Сабырлыҡ тураһында нәсихәттәр.

     ”Аллаһ өсөн кемдәр бөтәһенән дә ҡәҙерлерәк?”
— тип һорайҙар мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттән. «Аллаһ биргәндәргә шөкөр итә, бәлә һәм бәхетһеҙлектәр килгәндә сабыр итә белгәндәр”, — ти имам.
     »Сабырлыҡ — Йәннәттәрҙәге хазиналарҙың береһе”.
     "Сабырлыҡ ул — нур”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.
     Сабырлыҡ, ҡәнәғәт була һәм шөкөр итә белеү — ҡолдоң иң мөһим бер сифаты, тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ.

     Бәндәләре сабыр һәм күркәм холоҡло була белгән төбәктәрҙә донъялар ҙа имен, тормош та тынғылыҡтан йәм табып үҙ яйы менән бара.
     Аҙғынлыҡтар, вәхшилектәр тулып ташҡан ерҙәрҙә бәндәләрҙең башы бәләнән сыҡмай. Шуға ла ғибәҙәттән һуң диндең иң ҙур таянысы — күркәм холоҡ.
     "Иман нимә була?” — тип һорайҙар бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙҙән, ғәләйһис-сәләм. «Иман ул-сабырлыҡ киң күңелле була белеү”, — ти пәйғәмбәр.
     Имам Садыҡтан ҡалған бер риүәйәттән билдәле булыуынса Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ ҡолдарынан бер төркөм Йәннәттәр ҡапҡаһын килеп ҡағыр икән. Эстән уларҙың кем булыуын белергә теләрҙәр һәм: ”Беҙ — сабыр кешеләрҙәнбеҙ”, — тигән яуап алырҙар, „Һеҙҙең сабырлыҡты нимәнән белеп була?” тиерҙәр.
     ”Беҙ, — тиерҙәр тыштан, — Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыуҙа, Аллаһ тыйғандарҙан тыйылыуҙа сабыр булдыҡ”. Был кешеләргә Йәннәттәргә инеү өсөн рөхсәт бирелер.
     Аллаһы Тәғәләнең ҡолдарынан береһе бер ваҡыт:
”Эй, Раббым! һиңә маҡтау, һинең солтанлыҡтағы изге Ҡөҙрәтеңә маҡтау!” — тип доға ҡыла.
     Бөтәһен дә ишетеп һәм яҙып барған фәрештәләр был доға өсөн ниндәй әжер-сауаптар яҙырға белмәй аптырап, Аллаһ хозурына ҡайта.
     - Эй, Раббыбыҙ! — тиҙәр улар, — һинең ҡолдарыңдан береһе фәлән-фәлән һүҙҙәр әйтте, ә беҙ уға ниндәй әжер яҙырға белмәнек.
     Фәрештәләрҙән алда бөтәһен дә үҙе белеп торған Аллаһ һорай:
     - Ҡолом минең нимә тип әйтте? — ти.
     ”Эй, Раббым! һиңә маҡтау. Һинең солтанлыҡтағы изге Ҡөҙрәтеңә маҡтау!” — тип доға ҡылды тиҙәр фәрештәләр.
     - Быларҙы ҡолом нисек итеп әйткән булһа, һүҙмә-һүҙ яҙып ҡуйығыҙ, — ти Аллаһ, — Хозурыма Килеп баҫҡас, әжер-сауаптарын Мин уларға үҙем бирермен.
     “Сабыр кешеләр изгеләр менән бергә булыр, — тигән ул, — Сабыр була белмәгәндәрҙең урыны — Йәһәннәм”.
     Пәйғәмбәребеҙҙең иң яҡын сәхәбәләренән булған Әнәс ибн Маликтән ҡалған бер хәҙисе-ҡотдусиҙа Аллаһтың:
     ”Әгәр ҙә Мин Үҙ ҡоломдоң тәненә, балаһына, малына бәлә килтереп тә, был бәләләргә түҙеп, уларҙы ул сабырлыҡ менән кисерә белһә, Ҡиәмәт көнөндә уның ғәмәлдәре хаҡында хәтеренә төшөрөп, бизмәнгә һалып тороу Минең өсөн дә уңайһыҙ булыр”, — тигән һүҙҙәре килтерелә.
     »Йәннәткә барыр юлдар төрлө ҡаршылыҡтар менән тулы, уларҙы үткәндә бик күп сабырлыҡ кәрәк. Үҙендәге түбән теләктәргә, нәфсе ҡотҡоларына, ауырлыҡтарға сабыр итә белгәндәрҙең урыны — Йәннәт. Йәһәннәм юлдары — таҡыр, түбән теләктәр һәм аҙғынлыҡтар менән тулы. Улар алдында ебеп ҡалған кеше утҡа барып төшә”, — тигән имам Бәкер.
     "Сабырлыҡ ике төрлө була: береһе — бәлә һәм бәхетһеҙлектәргә ҡарата түҙем була белеү. Был бик тә маҡтаулы. Икенсеһе — тыйғандарҙан тыйылыу”.
     ”Дүрт нәмәгә эйә булған кешегә ике донъяның да игелектәре бүләк итеп бирелер, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Улар — тыйыла белгән тәне, Аллаһты зекер итеп кенә торған теле, Аллаһҡа шөкөр итә белгән күңеле, тәрбиәле һәм тәҡүә ҡатыны булған кешеләр”.
     ”Бер сәғәткә генә сабыр була белеү бәндәгә ғүмерлек бәхет, сабыр була белмәй бер сәғәт татып ҡалған ләззәт ғүмерлек әрнеү килтерә ала”, — тигән имам Садыҡ.

                                                                 * * *
     Ауырлыҡтарға түҙем була белеү һәм сабырлыҡ тураһында тағы ла бер хикәйәт.
     Бер ваҡыт бер ғәзәл икенсеһе менән тормош тураһында һүҙ ҡуҙғата: ” Бынан һуң мин Хәрәм мәсет — Ҡәғбә эргәһендә генә көн итәсәкмен, шунда йоҡлап, үлән уртлап йөрөрмөн. Көтөүлектәрҙә бит хәҙер хәүеф-хәтәр тыуып ҡына тора: һәр ерҙә һунарсыларҙың ауы ҡоролған, һәр ерҙә ҡапҡан ҡуйылған. Көнө буйы кемдер һинең арттан күҙәтеп кенә йөрөй. Ҡурҡыныс тураһында уйлап та бирмәй, борсолоу тигәнде белмәй саҡ ҡына булһа ла тормоштоң тәмен татып ҡалғым килә, — ти.
     - Эй, минең аҡыл эйәләренән булған дуҫым! — ти ғәзәлдәрҙең икенсеһе, — Йәшәргә теләһәң, ҡурҡыныстар эсендә йәшә, саҡма ташына оҡшап, осҡон сәсеп тор. Хәүеф-хәтәрҙәр бит улар һиндәге ихтыяр көсөнә, ауырлыҡтар алдында ныҡ тора белеүеңә һынау, тән менән йәндең нимәгә һәләтле булыуын асыҡлау өсөн бирелә.
     ” Сабыр кешеләр бер ниндәй һорауға яуап биреп тормай Йәннәттәргә туп-тура барып инер”, — тигән имам Бәкер.
     Имам Бәкер — имам Сәджәд йәки Зәйнелғабидиндың улы, шиғыйҙарҙа бишенсе имам.
Ҡөрьәндә әйтелә: «Йәннәттәрҙең майҙаны бик киң. Сабыр итә белгәндәргә унда әжер-сауаптар ҙа самаһыҙ күп буласаҡ”, — тиелә.
                                                                                  ”Әз-Зүмәр”,»Халыҡ төркөмө” сүрәһе, 10 — нсы аят.
     ”Аллаһ өсөн кемдәр бөтәһенән дә ҡәҙерлерәк?” — тип һорайҙар мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттән. ”Аллаһ биргәндәргә шөкөр итә, бәлә һәм бәхетһеҙлектәр килгәндә сабыр итә белгәндәр”, — ти имам.

                                                                         "Дин ул — нәсихәт", Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла