Саҙаҡа (йәшерен саҙаҡа)
     Башҡа бөтә мәхлүктәр араһында беҙҙе кеше итеп яралтҡан, беҙгә ғүмер биргән, Ислам һәм Иман бүләк иткән, һөйгән Илсеһе өммәтенә индергән, Шәфҡәте менән беҙгә етәкселек рәүешендә хәҡиҡәт юлын күрһәтеүсе Изге Ҡөрьәнде һәм пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары булған ғалимдарҙың һәм хәҡиҡәтте тапҡан әүлиәләрҙең нәсихәттәренән баһалап бөткөһөҙ файҙа алырға мөмкинлек биргән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә сикһеҙ дан һәм маҡтауҙарыбыҙ!
     Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) – был донъялағы иң бөйөк юл күрһәтеүсебеҙгә, тура юлдағы гүзәл үрнәгебеҙгә, шулай уҡ уның оло йөрәкле ғаиләһе ағзаларына һәм сәхәбәләренә (раҙыйаллаһу ғәнһүм) сикһеҙ именлектәр һәм Аллаһтың рәхмәт-бәрәкәттәре булһын!
     Әлхәмдүллилләәһи, Аллаһ Тәғәлә беҙҙең халыҡҡа бөтмәҫ ниғмәттәрен бирҙе. Беҙ башҡа халыҡтарға ҡарағанда Аллаһ рәхмәте менән бирелгән ожмах төбәгендә йәшәйбеҙ түгелме? Шөкөр итәйек! Теләгән нәмә бар, теләгәңенде табырға була. Тик бында барыһы ла һынау өсөн икәнен онотмайыҡ!

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
                                                                        وَأَنفِقُوا فِي سَبِيلِ اللَّهِ وَلَا تُلْقُوا بِأَيْدِيكُمْ إِلَى التَّهْلُكَةِ
     «Үә әң-фиҡуу фии сәбиили-лләәһи үә ләә түлҡуу би'әйдиикүм иләә-ттәһлүкәти».
     «Аллаһ юлында тейешле малдарығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ. Үҙ ҡулдарығыҙ менән үҙегеҙҙе ҡурҡыныс язаға ташламағыҙ» (Бәҡара, 2/195).
     Ҡөрьән тәфсире менән шөғөлләнеүселәр фекеренсә, был изге аят бөлгөнлөккә төшөүҙән ҡурҡып һәм фани донъя байлыҡтарын артыҡ һөйөп, дин юлында изгелек ҡылыу, фиҙакәрлектән ҡасыуҙың ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерәсәге хаҡында һөйләй. Шуға күрә мөьмин Аллаһ юлында милке менән дә, ғибәҙәттәре менән дә хеҙмәт итергә бурыслы, сөнки тормошобоҙ ҙа, ундағы һәр нәмә лә беҙҙең яуаплылыҡҡа бирелгән аманат. Ахирәттә тейешле урындарға сарыф ителгән милкебеҙҙең әжерен аласаҡбыҙ, һаранлыҡтың, ҡомһоҙланып байлыҡ йыйыуҙың ҡазаһын да Ахирәттә күрәсәкбеҙ.
     Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), әйткән: «Һәр таң ергә ике фәрештә төшә, уларҙың береһе Раббыбыҙҙан былай тип һорай: «Эй Аллаһ! Һин биргәндәрҙе Һинең юлыңда сарыф итеүселәргә (яңы бәрәкәттәрҙе) арттырып бир!»;
     Ә икенсеһе, ғәйепләп, былай тип үтенә: «Эй Аллаһ! Һарандарҙың байлығын юҡҡа сығар!» (Мөслим, Зәкәт, 57)
     Әҙәмгә йоғонто яһаған ике нәмә бар: беренсеһе — иманлы йәки иманһыҙ дуҫтар, икенсеһе—ризығыңды ниндәй юлдар менән табыуың һәм тапҡан-таянғаныңды нимәгә сарыф итеүең.
     Күпселектең фекеренсә, аҡсаны ҡайҙа һәм нисек тотоноуҙы улар үҙҙәре хәл итә. Ә асылда тап аҡсалар кешене теге йәки был ғәмәлде ҡылыуға этәрә, йәғни, аҡсаларҙың энергетикаһы кешенең тәртибенә йоғонто яһай. Аҡсалар йылан шикелле, ҡайҙан шыуышып сыҡҡан, шунда шыуышып инеп тә китә. Кешенең килем сығанағын асыҡлау өсөн, уларҙың нимәгә сарыф ителеүен күреү ҙә етә. Хәләл юл менән табылған килем хәләл хәжәттәргә тотонола, харам аҡсалар харамға сарыф ителә, елгә оса.
     «Әҙәм балаларының эштәре ниәткә ҡарап хөкөм ителә, баһа бирелә», — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Саҙаҡа ла изге ниәт менән бирелһә, әжер-сауабы күп булыр. Әгәр ҙә кеше башҡалар янында теләмәй генә хәйер бирһә, ул дөрөҫ ғәмәл түгел. Теге кеше бирҙе, мин бирмәнем, тип уйлау ҙур хата. Саҙаҡа изге теләк менән, тик Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн бирелергә тейеш. Мәҫәлән: «Раббым, саҙаҡамды риза булып ҡабул итһәң ине, минән доға өмөт итеүсе мәрхүм-мәрхүмәләрҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡылһаң ине», тип, Аллаһҡа тапшырырға тейеш. Сауап булһын, доға ҡыл, тип кенә бирһәң, алған кеше доға уҡый, теләк теләй, ләкин ул сауаб яҙа алмай. Доға ҡыл әле, тип бирһәң, саҙаҡа саҙаҡанан түгел, ә бүләк булып китеүе мөмкин. Сөнки саҙаҡа һис ҡыҙғанмайынса, ихлас күңелдән биргәндә генә ҡабул була. Алған кеше доға ҡыламы-юҡмы – уныһы уның эше, мулла ла Ҡөръәнде саҙаҡа бирһендәр өсөн түгел, Аллаһ ризалығы өсөн уҡый.
     Оло йөрәкле Ғәйшә (раҙыйаллаһу ғәнһү) саҙаҡа биреүгә бик етди ҡараған. Әгәр саҙаҡа алған кеше уның өсөн доға ҡыла башлаһа, ул саҙаҡа алған кешенән дә арттырып доға ҡылған.
     «Ни өсөн һин саҙаҡа бирәһең һәм саҙаҡа алыусы өсөн доға ҡылаһың?» тигән һорауға ул шулай яуап биргән:
     «Минән саҙаҡа алыусының доғаһы саҙаҡаны ҡаплатыу ғына булыр тип ҡурҡам. Саҙаҡамдың ихласлығы өсөн, мин саҙаҡа алыусы өсөн доға ҡылам һәм уның әжерен тик Аллаһтан ғына көтәм.»
     Игелекле Ғәли хәҙрәт һәм Фатима (раҙыйаллаһу ғәнһүмә) хаҡында Изге аятта шундай юлдар бар:

                                                              إِنَّمَا نُطْعِمُكُمْ لِوَجْهِ اللَّهِ لَا نُرِيدُ مِنكُمْ جَزَاءً وَلَا شُكُورًا
                                                                            إِنَّا نَخَافُ مِن رَّبِّنَا يَوْمًا عَبُوسًا قَمْطَرِيرًا
     «Иннәмәә нутғимүкүм лиүәджһи-лләәһи ләә нүриидү миңкүм джәзәә'әү-үә ләә шүкүүраа».
     «Иннәә нәхаафү мир-раббинәә йәүмән ғәбүүсәң ҡамтариираа».
     «Улар хәйерселәргә әйтерҙәр: «Беҙ һеҙҙе Аллаһ ризалығын алыр өсөн ашатабыҙ, һеҙҙән бер түләү ҙә, рәхмәт әйтеүегеҙҙе лә көтмәйбеҙ. Ысындан да, беҙ ситен (ауыр) һәм хәтәр бер көндөң ғазабынан ҡурҡабыҙ». (Инсан, 9-10).
     Аллаһ ризалыгы өсөн бирелгән иғәнә, хәйер-саҙаҡа, зәкәттәр, ихласлығына ҡарап, мөьминдең милкен һаҡлай. Аллаһ Тәғәлә йомартлығы өсөн уға бәрәкәттәрҙе сарыф иткәненә ҡарағанда 10-дан 700-гә ҡәҙәр арттырып бирә.
     Барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең береһе лә Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә биргәнде бирә алмай. Раббыһы бүләк итеп биргән милкен Үҙенә ихлас ҡайтарған әҙәмгә Аллаһ сарыф иткәндәренән ете йөҙ тапҡыр арттырып бирә. Изге аятта әйтелә:
     «Малдарын Аллаһ юлында сарыф иткәндәрҙең хәле, ете башаҡ үҫтереп, һәр башаҡта йөҙ бөртөк орлоҡ биргән бер дана орлоҡтоң хәле кеүектер. Ихтыяр иткән кешеһенә Аллаһ ҡат-ҡат ниғмәт бирер. Аллаһ — муллыҡ эйәһе һәм барыһын да белеп тороусы». (Баҡара, 261).
     «Зәкәтте биреп барығыҙ һәм Аллаһ әжер бирһен тип, алдан уҡ изгелек ҡылығыҙ. Ҡылған изгелегегеҙ һеҙҙең өсөн тағы ла хәйерлерәк әжер буласаҡ». (Мүзәммил, 20)
     Тәҡүәле мөьминдәр өсөн иң ҡиммәт килем – Йомарттарҙан — Йомарт Аллаһ әжере.
     Әбү Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү) хәлиф булған саҡтағы ваҡиға — бының асыҡ миҫалы. Мәҙинәлә ҡаты аслыҡ хөкөм һөрә. Берҙән-бер көндө ҡалаға игелекле Усмандың (раҙыйаллаһу ғәнһү) Сүриәнән бойҙай менән ике йөҙ дөйәнән торған каруаны ҡайта. Каруан ҡайтыуын ишеткән Мәҙинә халҡы, бойҙай алып өлгөрөргә тырышып, уға килә. Ҡайһы бер алыусылар Усмандан (раҙыйаллаһу ғәнһү) ашлыҡты ете ҡат ҡыйбатыраҡ хаҡҡа алмаҡсы була. Усман хәҙрәт(раҙыйаллаһу ғәнһү) баш тарта һәм былай ти: «Юҡ! Һеҙ биргәндән ҙурыраҡ хаҡ биреүселәр бар. Мин уға һатам».
     Был һүҙҙәргә йәндәре көйгән сәхәбәләр (раҙыйаллаһу ғәнһүм), Әбү Бәкергә (раҙыйаллаһу ғәнһү) мөрәжәғәт итеп, Усмандан (раҙыйаллаһу ғәнһү) ундай һүҙҙәр ишетеүе бик ауыр булыуы хаҡында белдерәләр.
     Әбү Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү), оло йөрәкле Усмандың (раҙыйаллаһу ғәнһү) был ғәмәле төбөндә изге ниәт ятыуын һиҙеп, килгәндәрҙе тынысландыра: «Ниәтен белмәй тороп, Усман тураһында насар уйламағыҙ. Ул — Рәсүуллаһ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кейәүе һәм уға йәннәт вәғәҙә ителгән, һеҙ, әлбиттә, уны аңламағанһығыҙ». Шунан барыһы ла Усманға (раҙыйаллаһу ғәнһү) юл тота.
     Әбү Бәкерҙең (раҙыйаллаһу ғәнһү): «Эй, Усман! һинең һүҙҙәрең сәхәбәләрҙе бик бошондорған!» — тиеүенә ҡаршы Усман (раҙыйаллаһу ғәнһү) төшөндөрөп бирә: «Эйе, Хөрмәтле хәлиф (раҙыйаллаһу ғәнһү)! Улар миңә бер дирһәм өсөн ете дирһәм тәҡдим итте, Аллаһу Тәғәлә миңә берәүгә ете йөҙ тапҡыр арттырып бирә. Беҙ бойҙайҙы ете йөҙ тапҡыр арттырып биргәнгә һатабыҙ»
     Аҙаҡ Усман хәҙрәт (раҙыйаллаһу ғәнһү) бойҙайҙы Мәҙинәнең ярлы-ябағаһына таратып бирә һәм йөҙ дөйәһен ҡорбан итә.
     Был изгелегенән һуң, Әбү Бакер Усмандың (раҙыйаллаһу ғәнһүмә) маңлайынан үбә һәм шулай ти: «Сәхәбәләр һүҙеңдең мәғәнәһен аңлап етмәгәнен шунда уҡ төшөнгәйнем...»
     Тәҡүәле мөьминдәр, хәйер-саҙаҡа таратҡанда, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәҙисенә таянып эш итергә тырыша: «Хаҡтыр, саҙаҡа мохтаждың ҡулына инерҙән алда Аллаһ ҡулына эләгә (йәғни, тәүҙә Аллаһу Тәғәлә саҙаҡаны ҡабул итеп ала, унан уны мохтажға тапшыра)». (Мунауи, Кунузуль-Хакаик, стр. 34)
     Мәрхүм атайым Муса әфәнде беҙҙе хәйерселәр һәм асарбаҡтар менән һаҡ эш итергә өйрәтте. Ул, уларҙың хис-тойғоларын аяп, саҙаҡалар һалынған конверттарға шулай тип яҙа ине: «Хөрмәтле әфәнде ..., бүләгебеҙҙе ҡабул итеп алған өсөн, рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!». (Шәйех Мәүләнә)
     Шәйех Әбүл-Лейс Сәмәрҡәнди хәйер таратҡанда кәрәкле йомшаҡ мөғәмәләнең йәшерен мәғәнәһен былай анлата: «Саҙаҡа биреүсе уны алыусыға рәхмәтле булырға тейеш.    Саҙаҡаны алыусы уны фани донья ихтыяждарына тотона. Ә саҙаҡ биреүсе, Раббыбыҙҙың мәрхәмәте менән, Аллаһ ризалығына һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәннәт ниғмәттәрен алыуға ирешә. Биреүсе алыусыға ҡарағанда килемде сағыштырғыһыҙ күп алғанлыҡтан, биреүсе алыусыға рәхмәт әйтергә тейеш.»
     Был риүәйәттәрҙән нимәне аңлайбыҙ? Ихлас күңелдән, йәлләмәй Аллаһ ризалығы менән йәшерен биргән саҙаҡаларыбыҙҙы 700 мәртәбә артырыр, иншаАллаһ. Икенсе төрлө әйткәндә биргән 7 һумыбыҙ 700 һум һымаҡ булыр. Был бик ҙур сауаб. Шуның өсөн дә беҙ хәйер-саҙаҡа алыусыға рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Барыһыла ниәтебеҙҙәң тора, Аллаһ Белеүсе, Аллаһ Биреүсе, Аллаһ Хаҡ.
     Ғәмәлдәребеҙҙе Аллаһтың ҡабул итеүенең төп шарты булып ихлас рәүештә Раббыбыҙ ризалығын алырға тырышыуыбыҙ тора. Мөьминдең ниәте ихлас булһа, Аллаһ Тәғәлә мөмкинлек булмау арҡаһында үтәй алмаған ғәмәлдәребеҙ өсөн дә сауап бирә. Йөрәктә ихласлыҡ ни ҡәҙәр күп булһа, Аллаһ иманлы әҙәмдең изге ғәмәлдәре өсөн сауапты ла шул ҡәҙәр арттыра, тәү ҡарамаҡҡа бәләкәй генә игелек өсөн Илаһи Мәрхәмәт менән тау ҡәҙәр сауап бирелеүе ихтимал.
     Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Иманлының ниәте (маҡсаты һәм ихласлыгы) ғәмәлдәренән яҡшыраҡ».
     Саҙаҡаларға килгәндә, мөьмин бер нәмәне хәтеренән сығармаҫҡа тейеш: мәйетте ер ҡуйынына тапшырғас, ул боҙолоп өлгөргәнсе, бөтә таныш- тоноштары туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша, һуңыраҡ, вариҫтары милкен бүлә башлағас, мәйет тә тарҡала башлай. Был ваҡиғалар бер үк ваҡытта башланып, бер үк ваҡытта тамамлана. Бер яҡта милек бүленә, икенсе яҡта мәйет тарҡала. Быларҙы күҙәтеп торған йән бушҡа сарыф ителгән ғүмере өсөн үкенә. Баҡтиһәң, фани донъяла һыҡмырланып йыйған байлығыбыҙҙың Ахирәттә хаҡы һуҡыр бер тин икән, таратҡан хәйер-саҙаҡаларыбыҙ ғына Ахирәттә ысын байлыҡ, оло сауап икән.
     Аллаһ Тәғәлә бәндәнең иң үкенгәне бирелмәгән саҙаҡалары менән бәйле булыуы тураһында әйтә: «Әжәле килгән кеше: «Раббым, миңә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ғүмер бир. Валлаһи, мин саҙаҡа бирер инем, изгелектәр ҡылыр инем, тип әйткәндән күпкә әүәл Беҙ биргән ризыҡтарығыҙҙан саҙаҡа бирергә кәрәк ине» (Мунафиҡун, 63/10).
     Ҡайһы бер кешеләр йәшерен саҙаҡаның мәғәнәһен аңламай мәжлестәрҙә саҙаҡа таратҡанда аҡсаларын бөгәрләп, устарына йәшереп, кеше күҙе күрмәһең, уң ҡул таратҡанды һул ҡул күрмәһен тип хәйерҙәрен биреп китәләр. Әлбиттә бында иманлығыңа, күңелдең ихласлығына һәм изге ниәттә булыуыңа ҡарап саҙаҡаң ҡабул булыр, иншаАллаһ. Ләкин йәшерен саҙаҡа биреүҙең мәғәнәһе былай түгел шул.
     Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ҡаты киҫәтә: «Эй, мөьминдәр, кешеләргә күрһәтер өсөн генә саҙаҡа-мал бирмәгеҙ. Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә ышанмаған кәфер кеүек, хөсөтлөк менән, кешене рәнйетеп саҙаҡа бирмәгеҙ. Был кешенең хәле, өҫтө тупраҡ менән ҡапланған ҡая таш кеүек: ҡойоп ямғыр яуғандан һуң, ҡая таш шып-шыма булып ҡала (таш өҫтөндәге тупраҡ иген сәсһәң дә уңыш бирә алмай, уны ямғыр йыуып алып китә). Былар (донъялыҡта) ҡылған (яҡшы) эштәренең береһенән дә (сауап) ҡеүәт ала алмаҫтар. Аллаһ кәферҙәр гөруһына (өйөрөнә) һиҙәйәт бирмәҫ...» (Баҡара, 264)
     Әгәр ысын күңелдән булмайынса, риянан ғына (кеше күрһен тип), Аллаһҡа һәм Ахирәт көнөнә ышанмайынса бирһә, ул шыма таш өҫтөнә ҡуңған туҙанды ямғыр тамсылары йыуып төшөргән кеүек һис-бер әжер-сауабы ҡалмаясаҡ. Шуға Ҡөръәндә: «Саҙаҡаларығыҙҙы бирҙем, тип кешегә күрһәтер, һөйләр өсөн бирмәгеҙ. Сөнки һеҙ ғәмәлдәрегеҙҙе юҡҡа сығараһығыҙ», — тип әйтелә бит. Әгәр ҙә важиб саҙаҡаларын күрһәтеп бирһә, хәйерлерәк. Мәҫәлән, зәкәтте, ғөшөрҙе, фитырҙы. Башҡа саҙаҡаларҙы йәшерен биреү тураһында «Баҡара» сүрәһенең 271 –нсе аятында ла әйтелә. Ҡөръән Кәримдең «Инсан» сүрәһендәлә: «Үҙҙәре лә фәҡир булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ризыҡтарын мохтаждарға, етемгә, әсир кешегә бирер. Улар хәйерселәргә: «Беҙ һеҙҙе Аллаһ ризалығын алыр өсөн ашатабыҙ, һеҙҙән бер түләү ҙә, рәхмәт әйтеүегеҙҙе лә көтмәйбеҙ. Ысындан да беҙ ситен (ауыр) һәм хәтәр бер көндөң ғазабынан ҡурҡабыҙ», — тип әйтерҙәр. Бына шуның арҡаһында, Аллаһ ул көндө уларҙы афәттән ҡотҡарыр, сырайҙарына нур өҫтәр. Күңелдәренә ҡыуаныс бирер» (Инсан, 76/8-11). Тағы бер аятта: «Әйт: «Раббым теләгән ҡолдарына ризыҡ бирер, теләмәгәненең ризығын кәметер. Күпме хәйер бирһәгеҙ, Аллаһ уның урынына һеҙгә ниғмәт бирер. Ризыҡландырыусыларҙың иң хәйерлеһе – Аллаһ» (Сәба, 34/39).
     Борон төрөктәрҙең Истамбул ҡалаһында махсус рәүештә саҙаҡа таштары ла булдырылған. Был таштар мохтажлыҡҡа төшөп тә ярҙам һорарға теләмәгән кешеләрҙең күңелен аяр өсөн урынлаштырылған була. Пәйғәмбәребеҙҙең, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, «саҙаҡа биргәндә, уң ҡулың биргәнде һул ҡулың белмәһен» тигән нәсихәтенә эйәреп, саҙаҡа һалырға теләүселәр хәйерҙәрен төндә килеп һалып китә торған булған. Ә шунда йәшәүсе ярлылар унан үҙҙәренә кәрәк тиклемен генә алғандар, артығына оронмағандар. Мохтажлығын күрһәтергә теләмәгәндәр кәрәкле сумманы төндә барып алған. XVII быуаттағы француз сәйәхәтсеһе һүҙҙәре буйынса, ҡайһы берҙә аҡсалар аҙналар буйына тейелмәй ятҡан. Истамбулда ул таштар дүрт урынға ҡуйылған булған. Күрәһегеҙме был быуат кешеләренең ниндәй иманлы, ихласлы, күңел сафлығында булыуҙарын.
     Саҙаҡаны йәшерен биреү тураһында мәғлүмәтте дауам итеп Пәйғәмбәребеҙ хәҙисен уҡыйыҡ: «Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә – ҡояш баш өҫтөндә булып, һис бер күләгә булмаған ваҡытта ете төрлө кешене күләгәләр», — ти. Шуларҙың береһе – уң ҡулы биргәнде һул ҡулы белмәү.
     Саҙаҡаларҙың төп асылына килгәндә, күрһәтеп, доға өсөн бирелгән саҙаҡалар риянан (показуха) булырға мөмкин. Уң ҡул биргәнде һул ҡулың белмәһең тигән һүҙ – ул саҙаҡа бирҙә шуны менән биргәңенде онот, нимәгә тотондо икән, нимә эшләне икән, ҡайҙа булды икән саҙаҡам, тип йөрөмә, күңелеңдә биргән хәйерең өсөн ҡыҙғаныу йәки берәй өмөт, ярҙам булмаһың. Шуға ла үҙ күңелебеҙҙе табыр өсөн түгел, ә Аллаһтын буласаҡ ғазабынан ҡурҡыу менән, Уның ризалығы өсөн, ихластан хәйер-саҙаҡаны алған кешегә хәйерле теләктәр, рәхмәттәр әйтеп, бирәйек. Күңелебеҙҙә һәр саҡ мәрхәмәтлек һәм изгелек булыуын Аллаһ Тәғәләнән һорайыҡ. Аллаһ биргән ниғмәттәргә шөкөр итәйек, үҙең туҡ, күршең ас булһа – беҙ мөьминдәрҙән булырбыҙмы?
     Әҙәмдең ғүмере лә, милке лә — Аллаһ бүләге. Илаһи ҡанундарға таянып ғүмер һөрөүсегә, милкен сарыф итеүсегә Раббыбыҙ мәңгелек йәннәт вәғәҙә итә. Берәйһе Хаҡ Тәғәлә биргән бүләктәрҙе бирә аламы? Иманы ныҡ булған әҙәмдең үҙе кеүек үк ҡолдарға ярау ниәте менән ниҙер эшләргә, ғибәҙәт ҡылырға хоҡуғы юҡ. Бөтә изге ғәмәлдәр — ғибәҙәт, һәм улар Аллаһ ризалығы өсөн ҡылынырға тейеш.
     Әгәр ғибәҙәттәр, иғәнәләр, ниндәйҙер хеҙмәт күрһәтеүҙәр кемдеңдер хуплауын, яҡшы мөнәсәбәтен өмөт итеп атҡарыла икән, ғәмәл өсөн сауаптар юҡҡа сыға;
     Быға Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тип яуап бирҙе:
     «(Изгелекте күрһәтеп эшләү) рыя. (Ҡиәмәттә) кешеләр ҡылғандары өсөн яуап тотҡанда, Аллаһ Тәғәлә әйтәсәк:
     «Донъялыҡта кем өсөн эшләгәнһегеҙ, шуларға барығыҙ, әжерен бирерме икән улар һеҙгә!» (Әхмәт, V, 428,429)
     Икенсе хәҙистә донъялыҡта тәҡүәле тип иҫәпләнгән өс кеше хаҡында бәйән ителә: улар — иман өсөн һәләк булған әҙәм, ғалим һәм күп саҙаҡалар биргән бай. Өсөһө лә ғәмәлдәрен кешеләр алдында яҡшы күренер өсөн ҡылған, шуға күрә Хаҡ Тәғәлә уларҙың ғәмәлдәрен ҡабул итмәгән. (Мөслим, Имара, 152)
     Мәҫәлән, кемдер берәү мәсет йәки мәҙрәсә төҙөп, исемен мәңгеләштереү маҡсатында уларға үҙ исемен бирә икән, игелеге өсөн сауаптың ҙур өлөшөнән мәхрүм ҡала. Әммә иманлылар уны доғаларында иҫкә алһын өсөн, уның вафатынан һуң балалары һәм яҡындары ул төҙөгән бинаға исемен бирһә, бында гонаһ юҡ.
     Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ихласлыҡтың бөйөк мәғәнәһен аңламаған, рухиәте үҫешмәгән иманлылар ҙа бар, уларҙан шундай һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин: «Мин — Аллаһтың фәҡир ҡоло, ун тапҡыр ғына хаж ҡылдым...», «Минең иманым зәғиф — Изге Ҡөрьәнде аҙна эсендә генә уҡып сығам», «Ҡайғы миңә, мин үҙ ғүмеремдә бер генә мәсет төҙөнөм», шул рәүешле улар башҡалар алдында һауалана. Ошо рәүешле «динилегең» менән маҡтаныу изге ғәмәлдәр өсөн сауаптарҙан мәхрүм ҡалыу мөмкинлегенең миҫалы.
     Иманлыға изге эштәрен йәшереү лазым. «Изгелек эшлә лә һыуға ташла», — тигән халҡыбыҙ. «Кешеләргә изгелек эшләү – иң ҙур доға» – тигән хәҙрәт Ризаитдин Фәхретдин. Хаҡиҡәттә саҙаҡа ғүмерҙе арттыра, мәрхүмде ғазаптан һаҡлай, уның (йәғни саҙаҡаның) ярҙамы менән Аллаһ Тәғәлә кешенән тәҡәбберлек менән мин-минлекте бөтөрә. Пәйғәмбәребеҙ: «Бер кемдең дә минең саҙаҡа бирергә байлығым булманы, тип әйтергә хаҡы булмаҫ, сөнки силәктәге һыуҙы һыу алырға килеүсенең силәгенә бушатыуҙа саҙаҡалыр», — тине. Йәғни һәр изгелек – саҙаҡа. Берәр йөктө күтәреп ҡуйырға булышыуыбыҙ ҙа, һуҡыр кешегә юл аша сығырға ярҙам итеүҙә, аҙашҡанға юл күрһәтеү ҙә, кәрәкле ғилем биреүебеҙ ҙә, кешеләр менән күркәм аралашыуыбыҙ ҙа саҙаҡалыр. Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәлә ошо һынау өсөн биргән ниғмәттәрҙән ярлы-йәтемдәргә өлөш сығарып, Үҙенең ризалығына ирешеүебеҙҙе насип әйләһен ине. Әмин!
                   Ҡайһы бер мәғлүмәт өлөшләтә Нуриман Мусиндың «Шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Руми» китабынан алынды.

      Сауапҡа ирешеү юлдары: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/sauap%d2%a1a-ireshe%d2%af-yuldary.html#more-8387

     Саҙаҡа: https://nazir1965.com/din/sa%D2%99a%D2%A1a.html

     Һәр игелек – саҙаҡа: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%BB%D3%99r-igelek-sa%D2%99a%D2%A1a.html

     Әжәлең еткәнсе...үтәргә ашыҡ: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D3%99zh%D3%99le%D2%A3-etk%D3%99nse-%D2%AFt%D3%99rg%D3%99-ashy%D2%A1.html

     Саҙаҡа доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/sa%D2%99a%D2%A1a-do%D2%93a%D2%BBy.html

     Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/x%D3%99jerxa%D2%A1ly%D2%A1-%D2%BB%D3%99m-sa%D2%99a%D2%A1a.html