Һәр игелек – саҙаҡа

                                                          Һәр игелек – саҙаҡа

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһиссәләм бер хәҙис шәрифендә шулай тигән:

.كُلُّ سُلامَى مِنَ النَّاسِ صَدَقَةٌ كُلَّ يَوْمٍ تَطْلعُ فِيهِ الشَّمْسُ تَعْدِلُ بَيْنَ اثْنَيْنِ صَدَقَةٌ، وَ تُعِينُ الرَّجُلَ فِي دَابَّتِهِ فَتَحْمِلُهُ عَلَيْهَا، أَوْ تَرْفَعُ لَهُ عَلَيْهَا مَتَاعَهُ صَدَقَةٌ، وَ الْكَلِمَةُ الطَّيِّبَةُ صَدَقَةٌ، وَ بِكُلِّ خَطْوَةٍ تَمْشِيهَا إِلَى الصَّلاَةِ صَدَقَةٌ، وَ تُمِيطُ الْأَذْىَ عَنِ الطَّرِيقِ صَدَقَةٌ .
     «Әгәр асыуланышҡан ике кешене дуҫлаштырһаң, был эш һиңә саҙаҡа булыр, әгәр кешегә атланып ултырырға йәки йөгөн ҡуйырға ярҙам итһәң, был эшең дә саҙаҡа булыр. Һәр яҡшы һүҙ – саҙаҡа; ғибәҙәт ҡылыу юлында яһаған һәр аҙымың – саҙаҡа; юлдан башҡаларға зыян килтерерлек нәмәләрҙе алып ташлауың да һинең өсөн саҙаҡа була».
     Ислам күрһәтмәләре нигеҙендә тәрбиәләнгән мосолман кеше башҡаларға файҙа ғына килтерергә, ә зыян килтерергә мөмкин булған ерҙәрҙән үҙен һаҡларға тырыша. Сөнки ул яҡшылыҡтың ғына тик уңышҡа килтерәсәген яҡшы белә.
     Аллаһынан ҡурҡыусы мосолманға рәхмәт ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Һәм ул был ишектәргә Аллаһының мәрхәмәтенә ирешеү һәм Уның йомарт бүләгенә лайыҡ булыу өсөн инергә ынтыла.
     Һәр бер хикмәттең башы булып һәр эштә һәм һәр хәлдә Аллаһынан ҡурҡыу тора. Һәр бер мөьмин Аллаһынан ҡурҡыу сәбәпле үҙенең бөтә эштәрен тәртипкә килтерә. Уның бер эшенә лә тел-теш тейҙереп булмай. Сөнки ул бер ҡасан да Аллаһы Тәғәлә алдында барыһы өсөн дә яуап бирәһен иҫенән сығармай.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән:
                                                                                                   أَكْرَمُ النَّاسَ أَتْقَاهُمْ
     «Кешеләрҙең иң хөрмәтлеһе – тәҡүә булғаны».
     Тағы ла бер хәҙисендә шулай тигән:
            لَيْسَ لِأَحَدٍ عَلَى أَحَدٍ فَضْلٌ إِلاَّ بِالدِّينِ أَوْ عَمَلٍ صَالِحٍ حَسْبُ الرَّجُلِ أَنْ يَكُونَ فَاحِشًا بَذِيًا بَخِيلاً جَبَانًا .
     «Ислам динендә бер кешенең икенсеһенән өҫтөнлөгө дин һәм изге ғәмәлдәр менән. Бер кешенең Аллаһы Тәғәлә һәм кешеләр алдында хур булыуы өсөн дүрт төрлө нәмә етә: боҙоҡ булыу, боҙоҡ телде, һаран һәм ҡурҡаҡ булыу».
     Йәғни, Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәгән, тыйған эштәренән тыйылған кешелер. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошондай доға ҡылырға өйрәткән:
                                                                    اَللَّهُمَّ إِنِّي أَسْأَلُكَ الْهُدَى وَ التُّقَىوَ الْعِفَافَ وَ الْغِنَى .
     «Әй, Раббым! Мин Һинән тура юлға күндереүҙе, тәҡүәлекте, әхлаҡлы булыуҙы – хәрәмдән һаҡланыуҙы һәм байлыҡты – муллыҡты һорайым».
     Йәнә бер хәҙис шәрифендә әйткән:
                                              اُنْظُرْ فَإِنَّكَ لَسْتَ بِخَيْرٍ مِنْ أَحْمَرَ وَ لاَ أَسْوَدَ إِلاَّ أَنْ تَفْضُلَهُ بِتَقْوَى الله .
     «Уйлап ҡара, һинең ҡыҙыл, ҡара кешеләрҙән һис бер ниндәй артыҡлығың юҡ, мәгәр һин уларҙан Аллаһынан ҡурҡыу менән генә артыҡ була алаһың».
     Кешеләр донъя малы менән байыған ваҡытта, һин Аллаһынан рухи байлыҡ һора; кешеләр донъя шатлыҡтарына һөйөнгәндә, һин Аллаһ тураһында уйлап һөйөн. Кешеләр үҙҙәренең дуҫтарын онотҡан ваҡытта, һин бөтә уй-хистәреңде Аллаһыға йүнәлт. Кешеләр оло дәрәжәләргә һәм хөрмәткә ирешер өсөн үҙҙәренең түрәләренә барһалар, һин Аллаһыға ынтыл, Уны бөтә барлығың ярат, һәм һин иң юғары дәрәжәләргә һәм хөрмәткә ирешерһең.
     Кем мәрхәмәтле булһа, ул үҙенең намыҫын һаҡлар; кем күп нәмәнән тыйылһа, уны маҡтарҙар һәм ололарҙар; кем үҙенең малын хәләл юл менән тапһа, ул кеше байыр; кем сабырлыҡ күрһәтһә, уның эштәре маҡталыр; кем үҙенең асыуын тыйһа, уның игелекле булыуы мәшһүр булыр; кем кешеләрҙең гонаһтарын ғәфү итһә, уның яҡлаусылары артыр; кем Аллаһынан ҡурҡһа, Ул уға етерлек ниғмәт бирер.
     «Һәр мосолман саҙаҡа бирергә тейеш». Кешеләр: «Эй, Аллаһының Илсеһе! Әгәр уның саҙаҡа бирергә бер нәмәһе лә булмаһа?» – тип һорағандар. Рәсүлуллаһ ﷺ:
     «Уның үҙ ҡулдары менән эшләп, үҙенә файҙа килтереүе уға саҙаҡа булыр», – тип яуап биргән. Кешеләр һораған: «Эй, Аллаһының Илсеһе! Әгәр ул быны эшләй алмаһа?» Ул: «Башҡа кешеләрҙә рөхсәт ителгән һәм игелек килтерә торған эштәргә теләк уятһын» – тигән. Кешеләр һораған: «Әгәр ул быны ла эшләй алмаһа?» Рәсүлебеҙ ﷺ: «Насарлыҡ эшләүҙән тыйылһын, был да уға саҙаҡа булып яҙылыр», – тип яуап биргән.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ:
                                                                                               صَدَقَةٌ مَعْرُوفٍ كُلُّ
     «Шәриғәт тарафынан хупланған теге йәки был эште башҡарыу саҙаҡа була» тигән.
     Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ юл буйында ултырыусыларҙан: «Һеҙҙең арағыҙҙағы яҡшы кешеләр насарҙарҙан нимә менән айырылыуын хәбәр итәйемме?» – тип һораған. Улар: «Әйе, Аллаһының Илсеһе» – яуап биргәндәр. Ул әйткән: «Башҡаларға изгелек эшләүсе, яуызлыҡ ҡылмаусы кеше – иң яҡшығыҙ; ә насарығыҙ шул кеше, унан яҡшылыҡ өмөт ителһә лә, яуызлығынан имен булмайһың».
     Күп кешеләр үҙҙәрен яҡшыға һанап, башҡаларға шөбһә күҙе менән ҡараһалар ҙа, яҡшы кешеләр менән яман кешеләрҙе айырыу өсөн Рәсүлүллаһ ﷺ тарафынан һөйләнгән был хәҙистә дөрөҫ үлсәү ҡуйылған. Үҙенең яҡшы кешеләрҙәнме йәки яман кешеләрҙәнме икәнлеген беләһе килгән һәр кеше үҙен үҙ үлсәүе менән түгел, ә бәлки Рәсүлүллаһ ﷺ биргән үлсәү менән үлсәргә тейеш.
     Был донъя ғүмерен кешеләр менән ҡысҡырышып, дошманлыҡ һәм көнсөллөк итеп торорлоҡ дәрәжәлә оҙон булмаһа ла, күптәребеҙҙең ғүмерҙәре шундай мәғәнәһеҙ нәмәләр менән үткәнлеге мәғлүм. Донъяның бөтә хәле хыял һәм өмөттәрҙән ғибәрәт, аңһыҙ берәр төрлө маҡсат майҙанға сыҡһа, ул нәмә лә мәңгелек түгел, бәлки бөгөн йәки иртәгә ҡулдан китә торған нәмә. Хәл ошо рәүештә була тороп, бер-береһе менән боҙолошоп, бер-береһе хаҡында насар уйҙа булған кешеләр – бәхетһеҙҙәр.
     Пәйғәмбәр ﷺ әйткән:
     «Мин йәннәттә, мосолмандарға йөрөү өсөн ҡамасаулай торған ағасты юлдан алып ҡуйғаны өсөн төрлө рәхәтлектәрҙә ләззәтләнеүсе кешене күрҙем».
     Шулай итеп, мосолмандарға зыян килтерерҙәй нәмәләрҙе ситкә алып ҡуйыу игелек эшләүҙең икенсе төрө булып тора. Был төр игелекте эшләүселәр Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәт-шәфҡәтенә, бүләгенә һәм мәрхәмәтенә лайыҡ буласаҡтар.
     Тағын да бер хәҙистә әйтелгән:
     «Һеҙҙең берегеҙ ҙә үҙенә теләгәнде туғанына ла теләмәйенсә тороп, ысын иманлы булмаҫ».
     Тимәк, үҙеңә теләгәнде туғаныңа ла теләү, иң беренсе сиратта, уға яҡшылыҡ, файҙа килтерергә ынтылыу һәм зыян килеүҙән уны һаҡлау тигән һүҙ.
     Шулай уҡ ошо хәҙистәрҙә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
     «Әгәр берәү үҙенең туғанына мохтаж ваҡытта ярҙам итһә, Аллаһы Тәғәлә уның үҙен дә мохтаж ваҡытта ярҙамынан ташламаҫ».
     «Мосолман – мосолман туған: ул уны йәберләмәй, ярҙамһыҙ ҙа ҡалдырмай. Үҙенең туғанына мохтаж ваҡытында булышыусыға Аллаһы Тәғәлә үҙенә лә мохтажлыҡ булғанда ярҙам итәсәк. Мосолманды ниндәй ҙә булһа ҡайғыһынан ҡотҡарыусыны Аллаһы Тәғәлә үҙен дә Ҡиәмәт көнөндә берәр оло хәсрәтенән ҡотҡарасаҡ, ә мосолман кешенең берәр кәмселеген йәшереүсене Аллаһы Тәғәлә үҙенең дә Ҡиәмәт көнөндә лә кәмселектәрен йәшерәсәк».
     «Мосолман кешегә үҙ ҡәрҙәшенә ярҙам итеү өсөн ҡайҙа булһа ла барыу мәсеттә ун йыл буйы ғибәҙәт ҡылыуҙан яҡшыраҡ. Мәсеттә бер көн ғибәҙәт ҡылған кеше йәһәннәм утынан өс аҙымға йыраҡлашты тигән һүҙ. Һәр аҙымдың оҙонлоғо көнсығыш менән көнбайыш араһындағы йыраҡлыҡҡа тиң».
     Мосолмандарға файҙа килтереү һәм уларҙы зыян килеүҙән һаҡлап ҡалыуҙың төп билдәләренән береһе булып уларҙы бер-береһе менән дошманлашҡан ваҡытта татыулаштырырға йүнәлтеү тора.
     Мөхәммәд ﷺ мосолмандар йәмғиәтендә һәр ваҡыт туғанлыҡ хөкөм һөрһөн һәм уларҙың тормоштарын килешеү, ихласлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу тулыландырып торһон өсөн бөтөн көсөн ҡуйған. Бер ваҡыт ул үҙенең өй янында ике кешенең үҙ-ара бәхәсләшкән тауыштарын ишетә. Уларҙың береһе икенсеһенән үҙенең бурысының бер өлөшөн шәфҡәтлелек күрһәтеп ғәфү итеүен үтенә, ә икенсеһе уға: «Аллаһ менән ант итеп әйтәм, мин быны эшләмәйәсәкмен!» – тип әйтә икән. Мөхәммәд ﷺ, улар янына сығып: «Аллаһ менән ант итеп, үҙен яҡшылыҡ эшләүҙән тыйыусы ҡайһығыҙ?» – тип һорай. Шунда теге кеше оялып: «Мин ул, әй, Аллаһының Илсеһе! Ул теләгәнсә булһын», – тип әйткән.
     Шунаң һуң Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:
     «Әгәр бер кеше һеҙгә Аллаһ исеме менән бер нәмәнән һыйынһа, һеҙ уға ярҙам ҡылығыҙ, әгәр Аллаһ исеме менән берәр нәмә һораһа, бирегеҙ. Әгәр бер кеше һеҙҙе саҡырһа, уға барығыҙ. Әгәр һеҙгә берәү игелек ҡылһа, һеҙ ҙә уға ҡаршы игелек ҡылығыҙ. Әгәр игелек ҡылырға сара тапмаһағыҙ, уның өсөн тип доға ҡылығыҙ».
     «Аллаһынан ҡурҡ, йәғни Аллаһ тыйған нәмәләрҙән тыйыл, уны эшләмә. Аллаһ ҡушҡан нәмәләрҙе эшлә, шәриғәт гүзәл, дөрөҫ күргән нәмәләрҙе һүкмә, хурлама. Әгәр бер ерҙә күнәгеңә һыу алһаң, уны һыуға килгән икенсе бер кешенең күнәгенә һалһаң, быны ла изгелек тип бел. Дин ҡәрҙәшеңә яҡты йөҙ, татлы һүҙ менән өндәшһәң, был да изгелек тип бел. Ҡараңғы сырай менән, кешеләргә өндәшмәйенсә йөрөүҙән һаҡлан, сөнки был эш тәкәбберлекте күрһәтә. Аллаһы Тәғәлә иһә тәкәбберлекте һөймәй. Һиндә булмаған бер ғәйеп менән һине бер кеше һүкһә, һин уны уның үҙендә булған ғәйеп менән һүкмә, гонаһы уға булыр, сауабы һиңә булыр. Һәм бер ҡасан да бер кемде һүкмә».
     Хаҡиҡый кеше үҙ-үҙен тотоуында ла, кейем кейеүендә лә, көн күреүендә лә – һәр бер хәлендә тигеҙлек менән хәл итәр, үҙенең ҡәрҙәштәре менән аралашыр. Тәҡҡәбер кеше иһә, үҙенең нәфесенә ҡол булып, үҙен-үҙе алдай торған бер меҫкендер. Башҡалар алдында ҙур булырға теләп менән, ярамаған эштәргә керешер. Кешеләр унан күп зарар күрерҙәр. Бер кешенең үҙенең ҡиммәтен күрһәтеүе асылда хурлыҡ булмаһа ла, үҙенә үҙе бик артыҡ баһа ҡуйыуы килешә торған эштәрҙән түгел. Аллаһ беҙгә саф күңел биргән, шул күңел менән саф булған эштәрҙе эшләмәһәк, үҙебеҙҙең күңелебеҙҙе үҙебеҙ боҙһаҡ, шул күңел менән насар эштәр эшләп утка керһәк, ниндәй үкенес булыр.
     «Әгәр бер яман эш ҡылһаң, артынан берәр изгелек эшлә, шул изгелек элек эшләгән яман эштең гонаһтын бөтөрөр».
     Йәғни, ҡылған яуызлыҡтарының гонаһына тәүбә ҡылып арынырға мөмкин булған кеүек, изгелек тә элек ҡылған яуыз ғәмәлдәрҙең гонаһтын бөтөрә. Бының маҡсаты – гонаһҡа төшкән бәндәләрҙе тәүбәгә өндәү, йәки ниндәй генә булһа ла берәр төрлө изгелек ҡылып, гонаһтарының юғалыуына сәбәп булыуҙарына димләү. Мәҫәлән, шәриғәттә тыйылған нәмәләрҙе тыңлағандан һуң Ҡөръән уҡығанды тыңлау, гонаһ урында ултырып ғүмер уҙҙырғандан һуң мәсеттә ултырыу, ғәйбәт һөйләгәндән һуң шул ғәйбәт һөйләүсе кешенең яҡшы яҡтарын һөйләү менән төҙәтергә тейешле.
     «Бер бик боҙоҡ, бар ғүмерен гонаһ менән үткәреүсе ҡатын бер ваҡыт ҡойо янында һыуһауҙан үлергә еткән этте күреп, шул эткә һыу эсереү өсөн, аяғынан ситеген сисеп, уны шәленә бәйләй ҙә ҡойонан һыу сығарып эткә эсерә. Шул эше менән ҡатындың бөтә гонаһ ярлыҡана».
     Әҙәм балалары хайуандарға ла ярҙамсыл булырға тейештәр. Аллаһы Тәғәлә бер әҙ генә игелек өсөн дә күп гонаһтарҙы ғәфү итә. Үҙенең сөйгән танауынан ары күрмәгән ҡайһы берәүҙәр Аллаһының гонаһтарҙы ғәфү итеүенә ҡаршы килмәксе булалар. Нисек инде Аллаһ бер игелек менән бар булған гонаһтарҙы кисерә алһын имеш. Ошо хәҙис Аллаһының рәхмәтенә сик юҡ икәнлеккә ишара итә. Уның иркендә: кемде теләһә, шуны ғәфү итәр, кемгә теләһә, шуға язаһын да бирер.
     «Күңел уны ҡабул итә һәм йөрәк тыныслыҡ таба торған нәмә – изгелек. Гонаһ бының киреһе, уны күңел ҡабул итмәй һәм йөрәк тә уның менән тыныслыҡ тапмай, хатта уға фәтүә биреүселәр рөхсәт бирһәләр ҙә».
     «Кешеләрҙән һора, әммә үҙ белгәнеңде эшлә», тигән мәғәнәлә бер мәҡәл бар. Хәҙис шәрифенең мәғәнәһе лә шуға яҡын булып, кешеләрҙән һорағандан һуң үҙеңә лә фекерләп ҡарарға бойора. Был һүҙ, әлбиттә, һәр кем өсөн түгел, бәлки күңелдәре саф, аҡылдары камил, яҡшы менән яманды айыра белерлек һәм һәр эштең нәтижәһен аңлай алырлыҡ кешеләргә ҡарата әйтелгән.
     «Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыл, Уға бер нәмәне лә тиңдәш ҡылма. Аллаһыны күреп торғаның кеүек ғибәҙәт ҡыл, үҙеңде үлектәрҙән һана, һәр бер таш һәм ағас янында Аллаһыны (Уның барлығын, берлеген, камил ҡөҙрәтле булыуын) иҫкә төшөр. Әгәр бер яман эш ҡылһаң, уның артынан изгелек ҡыл, шул изгелегең теге яуызлығынды бөтөрөр. Йәшерен рәүештә бер генә гонаһ ҡылһаң, уның артынан йәшерен рәүештә бер изгелек ҡыл, асыҡ рәүештә бер яуызлыҡ ҡылһаң, ул яуызлыҡ артынан асыҡ рәүештә бер изге эш ҡыл».
     Йә Раббым, барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине, иманһыҙлыҡтан, гонаһтарҙан һаҡлаһаң ине. Шәриғәт буйынса изге, дөрөҫ ғилемдәр алырға насип итһәң ине, шуларҙы кешеләр араһында таратырға Үҙеңдең ярҙамыңды бирһәң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы ла Ислам нуры менән нурландырһаң ине. Улар менән бергә изге ғәмәлдәр ҡылырға насип итһәң ине, бер өммәттән булып йәннәт баҡсаларында осрашырға насип итһәң ине.
     Йә Раббым! Беҙҙең бар булған ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе риза булып ҡабул итһәң ине. Мөьмин мосолман булып ҡына ошо фани доньяла йәшәп китергә насип итһәң ине. Илдәребеҙгә, ерҙәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә тыныслыҡ, именлек һәм бәрәҡәт бирһәң ине. Күтәрә алмаған ауырлыҡтарҙы беребеҙгә лә бирмәһәң ине, тормоштарыбыҙҙы ауырайтмаһаң ине. Йә Раббым барыбыҙға ла ике донъяның да бәхетен бирһәң ине, тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине!
     Алдағы яңы йылдарыбыҙ, мөбәрәк булһын! Аллаһ Тәғәлә ике донъяның да бәхетен биреп, Тамуҡ уттарынан һаҡлаһа ине!
                                                                      Әмин!