Маҡтаныу
Кеше күңеленең бер насар ғәҙәте бар – ул маҡтаныу.
- Ә нимә һуң ул маҡтаныу?
Маҡтаныу ул — урынһыҙға үҙ-үҙеңде йәки берәр эшеңде маҡтау, булмағанды арттырып һөйләү, шапырыныу, һауаланыу, ҡупырайыу, маһайыу, эреләнеү. Арабыҙҙа ҡайһы бер әҙәмдәребеҙҙең холҡо шундай һәләткә эйә. Беҙ уларҙың был кире ҡыланыштарын тормошобоҙҙа йыш ҡына осратҡылайбыҙ.
Маҡтаныу, сөсөләнеп бер-береңде маҡташып ултырыу мосолман әҙәбенән түгел. Динебеҙҙә маҡтаныу кеүек ғәҙәтте хупламағандар. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм алдында берәү, бер ҡәрҙәшен үлтереп маҡтарға керешкән икән, пәйғәмбәр уны туҡтатҡан. Быны ҡәрҙәшеңде һуйыу менән тиңләгән. “ Кемгә лә булһа иң юғары баһаны бирәм тиһәң “ Мин ул кешене ысын мосолман тип беләм” тип әйтеүең етә” тигән.
"Әт-Тәғүиләт Ән-Нәжми" китабында былай тиелә: «Маһайыу, дан-шөһрәт яратыу һәм башҡаларҙы түбән күреү кеүек шайтани ғәмәлдәр өсөн тәүбә ҡылмағандар иблис менән бер юлға баҫасаҡ, ләғнәткә дусар буласаҡ һәм Аллаһы Тәғәләнең мәғфирәтенән йырағаясаҡ».
وَلَا تَمْشِ فِي الْأَرْضِ مَرَحًا إِنَّكَ لَن تَخْرِقَ الْأَرْضَ وَلَن تَبْلُغَ الْجِبَالَ طُولًا
Үә ләә тәмши фил-ардыи мәрахән иннәкә ләң тәхриҡаль-арда үә ләң тәблүғаль-джибәәлә тууләә.
(Әллә кем булып) маһайып йөрөмә: барыбер Ерҙе үтә тишә алмаҫһың, тау бейеклек була алмаҫһың. Төндә күсеү сүрәһе 17/37.
Кемдәрҙер үҙ абруйҙарын маҡтаныу юлы менән күтәрергә тырыша. Улар үҙҙәрен иң мәшһүр (популяр) кешеләргә һанап маҡтанырға, шапырынырға яраталар, үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн ҡуялар. Бигерәктә түрәлеккә үрләгәндәрҙең башҡаларға ҡарата үҙҙәрен нисек тотҡандарын беләбеҙ. Шулай уҡ ғәҙәттә, күп эш хаҡы алыу, ҡыйбатлы автомашина (иномарка) алыу, яңы кейем кейеү, берәр «ҙур» кеше менән танышыу, дингеҙ буйына, курортҡа барып ҡайтыу, ундай кешеләрҙә маҡтанырға, үҙен башҡа кешеләрҙән айырып күрһәтергә сәбәп була. “Минең атайым, йәки олатайым мулла булған, шуға мин үҙем динде һеҙҙҙәң яҡшы беләм” — тигәндәрҙе ишеткәнегеҙҙер моғайым. Ҡайһы ваҡытта ошондай ата-әсәләрҙең шундай ҡыланыштарына эйәреп, балалар ҙа маҡтана башлай. Иптәштәре алдында, минең туғаным, йә иһә ата-бабалар атаҡлы, даны сыҡҡан кешеләр, ҙур урында эшләй, тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар. Бына шундай шарттарҙа ата-әсәләр балаларының үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртыусы, башҡалар хеҙмәте һәм тормошона битараф, һауалы кешеләр булып үҫеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар.
Маҡтансыҡ кешеләр донъяла йәшәгәндә үҙендә булған көс-ҡеүәтен, мал-мөлкәтен күреп, Раббыһына шөкөр итәһе урында маһая, үҙен башҡаларҙан өҫтөн күрә башлай. Үҙ өҫтөнлөктәре менән үҙ донъяһында ҡыуанып йәшәһә бер хәл, ләкин ул өҫтөнлөктө башҡалар ҙа күрергә тейештәр, тип һанай башлайҙар. Аранан танымаусылар булһа, уныһына көс менән танытырға тырышалар.
Бына шунда ул кешеләр араһында бер-береңде кәмһетеү, рәнйетеү, йәберләү кеүек ғәҙелһеҙлек күренештәре килеп сыға инде.
Әбү Мәлик әль-Әшғәринән (уға Аллаһының ризалығы булһын) тапшырыла, Аллаһының Рәсүле Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтте:
أَرْبَعٌ فِي أُمَّتِي مِنْ أَمْرِ الْجَاهِلِيَّةِ، لَا يَتْرُكُونَهُنَّ: الْفَخْرُ فِي الْأَحْسَابِ، وَالطَّعْنُ فِي الْأَنْسَابِ، وَالْاسْتِسْقَاءُ بِالنُّجُومِ، وَالنِّيَاحَةُ وَقَالَ: النَّائِحَةُ إِذَا لَمْ تَتُبْ قَبْلَ مَوْتِهَا، تُقَامُ يَوْمَ الْقِيَامَةِ وَعَلَيْهَا سِرْبَالٌ مِنْ قَطِرَانٍ، وَدِرْعٌ مِنْ جَرَبٍ
«Дөрөҫөндә, минем өммәтемдә дүрт сик (черта) бар, элекке динһеҙлек заманынан ҡалған һәм шуны белеп тә тыйылмағандар: үҙенең сығышы һәм дәрәжәһе менән маҡтаныу, кешене нәҫеле, (ырыуы, милләте) һәм хәле менән дискредитациялау, ямғырҙы йондоҙҙарҙан һорау һәм мәйетте оҙатҡанда ҡысҡырып, өҙгөләнеп илау. Әгәр үлгән кешене оҙатҡанда ҡысҡырып илаусы (ҡатын) тере сағында тәүбәгә килмәһә, Ҡиәмәт көнөндә ыҫмаланан булған кейемдә һәм эренле тире ҡапсығында булыр» (Имам Ахмад, 22903; Муслим, 934; Ибн Хиббан, 3143).
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм был дүрт йүнһеҙ сифатҡа эйә булыусылар өммәтем араһынан булыр. Динебеҙҙә хупланмаған ғәмәл булыуын белә күреп тороп, үҙҙәренең наҙанлығы арҡаһында быны эшләрҙәр ти.
Мин-минлек менән һауаланып ауырыған кеше үҙе өсөн тормош ҡиммәттәрен билдәләй торған үлсәүҙе үҙе яһай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Ахырызаман алдында үлсәүҙәрҙең аҫты-өҫкә килер», – тине. Ул үлсәүҙә аҡ ҡара булып, яуызлыҡ изгелек, ялған хаҡлыҡ булып күренергә лә мөмкин. Мин-минлек менән ағыуланған кешенең башында бер ҡайғы – тормоштың һәр миҙгеленән нимәлер алыу, эләктереү, эсендәге «мин»ен ҡәнәғәтләндереү. Һис шикһеҙ, ундай кеше үҙ ҡайғыһынан башҡа ҡайғыны күрмәй, уны үҙ мәнфәғәтенән башҡа кешенең мәнфәғәте борсомай. Мин-минлек менән ауырыусы кеше хаталанһа ла, хатаһын танымай. Ҡылған яуызлығын мең изгелек шаршауы артына йәшерә. Миненә ҡайһылай яйлы, нисек файҙалы – шулай эшләй, шуныһы дөрөҫ тип йәшәй. Ана шулай өҫтә ултырыусыларҙың маһайыу тәҡҡәберлеге арҡаһында бөгөнгө донъяның ваҡиғалары нимәгә барып теркәлгәнен күрәбеҙҙә инде.
لَا جَرَمَ أَنَّ اللَّهَ يَعْلَمُ مَا يُسِرُّونَ وَمَا يُعْلِنُونَ إِنَّهُ لَا يُحِبُّ الْمُسْتَكْبِرِينَ
Ләә джәрамә әннә-ллааһа йәғләмү мәә йүсируунә үә мәә йүғлинүүнә иннәһү ләә йүхиббүл-мүстәкбируун.
Шик юҡ, уларҙың ни йәшереп, ни йәшергәнен Аллаһ белә. Ысынлап та, Ул тәкәбберҙәрҙе ( хвастливых) яратмай! Әл-Нәхл сүрәһе. 16/23.
Маҡтанғанды ла халыҡ һис һөймәй, быны иҫбатлап мәҡәлдәрҙә лә әйтелә: “Маҡтаныу һәр кемде хур итә, тыйнаҡ булыуға ни етә”. “Аҡыллының аҡылы йөрәгендә. Тиленеке – телендә” һәм башҡаһы. Кешенең үҙ көсөңә ышанмауҙан шапрыныу килеп сығала инде, быға тормошобоҙҙа бихисап миҫалдар бар. Һәр саҡ маҡталған кешенең холҡо кире яҡҡа үҙгәреп китеүе бар, мин-минлегенә хужа була алмаҫ.
Маҡтауҙың да самаһын белеп, яҡшы һүҙ йән аҙағы, әммә, уның да дөрөҫлөккә тап килеүе кәрәк. Йәмғиәтебеҙҙә, ҡайһы бер ғәиләләрҙә ҡатындары маҡтап-ҡупайтып ҡына ирҙәренең иғтибарын яулай. Әлбиттә, ҡатын кеше ул ирҙең йомшаҡ яғын белеп эшләй, уның һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ҡына тороу кәрәк тип һанайҙыр. Шулай итмәһәң ыңғай яҡҡа бармаҫ, эш эшләмәҫ тиҙәр. Әйе, кемдер маҡтау һүҙенә мохтаж. Маҡтау һүҙҙең ишетеүенә иреп китә, шуның буш һәм ялған һүҙ икәнең аңлаһа ла, маҡтау һүҙҙен көтөп кенә тора. Ләкин маҡтаған кешенән ҡас, һүккән кешегә ишек ас, тиҙәр бит! Ана шул ялған маҡтау тигәндәре бер шайтан ғәмәлдәренән инде.
Бер юлы маҡтап та, маҡтаныуға юл ҡуймай ҙа нисек тәрбиәләгәндәр һуң? Тәрбиә мәсьәләһенә килгәндә, күренекле совет педагогы Сухомлинский В. А. әйтеүенсә: “Яҡшы эше өсөн, кешеләргә изгелек эшләгән өсөн маҡтау тәрбиә эшендә иң нескә ҡорал булып тора. Маҡтау, образлы итеп әйткәндә, баланы кешелектең элементар культураһы китабын уҡырға өйрәтә. Ғаилә, коллектив тарафынан әйтелгән хуплау һүҙҙәре баланы дәртләндерә, унда ғорурлыҡ тойғоһы уята. Ләкин балаға маҡтау һүҙҙәре генә шатлыҡ килтерә икән, ул саҡта был инде ҡурҡыныслы. Тәрбиәнең ысын асылы – маҡталыуға иҫәп тотмайынса яҡшылыҡ эшләргә өйрәтеүҙән тора”.
Әммә бөгөнгө көндә беҙ маҡтаныуға ла, маҡталыуға ла шәпбеҙ, балаларыбыҙға ла һүҙ тейгеҙмәй, уларҙы һәр яҡтан ҡурсалайбыҙ, бөтәһенән дә улар иң шәптәре тип, шаштырабыҙ, башҡаларҙыҡын кәмһетеп, үҙемдекеләр бик шәптәр тип ярһыйбыҙ. Быға миҫал итеп социал селтәрҙәрҙә яңы тыуған балаларҙың фотоларын ят кешеләр хозурына ҡуябыҙ. Уның тәүге аҙымын, бәпәй һәм бала сағын, мөһим, күңелле миҙгелдәренә ҡупырайып фотоһүрәттәрен донъяға сығарып, шапырынабыҙ. Ғаилә эсендә генә бик әһәмиәтле һәр яңылыҡты интернетта күрһәтеп барыу – маһайыусанлыҡ бит. Был балалар үҫеп, үҙҙәре социаль селтәрҙә аралаша башлағас, әлеге маҡтаныуҙарҙы дауам итәләр. Уларҙы биләүҙән үк атай-әсәйҙәр үҙҙәре боҙа булып сыға түгелме? Бының һөҙөмтәһе нимәгә алып барғанын һиҙмәй, һәр кем тейерлек модалы кейемдә, ҡыйбат машина, матур өй алдында фото-видеоға төшөп үҙен күрһәтергә тырышып гонаһҡа төшә түгелме?
Баҫалҡылыҡ, оят, тыйнаҡлыҡ етмәй инде хәҙерге йәмғиәтебеҙҙә, һәр кем үҙен күрһәтеп, «бына мин ниндәй» тип, балҡыйһы килеп, шулай кәпәренә инде, мин-мин тип күкрәк һуғып.
Психологтар әйтеүенсә нескә кисерештәргә һәләтле булмаған ҡаты бәғерле кешелә юғары идеалдар тыуа алмай. Ҡаты бәғерлелек кешеләргә ҡарата ғәмһеҙлек, ғәмһеҙлек – үҙ-үҙеңде яратыу, үҙ-үҙеңде яратыу – рәхимһеҙлек барлыҡҡа килтерә.
وَلَا تُصَعِّرْ خَدَّكَ لِلنَّاسِ وَلَا تَمْشِ فِي الْأَرْضِ مَرَحًا إِنَّ اللَّهَ لَا يُحِبُّ كُلَّ مُخْتَالٍ فَخُورٍ
Үә ләә түсағғир хаддәкә линнәәси үә ләә тәмши фил-ардыи мәрахән иннә-ллааһа ләә йү-хиббү күллә мухтәәлиң фәхуур.
Кеше алдында сырайыңды һытма, тәкәбберләнеп йөрөмә. Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡ кешене яратмай! Лоҡман сүрәһе. 31/18.
Кемдер үҙенең булған ғилеме, байлығы, ҡылған изгелектәре менән маһайып, кешеләр күрһендәр, ғәмәлдәренә һоҡланып уны маҡтаһындар тип йөрөй икән – был рия тип атала. Рия (показуха) — ҙур гонаһ. Уны ширектең бер өлөшө тип әйтергә мөмкин. Намаҙҙы башҡаларға күрһәтеү өсөн, кешеләр иғтибарын йәлеп итеп уҡыусыларға, әлбиттә, үкенес буласаҡ. Хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән уҡыусынан: “Донъяла Минең өсөн ни эшләнең?"— тип һораясаҡ. Теге кеше: «Йә, Раббым, Китабыңды уҡыным, өйрәндем», — тигәс, Аллаһы Тәғәлә: «Ялғанлайһыңмы. Уны матур уҡый тип башҡалар һоҡланһын өсөн уҡының», — тийәсәк. Унан һуң тағы берәүҙе — хәйриә менән булыусыны килтерерҙәр. Малы тураһында һорау ала башлағас, ул: «Йә, Раббым, малды Һинең юлыңда тоттом, мәсет-мәҙрәсә һалдырҙым», — тип яуап ҡайтарыр. Раббыбыҙ: «Уны үҙеңде маҡтаһындар өсөн эшләнең», — тийер. Өсөнсө кешене — Аллаһ юлында көрәшкән затты саҡырырҙар. Ул да Раббыбыҙҙан: «Минең юлда үҙеңде батыр итеп күрһәтеү өсөн һуғыштың», — тигән яуап ишетер. Уны ла ҡалғандар менән бергә йәһәннәмгә оҙатырҙар. Игелекле ғәмәл ҡылабыҙ икән, шапЫрыныу, эреләнеү, маҡтаныу, маһайыу маҡсат булырға тейеш түгел. Ул саҡта ахирәткә сауап ҡалмай. Йәһәнәм менән йәннәткә ышанған һәр кем ни эшләһә лә, иң элек, был мине ожмахлы итерме, әллә тамуҡҡа алып барырмы, тип уйлай. Йәннәткә ғәмәл түгел, Аллаһтың рәхмәте менән керәбеҙ. Уның рәхмәтенә ирешеү мөһим.
Ҡөрьәндең «Әл-Ғимран» сүрәһендә: «Аллаһы Тәғәлә ғәмәлдәрҙе ихлас күңел менән ҡылыусыларҙы ярата», — тиелә. «Зүмәр» сүрәһендә иһә: «Раббың өсөн ихластан Аллаһҡа доға ҡыл», — тигән аят бар. Ихластан ғәмәл ҡылыу маҡтау һүҙе ишетеүҙе, матди байлыҡ, файҙа алыуҙы өмөт итмәйсә, Хаҡ Тәғәлә ризалығы өсөн эшләүҙе аңлата. Ислам дине ҡанундарын үтәгәндә лә шуны иҫтә тоторға тейешбеҙ.
Аллаһ Тәғәлә Раббыһы ризалығы өсөн иғәнәләр биргән ҡолона айырыуса мәрхәмәтле, ҡоло донъя файҙаһы, дан, шөһрәт ҡаҙаныу хаҡында уйламаһа әлбиттә. Шуның өсөн, шулай булғас, бер ғәмәлең өсөн маҡтау көтөргә кәрәкмәй, һәр ғәмәлебеҙ Аллаһ ризалығы өсөн булырға тейеш. Ҡөрьән тәүгеләрҙән булып шундай саҙаҡа биргән Ғәли һәм Фатима, радыйаллаһу ғәнһүмә, хаҡында бәйән итә:
«Үҙҙәре лә фәҡир булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ризыҡтарын мохтаждарға, етемгә, әсир кешегә бирер. Улар хәйерселәргә: «Беҙ һеҙҙе Аллаһ ризалығын алыр өсөн ашатабыҙ, һеҙҙән бер түләү ҙә, рәхмәт әйтеүегеҙҙе лә көтмәйбеҙ. Ысындан да беҙ ауыр һәм хәтәр бер көндөң ғазабынан ҡурҡабыҙ», — тип әйтерҙәр. Бына шуның арҡаһында, Аллаһ ул көндө уларҙы әфәттән ҡотҡарыр, сырайҙарына нур өҫтәр. Күңелдәренә ҡыуаныс бирер» (Инсан, 76/8-11).
Был донъяла ҡылған изгелектәре һәм ниғмәттәре өсөн һис бер бүләк өмөт итмәйенсә, хеҙмәтенең ҡәҙерен белеү-белмәүҙәренә ҡарамай торған кешеләр ҙә булырға мөмкин. Ошондай кешеләр үҙ арабыҙҙа ла бар. Ләкин улар бик аҙ булғанлыҡтан уларға ҡарап хөкөм йөрөтөү мөмкин түгел. Шуға күрә, Рәсүлуллаһы кешеләр тарафынан булдырылған ниғмәттәр, файҙалар һәм хеҙмәттәргә шөкөр ҡылырға, рәхмәт әйтергә ҡушҡан, һәм шул шөкөрҙәр Аллаһы Тәғәләнең Үҙенә шөкөр ҡылыу булыуын аңлатып үткән.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
إِنَّ أَكْرَمَكُمْ عِنْدَ اللَّهِ أَتْقَاكُمْ
«Ысынында, иң хөрмәтле (Аллаһыға һәм ахирәткә иң лайыҡлыһы һәм иң яҡшыһы) – Аллаһынан ихлас күңеле менән ҡурҡҡан (гонаһ эшләүҙән ҡурҡып, Аллаһ язаһынан ситләшкән). Бүлмәләр сүрәһе. 13
Ислам динендә бар маҡтаныуҙа шелтәләнә, ә үҙ сығышын менән маҡтаныу боҙоҡ һәм насар ғәмәлдәрҙән һанала, сөнки тыуғанлыҡ ебе Аллаһ рәхмәте менән бирелә.
Дан-шөһрәттән ҡасып, ихлас күңелдән, изге ниәттән, Аллаһ Тәғәләһе ризалығы өсөн, Уның шәфҡәтенә өмөт бағлап, маҡтаныуҙың кеше абруйын төшөрә торған насар ғәҙәттәрҙең береһе икәнлегенә төшөнөп йәшәргә барыбыҙғала насип итһен. Әмин.