Әҙәп тураһында
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир — рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхабии әждмәғин.
Бөтә ғәләмдәрҙең раббыһы һәм тәрбиәсеһе булған Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә маҡтауҙарыбыҙ һәм ололауҙарыбыҙ булһа ине. Бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең солтаны булған Аллаһтың рәсүле – Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның ғәилә-яҡындарына һәм барлыҡ сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
Аллаһы Тәғәләнең әмерен үтәү ниәте менән мәсетебеҙгә йыйылған хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, һеҙҙе динебеҙҙең күркәм сәләме менән сәләмләйем:
Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ!
Хөрмәтле мосолмандар! Әгәр: «Мосолман ниндәй булырға тейеш?» – тигән һорау бирелһә, беҙ: «Ул әҙәпле, тәртипле булырға тейеш,» – тип яуап бирәсәкбеҙ. Әҙәп – ул тәрбиәлелек, эске культура. Яҡшы холоҡҡа эйә булған, үҙ-үҙен тота һәм башҡалар менән аралаша белә торған кешегә әҙәпле тиҙәр.
Әҙәп – ул эске байлыҡ. Ул кешенең тышҡы ғәмәлдәрендә күренә. Әҙәп менән кеше Аллаһы Тәғәләнең башҡа мәхлүктәренән айырылып тора.
Аллаһы Раббыбыҙҙың дуҫтары, әүлиәләр тап бына әҙәпле булыу арҡаһында юғары рухи дәрәжәләргә ирешкәндер, сөнки улар әҙәпте бөтә ғәләмдәргә рәхмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренән өйрәнгәндәр. Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләм, үҙ сиратында, әйткән:
"Миңә тәрбиәне Аллаһ үҙе бирҙе, һәм был тәрбиә ниндәй күркәм булды", – тигән (Суйути «Джәмиғ Әс-Сәғир»).
Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең күркәм йәшәү рәүешен, әҙәбен күреп бик һоҡланғандар. Әнәс бин Мәлик (Аллаһ унан риза булһа ине) тигән сәхәбә әйткән: «Мин Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләмгә ун йыл хеҙмәт ҡылдым. Бер мәртәбә лә йәмһеҙ һүҙ һөйләгәнен ишетмәнем. Бер ҡасан да: „Был эште ни өсөн шулай эшләнең?“ – тип асыуланғанын күрмәнем», – тигән (Мөслим).
Мөхтәрәм йәмәғәт! Әгәр кеше үҙен иманлы тип һанай икән, тимәк, ул әҙәпле, тәртипле, әхләҡле булырға тейеш. Мосолмандарҙың бөйөк шағиры, хикмәт эйәһе Йәләлетдин Руми хәҙрәттәре (Аллаһ уны үҙ рәхмәтенән айырмаһа ине):
"Әй, ҡәрҙәшем, ас күҙҙәреңде һәм Аллаһы Тәғәләнең ҡәләмен баштан алып аҙағына тиклем уҡы. Ҡөрьәндең һәр бер аяты әҙәпкә өйрәтә", – тигән.
Күренекле Ислам ғалимы Әхмәд Фарук Сирһинди (Аллаһы Тәғәлә уны үҙ рәхмәтенән айырмаһа ине) әйткән: «Әгәр кеше әҙәп ҡағиҙәләрен үтәмәһә, ул Аллаһы Тәғәләнең юлында юғары дәрәжәләргә өлгәшә алмаҫ, Раббыһына яҡын була алмаҫ, сөнки хаҡ мосолмандың йөҙө – әҙәп», – тигән.
Әҙәп – ул иманлы кешенең иң ҙур байлығы, хазинаһы. Ул кешене Аллаһтың рәхмәтенә һәм ризалығына илтә. Танылған әүлиәләрҙең береһе Хужа Баһаутдин Нәҡшбәнди хәҙрәттәре (Аллаһы Тәғәлә уны үҙ рәхмәтенән айырмаһа ине) әҙәплелек ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәргә тырышҡан. Ул әйткән: «Остазым миңә һәр ваҡыт йәтимдәргә, фәҡирҙәргә, мохтаждарға, ауырыуҙарға ярҙам итергә, уларға хеҙмәт итергә ҡуша ине. Ете йыл буйына Аллаһтың мәхлүктәренә хеҙмәт иттем, уларға ҡарата әҙәпле булырға тырыштым һәм шул әҙәп арҡаһында Аллаһы Тәғәлә йөрәгемде асты. Мин мәхлүктарҙың Аллаһҡа ялбарыуҙарын ишетә башланым», – тигән.
Хөрмәтле мосолмандар! Әҙәпкә эйә булыр өсөн рухи тәрбиә кәрәк. Рухи тәрбиә биреү һәр бер ата-әсәнең, уҡытыусының, тәрбиәсенең изге бурысы. Әҙәп темаһы бик ҙур һәм ул үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:
- Аллаһы Тәғәләгә ҡарата әҙәп;
- Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә әҙәп;
- Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең вариҫтарына, йәғни ғалимдарға һәм әүлиәләргә ҡарата әҙәп;
- бөтә мәхлүктәргә ҡарата әҙәп.
Аллаһы Тәғәләгә ҡарата әҙәп. Шуны иҫтә тоторға кәрәк, Иблис ҙур белемдәргә эйә булып, ҡалғандарҙың остазы булһа ла, Аллаһтың рәхмәтенән мәхрүм булған, сөнки ул Аллаһы Тәғәләгә ҡарата әҙәпһеҙлек ҡылған. Белеме булған, ләкин әҙәбе булмаған. Шайтанға ҡаршы булған төп ҡоралдарҙың береһе – әҙәп. Йәләлетдин Руми яҙған:
"Әҙәм ғәләйһиссәләмгә сәждә ҡылмағас, Иблис әйткән: «Мин бит уттан яратылғанмын, ә Әҙәм иһә — балсыҡтан ғына. Мин Әҙәмдән өҫтөнөрәк, ни өсөн мин уға бил бөгөп сәждә ҡылырға тейеш?» – тигән. Шулай итеп, Иблис әҙәпһеҙлек ҡылған, Аллаһтың әмерен үтәмәгән, Раббыһы менән бәхәсләшкән".
Әүлиәләр әйткән: «Әҙәпте әҙәпһеҙҙәрҙән өйрәнегеҙ». Беҙ ҙә шайтандың әҙәпһеҙлегенә ғибәрәт алырға тейеш.
Хөрмәтле мосолмандар! Аллаһы Тәғәләгә ҡарата әҙәпле булған кеше насар, гонаһлы ғәмәлдәрҙән алыҫ була, ул үҙенең хаталарын, кәмселектәрен төҙәтергә тырыша. Ул үҙенең яҡшылыҡтары менән алданмай. Кешелә изге ғәмәлдәр ни тиклем күп булһа ла, улар Аллаһтың рәхмәте, йомартлығы алдында диңгеҙгә сүлмәктән һыу ҡойоу кеүек, йәғни Аллаһы Тәғәләгә Уның ниғмәттәре өсөн тулыһынса шөкөр ҡылып бөтөрә алмайбыҙ, шуға күрә Аллаһҡа ҡарата әҙәпле булған кеше үҙ Раббыһына даими шөкөр итә, изге ғәмәлдәр башҡара. Ул Раббыһы яҙған тәҡдиренән зарланмай. Әгәр уға бер ҡыйынлыҡ килһә, ул ғәйепте иң элек үҙендә эҙләйәсәк. Бәлки мин Аллаһҡа ҡарата әҙәпһеҙлек ҡылғанмын, бәлки мин нәфескә эйәргәнмен, тип уйлаясаҡ. Ғәләмдәр Раббыһына әҙәпле булған кеше Аллаһ хозурында булғанын һәм барлыҡ донъяның хужаһы Бөйөк Аллаһ икәнлеген онотмай.
Бер көндө ниндәйҙер ғалим йәш Баязид Бистамины күргән. Егет, йәшлегенә ҡарамаҫтан, тирә-яҡта үҙенең һәләте һәм тәҡүәлеге менән танылған. Ғалим, был егетте һынар өсөн, уға ошондай һорау биргән: «Әй, егет! Һин намаҙҙы еренә еткереп уҡый алаһыңмы?» – тигән. Баязид Бистами уға: «Әлбиттә, Аллаһтың рәхмәте менән уҡый алам», – тип яуап биргән. Ғалим дауам итеп: «Нисек уҡыйһың?» – тип һораған. Баязид Бистами: «Намаҙ уҡыр алдында мин әйтәм: „Йә Раббым! Минең намаҙымды ҡабул ит. Һинең әмереңде үтәр өсөн ҡаршыңа баҫтым“. Ошондай хистәр менән мин: „Аллаһу әкбәр!“ – тип әйтәм. Унан һуң әкрен генә Ҡөръән уҡыйым, һуңынан Аллаһты ололап рөкуғ, сәждә ҡылам һәм сәләм биреп намаҙҙы тамамлайым, – тип яуап биргән. Ғалим әйткән: „Әй, Аллаһтың ҡолы! Бындай аңың була тороп, ни өсөн һин башҡа кешеләргә үҙ башыңды һыйпарға рөхсәт бирәһең? Уларҙың маҡтауҙары һиндә тәкәбберлекте уятырға мөмкин, был сифатты булдырмаҫҡа тырышырға кәрәк“. Баязид Бистами ғалимгә: „Улар бит мине һыйпамай, ә Аллаһ миңә биргән сәстең матурлығына һоҡлана. Үҙемдеке булмаған әйбергә һоҡланмағыҙ тип әйтә алмайым“, — тигән». Аллаһы Тәғәләгә ҡарата әҙәпле булған кеше, намаҙ уҡығанда ғына түгел, башҡа ваҡытта ла әҙәпле, ихлас булып ҡала.
Дауыд Таи тигән ғалим һөйләгән: «Мин егерме йыл буйы бөйөк ғалим Әбү Хәнифә менән торҙом. Шул ваҡыт эсендә мин бер мәртәбә лә уның кешеләр араһында һәм яңғыҙ булғанда баш кейемһеҙ булғанын һәм ял итергә теләһә, бер ҡасан да аяҡтарын һуҙып ултырғанын күрмәнем». Шулай, бер ваҡыт һораным: «Хәҙрәт, ни өсөн һеҙ үҙегеҙ генә булған ваҡытта ла аяҡтарығыҙҙы һуҙып ултырмайһығыҙ?» – тинем. Ул яуабында: «Һәр саҡ, бөтөн ерҙә Аллаһы Тәғәләгә ҡарата әҙәп ҡағиҙәләрен үтергә тырышам, сөнки Ул мине даими күреп тора», – тине. Шулай итеп, Аллаһҡа яҡын булған кешеләр үҙҙәрен һәр саҡ Аллаһ янында булғанлыҡтарын иҫтә тоталар. Аллаһы Тәбарәкә үә Тәғәлә Үҙенең китабында былай тип әйтә:
يَعْلَمُ مَا يَلِجُ فِي الْأَرْضِ وَمَا يَخْرُجُ مِنْهَا وَمَا يَنزِلُ مِنَ السَّمَاء وَمَا يَعْرُجُ فِيهَا وَهُوَ مَعَكُمْ أَيْنَ مَا كُنتُمْ وَاللَّهُ بِمَا تَعْمَلُونَ بَصِيرٌ۞
4. йәғләмү мәә йәлиджү фил-ардыи үә мәә йахруджүг минһәә үә мәә йәңзилү минәссәмәә'и үә мәә йәғруджү фииһәә үә һүүә мәғәкүм әйнә мәә күңтүм үә-ллааһу бимәә тәғмәлүүнә басыиир.
4. Ул Ергә ни ингәнен, ни сыҡҡанын, Күктән ни төшкәнен, ни менгәнен белә. Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, Ул — һеҙҙең янда. Алла һеҙҙең ни эшләгәнде күреп тора. («Хәдид» 57/4-нсе аят)
Сөләймән Швайгер тигән бер христиан дине әһеле үҙенең сәйәхәт көндәлегендә: «Мосолмандар хатта мунсала ла үҙ ғәүрәттәрен ҡаплап йыуыналар. Ниндәй бөйөк әхлаҡҡа эйә ошо кешеләр! Беҙ варварҙар тип атаған был кешеләрҙән әҙәп ҡағиҙәләрен өйрәнергә тейеш», — тип яҙған.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә ҡарата булған әҙәп.
Сәхәбәләр һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмгә ҡарата һәр ваҡыт әҙәпле булғандар. Улар: «Беҙ Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләмдең нәсихәттәрен тыңлағанда, күңелдәребеҙ Раббыбыҙ Аллаһҡа һәм Уның пәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә ҡарата һөйөү һәм әҙәп менән тула ине, йәнәһе лә баштарыбыҙға ҡоштар ҡунған һәм әгәр беҙ хәрәкәтләнһәк, ул ҡоштар осоп китәр ине», — тигән (Ибн Мәджә).
Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмгә һорау бирергә һәм уның күҙҙәренә тура ҡарарға ла оялғандар. Хатта Аллаһтың рәсүле Мөхәммәт ғәләйһиссәләм йәнәшәһендә йыш булған сәхәбәләр ҙә, уға ҡарата әҙәп һаҡлап, уның күҙҙәренә асыҡ ҡарай алмағандар. Имам Тирмизи (Аллаһтың рәхмәтендә булһын) хәбәр иткәнсә, бары тик Әбү Бәкер менән Ғүмәр (Аллаһ уларҙан риза булһын) генә уның күҙҙәренә ҡарап һөйләшә алғандар, ҡалған сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм менән һөйләшкәндә күҙҙәрен ситкә ала инеләр.
Ғәмр бин Ғас (Аллаһ унан риза булһын) үҙ ғүмеренең һуңғы минуттарында һөйләгән: «Мин оҙаҡ ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм янында торҙом, ләкин уны бик хөрмәт иткәнгә һәм оялғанға күрә, башымды күтәреп уға оҙаҡ ҡарай алманым. Әгәр бөгөн минән уның йөҙө тураһында һораһалар, ышанығыҙ миңә, һөйләп бирә алмаҫ инем», – тигән (Мөслим).
Ҡөръәндә пәйғәмбәрҙәрҙең исемдәре күрһәтелгән булһа ла, Аллаһы Тәғәлә һуңғы пәйғәмбәргә бер тапҡыр ҙа «Йә Мөхәммәд» тип мөрәжәғәт итмәне. Аллаһы Раббыбыҙ уға «Йә нәби», «Йә Расүл», тип өндәште. Аллаһы Тәғәлә барлыҡ мосолмандарға Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмгә ҡарата әҙәпле булырға бойорҙо. Был турала «Нур» сүрәһенең 24/63-cе аятында әйтелгән:
لَا تَجْعَلُوا دُعَاء الرَّسُولِ بَيْنَكُمْ كَدُعَاء بَعْضِكُم بَعْضًا قَدْ يَعْلَمُ اللَّهُ الَّذِينَ يَتَسَلَّلُونَ مِنكُمْ لِوَاذًا فَلْيَحْذَرِ الَّذِينَ يُخَالِفُونَ عَنْ أَمْرِهِ أَن تُصِيبَهُمْ فِتْنَةٌ أَوْ يُصِيبَهُمْ عَذَابٌ أَلِيمٌ
63. Ләә тәджғәлүү дүғәә'ә-ррасүү’ли бәйнәкүм кәдүғәә'и бәғдыикүм бәғдаң ҡад йәғләмү-ллааһу-лләҙиинә йәтәсәлләлүүнә миңкүм лиүәәҙән фәлйәхҙәри-лләҙиинә йүхаалифүүнә ғән әмриһии ән түсыиибәһүм; фитнәтүн әү йүсыиибәһүм ғәҙәәбүн әлиим.
63. Рәсүлгә мөрәжәғәт иткәндә үҙ-ара бер-берегеҙгә мөрәжәғәт иткән кеүек итмәгеҙ, һеҙҙең аранан һыйыныр урын эҙләп, шым ғына сығып киткән кешеләрҙе Аллаһ белә. Уның әмеренә ҡарышҡан кешеләр һынау йәки ғазаплы яза килеүенән һаҡланһын!
Ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) был аят тураһында былай тигән: " Кешеләр Аллаһтың расүле ғәләйһиссәләмгә «Йә Мөхәммәд», «Йә Әбулҡасим» тип өндәшәлер ине. Аллаһы Тәғәлә уның дәрәжәһен күтәрер өсөн, шулай тип әйтергә тыйҙы, шунан һуң кешеләр Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмгә «Йә нәби», «Йә Расүл», тип мөрәжәғәт итә башланылар.
Бер солтан тормошонан миҫал килтерәм. Ғәбделғәзиз исемле солтан ауырып, урын ерендә ятҡан ваҡытта, уға нурлы Мәҙинә ҡалаһынан хәбәр килә. Ул үҙенең ярҙамсыларын саҡыртып: «Миңә аяҡҡа баҫырға ярҙам итегеҙ. Мәҙинә ҡалаһынан килгән хәбәрҙе баҫып тыңларға тейешмен. Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләмдең күршеләрен ятып тыңлау ярамаҫ», – тип әйткән. Нурлы Мәҙинәнән хат килгән һайын, был солтан тәһәрәтен яңыртып, ҡулына хат алып, уны үбеп, маңлайына ҡуйып: « Был хатта нурлы Мәҙинәнең туҙаны», — тигән һәм шунан һуң ғына хатты уҡыған.
Ғалимдәргә, изгеләргә ҡарата булған әҙәп.
Пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары булған ғалимдарға һәм изгеләргә ҡарата ла әҙәпле булырға тейешбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: «Мөьминдең зирәклегенән ҡурҡығыҙ, сөнки ул Аллаһтың нуры менән ҡарай», – тигән (Тирмизи).
Мөхтәрәм йәмәғәт! Ысын ғалимдар беҙгә Аллаһы Тәғәләнең ҡанундарын еткерәләр, уларҙың тырышлыҡтары менән динебеҙ көсәйә һәм тарала. Улар тураһында хәҙис-шәрифтә әйтелгән: «Ғалимдар – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары» (Әбү Дауыт).
Әгәр кеше Аллаһы Тәғәләгә ярашлы рәүештә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә һәм ғалимдарыбыҙға ҡарата әҙәпле булһа, ул барлыҡ мәхлүктәргә ҡарата ла әҙәпле булырға тырышасаҡ.
Аллаһ Раббыбыҙ һәр ҡайһыбыҙға әҙәпле, әҡләҡле булып, рухи камиллыҡҡа ирешергә насип итһә ине.
татарсанан тәржемә, вәғәҙдең авторы билдәһеҙ