Тәкәббәрлек хаҡында

                                                              Тәкәббәрлек хаҡында

   Ҡәҙерле йәмәғәт! Тәкәбберлек сифаты мосолманға хас булған нәмә түгел. Аллаһ тарафынан яратылған ҡол, мохтаж, фәҡир булыуын аңлаған кеше үҙенең урынын яҡшы белер һәм тәкәбберләнмәҫ. Ысынлап та, кем беҙ Аллаһ Тәғәләһеҙ?! Кеше шул тиклем көсһөҙ һәм мохтаж! Ниндәйҙер тараҡан бер метр бейеклектән осоп төшһә, уға бер нәмә лә булмай, ә кеше бер метр бейеклектән йығылып шундуҡ имгәнә ала. Ҡайһы бер гөбөргәйелдәр 180 йыл йәшәһә, кеше 80 йәшендә үлмәһә лә ҡартласҡа әйләнә.
   Әхнәф ибн Ҡайс исемле ғалим шундай ҡыҙыҡ һүҙ әйткән: «Әҙәм балаһына аптырарлыҡ: бәүел сыҡҡан юлдан ике тапҡыр сыҡҡан, ә үҙе тәкәбберләнә!». Аллаһтың изге ҡоло Лоҡман улын шулай тәрбиәләгән: «Һәм кешеләр алдында сырайыңды һытма, һәм Ер йөҙөндә маһайып йөрөмә. Ысынлап та, һәр тәкәбберҙе, маҡтансыҡты Аллаһ яратмай!». («Лоҡман» сүрәһе. 31:18).

   Беҙгә лә пәйғәмбәребеҙ ﷺ тәкәббер булмаҫҡа, ә тыйнаҡ булырға өйрәтен күп һүҙҙәр әйтеп ҡалдырҙы. Мәҫәлән, ул: «Күңелендә бер сүп кенә ҡәҙәр тәкәбберлеге булған кеше йәннәткә кермәҫ» — тине. Быны ишеткән бер кеше: «Ә кеше үҙенең өҫтөндәге кейемдең һәм аяҡ кейеменең матур булыуын яратһа?..» — тип һорағас, пәйғәмбәр ﷺ: «Аллаһ Тәғәлә — Матур, һәм матурлыҡты ярата. Ә тәкәбберлек — ул дөрөҫлөктө ҡабул итмәү һәм кешеләргә өҫтән ҡарау». (Муслим риүәйәт итте).
   Шулай уҡ: «Ҡиәмәт көнөндә тәкәббер кешеләр ҡырмыҫҡа ҙурлығында, ләкин кеше сүрәтендә тергеҙеләсәктәр. Уларҙы йәһәннәмдәге “Бүләс" тигән төрмәгә ҡыуып алып китерҙәр, уларҙы ян-яҡтан ут солғап алыр, һәм уларға ут әһелдәрнең тире һәм бәүеле эсерелер» — тине. (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте).
   Ни тиклем ҡурҡыныс яза был — Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ярлыҡаһын, куңелдәребеҙҙәге тәкәбберлекте сығарып ташлаһын!
   Тағы бер хәҙистә тәкәббер кешенең был доньяла уҡ язаланыуы ихтималы тураһында һөйләнелә: «Аллаһ илсеһе янында бер кеше һул ҡулы менән ашап ултырған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға: “Уң ҡулың менән аша" — тигәс, теге кеше: “Булдыра алмайым!” — тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Булдыра алма! Уға тәкәбберлеге генә ҡамасауланы” — тине, һәм теге кеше был һүҙҙәрҙән һуң ысынлап та уң ҡулын ауыҙына күтәрә алмаҫ булды».(йәғни, был кешемен ҡулын паралич һуҡты). (Муслим риүәйәт итте).
   Ҡарағыҙ, ағай-эне — тәкәббер кешегә ҡаршы пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе доға ҡылып ҡуйҙы һәм уның доғаһы ҡабул булды: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бөтә мосолмандарҙы ла үҙ аталары кеүек ҡайғыртһа ла, ул ошо ваҡиғанан киләсәк быуындарға ғибрәт күрһәтергә теләне. Тәкәбберлек кешене яҡшыға илтмәй, һәм кеше ни тиклем ошо насар һыҙат менән үҙен күтәрергә теләмәһен, Аллаһ Тәғәлә уға хөрмәт булдырмаҫ, сөнки Аллаһ мосолманды изге ниәт, ғибәҙәттәре һәм баҫалҡылығы аша ғына күтәрә: «Ысынлап та, иман килтергән һәм изге ғәмәлдәр эшләгәндәргә Әр-рахман мөхәббәт бүләк итә». («Мәрйәм» сүрәһе. 19: 96).
   Шулай уҡ ошо хәҙисте лә иҫтә тотайыҡ: «Саҙаҡа биреү малды кәметмәй. Ниндәйҙер ҡол (кемделер) ғәфү итһә, Аллаһ Тәғәлә уның абруйын мотлаҡ күтәрер. Кем дә булһа Аллаһ хаҡына үҙен тыйнаҡ тотһа, Аллаһ Тәғәлә уны күтәрәсәк кенә» (Муслим риүәйәт итте).
   Аллаһ Раббыбыҙ беҙҙе тәкәбберлек гонаһынан һаҡлап, беҙгә пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ үрнәк алып йәшәргә ярҙам итһен, әмин.

вәғәҙ *тәкәббәрлек* ошо биттә //nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/t%D3%99k%D3%99bb%D3%99rlek.html#more-5175

Тәкәбберләнеү, эреләнеү, ғорурланыу://nazir1965.com/din/t%D3%99k%D3%99bberl%D3%99ne%D2%AF-erel%D3%99ne%D2%AF-%D2%93orurlanyu.html#more-5170

саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм
                                                                                                       Йома хөтбәләре