Миғраж кисәһе

                                                   Аллаһтың бүләге (Миғраж кисәһе)
     Рәжәб айының аҙағында Миғраж кисәһе тигән көн бар. Ниндәй көн һуң ул, ни өсөн уны билдәләп үтәбеҙ, ни өсөн беҙ уны байрам тип һанайбыҙ?
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ, үҙенә пәйғәмбәрлек иңгәндән һуң, ун йыл кешеләрҙе иманға өндәне. Кешеләрҙе Аллаһ Тәғәләнең барлығына, берлегенә, йәннәт, йәһәннәмдең барлығына ышанырға өндәй. Изгелек ҡылырға кәрәген өйрәтте, әммә иманға килеүселәр, иман килтереүселәр ысынында бик әҙ ине. Шуның өҫтәүенә пәйғәмбәрлектең 10-сы йылында Пәйғәмбәрҙе тәрбиәләп үҫтергән, уға терәк булған ағаһы Әбү Талиб үлеп китә. Уға таяныс, терәк булған ҡатыны Хәҙисә раҙыйаллаһу ғәнһү вафат була. Шуға күрә пәйғәмбәрлектең унынсы йылын ҡайғы йылы тиҙәр, һәм шунан һуң да Пәйғәмбәребеҙгә бик күп ауырлыҡтар күрергә тура килә. Расүлулла Мәккә шәһәрендәге кешеләрҙе иманға өндәй-өндәй һөҙөмтәһен күрмәгәс, кешеләрҙе дингә өндәр өсөн Зәйед бин Харис менән был ҡаланан йыраҡтараҡ булған Таиф шәһәренә бара. Унда ла бик насар ҡаршылайҙар, таштар атып, ҡыуып ебәрәләр. Пәйғәмбәрҙең аяҡтары ярылып, ҡанап бөтә. Һәм был шәһәрҙән сыҡҡас Пәйғәмбәребеҙ доға ҡыла: «Йә, Раббым, — ти, — мин үҙемдең көсһөҙлөгөмдән, ғәзизлегемдән Һиңә һыйынам. Йә, Раббым, миңә золомлоҡ, әшәке һүҙ һалған кешеләрҙең зарарынан Һиңә һыйынам. Йә, Раббым, миңә дөрөҫ юлдарҙы күрһәт. Әллә мин өндәгән хаҡ дин дөрөҫ түгелме? Әллә минең берәр ғәйебем бармы?» — тип Аллаһ Тәғәләнән һорай.

     Аллаһ Тәғәлә, Пәйғәмбәрҙең ошо доғаһын ишеткәс, Джәбраил фәрештәгә эйәртеп, ике тау фәрештәһе ебәрә. «Әгәр, — ти, — Таиф халҡына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең нәфрәте ҙур икән, был ике тау фәрештәһе шул ҡаланы ер менән күмеп ҡуйһындар, уның ҡәүеме тау аҫтында ҡалһын, һәләк булһындар», — тип әйт. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ быға ризалыҡ бирмәй; «Улар, — тип әйтте, — иманға тағы килерҙәр әле, улар өмөтһөҙ үк түгел, — ти, — һәләк итмәйек». Был — беҙҙең өсөн оло бер һабаҡ булып тора. Беҙ берәй кешенең кескенә генә зарарын күрһәк, унан нисек итеп үс алырға белмәйбеҙ. Йә булмаһа, кеше аша ғына яманлыҡ ишетһәк тә, үс алырға йөрөйбөҙ. Ә бына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ, үҙен таштар атып ҡыуып сығарғандан һуң да, Таиф халҡын һәләк итеүҙән баш тарта, бер үс алмай. Был — беҙгә ҙур үрнәк. Был хаҡта Ҡөрьәндең «Әл Ғимран» сүрәһе киҫәтә (134-се аят):
     - «Үәл-ҡәәҙыймиинәл-ғәйҙә үәл-ғәәфиинә ғәниннәәәс, үә-ллааһу йүхиббүл-мухсинииин» — Асыуығыҙҙы эскә алығыҙ, дошмандарығыҙҙы ғәфү итегеҙ, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында һөйөклөләрҙән булырһығыҙ. Пәйғәмбәребеҙ бына ошо ваҡытта асыуын тыйып ҡала һәм Ҡөръәни Кәримдең 94-се «Инширах» сүрәһендә шундай аяттар бар:
     - «Фәиннә мәғәл-ғүсри йүсраа. Иннә мәғәл-ғүсри йүсраа»— Аллаһ Тәғәлә был аятта әйтә: бер ауырлыҡ килмәйенсә, бер еңеллек килмәҫ (94:5-6) аяттар). Пәйғәмбәребеҙҙең сабырлығына бүләк итеп Аллаһ Тәғәлә уға Рәжәб айында Миғраж, сәйәхәтен яһата.
     Мөхәммәд ﷺ Ҡәғбәтулла янында йоҡларға ятҡан була. Джәбраил фәрештә Бураҡ тигән бер ат менән килеп (ул оса торған бер йән эйәһе) бөгөнгө көндәге Әл-Аҡса мәсетенә Пәйғәмбәребеҙҙе күсереп ҡуя. Мөхәммәд ﷺ мәсеттә алғы сафта була. Уның артынан Аллаһ Тәғәлә барлыҡ башҡа пәғәмбәрҙәрҙе ғәүҙәнләндереп, баҫтырып ҡуя. Был иһә Раббыбыҙҙың Мөхәммәд ﷺ башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән өҫтөн күреүен күрһәтә. Пәйғәмбәребеҙ әйткән ине бит: минең берәй хилафлығым бармы, берәй гонаһым бармы, әллә эшем дөрөҫ түгелме, юлым дөрөҫ түгелме? Аллаһ Тәғәлә уға шул саҡтағы ауырлыҡтарҙың ваҡытлы һынау ғына булыуын, уның башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән өҫтөнлөгөн, уларҙың имамы булыуын ошо Әл-Аҡса мәсетендә күрһәтә. Шуға күрә Ислам доньяһында өс мәсет изге һанала. Беренсеһе — Мәккәләге Ҡәғбәтулла, икенсе — Мәҙинәләге Пәйғәмбәребеҙ мәсете, өсөнсөһө — Иерусалимдағы Әл-Аҡса мәсете. Хажға килеүселәр Ҡәғбәтуллала хаж ҡылғандан һуң, Мәҙинәгә барып, Пәйғәмбәребеҙ мәсетендә лә булалар. Бөгөн йәһүдиләр дәүләтендә урынлашҡанға күрә, беҙ әле Әл-Аҡса мәсетенә барып, уны зыярат итә алмайбыҙ. Әл-Аҡса мәсете — әле йәһүдиләр ҡулында. Шул мәсетте, ул урынлашҡан биләмәне Палестинаға бирергәме-юҡмы, тигән оло бәхәстәр бара. Аллаһтан ваҡыт етер, һис шикһеҙ, беҙ ул мәсеткә лә барып, намаҙҙар уҡып, зыярат көндәрҙе күрербеҙ.
     Аллаһтың әмере менән: Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде Джәбраил фәрештә бураҡҡа атландырып, күккә алып менеп китте. Күктең беренсе ҡатында Пәйғәмбәребеҙ Әҙәм ﷺ менән осраша, икенсе ҡатта — Яхья һәм Ғайса ﷺ менән, өсөнсө ҡатта — Йософ ﷺ менән, дүртенсе ҡатта — Идрис ﷺ менән, бишенсе ҡатта — Һарун бине Ғимран ﷺ менән, алтынсы ҡатта Муса ﷺ менән осраша. Башҡа пәйғәмбәрҙәр менән дә осраша һәм һөйләшә. Пәйғәмбәребеҙгә йәннәт менән йәһәннәм бөтә барлығы менән күрһәтелә. Етенсе ҡат күккә күтәрелә, Ибраһим ﷺ менән осрашҡан. Джәбраил фәрештә: миңә ҡуйылған сик бына ошонда бөттө, — ти. — Миңә ошо ерҙән ары үтәргә ярамай, — ти. Пәйғәмбәрҙәр араһынан Муса ﷺ Тур тауында Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшкән ине һәм бына Пәйғәмбәребеҙгә, Мөхәммәд ﷺ лә Аллаһ Тәғәлә менән һөйләшеү бәхетенә ирешә. Пәйғәмбәребеҙ Аллаһ хозурына барғас, Аллаһ Тәғәләне:
     - «Әт-тәхиййәәтү лилләәһи үәс-саләүәәтү үәт-таййибәәт», — тип сәләмләй: тел һәм тән ғибәҙәттәребеҙ барыһы ла тик Һинең өсөн генә. Аллаһы Тәғәлә:
     - «Әс-сәләәмү ғәләйкә әййүһән-нәбиййү үә рахмәтуллааһи үә бәракәәтүһ», — тип яуап бирә. — Аллаһтың Рәсүленә Аллаһтың сәләме, бәрәкәтле булһын, — тип сәләмләй. Пәйғәмбәребеҙ:
     - «Әс-сәләәмү ғәләйнә үә ғәләә ғибәәдил-ләәһис-салихиин». — Сәләм шулай уҡ Аллаһ юлында йөрөгән башҡа изге заттарға ла булһын, — тип яуап ҡайтара. Шунан һуң бөтөн фәрештәләр:
     - «Әшһәдү әл-ләәә иләәһә иллә-лааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбедүһүү үә расүүлүһ». — «Күңелемдән гуаһлыҡ бирәмен ки, тәхҡиҡ, Мөхәммәд ﷺ Аллаһ Тәғәләнең ҡоло үә илсеһелер», — тип, «Шәһәҙәт кәлимәһе»н әйтәләр. Бына ошоно беҙ ҡасан әйтәбеҙ? Ҡағиҙәлә, «Әт-тәхийәт»кә ултырғас әйтәбеҙ. Беҙ «Әт-тәхийәт»тә ултырғанда Аллаһ Тәғәләнең, Пәйғәмбәрҙең, фәрештәләрҙең һүҙен — өс төрлө заттың һүҙен ҡабатлайбыҙ. Шуға күрә намаҙ мосолмандар миғражы булып һанала. Намаҙҙа беҙ, тимәк, Аллаһ Тәғәлә менән һөйләшәбеҙ, көнгә биш тапҡыр бындай бәхеткә ирешәбеҙ. Һәм Аллаһ Тәғәлә ошо ваҡытта Пәйғәмбәребеҙҙән уның иң ҙур теләген һорай.
     Бына мин өс төркөм балаларға дәрес бирҙем. Һораным: иң ҙур теләгегеҙ ниндәй? — тип. Сәни төркөмөндәге балалар әйттеләр: беҙ Аллаһ Тәғәләнән йәннәткә кереүҙе һорар инек, тип. Кескенәләре — туңдырма, ҙурҙары: машина һорар инек, ти. Сәнинекеләр: йәннәт һорар инек беҙ, ағай, тиҙәр. Инде Аллаһының рәхмәте булһын уларға.
     Бындай һорау ҡуйылһа үҙебеҙ ҙә юғалып ҡалыр инек. Йә булмаһа, тиҙ-тиҙ үҙебеҙгә байлыҡ һорар инек.
     Мәүлит айында, «Салауатү-мәҡбүлә» әйткәндә: «Өммәти, өммәти үә өммәти», — тип әйтәбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Йә, Раббым, миңә өммәтемде йәннәтле итә торған бер ғибәҙәт бир», — тип. Үҙен генә лә әйтмәй, өммәтемде, тип әйткән. Миңә эйәреүселәргә йәннәтле итә торған бер ғибәҙәт бир, тип әйткән. Пәйғәмбәребеҙҙең Таиф ҡалаһы ваҡиғаһынан һуңғы сабырлығын аңларға кәрәк. Асыуын тышҡа сығармаған. Уның сабырлығын үҙебеҙгә үрнәк итеп алырға кәрәк. Ҡөръән аятына муафиҡ була: асыуығыҙҙы эскә алығыҙ, дошмандарығыҙҙы ғәфү итегеҙ. Аллаһ Тәғәлә алдында һөйөклөләрҙән булырһығыҙ. Аллаһ менән һөйләшеү дәрәжәһенә еткәс, ғүмеренең иң бөйөк, иң бәхетле нөктәһенә еткәс, Пәйғәмбәребеҙ үҙенә бер ни ҙә һорамайынса, «Өммәти, өммәти үә өммәти», — тип, — өммәтемде йәннәтле итә торған бер ғибәҙәт бир», — тип Аллаһ Тәғәләнән һораған.
     Аллаһ Тәғәлә әйтте: « Тәүлеккә 50 ваҡыт намаҙ уҡыһалар, өммәттең йәннәтле булыр», — тине. Пәйғәмбәребеҙ был хәбәрҙе ишетте лә, һөйөнөп, китеп барҙы. Ни өсөн риза булды 50 ваҡыт намаҙға? Сөнки тамуғтың нәмә икәнлеген күрҙе Пәйгәмбәребеҙ. Унда эштең яман, ҡот осҡос икәнлеген күрҙе. Утта бер генә минут та тора алмайбыҙ. Әле ул – был донъялағы ут тамуҡ уты менән сағыштыра торған түгел. Шундағы дәһшәте күргәс, Пәйғәмбәребеҙ 50 ваҡыт намаҙға ризалашты. Әммә кире ҡайтҡан юлында Муса ﷺ осрағас, ул әйтте: «Һин Аллаһ хозурына ҡабаттан бар, һинең өммәтең бит кәсеп итә, эшләй, ғаиләләренең тормошон алып бараһылары бар, ерҙә йәшәүселәре бар, улар 50 ваҡыт намаҙҙы үтәй алмаһалар йәннәткә керә алмаҫтар. Аллаһ Тәғәлә хозурына барып, кәметеүен һора», — тине. Пәйғәмбәребеҙ Аллаһ хозурына тағы ҡабат барҙы, биш ваҡыт намаҙҙы кәметте Аллаһ Тәғәлә. Пәйғәмбәребеҙ Аллаһ хозурына бер нисә рәт барып һораны намаҙҙы кәметеүен. 9 мәртәбә барғандан һуң намаҙ бишкә ҡалды. Биш ваҡыт намаҙ хәл булды беҙгә.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм һуңғы мәртәбә Муса ﷺ менән күрешкәс, Муса әйтте: бер ваҡытҡа ғына ҡалдырһын Аллаһ Тәғәлә, — тип. Пәйғәмбәребеҙ әйтте: хәҙер мин оялам, ҡабат бармайым, — тине. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә әйтте: Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләмдең өммәте үҙ ваҡытында биш ваҡыт намаҙ уҡыһа, 50 ваҡыт намаҙ уҡығандың сауабын алыр, — тине.
     Шул Миғраж көнө, Миғраж кисәһе байрам беҙҙең өсөн. Был көндө Аллаһ Тәғәлә йәннәткә инә торған юлды күрһәтте, йәннәттең асҡысын беҙҙең ҡулыбыҙға тотторҙо. Һин аҡыллы булып йәшәйһең икән, Аллаһ Тәғәлә һине аҡыл менән зиннәтләнгән икән, һинең өҫтөңдә биш ваҡыт фарыз намаҙың бар. Йәннәткә инәм, тиһәң, намаҙҙы үтергә тейешһең. Үҙ ҡулыбыҙҙа асҡысы. Йәһәннәмгә эләкһәк тә беребеҙ ҙә үпкәләй алмайбыҙ. Йәһәннәмгә алып килгәндә әйтерҙәр: Бына был һеҙ ышанмаған йәһәннәм инде, инегеҙ», тип. Пәйғәмбәребеҙ беҙгә йәһәннәмдән ҡотола торған юлды Аллаһ Тәғәләнән һорап алды. Ожмаҡ асҡысын ҡулыбыҙға тотторҙо. Аҡылығыҙҙы эшләтегеҙ. Пәйғәмбәребеҙ күрҙе йәһәннәмде, беҙ күрмәһәк тә, күргән кеүек, ышанырга тейешбеҙ. Аллаһ Тәғәләне беҙ ҙә күрмәгән килеш, күргән кеүек, Уға ышанырға тейешбеҙ. Аллаһ Раббыбыҙ «Әл-Мүлк» сүрәһендә 12 нсе аятта әйтте:
     - «Иннә-әлләҙиинә йәхъшәүнә раббәһүм билғәйби ләһүм-мәғфиратүү үә әджрүң кәбииир» — Күрмәгән килеш күргән кеүек инанған кешеләргә, һис шикһеҙ, ҙур һөйөнөс, ҙур ҡыуаныс – йәннәт булыр. Кемдер зыяратта, ҡәберҙән башын сығарып, йәмәғәт, бында хәл бик насар, тип ҡысҡырһа, бөтөн кеше лә, бар эшен ташлап, намаҙ уҡыр ине. Был — һынау донъяһы. Ҡөръәндә күрһәтелгән дәлилләргә, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисенә таянып, ошолай буласағына һәм шулай икәненә шикләнмәйсә ғибҙәт ҡылырға тейешбеҙ.
     Намаҙ беҙгә пәйғәмбәрлектең 12-се йылында фарыз булды. Намаҙ мосолман менән кәферҙе айыра торған бер генә миҫал булып тора. Сөнки шәһиттәр алдында әйтеп була:
     - «Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүүлүһ» — Намаҙҙа бит беҙ «Әттәхийәт»тә ошоно әйтәбеҙ. Берәүҙең намаҙ уҡығанын күрһәк, был иман кәлимәһен әйткән кеше булып һанала. Бының намаҙ уҡығанын күрһәк, беҙ уның мосолман икәнен инанабыҙ. Һәм ул, әйткәнемсә, Аллаһының миғражында була. Миғраж көнөндә эшләгән эштәрҙең сауабы, әжере күп. Миғраж көнөндәге бер көнлөк ураҙа 100 көнгә торор, ти.
     Аллаһ ризалығы өсөн, тип Миғраж байрамы алдынан, өс көн ураҙа тотһаҡ, әлбиттә, бик күркәм эш булыр ине. Үҙебеҙҙең Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ҡылған гонаһтарыбыҙға тәүбә итеп, истиғфәрҙе күбәйтеп, йә, Раббым, гонаһтарымды ярлыҡа, тип, йә, Раббым, ураҙаларымды ҡабул ит, тип, Аллаһ ризалығы өсөн барыбыҙ ҙа, кәм тигәндә, өс көн нәфел ураҙалар тотайыҡ, йәмәғәт. Әлбиттә, Рәжәб айында бер көн генә ураҙа тотоуҙың да әжере бик күп, тигән Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә. Икенсе Рәжәб айына, икенсе Миғраж көнөнә ҡәҙәр йәшәйбеҙме, юҡмы, белмәйбеҙ. Аллаһ Тәғәлә ғүмер биреп, сәләмәт килеш Рәжәб айын, Миғраж кисәһен ҡаршыларға насип иткән икән, беҙ уны ураҙаға инеп, ғибәҙәттә, күркәм итеп үткәрергә тейешбеҙ.
     Ҡөрьәндең «Әл Ғимран» сүрәһендә тағы бер аят бар (3:191):
     - «Әлләҙиинә йәҙкүруунә-ллааһә ҡыйәәмәү үә ҡүғүүдәү ғәләә джүнүүбиһим» — Баҫҡан килеш уҡығыҙ намаҙҙы, баҫып уҡырға көсөгөҙ етмәһә ултырып уҡығыҙ, ултырып уҡырға көсөгөҙ етмәһә, ятҡан килеш уҡығыҙ, тиелә. Ҡөръәндә булғас, был — Аллаһ Тәғәлә һүҙе. Миғраж көндө Аллаһ Тәғәлә йәннәтте үҙебеҙҙең ҡулыбыҙға тапшырҙы. Тәһәрәт алып, ихлас күңелдән Аллаһҡа буйһоноп, намаҙ уҡып, йәннәтле була алаһың. Әммә намаҙға ташлама юҡ. Ауырып та ҡотолоп булмай унан. Бары диуаналыҡ ҡына өҫтөбөҙҙән намаҙ тигән бурысты төшөрә. Ҡалған намаҙы өсөн кеше борсолорға, хафаланырға тейеш. Әллә ниндәй хорафаттарҙан беҙ борсолабыҙ, ҡайғырабыҙ, әллә ниндәй ырымдарға ышанабыҙ, әммә кеше өсөн ҡайғырырға тейешлеһе — уның ҡалған намаҙы. Ҡайһы берәүҙәр әйтергә мөмкин, ғүмер үткән, беҙ ҡартайғанбыҙ, беҙгә хәҙер һуң инде, тип. Йәмәғәт, һис тә һуң түгел, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисе бар. Икраһтан ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе Аллаһ Тәғәлә, минең өммәтем өсөн булғанға күрә, ғәфү итер, — тип әйтә. Һәм шулай уҡ тәүбәгә килеп, хаттаһын яңынан ҡабатламаған кешеләрҙең гонаһын да Аллаһ Тәғәлә ғәфү итәр, — тиелә. — Биш ваҡыт намаҙ эйәһе булып, доньянан үтә алһа кеше. Йәшлектә ҡалған намаҙҙарыбыҙ, Аллаһтың рәхмәте киң, бәлки, ғәфү ителер. Шуға күрә әле, ғумеребеҙ бар икән, аҡылыбыҙ бар икән, сәләмәтлегебеҙ бар икән, нисек тә булһа, биш ваҡыт намаҙға өйрәнеп, биш ваҡыт намаҙҙы уҡып, биш ваҡыт намаҙ уҡыусы булып доньянан үтергә тырышырға кәрәк. Быныһы беҙҙең ҡулдан килә. Бына ошоға ынтылырға кәрәк. Әммә йәштәр уйларға мөмкин: «Әле ваҡыт бар икән, пенсияға сыҡҡас, өйрәнермен дә, намаҙҙы кеше булып доньянан үтәрмен әле», — тип.
     Улай түгел, йәмәғәт. Ғүмерҙе белмәйбеҙ. Нисә йыл йәшәйһебеҙҙе белмәйбеҙ. Әллә бына йома намаҙынан һуң икенсе намаҙына хәтлем ғүмеребеҙ юҡтыр. Әллә киләһе йомаға хәтле лә ғүмеребеҙ юҡтыр, белмәйбеҙ бит. Шуға күрә, илдәребеҙ тыныс, тамаҡтарыбыҙ туҡ, өҫтәребеҙ бөтөн, мөмкинлектәр бар, дин тотҡан өсөн бер кем дә ҡәһәрләмәй, барыбыҙға ла биш ваҡыт намаҙ эйәһе булып доньяла үтергә ынтылырға кәрәк. Һәм әгәр беҙ ошолай эшләй алмаһаҡ, ошо Миғраж көннө Аллаһтың беҙгә бүләк итеп биргән бүләгенән баш тартҡан булабыҙ. Аллаһ Тәғәлә йәннәттең юлын күрһәтте беҙгә, ҡулыбыҙға тотторҙо. Йәннәтле булығыҙ шуны эшләп, тине. Беҙ, аҡыллы кешеләр, үҙебеҙ теләп, шунан баш тартыусылар булабыҙ.
     Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙың да ҡалған ғүмерҙәрен хәйерле ғүмерҙәрҙән ҡылып, хәйерле сәләмәтлектәр биреп, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәргә насип итһә ине. Һәм Аллаһ Тәғәлә күңелебеҙгә күркәм сабырлыҡтар биреп, фарыздарын үтәүгә тырышлыҡ ҡуйырға Аллаһ Тәғәлә ярҙам итһә ине. Һәм был донъянан үткәндә: «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тип, уның хозурына барып, Аллаһтың йәннәттәрендә лә осрашыуҙарыбыҙҙы Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла насип итһә ине.
                             Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтүллааһи үә бәракәәтүһ
                                «Йөҙҙә бер вәғәҙ», Йәлил хәҙрәт Фазлыев