Саҙаҡа

     Саҙаҡа биреүҙә ун төрлө изгелек барҙыр. Бишеһе донъяла, бишеһе әхирәттә булыр.

     Донъяла булған бише:
беренсеһе: саҙаҡа малды пак(таҙа) итер;
икенсеһе: кешене гонаһтан пак итер;
өсөнсөһө: саҙаҡа бәләләрҙе һәм ауырыуҙарҙы ҡыуыр;
дүртенсе: саҙаҡа биреү менән бер мосолмандың күңелен шатландырһа, ғәмәлдәренең артығырағы булыр. Был саҙаҡа мосолмандарҙың күңеленә шатлыҡ һалалыр,
бишенсеһе: саҙаҡа бирелгән мал бәрәкәтле булыр, саҙаҡа биргән кешенең ризығы киң булыр.


Әхирәттә булған бише:

беренсеһе: саҙаҡа ҡиәмәт көнөндә тамуҡ утына күләгә булыр, саҙаҡа биргән кеше ҡиәмәт эҫелеген күрмәҫ;
икенсеһе: саҙаҡа биргән кешенең ҡиәмәттә хисабы еңел булыр;
өсөнсөһө: саҙаҡа биргән кешенең изгелеге яуызлыҡҡа ҡарағанда мизанда ауыр килер;
дүртенсе: саҙаҡа биргән кеше ғазаптан ҡотолор;
бишенсе: саҙаҡа биргән кешенең ожмахта дәрәжәһе артыҡ булыр.

     Был саҙаҡа хәйер-доға мосолман кешегә һәр ваҡыт ҡылыу тейешле. Был саҙаҡа биреүҙә, хәйер-доға алыуҙа Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булыр, шайтанға ҡаршылыҡ ҡылыу булыр.

     Хәбәрҙә киләлер: «Бер кеше саҙаҡа бирергә теләһә, 70 шайтанға кәртә булыр».

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйтте: Саҙаҡа биреү ғазаптан имен ҡылыр, мосолмандар ҡиәмәт көнөндә саҙаҡалары менән күләгәләнерҙәр". Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм үҙенең ҡатыны Ғәйшәгә әйткән: «Эй, Ғәйшә! үҙеңде Аллаһтан һатып ал, йәғни уның ғазабынан ҡотҡар, ярты хөрмә емеше менән генә булһа ла саҙаҡа биреү менән. Был саҙаҡа менән мал кәмемәҫ», — тине.

     Ғәли радыяллаһү ғәнһү әйткән: "Һәр ҡасан саҙаҡа үҙ эйәһенең ҡулынан сыҡһа, биш төрлө һөйләр:
әүәле әйтер: «Мин һинең ҡулыңда ваҡытта кескенә инем, инде оло иттең».
икенсе: «Мин һинең ҡулыңда әҙ инем, мине саҙаҡа итеп биреү менән күп иттең».
өсөнсө: «Мин һинең ҡулыңда дошман инем, инде мине үҙеңә дуҫ иттең».
дүртенсе: «Мин һинең ҡулыңда фани инем, йәғни юҡ булырға яҡын инем, инде мине ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡалдырҙың, минең сәбәпле ҡиәмәт көнөндә тамуҡ ғаҙабынан ҡотолоп, ожмахлы булырһың»
бишенсе: «Быға ҡәҙәр һин мине һаҡлай инең, инде мин һине бәлә-ҡазаларҙан һаҡлармын», — тигән.
Хәбәрҙә киләлер: бер тапҡыр саҙаҡа биреү менән 70 бәлә ишеге ябылыр. Әгәр бер кеше кис һәм көндөҙ саҙаҡа бирһә, ул кешене Аллаһ Тәғәлә һаҡлар: йылан сағып үлеүҙән, кинәт үлеүҙән һәм башҡа хәтәр үлемдәрҙән имен булыр.

     Әбү Сәғид Хәнифә рәхмәтуллаһи ғәләйһи әйткән: "Бер кеше саҙаҡаһы менән бәрәкәт табайым һәм саҙаҡа менән ҡиәмәт көнөндә ғазаптан имен булайым тип әйтһә, ул кешегә ун төрлө эш кәрәк булыр:
әүәле шул— саҙаҡа биргән кешегә әйтмәһен: «Мин быға саҙаҡа бирәм, был миңә изгелек ҡылмай», — тип.
икенсеһе—саҙаҡаны хәләл малдан бирһен,
өсөнсөһө— ҡәҙерле нәмә булһын.
дүртенсеһе— ни ҡәҙәр күп бирһә лә «күп бирәм» тип әйтмәһен, бәлки «әҙ бирәм» тип күңеленә килтерһен.
бишенсеһе— саҙаҡаһы менән тамуҡ ғазабынан ҡотолоуҙы теләһен.
алтынсыһы— саҙаҡаһы менән Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә яҡын булыуҙы теләһен.
етенсеһе— үҙе һөйгән нәмәне саҙаҡа итеп бирһен,
һигеҙенсеһе—саҙаҡаны бирһен шул нәмәнән, үҙе ул нәмәгә мохтаж булып тороп та, кәрәкмәгән, эшкинмәгән нәмәнән булмаһын.
туғыҙынсыһы—үҙенә һис тә ҡалдырмай бирмәһен, бәлки үҙенә лә ҡалдырһын.
унынсыһы— ихласы Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн булһын, рийә өсөн булмаһын (рийә — яһалмалылыҡ, кеше күрһен өсөн генә).

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйтте: «Бер мәжлестә изгелекте һәм күп сауапты тапмаҫһығыҙ, үҙегеҙ һөйгән нәмәнән саҙаҡа биргәнсегә ҡәҙәр», — тине, йәғни изгелек һәм сауап табайыҡ тиһәгеҙ үҙегеҙ һөйгән нәмәнән хәйер бирегеҙ (аҡса һәм башҡалар).

Саҙаҡа биргәс уҡыла торған доға: //nazir1965.com/do%D2%93alar/p%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99-do%D2%93alarynan.html

Саҙаҡаларға доға ҡылыу: //nazir1965.com/do%D2%93alar/sa%D2%99a%D2%A1alar%D2%93a-do%D2%93a-%D2%A1ylyu.html

Саҙаҡа биреү: //nazir1965.com/din/sa%D2%99a%D2%A1a-bire%D2%AF.html

саҙаҡа доғаһы ошо биттә: //nazir1965.com/do%D2%93alar/sa%D2%99a%D2%A1a-do%D2%93a%D2%BBy.html

                                            Саҙаҡаларға ҡыҫҡаса доға ҡылыу.

     Эй, Раббым! Ошо саҙаҡа биреүсене афәттәрҙән һаҡла һәм уның гонаһтарын ғәфү ит; уның иманын ҡеүәтлә; уның малдарын арттыр, хәйерле, изге маҡсаттарына ирештер.
     Берәй урында Ҡөрьән мәжлесе бөткәндән һуң был доғаны ҡылып, мәжлесте йомғаҡлап ҡуйыу ҙа күркәм булыр:
     Эй, Раббым! Ризыҡландыр һин беҙҙе бәләләндермәгән хәлдә.
     Динебеҙҙе алып барырға насип ит — тәкәбберләнмәгән хәлдә.
     Изге ғәмәлдәребеҙҙе рияһыҙ ғәмәлдәрҙән ҡыл.
     Беҙҙе ғазапланмаған хәлдә ғәфү ит.
     Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы шелтәңдән башҡа ярлыҡа.
     Беҙҙе хисапһыҙ (һорауһыҙ) йәннәтеңә керетһәң ине һәм дидарыңды пәрҙәһеҙ күрергә насип итһәң ине.
     Эй, Раббым! Тәүбәләребеҙҙе ҡабул ҡылған ҡолдарыңдан ит. Эй, Раббым! Беҙҙе үлгән һуңында
ғазап ҡылма, үлем хәлдәрен еңел ит. Әмин.
     (Доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡыл).