Көнсөллөк
Көнсөллөк ике төрлө була: хәсәд (ҡара көнсөллөк) үә ғибтәһ (аҡ көнсөллөк). Хәсәдтең асылы — кешелә булған тәкәбберлек үә Аллаһ Тәғәлә менән риза булмау. Кеше үҙен юғары күрә, ҡәрҙәшендәге ниғмәттәрҙең үҙендә булыуын Аллаһтан талап итә. Уның уйынса, был ниғмәттәргә уның хаҡы ҙурыраҡ, ә Аллаһ ҡәрҙәшенә биргән. Ул байлыҡ, мөлкәт, сәләмәтлек, матурлыҡ, көс һ.б. булыуы ихтимал. Көнсөллөк арҡаһында, Ерҙә иң беренсе кеше үлтерелгән (Кабил Хабилды үлтергән), шул арҡала күптәр ауырлыҡ кисерә, йәне үртәлә. Кешенән кәм булмайым тип, үҙен бурысҡа батыра. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, быны тыйып әйткән:
ولا يجتمع في جوف عبد الإيمان والحسد
“Иман менән хөсөтлөк бер кешелә булмаҫ.” (Ибн Хиббән, 4606). Иманы камил кеше көнләшмәҫ, монафиҡ йәки зәғиф иманлы кеше генә быны булдырыр.
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән:
اياكم والحسد، فان الحسد يأكل الحسنات كما تأكل النار الحطب
“Хөсөтлөктән һаҡланығыҙ! Дөрөҫлөктә хөсөтлөк ут утынды ашаған һымаҡ изгелектәрегеҙҙе юҡ итә.” (Абү Дыуыт, 4903) Әхирәттә һәр кеше әжер-сауаптарға мохтаж булыр, хөсөтлөк ҡылғандарҙың ғәмәл-ғибәҙәттәре юҡҡа сығыр.
Әбү Ләйс әс-Сәмәрҡәнди әйткән: “Өс кешенең доғаһы ҡабул булмаҫ: харам ризыҡ ашаусының, ғәйбәтсенең, мосолмандарға көнләшеүсенең.” Үҙеңдә был гонаһты һиҙгән кеше тәүбә итергә, быға кире ҡайтмаҫҡа ынтылырға тейеш. Үҙ-үҙеңде контролдә тотоу зарур.
ستة يدخلون النار قبل الحساب بسنة قيل يا رسول الله من هم قال الأمراء بالجور والعرب بالعصبية والدهاقين بالتكبر والتجار بالخيانة وأهل الرستاق بالجهالة والعلماء بالحسد
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: “Алты төркөм кеше хисапҡа ҡәҙәр бер йыл алдан тамуҡҡа ырғытылыр.” Сәхәбәләр: “Кем улар?” тип һорағандар. “Ғәҙел булмағаны өсөн түрәләр, нәҫел-нисбәте менән маҡтаныусы ғәрәптәр, тәкәбберлеге өсөн байҙар, алдашыуҙары өсөн һатыусылар, дини наҙанлығы өсөн ауыл кешеләре үә тәкәбберлеге өсөн ғалимдар.” Әлбиттә, беҙ был гонаһтарҙы ошо төркөмдәрҙә күрәбеҙ. Ауыл кешеләренең мәсеткә йөрөмәүҙәре тураһында ла пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйтеп үткән. Әгәр белемлеләр хөсөтлөктән һаҡламаһа, хатта ғалимдар ҙа тамуҡҡа ырғытыласаҡ. Был ҡәлеб ауырыуынан Аллаһҡа һыйынырға, уны ауырыу итеп танырға һәм дауаларға кәрәк. Уны зекер, доға, шәрғи ғилем алып үә Аллаһтың ғәҙеллеген аңлап ҡына дауаларға мөмкин. Кемгә байлыҡты мул бирергә, кемгә әҙ бирергә Аллаһ Тәғәлә Үҙе белә. Берәүгә мөлкәт бирелә, ә башҡаларға юҡ. Бирмәгән икән, тимәк шулай яҡшыраҡ. Аллаһтың хикмәте менән эшләнгән эш был. Кемдер байыһа, боҙола, ә икенсе кеше ярлыланһа боҙола...
Хәтәм әл-Әсәм «Минхәдж әл-ғәбидин» китабында: “Башҡа кешеләргә изгелек теләмәүсе иманлы түгел. Башҡаларҙы тәнҡитләүсе ғибәҙәт ҡылыусы түгел. Ғәйбәтсе үә кеше артында һөйләүсе ышаныслы булмаҫ. Көнләшеүсе ярҙамһыҙ ҡалыр”- тигән. Хөсөт кеше барыһын хурлап йөрөп, дуҫтарһыҙ ҡалыр, шунлыҡтан уға ярҙам итеүселәр ҡалмаҫ, унан ситләшерҙәр.
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән:
لا حسد إلا في اثنتين: رجل آتاه الله مالًا فسلط على هلكته في الحق، ورجل آتاه الله الحكمة فهو يقضي بها ويعلمها
“Көнләшеүҙең ике төрө генә рөхсәт: кешегә Аллаһ байлыҡ биреп, ул шуны дөрөҫлөккә, хаҡлыҡҡа ҡулланһа; берәүгә Аллаһ хикмәт бирһә үә ул шуның менән халыҡ араһын төҙәтһә үә башҡаларға өйрәтһә.” Был көнсөллөк – “ғибтәһ” тип атала үә дөрөҫ була.
Проповеди на башкирском языке, Ильшат Хафизов