Йәшәү мәғәнәһе
     Бисмилләһир рахмәәнир рахиим
     Беҙ бер Аллаһҡа ғына бөтә маҡтауҙы бағышлайбыҙ, иман, ислам, Ҡөръән һәм сәләмәтлек ниғмәте өсөн. Уға — Аллаһҡа күҙ йәштәребеҙ — тәүбәбеҙ аша ҫәнә үә хәмед. Бөтә ғаләмдәрҙең Раббыһы Аллаһҡа беҙҙең.маҡтауҙарыбыҙ булһын, Уға бөйөклөк һәр урында, һәр нәмәлә, күктәрҙә һәм ерҙә. Ул хикмәт һәм тәрән аҡыл эйәһе. Мин шаһәҙәт килтерәм: «Әшһәдү әллә иләһә илләллаһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбүдүһү үә расүлүһү». Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы зат юҡ, Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) Уның ҡоло һәм илсеһе. Ул үҙенең рәсүл вазифаһын үтәне һәм ул Аллаһтың юлында үлгәнсе хеҙмәт итте. Ул Аллаһҡа яҡынайта торған бөтә юлдарҙы асыҡ итеп күрһәтте һәм бөтә насар эштәрҙән киҫәтте. Уға һәм уға эйәргән кирам сәхәбәләргә Аллаһтың салауаттары һәм сәләмдәре ирешһен ине.

     Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!

     Аллаһ Тәғәлә, беҙгә Мөхәммәд пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләм аша тапшырған Ҡөръән Кәрим китабының «Әл-Мүлк» сүрәһенең 2-се аятында әйтә:
                                              الَّذِي خَلَقَ الْمَوْتَ وَالْحَيَاةَ لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلًا وَهُوَ الْعَزِيزُ الْغَفُورُ
     Әлләҙии халәҡаль-мәүтә үәл-хәйәәтә лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләү-үә һүүәл-ғәзиизүл-ғафуур.
     "Аллаһ үлем менән тормошто барлыҡҡа килтерҙе, һеҙҙең һәр берегеҙҙе (изге) эштәре менән яҡшыраҡ икәнен һынау өсөн".

     Аллаһ йәшәү (тыуыу) менән үлемде барлыҡҡа килтерҙем — ти. Йәшәү менән үлем нимәнән ғибәрәт ул? Беҙгә, һәр беребеҙгә шуныһы асыҡ билгеле: беҙ был донъяла барбыҙ, ошо ғәләмәт донъяға тыуғанбыҙ. Бына үҙебеҙҙе тотоп ҡарайыҡ, башыбыҙға һуғып, ҡулдарыбыҙҙы тешләп ҡарайыҡ – ысынында беҙ был донъяла бар, йәшәйбеҙ. Хаҡиҡәтте ҡаға алмайбыҙ, шулай булғас ни эшләп беҙҙе ошо фани донъяға барлыҡҡа килтергән Аллаһ Тәғәләне инҡар итәбеҙ һуң?
     Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, хаҡиҡый бәхет һәм һөйөнөс — динебеҙҙә. Дин – нимә ул? Дин Аллаһ Тәғәлә күрһәткән тура юл, хәләл менән харамды айырыу. Беҙ ни хәтле нығыраҡ диндә булһаҡ, шулай бәхетле буласаҡбыҙ. Динле булыу Аллаһҡа шөкөр итеү, Уға ғибәҙәт ҡылыу ул. Ғибәҙәт ҡылыу – беҙҙе уратып алған бар ғәләмде барлыҡҡа килтереүсе Бөйөк Затҡа мөхәббәтебеҙҙе белдереү, Уның ҡушҡандарын теүәл үтәү һәм тыйғандарынан тыйылыу.
     Ғибәҙәт ҡылыу – йөрәгебеҙҙән аша, ысын күңелдән сыҡҡан һәм изге ниәт менән тәүәккәләп, башҡарған ғәмәлдәребеҙҙән күренгән иман күрһәткесе. Ғибәҙәт ул намаҙға баҫыу, ураҙала булыу, Ҡөрьән уҡыу, доға ҡылыу, Аллаһ исемен иҫтә тотоу, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһисәләмдең сөннәтәрен үтәү. Ялғандан, башҡаларға зыян килтереүҙән һаҡланыу, уғрылыҡтан һәм башҡа гонаһтарҙан арыныу ҙа ғибәҙәткә инә. Ата-әсәгә изгелекле мөнәсәбәт, туғандарға, күршеләргә ихтирам – улда ғибәҙәт. Кешеләргә асыҡ күңелле, миһырбанлы булыу, ваҡытында ярҙамға килеү, боҙоҡ ғәмәлдәрҙән арыныу ғибәҙәт ҡылыуға тиң. Мосолман ҡәрҙәшеңә сәләм биреп, йылмайып күрешеү ҙә ғибәҙәткә инә. Шулай итеп, Аллаһ ризалығын ҡаҙаныр өсөн эшләнгән бөтөн хәйерле нәмә лә – ул ғибәҙәт ҡылыу. Ошо хаҡта Аллаһ әлеге «Мүлк» сүрәһендәге аятын дауам итеп: кемдең яҡшыраҡ (изге) эш эшләгәнен һынар өсөн Ул үлем менән йәшәүҙе булдырҙы, — тип әйтә. Был донъяға килеүебеҙҙең асылы – тормош һынауында булыу, ә унан һуң килгән үлем кире Аллаһҡа ҡайтыу ул.
     Аллаһ Тәғәлә тағы ла Ҡөръәндә әйтә:
                                                             قُلْ إِنَّ صَلَاتِي وَنُسُكِي وَمَحْيَايَ وَمَمَاتِي لِلَّهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ
     Ҡуль иннә саләәтии үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәтии лил-ләәһи раббил-ғәәләмиин.
     “Әйт һин: “Ысынлап та, минең динлегем, намаҙым, ғибәҙәтем, тормошом һәм үлемем – барыһы ла Ғаләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ өсөндөр”, – тип”. (“Әл-Әнғәм” сүрәһе, 162-се аят).

     Аллаһ Тәғәләне зекер итеп Уға доғалы булыу ҙа имандың бер күрһәткесе. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: “Доға – ғибәҙәттең асылы”. (Тирмиҙи, Дәғүәт, 1). Доға, үҙенең әһәмиәтенән сығып, рух үә тәнгә тәьҫир итә. Доғаның тәьҫир көсөн белеү ауыр түгел. Доғаның әһәмиәтен белмәйенсә, аңһыҙ рәүештә генә уҡығанда ла, ул кешегә ыңғай тәьҫир итә. Ул игелек үә әхләк тойғоларын арттыра. Кеше ҡайһы саҡта өмөтһөҙлөккә бирелә. Ҡайһы ваҡытта ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар баҫа. Тик Аллаһҡа ышаныусы ғына бер ваҡытта ла ышанысын юғалтмай. Ауыр саҡтарҙа ул Аллаһтан яҡлау эҙләй һәм Унан ярҙам һорай, доға ҡыла, сөнки Аллаһ өлөшһөҙҙәрҙең, яфа сигеүселәрҙең һәм бәхетһеҙлек кисереүселәрҙең яҡын Дуҫы.
     Һәм дә һис шикһеҙ бар булмышыбыҙ Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп тырышыуҙалыр.
Ғибәҙәттәребеҙҙе еренә еткереп башҡарыу сәбәпле шатлыҡ һәм һөйөнөс был донъя менән сикләнмәҫ, мосолмандар ҡәберҙә изге ғәмәлдәре менән яңғыҙ ҡалһалар, ошо ғәмәлдәре улар менән бергә булғаны өсөн бик ныҡ һөйөнөрҙәр. Шулай уҡ Ҡиәмәт көнөндә лә изге ғәмәлдәре өсөн шатланырҙар. Шулай итеп мосолмандарҙың шатлығы даими рәүештә булыр, ә иманһыҙҙарҙың шатлығы, был фани донъяла булһа ла, ләкин ул дауамлы һәм тулы булмаҫ, был донъянан үтеү менән уларҙың шатлыҡтары тамамланыр, сөнки уларға Аллаһ Тәғәлә алдында яуап тоторға кәрәк буласаҡ.
     Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәлә был донъяның хаҡиҡәтен шулай итеп аңлата: кем ислам динен ҡабул итеп, уның буйынса йәшәһә, шул ысын бәхетле булыр. Ә инде һөйөклө пәйғәмбәребеҙ аша ингән ислам диненән баш тартһа, шул бер ҡасанда бәхетле була алмаҫ. Киреһенсә, ул ислам динен ҡалдырыу сәбәпле, һаман түбәнгә төшөп барасаҡ.
     Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәд пәйғәмбәр аша ошо һүҙҙәрен беҙгә еткерә: “Кем миңә ингән вәхи артынан эйәрһә, бер ҡасан да тура юлдан тайпылмаҫ һәм бәхетһеҙ булмаҫ, ләкин кем Минең зекерҙән, йәғни Минең динемдән баш тартһа, шуға ауыр тормош буласаҡ".
     Ислам динен – Аллаһ динен ситтә ҡалдырыусы был донъяла ысынын да бәхетһеҙ булыр, ә ахирәттә ул Аллаһтың ҡаты асыуы аҫтында буласаҡ. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ислам дине аша был донъяла нисек йәшәргә кәрәк икәнен өйрәтә. Ислам дине кешегә тура юлды күрһәтә, кем ошо юлдан барһа, Ҡиәмәт көнөндә тамуҡ өҫтөндә булған сират күперен имен хәлдә уҙасаҡ, сөнки кешеләр мәхшәр көнөндә был донъяла уҡ һайлап алған үҙҙәренең юлынан барырҙар. Кемгәлер был донъялағы сират күпере – ул ислам дине һәм шәриғәт, ә кемгәлер нәфсе һәм шәһүәт ҡоло булыу. Кемдең был донъяла тоткан дине етешһеҙ булһа, уға Ҡиәмәт көнөндә сират күперен үтергә бик ауыр булыр.
     Шулай итеп, бәхетле булыу өсөн Аллаһ риза булырлыҡ итеп йәшәү, Уға һыйыныу, Уның барлығына-берлегенә ысын күңелдән ышаныу, йәғни иман кәрәк икән бит беҙгә! Шулай итеп, дин – шул бәхеткә илтеүсе берҙән-бер дөрөҫ тура юл. «Дин буйынса йәшәргә кәрәк» тигән нәсихәтте ишеткәс, күптәр: «беҙҙең уға ваҡыт юҡ», – тип яуап ҡайтарырға ашыға. Уйлап ҡараһаң иһә, был бит «беҙҙең бәхетле булырға ваҡытыбыҙ юҡ» тип әйтеү менән бер. Икенсенән, тыйылғандан тыйылыу, рәсүлебеҙ үрнәгендә әхләкле булыу өсөн ваҡыт кәрәк түгел.
     Элек динле кеше иң тәүҙә Раббыһың ризалығын алырға ынтылған һәм шуға ғына өмөт итеп йәшәгән. Бөгөнгө көндә мосолмандар Аллаһ Тәғәләнән был мәкерле донъяла йән тыныслығын һаҡлап йәшәүҙе теләй. Аллаһының ризалығы, ихтияры юлында һис нәмә лә кәртә була алмай. Ләкин хәҙерге донъяла әшәкелектәр бик күп. Әлеге заманда йәшәйештең төп ҡанундары боҙола, яманды – яҡшы, яҡшыны яман күрәбеҙ, әхләк төшөнсәһен юғалтып нәфсегә, алдашыуға, түрәлеккә, байыуға ынтылалар. Йәшәү мәғәнәһен диндән йырағайтып – ул яратҡан эшең, ғәиләң булыуын, теләгәнеңде ашауҙа һәм эсеүҙә, теләгәнеңде кейеүҙә, кәрәк саҡта рәхәтләнеп тотонор өсөн мул аҡсаң булыуҙа, балаларын башҡаларҙан айырмалы рәүештә үрләтеп аяҡҡа баҫтырыуҙы ҡайғырталар. Был донъя әжеренә ирешәбеҙ тип әхләки сифаттарын юғалталар. Ә бит бәхет төшөнсәһе әхлаҡҡа бәйле икәнен аңламайҙар, «бәхет башы – тәүфиҡ» — тәүфиҡлы булып рухи байлыҡҡа, белемгә, динле булыуға ынтылыу, Аллаһ биргән ниғмәттәргә шөкөр итеүҙе оноталар, онотоу ғына түгел, был донъяға беҙ хужа тип тә ебәрәләр. Был әҙәмдәрҙән айырмалы маңлай күҙе һуҡыр булыусылар ҡайсаҡ күңел күҙе һуҡырайыусыларға ҡарағанда донъяны яҡшыраҡ танып белә. Был донъяның бысраҡлығына батмаған ғәриптәргә ҡарап уларҙы иң бәхетле тип иҫәпләүселәр бар, сөнки улар тормош мәғәнәһен аңлаған, ярлылар араһында ла үҙҙәрен иң бай тип иҫәпләүселәр бар, сөнки улар булғанына шөкөр итә белә.
     Бына шулай Аллаһы Тәғәлә был донъяға әҙәм балаларын һынау өсөн генә ебәргән. Изгелек, мәрхәмәтлк ҡылыу, Раббыһын гел генә иҫкә төшөрөп, зекерҙә булыу өсөн сәбәптәрен дә булдырған. Был донъяла табынғаның, өҫтәлеңдәге бар һый-ниғмәтең, ҡаҙанған уңыштарың, яҡын кешеләрең – барыһы ла Раббыңдан. Аллаһ Тәғәлә күрһәткән ниғмәт үә мәрхәмәт өсөн шөкөр итеп, рәхмәт йөҙөнән мохтаждарға ярҙам итеп, изгелек өләшеп, Ул ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғанынан тыйылып йәшәгәндә генә йәшәү мәғәнәһен, йәшәү тәмен татып була.
     Һәммәбеҙгә ҙә әллә ҡасан инде шуны аңларға кәрәктер: Аллаһы Тәғәлә динде беҙҙең тормошобыҙҙы ҡатлауландырыу өсөн түгел, ә киреһенсә – яйға һалыр һәм еңеләйтер өсөн бирҙе. Беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләп, уны беҙгә бүләк итте! Бар нәмәне юҡтан бар ҡылыусы һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ ниғмәттәрен беҙгә бүләк итеүсе Аллаһҡа рәхмәт! Ул бойорған ғибәҙәттәрҙе үтәргә бурыслыбыҙ, Уға мөхәббәтебеҙҙе һәм тоғролоғобоҙҙо белдергә тейешбеҙ һәм Уның һөйөүен дә яуларбыҙ, уға лайыҡлы булырға тырышайыҡ. Аллаһ беҙҙе яратһа, һис шикһеҙ, беҙгә миһырбанлы буласаҡ һәм киләсәк тормошта, әхирәттә, быныһына ҡарағанда күберәк ниғмәттәр биреп, йәннәттә сикһеҙ бәхет-сәғәҙәткә күмәсәк иншаллаһ! Аллаһ Тәғәлә еребеҙгә именлек, бәрәкәтле тормош бирһен. Кәмселек хаталарыбыҙҙы ғәфү әйләһен. Донъя һәм әхирәт бәхеттәрен насип итһен.