Тәкәббәрлек

                                                             Тәкәббәрлек

   Хөрмәтле йәмәғәт Аллаһтың әмерҙәрен үтәү һәм Уның тыйыуҙарынан тыйылыу өсөн кеше үҙенең йөрәгендә булған тәкәбберлекте еңергә тейеш. Күп кешеләр Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышана, ләкин быны ҡабул итеп танырға көстәре етмәй, сөнки Аллаһҡа буйһонорға уларҙың күңелендәге тәкәбберлек ҡамаусалай...

   Юҡҡа ғына Ҡөрьәндә шулай тиелмәгән бит: «Юҡ һәм юҡ! Кеше, ысынлай та, шаша. Сөнки үҙен бойондороҡһоҙ тин уйлай». («Уҡмашҡан ҡан» сүрәһе. 6 — 8). Ә Аллаһ тәкәбберләнгән кешеләрҙе яратмай: «Ысынлап та, Ул тәкәбберҙәрҙе яратмай!». («Бал ҡорто» сүрәһе. 23). Хәҙерге заманда күп кенә кешеләр үҙҙәрең әллә кемгә ҡуйып, намаҙҙан — хатта гөмүмән диндән! — баш тарта. Бәлки улар Ҡөрьәндә һөйләнгән бер ваҡиға тураһында белмәйҙәрҙер: АллаҺ Тәғәлә беҙгә хәбәр итеүенсә, ҡасандыр Шайтан да үҙенең тәкәбберләнеүе арҡаһында иманын да, әхирәтен дә юғалтты, уҙ ҡулдары менән емерҙе...

   «Бына һинең Раббың фәрештәләргә әйтте: “Мин балсыҡтан кеше яһайым. Мин уны камиллап тамам иткәс һәм уға Үҙ рухымды өргәс, һеҙ уға сәждә ҡылып эйелегеҙ!”. Һәм фәрештәләр барыһы ла сәждә ҡылды. Иблистән башҡа. Ул тәкәбберләнде һәм кафырҙарҙан булды. Ул (АллаҺ Тәғәлә) әйтте: “Эй, Иблис! Мин Үҙ ҡулдарым менән яһаған нәмәгә сәждә ҡылыуҙан һине нимә тыйҙы? Тәкәбберләндеңме һин, әллә юғарыларҙан булдыңмы?”. Ул: “Мин унан яҡшыраҡ: Һин мине уттан яраттың, ә уны балсыҡтан барлыҡҡа килтерҙең”, — тине. Ул әйтте: “Сығып кит бынан, һин таш менән атылыусы һәм, ысынлап та, хөкөм көнөнә тиклем һинең өҫтөңдә Минең ләғнәтем!”». («Сад» сүрәһе, 71 -78). Шулай итеп. Иблис Аллаһҡа бер һүҙһеҙ буйһонор урынына «фәлсәфә һатып» Раббыбыҙҙың үҙе менән бәхәсләшергә тартынманы!

   Ҡайһы бер кешеләр ошо ваҡиғала үҙҙәрен күрмәйме икән? Уларҙан: «Ҡасан намаҙ уҡый башланһын?» — тип һораһаң, улар йөҙ сәбәп табып төрлөсә аҡлана: «намаҙ уҡымаһам да мин яҡшы кеше», «күңелдә иман булһа, етәр», «хәҙерге заманда намаҙға ваҡыт табыуы ҡыйын, бороңғо кеше иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшенә бәйле булмаған», «пенсияға сыҡҡас...» һ. б. Был йөҙәрләгән сәбәптәрҙе бер һөйләмгә һыйҙырырға теләһәк, шуны әйтеп булыр ине: әгәр кеше Иблис һымаҡ үҙен кемдәндер яҡшыраҡ йә аҡыллыраҡ һанамаһа, намаҙға баҫыуҙан уны бер нәмә лә тотмаҫ ине. Һин Аллаһ Тәғәләнән аҡыллыраҡмы ни — уның бойороғона «көтөп тор әле, Раббым, миңә әле намаҙ ҡылыу иртәрәк», йә «Һин миңә намаҙ уҡырға ҡушаһың да ул, тик минең күңелем былай ҙа таҙа бит!» тигән һымаҡ булаһың?! Юҡ, ағай-эне,тәкәбберләнмәгеҙ, Иблистән үрнәк алмағыҙ! Тәкәбберләнеүҙәре арҡаһында донъяһын һәм динен юғалтҡан тағы бер ҡәүем — Фирғәүен һәм уның яҡындары.

   Фирғәүен Муса пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) артынан эйәрмәне. Муса пәйғәмбәр Фирғәүенде «лә иләһә илләллаһ» һүҙҙәренә саҡырҙы, «Бүтән илаһтарға ғибәҙәт итеүҙән баш тарт, шәһәдәт әйтеп, мосолман бул!» — тине. Ә был Фирғәүен үҙен илаһ тип һанай ине: «Һәм Фирғәүен: “Эй һеҙ, затлылар! Мин һеҙгә минән башҡа икенсе бер илаһ барҙыр тип белмәйем”». («Хикәйә» сүрәһе, 28: 38). Ә бит күңелендә Фирғәүен Мусаның Аллаһ илсеһе икәнен белде, ләкин уға быны ҡабул итергә тәкәбберлеге бирмәне: «...Улар боҙоҡ халыҡтарҙан булдылар. Беҙҙең аяттарыбыҙ уларға асыҡлаусы булып килгәс, улар: “Был — асыҡ сихыр!” — тинеләр. Хаҡ икәнлеккә күңелдәренән ышанһалар ҙа, яуызлыҡтан һәм тәкәбберлектән уларҙы инҡар иттеләр. Боҙоҡлоҡ таратҡан кешеләрҙең аҙағы нисек булғанын күр инде һин!». («Ҡырмыҫҡалар» сүрәһе. 27; 12- 14).

тәкәббәрлек хаҡында ошо биттә://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/5180.html#more-5180

Тәкәбберләнеү, эреләнеү, ғорурланыу://nazir1965.com/din/t%D3%99k%D3%99bberl%D3%99ne%D2%AF-erel%D3%99ne%D2%AF-%D2%93orurlanyu.html#more-5170
                                                                                                         Йома хөтбәләре