Рәнйеү
Рәнйеү (обида) беҙҙең бер-беребеҙ менән аралашҡанда килеп сыҡҡан, әллә ни иғтибар ителмәгән йыш булып торған рух-күңел күренеше. Рәнйеш, рәнйетелгән, кәмһетелгән (мәзлүм), мыҫҡыл ителгән, үпкә, үпкәләү, хәтер ҡалыу (ҡалдырыу), күңел ҡырылыу, йән әсеүе, күңел һыҙлауына төшөү, кеше арҡаһында аяныс хәлгә төшөү тигән мәғәнәләрҙә булған был һүҙҙәр кешенең ауыр күңел хәлен күрһәтә. Иҫебеҙ китеп бармаған был хәлде динебеҙ нисек аңлата?
Рәнйеш ул — берәүҙең икенсе кешегә ҡарата хаҡһыҙға, заяға, бер сәбәпһеҙ кәмһетеүе, ҡыйыртыуы, йәберләүенә ҡарата йән-күңелдә ҡуҙғалған асыу, ғазап, әрнеү, һыҙланыу. Рәнйеш төшөү — кемде лә булһа рәнйеткән, кәмһеткән, түбәнһеткән кешенең берәр төрлө бәлә‑ҡаза күреүе, ауырлыҡ-бәхетһеҙлеккә дусар булыуы, йән һәм тән ғазабы, йөрәк-күңел язаһына төшөү тигән һүҙ. Беҙ үҙебеҙ аңғармаҫтан эш-ғәмәлебеҙ менән, йәки тел-күңелебеҙ менән кемделер ошо рәнйеү хәленә төшөрәбеҙ. Әлбиттә рәнйегән кеше үҙенең хәлен әллә ни һиҙереп бармай, күңелендә йәшерә. Әммә йөрәгендә асыу ҡала. Халҡыбыҙ: «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ», — тигәндәр бит. Ошо, бәлки шаярыу менән әйткән һүҙебеҙгә лә яуапты Аллаһ алдында бирәһе, үпкәләгән кешенән рәнйеш яуабы ҡайтарып алаһы ҡала. Олата-бабабыҙ: «Рәнйеш ҡарғыш кеүек төшә», тип әйтә килгәндәр. Ана шул беҙгә әйткәнгә яуап бирмәгәндәр, телдәре менән ҡарғамаһалар ҙа, йөрәк-күңелдәре менән бик ҡаты рәнйейҙәр. Кеше рәнйеше төшә тигәндәре хаҡ.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
وَلَا تَحْسَبَنَّ اللَّهَ غَافِلًا عَمَّا يَعْمَلُ الظَّالِمُونَ إِنَّمَا يُؤَخِّرُهُمْ لِيَوْمٍ تَشْخَصُ فِيهِ الْأَبْصَارُ
«Үә ләә тәхсәбәннә-ллааһа ғаафилән ғәммәә йәғмәлүҙ-ҙаалимүүнә иннәмәә йү'әххыируһүм лийәүмиң тәшхасу фииһил-әбсаар».
«Аллаһыны залимдәрҙең ҡылған эштәрен күрмәй тип уйламағыҙ». (Ибраһим сүрәһе, 42 аят.). Аллаһ күрә, ваҡыты еткәс күрһәтә Һәм язаһы ла буласаҡ.
Пәйғәмбәребеҙ үҙенең сәхәбәләрен ҡайҙа ғына ебәрһә лә, уларға: «Кеше рәнйетә күрмәгеҙ», — тип өгөт ҡылды. Мөғәз ибн Джәбәлде Йәмәнгә оҙатҡанда, ул уға: «Рәнйетелгән кешенең доғаһынан һаҡлан, сөнки уның доғаһы менән Аллаһ араһында кәртә юҡ», — тине (Бохари һәм Мөслим риүәйәттәре).
Тарих биттәрендә үҙ башына кеше рәнйешен алып, хәсрәткә сумған бәдбәхеттәр аҙ түгел. Ҡайһы ваҡыт, үҙебеҙҙә булған көс-ҡеүәт менән маһайып, тормошта терәге булмағанға көсһөҙ тип, төкөрөп ҡарайбыҙ. Берәр кешене иҫкә алһаҡ, йыш ҡына: «Уның артында кем тора?» — тигән һүҙҙе ҡулланабыҙ. Рәнйетелгән кешенең артында Аллаһ һәм Уның ҡәһәре тора. Аллаһ уны Үҙе яҡлай, рәнйетеүсеһен Үҙе таба, тейешлеһен Үҙе бирә.
Аллаһ Тәғәлә бер аятында:
إِنَّمَا السَّبِيلُ عَلَى الَّذِينَ يَظْلِمُونَ النَّاسَ وَيَبْغُونَ فِي الْأَرْضِ بِغَيْرِ الْحَقِّ أُولَئِكَ لَهُمْ عَذَابٌ أَلِيمٌ
«Иннәмәс-сәбиилү ғәләл-ләҙиинә йаҙлимүүнән-нәәсә үә йәбғуунә фил-ардын биғайрил-хәҡҡи үләә'икә ләһүм ғәҙәәбүн әлиим».
«Кешене йәберләгән. Золом ҡылған, донъяла нахаҡтан яуызлыҡ эшләгән кешеләргә шелтә бар. Уларға ғазаплы яза!». (Әш-Шура сүрәһе, 42 аят.).
Кемдер икенсе берәүгә белә тороп насарлыҡ эшләһә, рәнйетелгән кеше уның насарлығына ҡаршы бер ни ҙә эшләй алмаған осраҡта, Аллаһҡа ҡулдарын күтәреп, «Йә Раббым, йә Аллаһ, был кеше миңә насарлыҡ эшләне, минең тормошомдо емерҙе, минең уның был яман эшенә насарлыҡ менән ҡайтарырға көсөм һәм ҡеүәтем етмәй, шуның өсөн ул бәндәне Һин һуҡырайт, билен һындыр һәм фәҡирлеккә төшөр», — тип үс алыу ниәтендә доға ҡылһа, ул доға мотлаҡ ҡабул була. Аллаһтың илсеһе шулай тип әйткән: «Өс төрлө доғаның ҡабул булыуында шик юҡ: мосафир доғаһы, мәзлүм доғаһы, ата-әсәнең балаһына ҡылған доғаһы». Тимәк, берәр бәндә икенсе берәүгә насарлыҡ эшләһә, ул кәмһетелгән кеше Раббыһына мөрәжәғәт итә ала һәм Раббыһы уның доғаһын ҡабул ҡылып, насарлыҡ эшләүсе кешене ғәҙел хөкөмгә тарта.
Тарихтан белеүебеҙ буйынса Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәс-сәләмдең сәхәбәһе хәлифә Ғосман раҙыйАллаһү ғәнһәне ҡырҡ көн буйына ҡамауҙа ҡалдырып, ризыҡ менән һыуҙан мәхрүм итеп ыҙалаталар һәм ҡырҡынсы көндө баҫып инеп үлтерәләр. Ғосман хәлифәне үлтереүсе кеше Ғосмандың ҡатынына ла һуға һәм шунда ул ҡатын, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп: «Йә Раббым, был кешенең аяғын һәм ике ҡулын киҫ һәм уны йәһәннәмгә ташла», — тип ҡарғап доға ҡыла. Шунан һуң Ғосман хәлифәне үлтереүсе бәндә Куфа тигән ҡалаға китә һәм унда иң элек уның ике аяғын, унан һуң ике ҡулын сабып өҙәләр. Ул кеше: «Миңә Ғосман хәлифәнең ҡатыны ҡылған ҡәһәр төштө, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ ҡалдым, хәҙер мин язаның өсөнсөһөн, йәғни йәһәннәмде көтәм», — тип ҡайғыға батып һөйләгән һүҙҙәрен яҙып ҡалдырған тарихсылар.
Үкенескә ҡаршы, бындай миҫалдарҙы күп килтерергә була. Ҡайһы берҙә кешене аҙ ғына булып тойолған эш менән дә рәнйетергә мөмкин. Кемдәрҙеңдер күңел рәнйештәре төшөрҙәй сәбәптәр аҙ түгел. Беҙ кешенең күңелең белмәйбеҙ, хатта бер аҙ белһәктә ошо аралашҡан ваҡытта уның күңел тойғоһо ни хәлдә икәнен аңғармайбыҙ, һиҙертмәй генә бәлки күңел төшөнкөһөндәлер ул, бәлки күңеле менән ҡайҙалыр осоп йөрөйҙөр һәм беҙ нахаҡҡа һүҙ ысҡындырып рәнйетеүебеҙ бар.
Шулай уҡ беҙҙең мөхиттә үҙенең байлығына һәм әллә ниндәй түрә булыуына маһайып, йәки кемдеңдер абруйын төшөрөү өсөн ялған һүҙҙәр һөйләп берәүҙәрҙе рәнйетеү күп таралған. Рәнйетелгән кеше төшөнкөлөккә бирелә йәки рәнйеткән кешеһенән үсен алырға керешә. Кешене рәнйеттең икән, ҡаршына килеп ғәфү итеүен һорарға кәрәк. Хәҙис бар: «Әгәр рәнйеткән кешеһенең хаҡын түләмәһәң, ғәйбәт һөйләгән булһаң, ҡиәмәткә тиклем ғәфү итеүҙе һорау тейешле», сөнки ҡиәмәт көнөндә изгелектәрен һинең тарафтан рәнйетелгән кешегә күсәсәк. Ә уның гонаһтары һиңә бирелә. Хатта ул моосолман булмаһа ла рәнйеше рәнйеткән кешегә төшә.
Аллаһы Тәғәләнең: “Рәнйетелгән кешенең күҙ йәштәренән ҡурҡ, сөнки ул Минән ярҙам һораһа, Мин уға ярҙам итәсәкмен!"– тигән һүҙҙәрен онотмайыҡ. Рәнйетелгән кешенең доғаһы ҡабул була, тигәнгә бер риүәйәт:
Муса ғәләйһис-сәләм заманында бәни Исраилдән (Израил) ишле ғаиләле бер фәҡир кеше, балыҡ тотоп, уны һатып, аҡсаһы менән балаларын да һәм йәмәғәтен тәрбиәләй ине. Бер көн был ярлы балыҡ тотҡанда, йәтмәһенә бер ҙур балыҡ эләкте. Тырыш ярлы бәндә бик ҡәнәғәт булып, ул балыҡты һатырға алып барғанда, именлек хеҙмәткәре төркөмөнән булған бер кешегә осраны, ул фәҡирҙең ҡулынан балыҡты көсләп тартып алмаҡсы булды, балыҡсы бирмәгәс, балыҡсының башына ҡулындағы таяғы менән һуғып башын ярҙы. Балыҡ тотоусы бахыр, быға бик рәнйеп: «Илаһи Раббым, мине көсһөҙ һәм ул залимде көслө итеп яралттың. Мине йәберләүе үҙеңә мәғлүмдер. Йә, Раббым, хаҡымды был донъяла алһаң ине, ахирәткә ҡалдырма», — тип бәддоға ҡылды.
Был яуыз кеше фәҡирҙең ҡулынан балыҡты тартып алғас, өйөнә алып ҡайтты, йәмәғәтенә бешерергә бирҙе. Балыҡ бешеп, ашарға ултырғас, был яуыз кеше балыҡҡа ҡул һуҙғанда, балыҡ, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән ауыҙын асып, бының ҡулын шул тиклем көслө тешләне, хатта ауыртҡанына түҙә алмай, был әҙәм табибҡа дауаланырға барҙы. Табип әйтте: «Бармағыңды киҫтермәһәң, быға дауа юҡ, әгәр ҡырҡтырмаһаң, бөтә тәнеңә тараласаҡ», — тине. Шулай итеп, был яуыз кеше бармағын киҫтерергә риза булды. Бармағын киҫтереп өйөнә ҡайтҡас та, ауыртыуы бөтмәне. Икенсе көндө тағы шул табибҡа барҙы, табип әйтте: «Ауырыу эскә киткән, ҡулыңды беләгеңә тиклем киҫтермәһәң, төҙәлмәҫ», — тигәс, тағы ла беләгенә тиклем ҡулын ҡырҡтырҙы.
Шулай итеп, һәр бер киҫтергән һайын, һыҙлауы өҫкә менеп, ҡулын, яуырының төбөнә тиклем киҫтергәс, был залим, йәшәүенә өмөтөн өҙөп, ҡайғырып-илап ҡырға сыҡты. Бер ағас төбөнә ятты. Йоҡоға китте. Төшөндә күркәм йөҙлө, салма кейгән бер ҡарт күренеп кәңәшен бирҙе: «Әй, бахыр, дауа һәм сара өмөт итеп, ҡулыңды нисә мәртәбә киҫтерҙең, әммә сара тапманың. Тиҙерәк кенә барып, ул рәнйетелгән балыҡсынан ғәфү итеүен һора һәм уны риза ит», — тине. Был бәндә уянып, ҡылған золомлоғон тәүбә ҡылып, ҡалаға ҡайтты, ул рәнйетелгән балыҡсыны эҙләп тапты. Көсләп талап алған балыҡтың хаҡын түләп һәм уның кисереүен һорап күҙ йәшен ихластан түкте. Ошонан һуң балыҡсы ризалығын белдереп доға ҡылды. Был залимдең бер ни тиклем ауырыуы баҫылып, рәхәтләнеп йоҡланы. Йоҡоһонан уянһа, ҡулы төҙәлеп, һауыҡҡан. Был яйҙан (осраҡтан) һуң Муса ғәләйһис-сәләмгә Аллаһ Тәғәләнән вәхи килде: «Әй, Муса, ҡөҙрәт үә көсөм менән ант итәмен, әгәр ҙә ул залим кеше шул фәҡиргә барып уны барып ризалатмаған булһа, ғүмере буйына ғазапта ҡалдыра инем», — тине.
Был хикәйәттән күрәбеҙ, рәнйетелгән кешенең доғаһы был фани донъя йортонда уҡ ҡабул булырға мөмкин.
Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе яҙмыш тарафынан рәнйетелгән тибеҙ. Яҙмышҡа өҫтәп үҙебеҙ ҙә рәнйетмәбеҙ микән бер ғәйепһеҙ йәндәрҙе? Ана шул ғәрип бәндәләрҙең етешһеҙ яҡтарын күрһәтеп мыҫҡылау ҙа, уларҙан өҫтөнлөгөбөҙ менән маҡтаныуҙа, уларға кәрәк ваҡытта ярҙам итмәүҙә хәсрәт килтерә. Етем, етешһеҙ балаларҙы йәберләүҙә үҙенә рәнйеш килтерә торған яман ҡылыҡ. Бының сағылыуын хатта тәрбиә, уҡытыу бурысы йөкмәтелгән юғары белемле бәндәләрҙең ҡырын эшенән күрәбеҙ. Балалар йортонда аҫыралған етемдәрҙең дә тере ата-әсәһенә ҡарғышы төшөр. Кемдер урамда аунап ятҡан иҫеректән көлөп, аҙаҡ үҙе шул хәлгә төшөп үлгән миҫалдар бар.
«Ата-әсәһең рәнйетеп, уларҙың ризалығын алмаған кешенең урыны тамуҡта булыр», тигән Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм. Ғаиләлә оло кешеләрҙе ҡыйырһытыу, хатта туҡмау бөгөн көндә лә йыш осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәлдәр булып тора, ата-әсәһен үҙ өйҙәренән ҡыуып сығарғандар бар. Былары беҙ белгәндәр, ә йорттоң ябыҡ ишеге артында үҙ-үҙҙәрен яҡлай алмаған ҡарттар күҙ йәштәрен түгеүен дауам итә. Балаларҙың ата-әсәләренең пенсияларын тартып алыуы бик йыш осрай торған хәл. Белеүебеҙсә, һуңғы ваҡытта йәштәр араһында бер ҡайҙа ла эшләмәй, ата-әсәһе пенсияһына генә йәшәүселәр күбәйеп китте. Эскелеккә һалынып, ҡысҡырып, екеренеп, янап, әсәһенең пенсия аҡсаһына ҡул һуҙыусылар былар. Әгәр балаһы рәнйетеп берәй насарлыҡ ҡылһа ла, оло йәштәге әсә был хәлдәрҙә үҙен ғәйепле итеп һанай. Ваҡытында ул балаһын бик ныҡ ҡараған, иркәләп үҫтергән. Шуға күрә әҙергә генә яйлашҡан, үҫеп ир-ҡыҙ булған бала тормошонда ла карьера яһай, ғаилә лә ҡора алмай. Психологтар фекеренсә, ҡыйырһытылған ата-әсәһенең күбеһе балаларын яҡлап ғәйепте үҙ өҫтөнә алалар. Быны аңларға була. Уларға сит кешеләр алдында оят тойғоһо һәм балаһын яратыуы кәмһетеүҙәрҙе фаш итергә ҡамасаулай. Ә йөрәктәре ҡаты рәнйештә: «Ни өсөн Аллаһ, балам былай, тип?». Ә балалары уларҙы йә ҡарттар йортона бирәләр, йәки өйҙә бикләп тоталар. Оло кешеләр яҡындарының рәнйетеүен ауыр кисерәләр, – тип әйтәләр психологтар – Беләһегеҙме, улар шул ваҡытта нимә кисерәләр? Берәүҙәр үҙҙәрен бүлмәлә мәйет янына бикләп, яңғыҙ ҡалдырған кеүек, икенселәре баш осонда бер туҡтауһыҙ кемдер екеренеп, тын алырға ла ирек бирмәүҙәре кеүек хис итә. Бына шулай, үҙебеҙҙе был донъяға тыуҙырып, тәрбиә ҡылған ата-әсәләргә мәрхәмәтһеҙ булыуыбыҙҙан Аллаһ Үҙе һаҡлаһын.
Кеше рәнйешен башҡа юл менән дә алып була. Мәҫәлән: халыҡ йөрөгән юлға арҡыры берәй нәмә һалып та, йәки шул юлға соҡор ҡаҙып та. Йәки кемдеңдер эсер һыуын бысратып, йәки малына ҡаза килтереп. Һорауһыҙ әйберен алып та, йәки эшенә ҡамаусалап та. Бындай миҫалдар күп. Бына берәүен Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Ике төрлө ҡарғаусынан һаҡланығыҙ», — тине. Кешеләр: «Кемдәр һуң улар?» — тип һораны. Ул: «Береһе кешеләрҙең юлдарына, икенсеһе ял итә торған күләгә урындарына йомош үтәүсене ҡарғай», — тине. Матур тәбиғәт ҡосағында ял итәм, урман буйҙарынан йөрөп ҡайтам тиһәң, ҡарғыштың шундай сәбәптәре тулып ята шул. Күл-йылға, тәбиғәт ҡосағын сүплеккә әйләндергәндәр буш ҡалмаҫ.
Рәнйетмәгеҙ беркемде лә
Рәнйетелгән кешегә ауыр,
Ул ауыр һүҙ уның күңелендә
Ғүмер буйҙарына ҡалыр.
Рәнйетмәгеҙ зинһар беркемде лә!
Рәнйеш уғы ҡалыр йөрәктә.
Әрнер, һыҡрар был яранан
Уның йәне бигрәк тә.
Рәнйетмәгеҙ ата-әсәләрҙе!
Рәнйетмәгеҙ етем балаларҙы!
Рәнйетмәгеҙ бер кемде лә,
Онотмағыҙ яҡшылыҡ ҡылғандарҙы?!
Игелектәр күп ҡылығыҙ!
Изге Рамаҙан айы
Шуны эшләргә теләһәк
Килеп сығар бер яйы.
(Н.Гафиуллина).
«Ҡәберҙәргә тимәгеҙ, мәрхүмдәрҙең рәнйеше төшә. Ер өҫтөндә үлеп ятырһың, күҙҙәреңде ҡоштар суҡыр», тип әйткәнде лә ишеткәнегеҙ барҙыр. Был әлеге мәлдә ҡәбер таштарын онтап йөрөгән вандалдарҙың ҡулдары ҡоромаҫ, тип кем гарантия бирә? Йәки ҡәберҙәр өҫтөнә юл-йорт һалыуҙар фәжиғәгә килтермәйме?
Рәнйеш ҡайтарыуҙы кешеләр генә түгел, хатта хайуандар ҙа кешене ҡарғайҙар. Мал-тыуар-хайуандарҙы, буштан-бушҡа бәргеләп-һуҡҡылап, уларҙы рәнйетергә ярамай. Мәрхәмәтһеҙ булып эт-бесәйҙәрҙе тибеп осорорға күнеккәнбеҙ, ҡош-ҡортто ла бәргеләп, ҡарғап алабыҙ. Аҙаҡ йорт-ҡурала мал уңмай тип әйтәбеҙ. Әлбиттә уларҙың, кемделер ҡарғап, бәддоға ҡылһалар, ҡарғыштары һис шикһеҙ төшә. Ҡырағай ҡоштарға килгәндә лә, кемдер аҡҡош атып ҡарғыш ала, йә берәй хайуанға бәйле башҡа миҫалдар әҙме?
Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм хәҙисенән: «Берәр кеше кемгәлер рәнйеһә, ҡарғаһа – ул уны тереләй ҡәбергә күмде». Шуға ла кешегә рәнйергә ярамай. Әгәр кеше берәй кешегә рәнйенеме, ул рәнйеш уның ауыҙынан сыҡты – күктәргә менә, күктәр уны ҡабул итмәй, йән әсеүе ергә төшә, ер ҙә ҡабул итмәй уны, тигән Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм. Хәҙер инде – кемгә рәнйегән, шул кешегә бара. Әгәр ул кешенең ғәйебе булмаһа – рәнйегәндең үҙенә ҡайтыуы мөмкин. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Кешегә ҡәбер ҡаҙыма, үҙең төшөргә мөмкинһең», – тигән.
Күңелегеҙгә бик ауыр ваҡыттарҙа ла: «Мин мосолман кешеһе, һис бер ваҡытта ла кешене рәнйетмәм», – тип йөрөр кәрәк. Рәнйегән осраҡта ла: «Йә Раббым, был бәндәнең ҡәлебтәрен ислам нурҙары менән нурландырып, дөрөҫ юлға күндерһәң ине», – тип теләргә кәрәк. Сөнки фәрештәләр һәр саҡ әйтеп торор: «Һиңә да шул артығы менән булһын». Әгәр инде: «Дөрөҫ юлға күндер», – тип теләһәк, фәрештәләр ҙә: «Һине Аллаһы Тәғәлә артығы менән нурландырһын», – тип теләр.
Һине рәнйеткән бәндәне ғәфү итеү, кисереүҙең дә үҙенә күрә шарты бар: насар ғәҙәттәрен танып, уларҙы төҙәтергә вәғәҙә биргән һәм һүҙендә торған кешеләрҙе генә ғәфү итеү дөрөҫ була, –тигән фекерҙә бар. Әлбиттә, бында беҙҙең күңел хөкөмөнән инде, Аллаһ алдында барыбыҙға ла хисап тотаһы бар бит, яуызды ла хөкөм итеү Аллаһ Тәғәлә эше. Беҙгә Аллаһ шул бәңдәңде ғәфү ҡыл, тура юлға күндер, тип әйтергә ҡала.
Кеше хаҡына ҡул һуҙмағыҙ, кешелеклеген кәметмәгеҙ, уларға бушҡа ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, сәбәпһеҙгә асыуын сығармағыҙ. Әгәр һеҙ быларҙың береһен генә эшләгән булһағыҙ ҙа, ул кеше, һеҙгә асыуы килеп, ҡарғап бәддоға ҡылғансы, тиҙерәк ғәфү үтенегеҙ. Кеше, теле менән ҡарғамаһа ла, күңеле менән рәнйеүе бар. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла тәүфиҡ нурын күңелдәребеҙгә иңдереп тән яғынан ғына түгел, рухи яҡтан да кеше булып йәшәргә насип итһен. Әмин!