһын ул кешегә, кем Рамаҙан айына инеп, унан гонаһтары ғәфү ителмәйенсә сыҡты...» (Тирмизи, №3545).
     Бөтә кеше лә Рамаҙан бөткәндән һуң тотҡан ураҙаһы ҡабул булыуын, гонаһтары ғәфү ителеүен теләй, ләкин Аллаһ Тәғәлә ҡайһы бер кешеләрҙең ураҙаһын ҡабул итә, ә ҡайһы берәүҙәрҙекен ҡабул итмәй.
     Ислам ғалимдары Аллаһ ҡаршыһында тотҡан ураҙаның ҡабул булыуын күрһәтеүсе ҡайһы бер ғәләмәттәр тураһында хәбәр итә. Әгәр ҙә кеше ошо ғәләмәттәрҙе белһә, үҙенә ыңғай йәки кире яҡтан баһа бирер һәм кәмселекле яҡтарын төҙәтер. Рамаҙан ураҙаһының ҡабул булыуы һәм унан файҙа алыуҙың билдәләре түбәндәгеләр:
     1. Рамаҙан айында гонаһ ҡылыуҙан туҡтап, шул гонаһҡа әйләнеп ҡайтмау;
     Рамаҙан айында гонаһтан тыйылып, был ай бөткәндән һуң яңынан шул уҡ гонаһҡа әйләнеп ҡайтыу — ураҙа тотоуҙан файҙа алмауҙың һәм әжер-сауапҡа ирешмәүҙең бер билдәһе. Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә ундай кешене иләнгән ептән өҫ кейеме бәйләп, уны һүткән ҡатын-ҡыҙ менән сағыштыра. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
     «Оҫта итеп иләгәндән һуң ебен һүтеп бөтөргән ҡатын кеүек булмағыҙ» (Нәхел – 92).
     Тәфсир (аңлатма) ғалимы Ибн Касир әйтә: «Элекке заманда Мәккә ҡалаһында еп иләүсе бер ахмаҡ ҡатын йәшәгән. Бик оҫта итеп еп иләп, кейем бәйләп, һуңынан ул уны һүтә торған булған».
     Аллаһ Тәғәлә был миҫалды вәғәҙә биреп, ант итеп, һүҙендә тормаусы кешеләргә ҡарата килтерә. Шулай уҡ был гонаһтан тәүбә итеп бер аҙ ваҡыттан һуң яңынан шул уҡ гонаһтарҙы эшләүсегә лә ҡағыла. Ундайҙар тураһында Мөхәммәд ﷺ бер хәҙисендә шулай тип әйткән:
     «Ҡайһы бер ураҙа тотоусыға ураҙаһынан бары тик ас тороуы ғына ҡала, ә ҡайһы бер төндә намаҙ уҡыусыға төнгө намаҙынан бары тик йоҡламайынса төн уҙҙырыуы ғына ҡала» (Сахихүл-Джәмиғ, № 3488).
     Ғалимдар әйтеүенсә, хәдиҫтәге «ас тороуҙан башҡа нәмәгә ирешмәүсе» хәрәм ризыҡ ашаусы һәм ғәйбәт һөйләүсене аңлата.
     Әл-Байдаүи әйтә: «Ураҙа тоторға әмер ителеүҙең төп маҡсаты ашамай, эсмәй тороуҙан ғибәрәт түгел. Уны тотоуҙа төп маҡсат — шәһүәт теләген һындырыу, гонаһҡа этәреүсе йәнде Аллаһҡа буйһондороу. Әгәр был тормошҡа ашмаһа, Аллаһ Тәғәлә кешенең ураҙаһын ҡабул итмәйәсәк».
     Мөхәммәд ﷺ әйтте:«Ураҙа ул ашау-эсеүҙән генә тыйылып тороу түгел. Ысынында, ураҙа — ул буш һүҙҙән һәм гонаһлы ғәмәлдәрҙән тыйылыу...» (Сахихүл-Джәмиғ, № 1082).
     Яхъя ибн Мөғәз әйтә: «Кем дә кем ураҙала теле менән Аллаһтан ғәфү итеүҙе һораһа, ләкин Рамаҙан айы бөткәс йөрәге менән шул гонаһты теләһә һәм ураҙанан һуң уны ҡыла башлаһа, ул кешенең йөрәге гонаһ менән бәйләнгән, ураҙаһы кире ҡағылған һәм ҡабул булыу ишеге уның өсөн ябылған була».
     Ошо һүҙҙәрҙән сығып, Рамаҙандан һуң кире гонаһ ҡылыуға әйләнеп ҡайтыу — тәҡүәлек дәрәжәһенә ирешмәүҙе күрһәтеүсе бер билдә. Аллаһ Тәғәлә шундай кешеләрҙең тотҡан ураҙаларын ҡабул итмәҫкә мөмкин. Аллаһ Тәғәлә шулай тип әйтә:
     «Аллаһ бары тик тәҡүәле кешеләрҙән генә ҡабул итә» (Мәидә – 27).
     Алда әйтелгәнсә, тәҡүәлек ул йәһәннәм ғазабы менән үҙендең арала пәрҙә (ҡойма) ҡуйыуҙы аңлата. Әгәр ҙә кеше ураҙа тотоп, яҡшы яҡҡа үҙгәрһә, гонаһтарҙан тыйыла башлаһа, изге ғәмәлдәргә ынтылһа, был уның Рамаҙан айынан файҙа алыуын һәм ураҙаһының ҡабул булыуын күрһәтә.
     Күп кеше Рамаҙан айында тәүбә итә, ләкин эсенән: «Дөрөҫөн әйткәндә, мин кире гонаһҡа ҡайтыуымды беләм», — тип әйтә. Шундай кеше Аллаһтан ярҙам һорап, «Инша'Аллаһ – Аллаһ теләһә мин гонаһ ҡылмаясаҡмын», тип үҙ-үҙенә һүҙ бирергә тейеш. Әгәр ҙә ул ихлас күңелдән булһа, Аллаһ Тәғәлә уға ярҙам итәсәк.
     2. Ҡылған ғәмәлдәренең ҡабул булмауынан ҡурҡыу;
     Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙан файҙа алған кеше хәйерле ғәмәлдәрҙе бик күп ҡылыуына ҡарамаҫтан, Аллаһ алдында үҙ ғәмәлдәренең ҡабул булмауынан ҡурҡа. Шуға күрә ул Аллаһтың ғәфү итеүенә үә рәхмәтенә өмөтләнә. Бер мәле Ғәйшә (р.г): «Йә Аллаһтың илсеһе! «Улар (саҙаҡа, зәкәт) бирә, ә йөрәктәре уларҙың (ғәмәлдәре ҡабул булмауҙан) ҡурҡа» (Мөьминдәр: 60-61) тигән аят урлаусы, зина ҡылыусы, иҫерткес эсемлек эсеүсе һәм шулар өсөн Аллаһтан ҡурҡыусы кешене аңлатамы?»- тип һораны. Ул әйтте: «Юҡ, Әбү Бәкерҙең ҡыҙы! Ул намаҙ уҡый, ураҙа тота, саҙаҡа бирә һәм Аллаһ Тәғәләнән ғәмәлдәрен ҡабул итмәҫ тип ҡурҡа» (Тирмизи).
     3. Рамаҙандан һуң, дауамлы рәүештә хәйерле ғәмәлдәр ҡылыу;
     Ысынында, изгелектең ҡабул ителеү ғәләмәте булып, унан һуң башҡа төрлө изгелектәр ҡыла башлау һанала. Йәғни, әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә кешенең ураҙаһын ҡабул итһә, Ул уны Үҙенә тағы да күберәк яҡынайһын өсөн хәйерле ғәмәлдәр ҡылырға этәрә.
      Ибн Рәджәбәл-Хәнбәли исемле ғалим шулай тип әйткән: «Кем дә кем берәр изге ғәмәл ҡылып, уны теүәлләһә, уның Аллаһ ҡаршыһында ҡабул булыуының билдәһе булып, башҡа изге ғәмәлдәр ҡыла башлауы тора, ә уның ҡабул булмауының билдәһе булып, был изге ғәмәлдән һуң гонаһ эшләй башлауы һанала.
     Дөрөҫөн әйткәндә, Рамаҙандан һуң нәфел ураҙалар тота башлау — был айҙа тотҡан ураҙа ҡабул булыуының бер билдәһе. Әгәр ҙә Аллаһ кешенең изге ғәмәлен ҡабул итһә, Ул уға башҡа төрлө изге ғәмәлдәр ҡылырға ярҙам итә. Шуның өсөн Аллаһтан үлем килгәнсегә хәтле изге ғәмәлдәр ҡылырға ярҙам итеүҙе һорағыҙ һәм Уға йөрәктең насар яҡҡа үҙгәреүенән һыйынығыҙ. Ғибәҙәт ғәмәлдәре менән шөғөлләнеп, гонаһ ҡыла башлау ниндәй түбәнселек ул!»
     Мөхәммәд ﷺ тең ғәмәл ҡылыу рәүешен ҡараһаҡ, ул бер ғәмәл ҡыла башлаһа, уны ташламай ине. Ғәйшә (р.г) әйтә: «Әгәр ҙә Аллаһтың илсеһе ﷺ бер ғәмәлде ҡыла башлаһа, уны бер туҡтауһыҙ ҡыла ине» (Мөслим).
     Әгәр кеше берәр изге ғәмәлде башлап, уны даими ҡылһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешене ярата башлай. Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Аллаһ өсөн ғәмәлдәрҙең иң һөйөклөһө, аҙ булһа ла даими ҡылынғаны» (Бохари).
     Мәҫәлән, Рамаҙан ураҙаһынан һуң Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотоу яҡшы ғәмәлдәрҙән һанала. Әлеге ураҙа — нәфел ураҙа. Ул кешенең бер изге ғәмәлдән һуң икенсе изге эш ҡылыуын һәм изгелеккә ынтылыуын күрһәтә. Мөхәммәд ﷺ әйткән:
     «Кем дә кем Рамаҙандан һуң Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, йыл буйына ураҙа тотҡан кеүек була» (Мөслим, №822).
     Ғалимдар был хәҙисте шулай аңлата: бер изге ғәмәлгә ун әжер бирелә. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
     «Кем дә кем изге ғәмәл эшләһә, уға шуның кеүек ун әжер-сауап бирелә» (Әнғәм – 160).
     Шунан сығып Рамаҙан айында ураҙа тотҡан өсөн 300 көнлөк йәғни ун айлыҡ әжер-сауап, ә Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотҡан өсөн 60 көнлөк, йәғни ике айлыҡ әжер-сауап яҙыла. Бөтәһе бергә 360 көн йәғни ун ике ай була.
     Нәфел ураҙалар нәфел намаҙҙары кеүек фарыз ғибәҙәтте тулыландыра йәғни уның кәмселектәрен юҡҡа сығара. Шуның өсөн Аллаһ Тәғәлә мосолмандар Рамаҙан айына хәтле Шәғбән айында һәм Рамаҙандан һуңғы Шәүүәлдә нәфел ураҙаһы тоторға ҡушты.
     Шулай уҡ бер ғибәҙәтте теүәләгәндән һуң икенсеһен ҡыла башлау Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеүҙең бер билдәһе булып һанала. Элекке мосолмандар ҡайһы берҙәре төндәрен тороп намаҙ уҡый алыуҙарына шөкөр итеп көндөҙҙәрен ураҙа тота торған булған.
     Шәүүәл ураҙаһын Ураҙа ғәйете көнөнән һуң тота башлау мөстәхәб, сөнки был — хәйерле ғәмәл ҡылырға ынтылыуҙың бер күрһәткесе. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
     «Раббығыҙҙың ғәфү итеүенә һәм киңлеге күктәр һәм ер һымаҡ булған йәннәткә ашығығыҙ. Ул (йәннәт Аллаһтың ғазабынан) һаҡланыусы (тәҡүә) кешеләргә әҙерләнеп ҡуйылды» (Әли-Ғимран – 133).
     Шулай уҡ был нәфел ураҙаһын Шәүүәл айының төрлө көндәрендә лә тотоу рөхсәт ителә. Сөнки Мөхәммәд ﷺ алдағы хәҙистә бер-бер артлы ураҙа тотоуҙы шарт итеп ҡуйманы.
     Әгәр ҙә кешенең Рамаҙан айында тотып бөтөрмәгән ураҙалары булһа, иң яҡшыһы уны тотоп бөтөрөү, ә һуңынан Шәүүәл ураҙаһын тотоу. Шулай уҡ Шәүүәл ураҙаһын Рамаҙан ураҙаһын ҡаза ҡылып бөтөргәнсе хәтле тотоу ҙа рөхсәт ителә. Мәҫәлән,Әбү Хәнифә мәҙһәбендә Рамаҙан ураҙаһын ҡаза ҡылып бөтөргәнсе хәтле нәфел ураҙалар тотоу рөхсәт ителә. Был мәҙһәб буйынса Шәүүәл ураҙаһы ошо ай менән сикләнгән, ә Рамаҙан айында тотолмаған ураҙаны ҡаза ҡылыу билдәле бер ай менән сикләнмәгән. Шуға күрә уны шул уҡ ваҡытта башҡарыу вәжип түгел. Иң мөһиме, кеше уны үлмәҫ борон ҡаза ҡылырға тейеш. Ошо ҡағиҙәнән сығып, ваҡыты сикләнгән ғәмәлде үтәү, ваҡыты сикләнмәгән ғәмәлгә ҡарағанда өҫтөнөрәк. Мәлики һәм Шәфиғи мәзһәбтәренең Рамаҙан ураҙаһын ҡаза ҡылғансыға хәтле нәфел ураҙаларын тоторға ярай, ләкин улай эшләү мәкруһ, сөнки ул фарыз ураҙаны кисектереүгә сәбәпсе булып тора. Хәнбәли мәҙһәбендә Рамаҙан ураҙаһын ҡаза ҡылғансыға хәтле нәфел ураҙаларын тоторға ярамай. Сөнки кеше, иң беренсе сиратта, Аллаһ ҡаршыһында бурысын үтәргә тейеш, унан һуң ғына ул нәфел ураҙаларын тота ала.
     Аллаһ Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен, гонаһтарыбыҙҙы кисерһен һәм киләһе Рамаҙан айына тиклем изге ғәмәлдәр ҡылырға ярҙам итһен. Әмин!
                                                                      Өмөтлөләр сайтынан тәржемә

     Ураҙа тотһаң, гонаһтарҙан арынырһың: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-tot%D2%BBa%D2%A3-gona%D2%BBtar%D2%99an-arynyr%D2%BBy%D2%A3.html#more-7797

Рамаҙан айы Ҡөръән айы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-ajy-%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-ajy.html#more-7856