Рамаҙан һәм коронавирус
Тиҙҙән Рамаҙан – ураҙа тотоу айы еттә. Ошо пандемия ваҡытында ураҙа тоторға яраймы тигән һорауҙар тыуа. Ни эшләп тотмаҫҡа һуң? Әллә Аллаһ Тәғәләнең берәй аяты төштөмө ошондай ваҡытта ураҙа тотмағыҙ тип? Бына тап ошондай һынау килгән осраҡтарҙа монафиҡтарҙың ике йөҙлөлөгө күренә лә инде. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәй был теманы бигерәк ҡуйыртып ебәрҙеләр, донъяла ябай грипптән йылына 650 000 кеше үлә – быны бер кемдә ишетергә һәм күрергә теләмәй. Кемдәрҙер берәүҙәр бөгөнгө көндә кеше үлемһеҙ булырға тейеш тип, һанай башланылар ахырыһы. Кемдән ҡурҡырға, Аллаһ Тәғәләнәнме, әллә коронавирус ауырыуынанмы? Әлбиттә Аллаһынан, сөнки ауырыуы ла, шифаһы ла Унан. Һәм был һынауҙы ла мосолманса тыныс ҡабул итегеҙ.
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمُ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ
«Йә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмүс-сыийәәмү кәмәә күтибә ғәләл-ләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун». 2/183
«Эй, һеҙ иман килтергән кешеләр! Элгәрге кешеләргә яҙылған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителгән. Бәлки, Аллаһтан ҡурҡырһығыҙ!».
Бына был Ер йөҙөнә ебәрелгән һуңғы дин – Ислам дине менән ингән Ҡөръән аяттың беҙ шәриғәтебеҙҙең шарты булараҡ үтәргә тейешбеҙ!
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Ураҙа тотоғоҙ, сәләмәт булырһығыҙ», — тип әйткән. Тағы бер хәҙисендә ул: «Һәр нәмәнең зәкәте бар. Тәндең зәкәте — ураҙалыр», — тип әйткән. Бынан шуныһы аңлашылалыр: зәкәт малды һәм аҡсаны нисек итеп паклаһа, уға бәрәкәт иңдерһә, ураҙа ла тап шулай организмды таҙарта, ғүмерҙе оҙайта, кешенең байтаҡ ваҡыт йәш булып ҡалыуын тәьмин итә.
Табибтар ауырыуҙың төрлө төрҙәренә күңелдәре буш, йәндәре тынысһыҙ, ғәйбәт – ғауғаға бирелеп, ғәиләләрендә ыҙғыш-талаш булған, тормоштан ҡурҡан кешеләр тиҙ бирешә тейҙәр. Әйе, йөрәгең Аллаһ иманында булмаһа, кемдән яҡлау эҙләргә һуң? Әлеге хаҡы әллә нисә йөҙ һумға барып менгән имбирь тамырынанмы? Аллаһ шифа бирмәһә, донъялағы бар нәмәне ашап-эсеп сәләмәт була алмайһың. Табибтың дауалауы һәм ҡуланған дарыу ауырыуҙан арыныр өсөн сәбәп кенә, ә шифаны Аллаһ бирә бит.
Һәр заман дауаһы – тик Аллаһҡа ғына ышаныу. Аллаһҡа ышаныу иҫ киткес сыҙамлыҡ бирә. Дингә күңел һалыу нәтижәһендә тыуған тәүәкәллек стрессҡа һәм сирҙәргә ҡаршы иң яҡшы һәм тәъҫирле сара. Аллаһҡа табынып ғибәҙәт ҡылыу беҙҙе һәр төрлө борсоу-мәшәҡәттәрҙән һаҡлай торған иң тоғро юл. Намаҙ һәм ураҙа, доға-зекерҙәр ғибәҙәтте зиһенде һәм тәнде тынысландырыу ысулын булыуын бөгөн ғалимдар ҙә таный. Көн дауамында тотҡан ураҙа һәм ваҡытында ҡылынған намаҙ кеше зиһенен ял иттерә һәм стрестарға ҡаршы түҙемле итә. Донъяның көндәлек мәшәҡәт-мәшғүлдәренән йырағайта, уның рух һәм аң кимәлен артыра.
Табибтар ауырыуҙарҙы кеше күңеле менән бәйләнешле булыуын иңҡар итмәй. Мәҫәлән: ангина менән йыш үпкәсел кешеләрҙә ауырыһа, бөйөр ауырыуҙары асыулы әҙәмдәрҙә урын таба. Эндокринолог ауырыуҙар, шәкәр диабеты һымаҡтар ата-әсә менән балалар, туғандар һәм ғәиләләге мөнәсәбәттәрҙең дөрөҫ булмауынан, ата-әсә һәм бала хаҡтары үтәмәүҙән килеп сыға. Инсульт һәм инфаркт холҡо насар, уҫал һәм тәҡҡәбер кешеләр араһында йыш күҙәтелә. Ә коронавирус ауырыуына күңелдәре төшкән, паникаға бирелгән, һирәк хәрәкәт иткән, дөрөҫ туҡланмаған, хәрәмгә ҡатнашыуы менән бәйле иммунитеты көсһөҙләнгән кешеләр тиҙ бирешә.
“Әҙәм балаһына сир килмәҫ, ауырыу килһә, уның гонаһтарына кәффарәт булыр”. Сирләйбеҙ икән, беҙҙең гонаһтарыбыҙ аҡлана, Аллаһы Тәғәләнең рөхсәте менән шифа табабыҙ. Бер дарыу берәүгә килешһә, икенсегә — юҡ. Аллаһының рөхсәт итеүе, ризалығы кәрәк. Шуға ла сәләмәтләнеп сығабыҙ икән, “Әлхәмдүлилләһ!” — тигән һүҙҙәрҙе әйтергә тейешбеҙ. Дарыу эсһәк: “Йә, Раббым, шифа бир!” — тип әйтеү зарур.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: “Эй, әҙәм балалары, сирҙәрегеҙҙе дауалағыҙ. Аллаһы Тәғәлә ауырыуҙы яралтҡас, уның дауаһын да яралтты. Мәгәр бер ауырыуға дауа юҡтыр, ул ауырыу — ҡартлыҡ”, — тине. Тимәк, был хәҙистән күренеүенсә, һәр ауырыуҙы дауаларға тейеш булабыҙ. Һәр сирҙең үҙ дауаһы бар. Тимәк, сирҙе дауалау — сөннәт.
Тағы шундай бер хәҙис бар. “Йоғошло ауырыу булған ергә бармағыҙ, барһағыҙ, унан сыҡмағыҙ”, — тигән Мөхәммәд пәйғәмбәр. Хәҙрәти Ғүмәр Шам ҡалаһына сәйәхәткә сыҡҡас, унда ваба ауырыуы барын белеп, хәҙисте иҫкә төшөрөп, кире борола: Уға: “Һин тәҡдиреңдән ҡасаһыңмы?”- тип һорау бирәләр. Ғүмәр хәҙрәт: “Тәҡдирем ҡушҡанға күрә, мин кире боролам”, ти.
Йоғошло сирҙәрҙе таратмау өсөн, үҙең йәшәгән, эшләгән ереңдән йыраҡ китмәү хәйерле. Аллаһ теләһә, һин ҡайҙа ғына ҡасһаңда, ҡайҙа ғына йәшенһәңдә, үҙ ауырыуыңдан, үҙенә тейешле үлемдән ҡотола алмайһың. Бөгөнгө көндөн әфәте: ер тормошонда ожмах эҙләп, нәфсе һәм ләззәткә сумырға теләп, ил гиҙеп, байлыҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәндәр бәләһе. Аллаһҡа иман килтереү юҡ, изгелек, саҙаҡа, ғөшөр, зәкәт биреү юҡ. Берәүҙәр шашҡанда, донъя тулы аслы-туҡлы йәшәгәндәрҙең иҫәбе юҡ, уларға ҡарата рәхимлек, мәрхәмәтлек юҡ!
Ә Аллаһ Тәғәләнең иң ҙур шифаһы әле үрҙә әйтелгәнсә Уға инаныу һәм ышаныу, иманлы булып уның ҡушҡандарын үтәү: намаҙ уҡыу һәм ураҙа тотоу. Бер вәғәҙемдә: үткән быуатта Кореялағы һуғыш ваҡытында әсир төшкән америка һәм төрөк һалдаттары араһындағы айырма заманында күп кешенең иғтибарын йәлеп иткән. АҠШ әсирҙәрҙәренең күбеһе төрлө сирҙәрҙән яфаланғандар, араларында байтағы үлгән. Төрөк әсирҙәренең хәле бөтөнләй башҡа булған: улар араһында сирләү һәм үлеү осраҡтары бик һирәк теркәлгән. Был хәл ғалимдәрҙе ҡыҙыҡһындырған, һәм һығымта яһап шуны асыҡлағандар: тәҡдиргә һәм ахирәткә ышаныу, яҡшылыҡтың һәм насарлыҡтың Аллаһтан килеүенә инаныу, ураҙа тотоу һәм намаҙ ҡылыу мосолман төрөк әсирҙәренең тышҡы тәьҫирҙәргә (тропик климат, бөжәк, вирустар һ. б.) ҡаршы тороу көсөн арттырған, уларҙы һәр төрлө хәүефтәрҙән ҡалҡан кеүек һаҡлаған. Шуға күрә беҙ короновирус ауырыуынан ҡурҡмай Аллаһ Тәғәләгә тапшырылып ҡушҡан ураҙаһын Рамаҙан айында тоторға тейешбеҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ваҡытын биреп, фекерҙә, зекерҙә, доға ла, ураҙа ла булырға ваҡытын бирҙе. Инде был юлы аҡылға килмәһәк – урыныбыҙ йәһәнәмдә! Коронавирустан ҡурҡмағыҙ – тамуҡтан ҡурҡығыҙ! Аллаһ Тәғәләнең асыуынан!
«Әй мосолмандар, һеҙ бер ҙур мөбәрәк айға индегеҙ. Был ай — сабырлыҡ айы, сабырлыҡтың сауабы бик ҙур буласаҡ. Аллаһ бәндәләрҙең тормошона бәрәкәт, тәндәренә сәләмәтлек, ризыҡтарына бәрәкәт бирер һәм ҡылған гонаһтарын ярлыҡар, күңелдәренә нур һалыр», тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм. Рамаҙан айы килеп етте икән ураҙаһын тотайыҡ. Ошо кризис ваҡытында мәшәҡәттәрҙән ҡотолоп, ашау-эсеүҙән тыйылып, күңелебеҙҙе, йөрәгебеҙҙе Аллаһҡа йүнәлтеп Уның ризалығын алайыҡ.
Рамаҙан айы бер ашау-эсеүҙән генә тыйылыу айы түгел бит. Әҙәм балаһы был айҙа Аллаһҡа зекерле булып, Уны һәр минутын иҫкә төшөрөү арҡаһында ҡулдарын, аяҡтарын, телдәрен, күҙҙәрен һәм ҡолаҡтарын да динебеҙҙә хәрәм булған нәмәләрҙән тыялар. Аяҡтары насар юлда йөрөмәй, ҡулдар йәбер-золом ҡылмай, күҙҙәр әшәкелекте, бысраҡты күрмәй, ҡолаҡтар әхләкһеҙ һүҙҙәр тыңламай, телдәр ғәйбәт һөйләмәй.
Аллаһ биргән ризыҡҡа шөкөр итмәгәс, көндәребеҙ билдәһеҙлеккә килеп етте. Кризистың башы ғына бит әле, туҡ кеше ас кешенең хәлен белмәй тигәндәй, хәрәм ҡатнашҡан ашап-эсеүебеҙ нимәгә килтерер.
Мосолманға күп ашау ҙа — зарарлы, сөннәт булмаған эш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм был хаҡта: “Ашҡаҙанығыҙҙы өскә бүлегеҙ. Уның бер өлөшөндә — ризыҡ, икенсеһендә — һыу, өсөнсөһөндә һауа булһын”, — тигән. Сөнки артыҡ ризыҡ сир булып инә. Сирҙе гонаһ өсөн генә бирелгән ҡаза тип ҡарарға ярамай. Ауырыу йәннәт өсөн бирелгән Аллаһының бүләге булырға ла мөмкин. Хоҙай сир бирә лә уны йәннәтле лә итә. Һау- сәләмәт килеш йоҡонан уянаһығыҙ икән, бер көнлөк ризығығыҙ бар икән, һеҙ — донъяның хужаһы. Шөкөр итә беләйек! Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ бирһен.
Заманында Ризаитдин Фәхретдин хәҙрәт: «Ысынында, донъя – бәлә үә ҡаза, һәр төрлө мәшәҡәт, ҡайғы һәм хәсрәт майҙаны. Әҙәм балаһының ғүмере бында күбеһенсә ауырыу менән, ризыҡ һәм кәрәк әйберҙәр артынан йөрөү үә йүгереү менән үтә. Араһында булған күңелле, матур замандар йоҡлағанда төш күргән һымаҡ үтә лә китә», тигән.
“Әҙәм балаларының күбеһе үҙҙәренә бирелгән ике ниғмәтте аңламай алдана. Уларҙың береһе — сәләмәтлек, икенсеһе — ғәмәл”. “Әҙәм балаһы сәләмәтлегенең дә, үҙенең һау-сәләмәт сағындағы ваҡытының да ҡәҙерен белмәй”, — тигән рәсүлебеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм. Бөгөнгө көнгә бирелгән ваҡытыбыҙҙың ҡәҙерен белеп ахирәтебеҙгә әҙерләнәйек.
Хәленән килә тороп ураҙа тотмаусы кеше ғәйепле булып һанала. Эргәһендәге ураҙа тотоусыға ла, һәм йәмғиәткә лә. Һәм Раббыбыҙға ҡарата гонаһлы. Ураҙа тотмауҙың ике төрө бар. Мәҫәлән, мосолман кешеһе ураҙа тотмаһа ла, кеше күрмәгәндә генә ашап-эсә. Был бары тик уның шәхси мәсьәләһе. Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында шәхси яуаплығы. Ләкин ил-көнгә күрһәтеп ашаусылар бар. Былар гонаһларын йәшермәйенсә, оялмай-тартынмай. Бына был ҙур гонаһ. Йәғни бындай кеше үҙ гонаһ менән ҡалмай, уны ураҙала асыҡтан-асыҡ ашауын күргән кешеләр ахирәт көнөндә шул гонаһларына ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡтар. Быны онотмағыҙ!
Бер мосолман кешеһенең хикәйәтенән: «Был Рамаҙан айында бер яҡын туғаным менән осрашырға тура килде. Ул бәләгә тарып ауырыу сәбәпле, быйылға ураҙаны тота алмаған, ҡазаға ҡалдырған. Ләкин быны бик ауыр кисергән». Миңә былай тип һөйләне: «Беләһеңме, ҡайһы бер кешеләр ураҙа ваҡытында башҡалар алдында иркенләп ашап-эсә һәм миңә иҫтәре лә китмәй. Мин иһә, етди сәбәбем булһа ла, Рамаҙан айы буйына өйөмдә йәшеренеп кенә ашаным. Һәм шул ваҡытта үҙ-үҙемде ғәйепләнем, ашым тамаҡтан көскә үтте».
Бына был кешелә Ислам дине әмерҙәрен үтәү, һауа һулау, һыу эсеү кеүек зарури төҫ алған. Йәғни, етди сәбәбе була тороп та, әмерҙәрҙең береһен үтәй алмауы уны ҙур борсоуға һалған.
Бына беҙҙә шулай булырға тейешбеҙ, Рамаҙан айы уҙғас та, дини бурыстарыбыҙҙы үтәүҙе кейемде сисеп ташлаған кеүек ситкә ҡуйып тороу үҙен ысын мөьмингә һанаған кешегә һис тә килешмәҫ, Рамаҙан айы үтә лә китә ул. Ә дини тормош өҙлөкһөҙ дауам итә. Шуны онотмайыҡ.
Кризис тимәй көнөнә ризыҡ биреүсе Алла Тәғәләгә шөкөр итәйек. Ашағандан һуң шөкөр итеүсе ураҙа тотҡанда сабыр итеүсе кеүектер. Тимәк, ураҙа тотоп, ниғмәттең ҡиммәтлеген белгән кеүек, фекерләп, шөкөр ҡылып, ниғмәтте бәндәләргә биргән Хаҡ Тәғәләгә рәхмәт хистәрен тойорға мөмкин.
Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, мосолман кешеһенең йән аҙығы – Аллаһы Тәғәләнең белеме, ғилем алырға ынтылығыҙ, ҡушҡандарын үтәгеҙ, тыйылғандарынан тыйылығыҙ. Был донъялағы ғүмерегеҙ, таяғы менән ҡапшап юл эҙләгән һуҡыр кешенеке кеүек үтмәһен, күҙҙәрегеҙе асып хаҡиҡәтте күрегеҙ, Ислам диненән йыраҡ тороп, үҙебеҙҙе юҡ-бар менән йыуатып, тейешенсә Аллаһтан ҡурҡа ла белмәгән хәлебеҙҙә, «Аллаһ рәхимле, кисерер әле», тип, тормошобыҙҙы бушҡа уҙҙырып алданмайыҡ.
Йә Раббым! Файҙаһыҙ ғилемдән, тиҫкәре ғәмәлдән, ҡабул булмаған доғанан, тетрәнгән ҡальбтән, туҡтай белмәгән нәфсенән Һиңә һыйынам! Әмин.
Коронавирустан һаҡланыу доғалары: https://nazir1965.com/do%d2%93alar/koronovirustan-%d2%bba%d2%a1lanyu-do%d2%93alary.html#more-9300
Аллаһ Тәғәлә һәм вирус: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/alla%d2%bb-t%d3%99%d2%93%d3%99l%d3%99-%d2%bb%d3%99m-virus.html#more-9323
Ислам һәм кризис: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/islam-%d2%bb%d3%99m-krizis.html#more-9471
Нисек ураҙа тоторға?: https://nazir1965.com/do%d2%93alar/nisek-ura%d2%99a-totor%d2%93a.html