Намаҙҙы ваҡытында уҡы!
Намаҙ – динебеҙҙең терәге һәм иң әһәмиәтле ғибәҙәттәрҙең береһе, Ислам дине шарттарының береһе булып тора. Ҡиәмәт көнөндә лә иң беренселәрҙән булып намаҙ өсөн хисап алынасаҡ һәр кемдән. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндең бик күп аяттарында беҙҙе намаҙ уҡырға саҡыра, бына шуларҙың береһе:
وَأَقِيمُوا الصَّلَاةَ وَآتُوا الزَّكَاةَ وَارْكَعُوا مَعَ الرَّاكِعِينَ
Үә әҡиимүс-саләәтә үә әәтүз-зәкәәтә уаркәғүү мәғәр-раакиғиин
"Намаҙҙарҙы үтәгеҙ, зәкәт саҙаҡаһы бирегеҙ һәм намаҙ уҡыусылар менән бергә намаҙ уҡығыҙ" («Бәҡара» сүрәһе, 43-се аят).
Намаҙ уҡыу бер ҡасан да өҫтөбөҙҙән төшмәй. Бәлиғлыҡ йәшенә еткән, үҙ аҡылында булған һәр мосолманға намаҙ уҡыу фарыз. Уҡымаһа, ундай кеше ҙур гонаһлы буласаҡ. Намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡырға тейешлелеге тураһында бик күп сахих хәҙистәрҙә лә әйтелә. Ғабдулла ибн Мәсгут килтергән хәҙис Имам Бохари йыйынтығында урын алған: «Мин Аллаһ илсеһенән һораным: «Аллаһы Тәғәлә иң яратҡан ғәмәл ниндәй?» – «Ваҡытында уҡылған намаҙ». «Ә унан һуң нимә?» – «Атай-әсәйеңде яратыу һәм уларға иң күркәм мөнәсәбәт».
Биш ваҡыт фарыз намаҙ бар: иртәнге намаҙ (әл-фәджр), өйлә намаҙы (әз-зухр), икенде намаҙы (әл-ғаср), ахшам намаҙы (әл-мәғриб ) һәм йәстү намаҙы (әл-ғиша ). Һәр намаҙҙың үтәлер өсөн билдәләнгән ваҡыт аралығы бар. Намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡыу – уның мотлаҡ шарттарының береһе. Намаҙҙы ваҡытынан алда йәки һуңыраҡ уҡырға ярамай. Намаҙ үҙ ваҡытынан алда уҡылһа, ҡабул ителмәй, намаҙ булараҡ иҫәбкә алынмай. Әгәр төрлө сәбәптәр менән намаҙ ваҡытында уҡылмай ҡалһа, уны ҡаза ҡылырға (һуңыраҡ үтәргә) кәрәк була, икенсе төрлө әйткәндә, уҡылмай ҡалған намаҙ башҡа бер ваҡытта үтәлергә тейеш. Ләкин үҙ ваҡытында уҡылмайынса, ҡазаға ҡалған намаҙ тейешле әжер сауабын килтермәй, бары тик Аллаһы Тәғәлә йөкләгән яуаплылыҡ ҡына өҫтән төшә. Шуның өсөн нисек кенә булһа ла, намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡыу тейешле. Ҡөрьән Кәримдең «Ниса» сүрәһендәге 103-се аятта быны раҫлай:
إِنَّ الصَّلَاةَ كَانَتْ عَلَى الْمُؤْمِنِينَ كِتَابًا مَّوْقُوتًا...
...иннәс-саләәтә кәәнәт ғәләл-мүьминиинә китәәбәм-мәүкуутәә
"Ысынынлап та, намаҙ – билдәле ваҡыттарҙа уҡылырға фарыз ителгән ғибәҙәттер".
«...намаҙҙарығыҙҙы ашыҡмайса, шарттарын еткереп үтәгеҙ! Ысынында намаҙ ваҡыты билдәләнгән фарыз ғәмәл итеп йөкмәтелде».
Был аят – намаҙҙарҙы ваҡытында уҡырға кәрәклегенә асыҡтан-асыҡ дәлил, тинек. Шуға күрә намаҙ ваҡыты үтеп китеүҙән һаҡланырға тейешбеҙ. Бер сәбәпһеҙгә ваҡытында уҡымаһаҡ, намаҙыбыҙҙың ҡабул булмауы ихтимал, ә был инде мосолман кешеһе өсөн бик ҙур юғалтыу. Тимәк, намаҙҙарҙы үтәлә торған ваҡыттарҙан һуңға ҡалдырмайынса уҡырға тейешбеҙ.
Әйе, намаҙ, беҙ ниндәй генә хәлдә һәм хәләттә булһаҡ та, бәлә-ҡаза килгәндә лә, бола-һуғыш ваҡыттарында ла, түшәктә үлем хәлендә булғанда ла ҡылынырға тейешле ғибәҙәт. Ҡайһы бер ғибәҙәттәрҙе, ваҡытында булдыра алмаһаҡ, кисектереп тора алабыҙ йәки уны үтәү бурысы тулыһынса өҫтөбөҙҙән төшә. Мәҫәлән, байлығыбыҙ миҡдары нисабҡа тулмай икән, беҙгә зәкәт биреү фарыз түгел, йәғни зәкәт биреү бурысы өҫтөбөҙҙән төшә. Хаж ҡылыу өсөн дә аҡсабыҙ етерлек түгел йәки сәләмәтлегебеҙ сәбәпле унда бара алмайбыҙ икән, был бурыс та, шулай уҡ, беҙҙең өҫтән төшә. Рамаҙан айында юлға сығып, сәфәрҙә, ҡырҙа эштә булабыҙ икән, сәфәрҙән ҡайтҡансыға хәтле ураҙа тотоуҙы кисектереп тора алабыҙ. Шулай уҡ, ауырып китһәк, һауыҡҡанға тиклем ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә.
Ә бына намаҙға килгәндә инде – кисектерергә йәки ҡалдырырға ярамай торған берҙән-бер ғибәҙәт, ул үҙ ваҡыты сыҡҡансы уҡылырға тейеш. Әгәр ауырып китеп, баҫып уҡый алмаһаҡ, ултырып уҡырға, ултырып та уҡый алмаһаҡ, ятып уҡырға тейешбеҙ. Әт-Тирмизи йыйынтығында хәҙис быға дәлил булып тора: «Әмр ибн Ғосман үҙенең ата-бабаһынан хәбәр итә: «Бер ваҡыт сәфәрҙә саҡта улар намаҙ уҡыу өсөн бер тарлауыҡта туҡтайҙар. Шул ваҡытта көслө ямғыр башлана һәм ер йеүешләнә (шул сәбәпле өҫтөндә намаҙ уҡып булмаҫлыҡ дәрәжәгә етә). Шунда Аллаһ илсеһе намаҙға саҡыра һәм йәмәғәт намаҙын, атланған килеш, рөҡуғ менән сәждәне ишаралар менән ҡылып, уҡый, һәм сәждәгә рөҡуғҡа ҡарағанда түбәнерәк эйелә».
«Төхфәтул фуҡаха» китабында яҙылғанса, мосолман кешеһенә, ҡала ситендә һәм ергә төшмәү өсөн етди сәбәптәре булған осраҡта, фарыз намаҙын атланып йөрөй торған хайуан өҫтөндә лә уҡыу рөхсәт ителә. Ундай кешегә намаҙҙы ишаралар менән уҡыу, сәждәгә киткәндә рөҡуғҡа ҡарағанда түбәнерәк эйелеү тейешле.
Йәнә Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә намаҙҙарын ваҡытында уҡымаусыларҙы ҡаты киҫәтә:
فَوَيْلٌ لِّلْمُصَلِّينَ
الَّذِينَ هُمْ عَن صَلَاتِهِمْ سَاهُونَ
Фәүәйлүл-лил-мүсаллиин
Әлләҙиинә һүм ғәң саләәтиһим сәәһүүн.
«Ниндәй үкенес һәм һәләкәтлек ихласһыҙ намаҙ уҡыусыларға. Улар намаҙҙарынан ғафилдар, ваҡытында уҡымаҫтар һәм намаҙҙың рөҡөғөндәрен хөрмәт ҡылмаҫтар, намаҙҙарының ваҡытынан кисегеүенә ҡайғырмаҫтар». («Әл-Мәғун», 107:4-5)
Намаҙ уҡыуға етди иғтибар бирмәһәк, ваҡыты сыҡҡас уҡыһаҡ, уның сауабы ҡалмай, бурыс булараҡ ҡына өҫтөбөҙҙән төшә. Намаҙҙы ваҡытында уҡымау дингә лә, иманға ла ҙур кәмселек килтерә, сөнки беҙ билдәле бер ваҡытта Аллаһы Тәғәләне зекер итмәйбеҙ икән, арабыҙ һыуына башлай. Намаҙ тейешле ваҡытында уҡылмағас, уның тәмен дә тойоп булмай. Эштән арып ҡайтҡас, береһе артынан береһен ихласһыҙ уҡылған ғибәҙәттең һис бер ниндәй рәхәте лә, тәме, әжере ҡалмай. Бындай намаҙ «исем» өсөн генә, бурысымды үтәнем тийеү генә була. Пәйғәмбәребеҙ заманында, уның сәхәбәләре һәм тәүге баштарҙа Ислам динен ҡабул итеп нисек намаҙ уҡығандарҙы, хәҙерге намаҙ уҡыусылар менән сағыштырып ҡарау ҙа мөмкин түгел.
Көндәлек тормошта ла һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Миҫалға: эшкә теүәл аныҡ билдәләнгән ваҡытҡа барырға тейешбеҙ, әгәр һуңлаһаҡ, киҫәтәләр, хатта, эш хаҡын ҡырҡырға мөмкиндәр; ә инде даими һуңлай башлаһаҡ, эштән ҡыуалар бит. Әгәр ҙә инде ауырып китһәң, табибтар дауа билдәләй һәм шифаһы булһын өсөн, дарыу-уколдарҙы билдәле бер ваҡытта ҡабул ителергә, шприцтағы дарыу шыйыҡлығын шул сәғәттә тәнгә ҡаҙалырға тейешлеген иҫкәртәләр. Әгәр инде табип билдәләгән ваҡыттарҙа дарыуҙы ҡабул итмәһәң, дауаланыу процессы бик оҙаҡҡа һуҙылырға йә иһә уның нәтижәһе нимә менән бөтөүен бик яҡшы аңлайбыҙ.
Шәриғәттә лә һәр бер фарыз намаҙҙы уҡылырға тейеш ваҡытта үтәмәй ҡалдырыу ҡәтғи тыйылған. Киреһенсә, кеше, ниндәй генә шарттарҙа булһа ла, уға йөкләнелгән намаҙ ғибәҙәтен үтәргә тейеш. Тәһәрәте, тәһәрәт алыу өсөн һыуы йәки башҡа етди сәбәбе булһа ла, уға тәйәммүм эшләү менән һәм шул халәтендә намаҙ уҡыу тейешле. Хатта кешенең кейеме булмаһа ла, ул намаҙҙы ваҡытында ҡылырға тейеш. Сир арҡаһында хәле булмаған һәм намаҙҙы тулы рәүештә ҡыла алмаған кеше өсөн дә хөкөм шул уҡ. Әгәр кеше тәһәрәт алыу өсөн һыу ҙа, тәйәммүм эшләү өсөн саң-тупраҡ та тапмаһа, фәтүә биреүсе кешеләр фекеренсә, уға барыбер намаҙын уҡыу кәрәк, сөнки билдәләнелгән ваҡыт намаҙҙың бер шарты булып тора.
Намаҙҙың ваҡыттары тураһында Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә тағы шуны әйткән:
فَسُبْحَانَ اللَّهِ حِينَ تُمْسُونَ وَحِينَ تُصْبِحُونَ
وَلَهُ الْحَمْدُ فِي السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَعَشِيًّا وَحِينَ تُظْهِرُونَ
Фәсүбхәәнә-ллааһи хиинә түмсүүнә үә хиинә тусбихүүн.
Үә ләһул-хәмдү фис-сәмәәүәәти үәлардыи үә ғәшиййәү-үә хиннә туҙһируун.
«Аллаһты тәсбих итегеҙ һеҙ ахшамға кергәндә һәм таң атып килгәндә. Бар маҡтауҙар Уғалыр, күктәрҙә лә, ерҙә лә, өйлә ваҡытында ла, икенде ваҡыты еткәндә лә», «Әр-Рум», 30:17-18.
Үкенескә ҡаршы, һуңғы ваҡытта үҙҙәре өйҙәрендә булһалар ла, йәғни намаҙ уҡырға бөтөн мөмкинлектәре була тороп та, бер сәбәпһеҙ бер-ниһеҙ, намаҙҙарын ваҡытында уҡымаусылар бар. Улар: «Әй, һуңынан ҡаза ҡылып ҡына уҡырмын әле», – тип, әлеге ҙур ғибаҙәткә бик еңел ҡарайҙар. Намаҙға ҡарағанда йоҡоно ҡәҙерлерәк һанап, йәстү һәм иртәнге намаҙҙарын ваҡытында уҡымайҙар. Был Ғаләмдәрҙең Хужаһы булған, беҙгә ризыҡ, ниғмәттәр биреп тороусы Раббыбыҙҙы тыңламау, уға ҡарышыу була! Ваҡытында уҡылған намаҙ өсөн Ҡиәмәт көнөндә Раббыбыҙ алдында нимә тип яуап бирербеҙ? Әлеге намаҙҙы ҡабаттан уҡыу мөмкинлегебеҙ булмаҫ. Ялҡаулығыбыҙ, Аллаһ ҡушҡандарға етди ҡарамауыбыҙ арҡаһында, әжер-сауабһыҙ ҡалабыҙ бит. Аллаһының рәхмәте үә бәрәҡәте иртәнге намаҙ ваҡытында төшә бит.
Ғалимдәрҙең әйтеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәсәлләм иртәнге намаҙға ҙур иғтибар биргән, бер ҡасан да уның сөннәтен ҡалдырмаған. Пәйғәмбәребеҙ: «Кем дә кем иртәнге намаҙҙың сөннәтен үтәмәй, шул донъя бәхетенән мәхрүм ҡалыр,» – тигән. Шуға күрә, әгәр берәү йоҡлап ҡалыпмы, йә иһә башҡа сәбәпле иртәнге намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡый алмаған булһа, уның сөннәтен дә, фарызын ла уҡыһын, сөнки иртәнге намаҙ сөннәтендә Раббыбыҙҙың рәхмәте, бәрәкәте бар. Шулай ҙа, әгәр кеше иртәнге намаҙҙы өйлә кергәнгә тиклем үтә алмаһа, ул төшкө намаҙ башланған ваҡыттан һуң уның фарызын ғына уҡырға тейеш була.
Йәстү намаҙы мәсеттәрҙә ваҡыты етеү менән уҡыла. Ләкин Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм: «Йәстүне кисектереп уҡырға мөмкинлеген бар икән, һуңғараҡ уҡы. Бының әжер-сауабы күберәк», – тигән. Ә инде ҡалған намаҙҙарҙы, бигерәк тә ахшамды, ваҡыты етеү менән үк уҡыу хәйерлерәк, сөнки уның ваҡыты ҡыҫҡа. Башҡа намаҙҙарҙы ла үҙ ваҡытында, йәғни ваҡыты инеү менән уҡыу сауаплыраҡ.
Мәсеттәрҙә аҙан һәм ҡамәт әйтеүҙән һуң намаҙға тиклем бер аҙ ваҡыт ара ҡалдырыла. Был мәсеткә күберәк халыҡ йыйылһын өсөн шулай эшләнелә.
Шуға күрә намаҙҙарыбыҙҙы үҙ ваҡытында уҡып барырға бөтә көсөбеҙҙе йүнәлтәйек, был мәсьәләлә иғтибарлы булайыҡ һәм намаҙҙы үҙ ваҡытынан ҡалдырып уҡыуҙан бик ныҡ һаҡланайыҡ. Намаҙ – мосолмандың иң төп вазифаларының береһе. Ул – Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеш, Уның менән рухи яҡтан бәйләп тороусы хикмәт.
Шулай итеп, көнөнә биш мәртәбә, билдәләнгән ваҡытта намаҙ уҡыу – был донъяла ла һәм ахирәттә лә бәхеткә, сәғәҙәткә ирешеүебеҙгә бер сәбәп. Сөнки намаҙ уҡыу – иң ҙур изгелектәрҙең береһе. Ә кем Аллаһҡа иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәһә, Аллаһ Тәғәлә уны бәхетле тормошта йәшәтәсәк, быға Раббыбыҙҙың һүҙҙәре дәлил булып тора: Кем дә кем – ир кеше булһын, йәки ҡатын-ҡыҙ булһын, Аллаһыға иман килтергән хәлдә изге эш ҡылһа, уны Беҙ яҡшы тормош менән йәшәтәсәкбеҙ, һәм уларға әжерҙәрен, улар ҡыла торған ғәмәлдәренән яҡшыраҡ итеп ҡайтарасаҡбыҙ («Нәхел» сүрәһе).
Бына шулай намаҙ тураһында һөйләгәндә, Ҡөръәндә лә, пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә лә, уны ҡәтғи рәүештә үҙ ваҡытында уҡыу талап ителә. Намаҙҙы нисек булһа ла үҙ ваҡытында уҡырға тырышырға кәрәк. Һәр ғәмәлебеҙҙән Аллаһ риза булһын!
Барыбыҙға ла Аллаһ Тәғәлә тәүфиҡ, һиҙәйәт бирһә ине. Уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, бәхетле, тыныс, имен тормошта йәшәп, Раббыбыҙҙың киң рәхмәте менән Йәннәттәренә инергә насип булһа ине. Әмин.