Ололарҙы хөрмәтләү
Ололарҙы хөрмәтләү — Ислам динендә бик әһәмиәтле төшөнсә, был ғәмәл имандың һәм Аллаһты ололауҙың бер күрһәткесе булып тора. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ оло йәштәгеләргә абруйлы мөнәсәбәт һәм рәхимлелек күрһәтеү тураһында байтаҡ хәҙистәр әйтеп ҡалдырған: «Ололарға хөрмәт, кеселәргә шәфҡәт (рәхимлек) күрһәтмәгәндәр – беҙҙән булмаҫ» (Бохари), «Бәрәкәт өлкәндәрегеҙ менән булыр» (Ибн Хибат 559), «Аллаһты маҡтауҙарҙың береһе булып сәстәренә сал кергән мосолманға ихтирамлыҡ тора» (Әбү Дауд) һәм башҡаһы. Ололарҙы ҙурлау Аллаһ Тәғәләне ололау булып һанала. Әбү Муса әл-Әшғәри һөйләүенсә, Аллаһтың рәсүле ﷺ әйтте: "Мосолман ҡартын, Ҡөръән белгесен һәм ғәҙел етәксене хөрмәтләү Аллаһты бөйөкләү булып һаналалыр. (Әбү Дауыт, Бәйһаҡи). Ислам динебеҙ ололарыбыҙҙы хөрмәтләүгә һәм ҡайғыртыуға өндәй. Имен тормошобыҙ һәм аяҙ күгебеҙ өсөн рәхмәт йөҙөнән беҙ уларҙы ҡәҙерләргә тейешле.
Бигерәк тә ата-әсәләрҙе. Беҙ улар алдында түләп бөтөрмәҫлек бурыслы һәм уларҙың доғаларында йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙҙең итәғәтле балалары булырға һәм уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡтар ғына күрергә насип итһен.
Пәйғәмбәребеҙ ололарға ҡарата изге ғәмәлдәрҙә беренселәрҙән булды һәм беҙҙең мосолмандарға ололарҙы хөрмәт итергә һәм үҙеңде уларҙан өҫтөн ҡуймаҫҡа ҡушты. Ни ҡыҙғаныс, кешелә бәләкәй саҡта үк һалынған тәрбиә, рухи байлыҡ булмау сәбәпле, йәштәр, ололарға тейешенсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтмәйҙәр. Бындай күренештәрҙе ҡәҙимге көн барышында ла күрәбеҙ. Миҫалға: Сәләм биреү, күрешеү юҡ тиерлек, ә ҡайһы бер йәш-елкенсәк ололар менән үҙҙәренең тиңдәш иптәштәре менән һөйләшкән кеүек һөйләшәләр. Беҙ быны өйҙә лә, урамда ла һәм йәмәғәт транспортында ла күрәбеҙ. Хатта автобустарҙа йәштәр, ололарҙы күрһәләр, йоҡлаған булып күрмәмешкә һалына, йәки юл ситендә ҡул күтәреп тороусы ҡарт кеше өсөн машинаһын туҡтатмай…
Ислам — яҡшылыҡҡа өндәүсе тыныслыҡ дине. Ул бөтә кешене лә ҡәҙер-хөрмәт итергә һәм уларҙың хаҡтарын үтәргә ҡуша. Ислам диненең оло йәштәге кешеләргә ҡарата булған мөнәсәбәте тураһында аңлашып алайыҡ әле.
Раббыбыҙ Ҡөръән-Кәримдә Үҙе үк был донъяла нисек итеп әжер-сауаптар йыйырға мөмкин икәнлеген күрһәтте. Беҙ күп ваҡытта әллә ниндәй бер эш эшләп, шуның аша Аллаһы Тәғәләгә яҡынайырға тырышабыҙ. Әллә ниндәй бер ғәмәлдәр ҡылып, әжер-сауап йыябыҙ. Ә ысынында иһә, ожмах – ул аяҡ аҫтыбыҙҙа, дөрөҫөрәге, әсәләрҙең аяҡ аҫтында. Йәннәткә эләгеү өсөн беҙ сауапты тирә-яғыбыҙҙан йыйырға тейешбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ваҡытындағы Ғәли раҙыйАллаһу ғәнһә һәм башҡа сәхәбәләрҙең ололарға, ғөмүмән, өлкән кешеләргә ҡарата ихтирам күрһәтеүҙәре өсөн Аллаһ Тәғәләнең ожмах вәғәҙә иткәнлеген беләбеҙ.
Оло кешеләрҙе, иң беренсе сиратта, үҙеңдең олоғайған атай-әсәйеңде, туғандарынды, күршеләреңде, үҙеңдең юлыңда осраған ололарға ихтирам итһәң, иғтибарлылыҡ күрһәтһәң, һис һүҙһеҙ, Аллаһы Тәғәлә һинең дәрәжәңде күтәрер. Атайыңдын-әсәйеңдең тиңдәше булған күршеңде үҙ атайың-әсәйең һымаҡ күр тип әйтелмәйме һуң? Әйе, уларҙың хәл-торошон белеп, иғтибар һәм ярҙам итергә өндәй динебеҙ. Оло йәштәге туғандарҙыңда туғанлыҡ хаҡы һәм оло йәштәге хөрмәт хаҡы бар. Оло йәштәге күршеләрҙеңдә күршелек хаҡы һәм ололоҡ хаҡы бар. Бергә мәсеткә йөрөгән оло йәштәге дин ҡәрҙәшеңә ҡәрҙәшлек һәм хөрмәт хаҡы тейешле. Кеше ислам динендә булмаһа ла, беҙ уға ололар хаҡын хаҡлап ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тейешле, бәлки, Аллаһы Тәғәлә уның күңелен яҡшылыҡҡа асыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Бөгөнгө осорҙа өлкәндәрҙе хөрмәт итеү, уларға хөрмәт күрһәтеү әкренләп юғалып бара. Ни өсөн йәштәр ололарҙы хөрмәт итмәй, балалар атай-әсәйҙәрен тыңламай, уларға ҡысҡыра, ә ҡайһы бер мәлдә хатта ҡул да күтәрә? Төп сәбәп кешенең Ислам диненән ситләшеүенә, мәктәптәрҙә әхлаҡ дәрестәре уҡытылмауына бәйле. Күп ата-әсә балаларына Ҡөръәнде, Мөхәммәд ﷺ дең хәҙистәрен өйрәтмәй, сөнки үҙҙәре шул Ислам ҡанундарына таянып йәшәмәгәс, балаларына нимә өйрәтергә лә белмәй. Күптәр ваҡыт етмәүгә һылтаналар, әммә бик күп ваҡыттарын бушҡа уҙғарғандарын белмәйҙәр. Шуға өйҙә баланы ата-әсә түгел, ә телевизор, компьютер тәрбиәләй, ә урамда — тәртипһеҙ, әҡләкһеҙ йәмғиәт.
Йәмғиәтебеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртәйек тиһәк, йәштәр ололарҙы хөрмәт итһен өсөн Ислам дине күрһәтмәләренә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм сөннәһенә ҡайтырға кәрәк. Ололарҙы хөрмәт итергә кәрәклеге тураһында Мөхәммәд ﷺ бер хәҙистә шулай тип әйтә:
ليسَ مِنَّا مَنْ لمْ يرحَمْ صغيرَنا ويُوَقِّرْ كبيرَنَا ويَعْرِفْ لعَالِمِنَا حَقَّهُ
«Кем дә кем кескәйҙәргә ҡарата рәхимле булмаһа, өлкән кешебеҙҙе ололамаһа һәм ғалимдарыбыҙҙың хаҡын белмәһә, ул беҙҙең аранан түгел» (йәғни улар Аллаһ менән Мөхәммәд ﷺ күрһәткән юлдан бармай) (Табарани).
Ошо хәҙис ололарға иғтибар биреп, уларға ярҙам итеү Ислам динендә ҙур урын алып торғанлығын аңғарта. Ни өсөн беҙ ололарға, ҡартайған кешеләребеҙгә ҙур иғтибар бирергә тейеш? Бының сәбәбе ул кешеләрҙең тормош тәжрибәһенә эйә булыуына, уларҙың ошо донъяла төрлө һынауҙар аша үтеп, беҙгә төплө ғилем, тарих һәм кәңәштәре менән күпте белеүҙәренә бәйле. Уларҙа быуындан быуынға тапшырылып килгән тәжрибә, аҡыл һәм хикмәт серҙәре әлеге йәштәрҙекенә ҡарағанда күберәк. Бына шуға күрә лә улар йәштәргә үҙҙәренең төплө кәңәштәрен бирә ала. Шуның өсөн дә Аллаһ Тәғәлә һәм уның Рәсүле Мөхәммәд ﷺ уларҙы ололарға ҡуша.
Әгәрҙә йәш быуын үҙенән өлкәндәргә ҡәҙер күрһәтһә, олоғайғас уның үҙенә лә шундай уҡ хөрмәт күрһәтәсәктәр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙисенән:
مَا أَكْرَمَ شَابٌّ شَيْخًا لِسِنِّهِ إِلَّا قَيَّضَ اللَّهُ لَهُ مَنْ يُكْرِمُهُ عِنْدَ سِنِّهِ
«Әгәр ҙә бер йәш егет оло йәштәге ҡартты хөрмәтләһә, Аллаһ Тәғәлә ул йәш егеттең ҡартлыҡ көнөндә уны хөрмәтләүсе кешене билдәләйәсәк» (Тирмизи).
Шулай уҡ, әгәр ҙә йәш кеше йәшлек ваҡыттарында ололарға хөрмәт күрһәтмәһә, ҡартайғас йәш быуын уға шундай уҡ мөнәсәбәттә буласаҡ. Беҙҙең беребеҙ ҙә мәңге йәш булмаясаҡ, беҙгә лә был көндәр киләсәк һәм ололарға күрһәткән һалҡынлыҡ үҙебеҙгә кире ҡайтасаҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ тағы бер хәҙисендә:
«Эшләнгән изгелек юҡҡа сыҡмай, гонаһ онотолмай, хөкөм итеүсе Аллаһ юҡҡа сыҡмай. Был тормошта нисек теләһәң, шулай бул. Һин нисек хөкөм итһәң, һине лә шулай хөкөм итерҙәр» (Ғабдурраззаҡ «Мусаннәф» китабынан).
Ошо хәҙистә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ кешенең башҡаларға ҡылған насарлыҡтары үҙенә кире әйләнеп ҡайтыуы тураһында хәбәр итә. Аллаһ Тәғәлә Ғәҙел Зат булғанға күрә бөтә кешегә лә тейешле язаһын был донъяла ла һәм ахирәт донъяһында бирергә мөмкин. Шулай уҡ балаларҙа ата-әсәләренә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булһалар, уларҙың балаларыла уларға ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәттә буласаҡтар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ:
«Атай-әсәйҙәрегеҙгә изгелек ҡылығыҙ, балаларығыҙ ҙа һеҙгә игелек ҡылыусы булырҙар» (Хәким).
وَقَضَى رَبُّكَ أَلَّا تَعْبُدُوا إِلَّا إِيَّاهُ وَبِالْوَالِدَيْنِ إِحْسَانًا إِمَّا يَبْلُغَنَّ عِندَكَ الْكِبَرَ أَحَدُهُمَا أَوْ كِلَاهُمَا فَلَا تَقُل لَّهُمَا أُفٍّ وَلَا تَنْهَرْهُمَا وَقُل لَّهُمَا قَوْلًا كَرِيمًا
Әйе, ололар араһында хөрмәткә иң лайыҡ булғандары — ул һинең атайың һәм әсәйең. Аллаһ Ҡөръән китабында әйттә: «Һинең Раббың Үҙенән башҡа нәмәләргә табынмаҫҡа һәм ата-әсәгә изгелек ҡылырға әмер итә. Әгәр ҙә уларҙың береһе йәки икеһе лә ҡартлыҡҡа етһәләр, уларға: „Уф“, — тип тә әйтмә, уларға ҡысҡырма һәм хөрмәтле һүҙҙәр генә әйт. Уларға һин түбәнселек менән мәрхәмәтлек ҡанаттарын йәй һәм әйт:
رَّبِّ ارْحَمْهُمَا كَمَا رَبَّيَانِي صَغِيرًا
»Йә Раббым, улар мине бәләкәй бала сағымда тәрбиәләп үҫтергән кеүек, Һин дә уларға мәрхәмәтле бул". (әл-Исра: 17/23-24)
Өҫтә әйтелгәнсә, әгәр ҙә кеше йәш сағында үҙенең ата-әсәһенә битараф булһа, рәнйетһә, хаҡтарын үтәмәһә, уға ла килер бер заман, үҙенең балалары ла уға шундай уҡ кире мөнәсәбәттә булырҙар. Аллаһ әйтә:
مَّنْ عَمِلَ صَالِحًا فَلِنَفْسِهِ وَمَنْ أَسَاءَ فَعَلَيْهَا وَمَا رَبُّكَ بِظَلَّامٍ لِّلْعَبِيدِ
«Берәр кеше яҡшылыҡ эшләһә, бының файҙаһы уның үҙенә генә була, ә берәрһе насарлыҡ эшләһә, бының зарары үҙенә генә буласаҡ. Һинең Раббың ҡолдарына әҙ генә лә ғәҙелһеҙлек ҡылмай» (Фуссиләт – 41/46).
Ололарға хөрмәт күрһәтеүҙе беҙ нисек аңларға тейеш һәм ул нимә лә сағыла? Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ — дең йәшәү рәүешенең юлына күҙ һалһаҡ, ул үҙ ғәмәлдәре һәм һүҙҙәре менән уны аңлатып ҡалдырҙы. Былар уның сөннәһе булған хәҙистәрендә сағыла.
Бер мәле Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ сит ҡәбиләнән бер төркөм кеше ҡунаҡҡа килде. Ҡунаҡтар Пәйғәмбәребеҙ ﷺ эргәһенә ултырышҡас, ул уларҙан: «Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ иң олоһо», -тип һораны. Һәм улар әл-Мөнзир исемле кешегә күрһәттеләр. Шунан һуң пәйғәмбәребеҙ әл-Мөнзирҙы үҙенең уң яғына ултыртты һәм ҡәбиләнең хәлдәрен һораштыра башланы.
Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә: «Әгәр ҙә һеҙ юлға сыҡһағыҙ һәм намаҙ ваҡыты етһә, берегеҙ аҙан әйтһен һәм иң оло йәштәге кешегеҙ имам булып баҫһын» (Бохари). Осрашҡан ваҡытта ла йәштәрегеҙ беренселәрҙән булып ололарға сәләм бирһен һәм һүҙ башлағанда ла иң беренсе оло кеше башлаһын, тип ҡушты Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
Ана шулай итеп иң беренсе сиратта, ололарға хөрмәт күрһәтеү, осрашҡан ваҡытта уларға беренсе булып сәләм биреү ҙә күренә. Ислам әҙәбе буйынса йәш кеше үҙенән олораҡ булған кешегә беренсе булып сәләм бирергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйтә:
يُسَلِّمُ الصَّغِيرُ عَلَى الْكَبِيرِ، وَالْمَارُّ عَلَى الْقَاعِدِ، وَالْقَلِيلُ عَلَى الْكَثِيرِ
«Йәштәр ололарға, уҙып барыусы ултырып тороусыға, әҙ төркөм үҙенән ҙур төркөмгә (беренсе булып) сәләм бирә» (Бохари).
Ололарҙы хөрмәт итеү сауаб килтерер, донъялағы тормошобыҙҙың тыныслығын арттырыр. Аллаһы Тәғәлә саф күңелле ололарҙың доғаларын ишетеп, кешеләргә мәрхәмәт ҡылыр һәм ризыҡтарыбыҙҙы бәрәкәтләндерер. Бер мәжлестә Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ бер һауыт шәрбәт тәҡдим иткәндәр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, үҙ сиратында, шәрбәтте үҙенән йәшкә өлкәнерәк булған Әбү Үбәйҙә исемле иптәшенә тәҡдим иткән. Әбү Үбәйҙә: «Әй, Аллаһтың Рәсүле, беренсе булып һин ауыҙ ит. Һин минән лайыҡлыһын, һин Пәйғәмбәрһең,» тигәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Һин тәүҙә эс. Бәрәкәт ҡарттарыбыҙҙандыр», тигән, һәм шәрбәтте үҙенән олораҡ Әбү Үбәйҙәгә эсерткән.» Ана шулай, сөннәт буйынса ризыҡ ҡабул итеүҙе иң беренсе оло йәки хөрмәткә лайыҡ кеше башларға тейеш. Хуҙәйфә раҙыйАллаһу ғәнһә әйтә:
«Әгәр ҙә беҙ Мөхәммәд ﷺ менән бергә булһаҡ, ризыҡҡа Аллаһтың илсеһе ҡулын һуҙмайынса ҡағылмай инек» (Мөслим).
Әгәр берәр нәмә бирергә тура килһә, мәҫәлән, һыу булған һауытты, ризыҡты, башта оло кешенән башларға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ шулай тигән:
أمرني جبريل أن أقدم الأكابر
«Миңә Джәбраил фәрештә өҫтөнлөктө ололарға (өлкәндәргә) бирергә ҡушты» (Әбү Бәкр әш-Шәфиғи).
Оло кешеләр зәғифтәрҙән һанала. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Миңә яҡыныраҡ ултыртығыҙ зәғиф кешеләрҙе, һеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризыҡ бирер, еңеү бирер зәғифтәрегеҙ сәбәпле», – тигән. Зәғифтәребеҙҙе лә хөрмәтләү беҙ әжер-сауап килтерә бит.
Оло кеше — ул тормошон йәшәгән, йәмғиәтебеҙҙә файҙалы эҙен ҡалдырған, шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә алдында улар – һис шикһеҙ, хөрмәткә лайыҡлы кешеләр. Хатта Аллаһ Тәғәлә оло кешене ғазаптарға, уны язаға тартырға, тамуҡҡа индерергә ояла, тип әйтә ти. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә шулай тип әйтә: «Иң бәхетле булғандарығыҙ – ул да булһа, оҙон ғүмерҙәр кисереп, шул йәшәгән тормошоғоҙҙа Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылғандарығыҙ», – тигән.
Олоно оло итегеҙ –
Кәңәш алып йөрөгөҙ,
Кесене кесе итегеҙ –
Кәңәш биреп йөрөгөҙ. «Урал батыр» эпосынан.
Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә айырым бер көндәрҙә генә түгел, даими өлкәндәребеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итергә насип итһен. Сөнки беҙҙең ҙә ҡартаясаҡбыҙ, шулар һымаҡ олоғаясаҡбыҙ бар, бер көн килер, беҙ ҙә улар кеүек оло йәштә булырбыҙ, беҙҙе лә шулай ихтирам итһендәр өсөн, Аллаһы Тәғәлә беҙгә башҡа бәндәләрен хөрмәт иттерһен өсөн, беҙ һис шикһеҙ, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ сөннәтен үтәп, ололарыбыҙға ярҙам-ҡәҙер күрһәтергә тейеш булабыҙ.
Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә барыбыҙға ла ололарыбыҙҙы хөрмәт итеп, кеселәребеҙгә мәрхәмәтлелек-шәфҡәтлелек ҡылып йәшәргә насип итһә ине.