Сабырлыҡ
Бар маҡтау-шөкөр итеүебеҙ Аллаһ Тәғәләгә булһа ине. Уның хаҡ хәбибе Мөхәммәдкә ﷺ күңелдәребеҙҙең түрҙәренән сыҡҡан салауаттарыбыҙ ирешһә ине. Аллаһ Тәғәлә һәр беребеҙҙең дә тәндәребеҙгә сәләмәтлек, ил-көндәребеҙҙгә тыныслыҡ, күңелдәребеҙгә мәғрифәт нурҙары һалып, тормоштарыбыҙға бәрәкәт биреп, Үҙе риза булырлыҡ ғәмәлдәр ҡылырға насип әйләһен.
Аллаһ Тәғәлә беҙҙе һәр беребеҙҙе сабырлыҡҡа өндәп: «Сабыр булығыҙ, Аллаһ Тәғәлә сабыр булған ҡолдары менән бергә була», — тип әйтә.
Шулай уҡ:
وَاسْتَعِينُوا بِالصَّبْرِ وَالصَّلَاةِ وَإِنَّهَا لَكَبِيرَةٌ إِلَّا عَلَى الْخَاشِعِينَ
«Үә-стәғиинүү биссабри үә-ссаләәти үә иннәһәә ләкәбииратүн илләә ғәләл-хааши-ғиин».
«Ауырлыҡты күтәрергә сыҙамлы булып, йәғни сабыр килеш үә намаҙ уҡып Аллаһтан ярҙам һорағыҙ!». «Әл-Бәҡара / Һыйыр», 2:45
Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләнән ярҙам һорайһығыҙ икән, ул ваҡытта, мосолман ҡәрҙәштәрем, сабырлыҡ менән һәм шулай уҡ доғалар, намаҙҙар менән Аллаһ Тәғәләнән берәр нәмәне һорағыҙ.
«Сабыр төбө — һары алтын» тип, — әйтәләр бит, йәғни ниндәйҙер ауырлыҡтар килеп, ҡыйынлыҡтар килеп, уларға түҙә алһаң, һиңә хәйерле булыр, ти.
Хәҙрәти Ғосман رضي الله عنه (разыйАллаһү ғәнһә): «Ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килһә лә, түҙегеҙ, сабыр булығыҙ, тешегеҙҙе ҡыҫығыҙ. Был Аллаһ Тәғәләнең бер рәхмәте, бер бәрәкәте. Ул һеҙгә шуға ҡарап иғтибар итә», — тип әйткән.
Аллаһ Тәғәлә Үҙе лә әйтә:
فَإِنَّ مَعَ الْعُسْرِ يُسْرًا
«Фә'иннә мәғәл-ғүсри йүсраа».
«Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек бит». «Инширах / Асылыу», 94:5
Һәм тағы ла шул сүрәлә әйтә:
إِنَّ مَعَ الْعُسْرِ يُسْرًا
«Иннә мәғәл-ғүсри йүсраа».
«Ысынлап та ауырлыҡтан һуң еңеллек бит! ».
«Инширах» сүрәһендә ике тапҡыр ҡабатлап ҡуя: ауырлыҡтан һуң еңеллек килә, сабыр булығыҙ, тип әйтә. Бындай кешеләр менән Мин иңгә-иң терәшеп торам, тип әйтә.
Әйүб عليه السلام ( ғәләйһис-сәләм) тормошона күҙ һалайыҡ әле. Ул Аллаһ Тәғәләгә шуның тиклем күп итеп ғибәҙәт ҡыла торған ҡол ине, шунан, бер көндө шайтан Аллаһ Тәғәлә ҡаршына килеп баҫып:
- Йә Раббым, миңә ошо ҡолоңды тура юлдан һаташтырырға рөхсәт ит әле, — тип әйткән.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә ихлас булырға саҡыра. Ихлас булһағыҙ, һеҙгә шайтандың солтанаты, йәғни хөкөмө етмәйәсәк, һеҙҙе аҙаштыра алмаясаҡ, тип әйтелә.
Әйүб عليه السلام менән дә шулай уҡ. Уның тормош рәуеше һәр кешегә таныш. Аллаһ Тәғәлә биргән ризыҡтан һәр төрлө ерҙәргә, төрлө-төрлө хәйерселәргә, меҫкендәргә, ярлыларға үҙе ҡапсыҡ-ҡапсыҡ ризыҡ өләшә торған булған. Үҙе лә ярлы булған бер бәндә ине, хәйерле вәғәзе өсөн уға бер солтан бер ни тиклем ер һәм мал-тыуар биргән була. Уның байлығы бик тә ишәйеп китә. Шайтан Аллаһ Тәғәләнән рөхсәт алғас, Әйүб عليه السلام янына килеп, уның игендәренә ут төртә.
Шайтан Әйүбте عليه السلام эҙләп тапҡанда, ул мәсеттә Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып ултыра ине. Ул бер ҡарт рәүешендә Әйүб عليه السلام янына килә лә:
- Әй Әйүб, һинең унда барлыҡ игендәрең дә янып бөттө. Харап булды! Харап булдың бит, ә хәҙер инде ни эшләрһең? — тип фетнә сығара башлай.
Әйүб عليه السلام, намаҙынан сәләм биреп сыға ла:
- Йә Раббым, шөкөр, өҫтөмдән бер йөктө төшөрҙөң. Минең һаман да зекер ҡылған ваҡытта, игендәрем нишләй икән, тип бер фекер тыуып ала ине. Күңелемде бер аҙ борсоп, Һиңә зикер ҡылыуҙан тыйып тора ине, — тип Аллаһҡа доға ҡылған.
Былай ҙа булмағас, Шайтан икенсе көндө Әйүбтең عليه السلام, барлыҡ малдарына мор (холера) ебәрә, барыһы ла йығылып үлә. Һәм ҡабаттан Әйүб عليه السلام янына бара, һәм ул, ғәҙәттәгесә, мәсеттә намаҙ уҡып ултырған була. Йүгереп килеп:
- Эй Әйүб, харап булдың, харап булдың, унда бөтә мал-тыуарыңа мор төштө: һарыҡтарың да, һыйырҙарың да ҡырылып бөттө, — тип фетнә сығара башлай.
Әйүб عليه السلام, намаҙын тамамлап сәләм әйткәс:
- Йә Раббым, шөкөр, өҫтөмдәге был йөктө лә алып шатландырҙың мине. Мин бит Һиңә тағы ла нығыраҡ ғибәҙәт итә алам, — тип, шатланып доға ҡыла башлай.
Шайтан ҡыҙып сығып китә. Өсөнсө көндө ул Әйүбтең عليه السلام балалары йыйылған өйгә килә. Бер балаһының тыуған көнө була, һәм балалар ғына йыйылып, тыуған көнөн үткәрә торған булғандар. Шул ваҡытта шайтан былар өҫтөнә йортның түбәһен емереп төшөрә. Бер генә балаһы ла иҫән ҡалмай, һәм шайтан мәсеткә йүгереп китә. Әйүбтең عليه السلام намаҙ уҡыған ваҡытына тура килә, һәм сәләм биргәнен көтөп, артынан тыз-быз йөрөй башлай.
Намаҙ тамалап сәләм биреүен күргәс тә:
- Харап булдың, эй Әйүб, харап булдың! Балаларыңдың өҫтөнә түбә емерелеп төштө, барыһы ла һәләк булды. Ниндәй ҡайғы, ниндәй хәсрәт, — тип, яңынан фетнә сығармаҡсы була.
- Йә Раббым, шөкөр, мин ғибәҙәт ҡылған ваҡытта, нисек кенә ғаиләмде туйҙырырмын, тәьмин итеп торормон икән, тигән фекерҙәр килеп китә ине. Хәҙер Һин ундай фекерҙән дә азат иттең, йә Раббым, рәхмәт Һиңә, — тип доға ҡыла Әйүб عليه السلام.
Быны күреп, шайтан уның йөҙөнә төкөрә, һәм шул төкөрөктән уның йөҙөндә әллә ниндәй йәрәхәттәр пәйҙа була. Бер аҙҙан һуң Әйүбтең عليه السلام, тәне серей башлай, ҡортлап, насар иҫтәр сыға башлай. Күрше — яҡындары: «Тормаһын беҙҙең эргәлә, әйҙәгеҙ ситкә, ауыл ситенә сығарып ҡуяйыҡ», — тип унан йырағая башлайҙар. Ҡатындарҙың береһе генә, Руҡыя исемлеһе генә ҡала, ҡалғандары шулай уҡ ташлап китәләр. Әйүпте عليه السلام сүплек эргәһенә сығарып ташлайҙар. Япа-яңғыҙ, ашарына юҡ, ә ул: «Аллаһҡа шөкөр», — тип доға итә. Үҙенең сабырлығын ташламай, киреһенсә, тағы ла күберәк шөкөр итә башлай.
Бер ваҡыт ҡатыны Руҡыя, уға икмәк һыныҡтары алыр өсөн, үҙенең сәстәрен киҫәргә була. Был ваҡытта сәс ҡырҡыу — урам ҡатынына тиңләшеү, шуларҙың рәтенән булыу тип һаналған. Әйүб عليه السلام, сәбәптең ниҙә икәнен дә белмәгәс, үҙе ауырыуынан юнәлгәс, Руҡыяны ҡайыҙлап алырға нәҙер әйтә. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә уға тағы ла ҡатыраҡ һынау бирә: бөтә тәне сереп бөтә. Ҡорттар бөтә тәнен ашап бөтөрөп, ике генә ҡорт ҡала — береһе телендә, береһе йөрәгендә. Шул ваҡытта Әйүб عليه السلام, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләгә доға ҡыла:
- Йә Раббым, минең йөрәгем менән телемде булһа ла ашатма, йөрәгем ашалһа, нисек итеп зекер ҡылырмын, телем ашалһа, нисек тәсбих әйтермен һуң?
Шул ҡорттарҙың береһе умарта ҡортона әүерелә, береһе һөлөккә, йәғни файҙа килтереүсе ҡорттарға алышыналар. Аллаһ Тәғәлә Джәбраил عليه السلام аша, уға шифа-дауаһын ебәрә, аяҡтарынан шишмә сығып, шул һыуҙар сәбәпле Аллаһ Тәғәлә дауаһын бирә һәм Әйүб عليه السلام, сәләмәтләнә.
Онотмағыҙ, ауырлыҡтан һуң еңеллек килә. Ниндәй генә ауырлыҡ, ҡыйынлыҡ килһә лә, һынма, сабыр бул. Аллаһ сабыр булыусылар менән икәнен онотма, әй мосолман ҡәрҙәшем!
Рәнйетһәләр ҙә, мыҫҡыл итһәләр ҙә, телеңде Әбү Бәкер хәҙрәт кеүек тешләп тор. Аслыҡ-яланғаслыҡ, ниндәй генә башҡа төр ғәләмәт килһә лә, беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ, әбей-бабайҙарыбыҙ кеүек сабырлы булайыҡ. Ниндәй ауыр тормош кисергән кешеләр бит улар: аслыҡты үткәргәндәр, бер һыныҡ икмәккә ҡәнәғәт булғандар. Өс-дүрт балаға бер ыштан, бер күлмәк, мәктәпкә бара алмаҫлыҡ дәрәжәлә аяҡтарына ла юҡ ине. Аллаһ Тәғәлә ташламаҫ тинеләр, Аллаһ Тәғәлә ташламаны. Бына бөгөнгө көнгә күҙ һалайыҡ әле: ниндәй ауырлыҡтан һуң еңеллек килде. Аллаһҡа шөкөр, ниндәй гүзәл заманда йәшәйбеҙ бит.
Тағы бер мәсьәлә — нәҙер мәсьәләһе бар. Аллаһ Тәғәлә Әйүбкә нәҙере тураһында иҫенә төшөрә: «Һауыҡҡас ҡатынымдың кәрәгең бирәм тигәйнең», — хәҙер нәҙеренде үтә», — тип әйтә. 10 үләнде өҙөп, бер тапҡыр һуғырға ҡуша Аллаһ Тәғәлә. Бында ла ике төрлө мәсьәлә: береһе – нәзергә тоғро булыу, икенсеһе — үҙ әһелеңә ҡул күтәрмәү.
Күргәнебеҙсә, бар ерҙә лә сабыр булырға кәрәк. Ғибәҙәттә 5 ваҡыт намаҙ уҡыйбыҙ, ауыр булһа ла, унан айырылма, ҡартайғас, ятып булһа ла, сабыр булып урын өҫтөндә уҡырһың. Сабырлыҡ менән үҙенендең ураҙаларыңды тот, сабырлыҡ менән зекер-тәсбихтәренде әйтерһен, сабырлыҡ менән Ҡөръән уҡы, сабырлыҡ менән кешеләргә изгелек эшлә.
Сабырлыҡ менән, мосолман ҡәрҙәшем, икенсе мосолманға ихтирам күрһәт, күрше-яҡындарың менән яҡшы мөғәләмәлә бул. Күршеләрҙең дә төрлөһө була бит: яхшылары, ямандары. Ниндәй генә уҫал күршеләрең булмаһын, уларға ҡарата ихтирамлы бул. Һине мыҫҡыл итеп, һүгеп, кешеләргә һинең турала насар итеп һөйләп йөрөһә лә, уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙ күршеләренә ҡарата иң күркәм холоҡ күрһәткән кеше. «Мин инде күршеләремдең минең мираҫыма балаларым кеүек хаҡтары бар кешеләр кеүек күрә башлаған инем», — тип әйткән ул.
Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр! Һәр эштә, һәр ерҙә сабыр булырға тырышайыҡ. Үҙебеҙгә йөкләнгән вазифаны сабыр булып үтә, үҙебеҙҙең өйҙә сыҡҡан ыҙғыштарға, күршеләр тарафынан сыҡҡан һүҙҙәргә — барыһына ла сабыр булып, Аллаһҡа шөкөр итергә тырышайыҡ. Был — Ислам диненең төп асылы, нигеҙе. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең халҡыбыҙға, милләтебеҙгә, бабаларыбыҙға ҙур сабырлыҡ биргән.
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла күркәм сабырлыҡ биреп, Үҙенең ҡаршыһына изге ғәмәлдәребеҙ менән баҫып, Үҙенең йөҙөн күрергә насип әйҙәһә ине.
Илдус хәҙрәт Фәиз, «Болгар» мәсете имам-хатибы, «Шура» альманағынан
Сабырлыҡ — һәр хикмәттең башы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/sabyrly%D2%A1-%D2%BB%D3%99r-xikm%D3%99tte%D2%A3-bashy.html
Сабырлыҡ тураһында нәсихәттәр; https://nazir1965.com/din/sabyrly%D2%A1-tura%D2%BBynda-n%D3%99six%D3%99tt%D3%99r.html
Әбейҙең нәсихәте; https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D3%99bek%D3%99j-n%D3%99six%D3%99te.html