Килен булған ҡыҙға бирелгән өгөт

   Был хикәйә — бик мәшһүр һәм дә бик ғибрәтле дәрес биргән дини хикәйәлер. Аҡыллы йәш әсәләргә һәм килен булып төшәсәк ҡыҙҙарға тәрбиә дәресе алыр өсөн ныҡ кәрәкле, ифрат файҙалы мәғәнәүи әҫәр.
   Был хикәйә шундай бер ҡыҙға бағышланған ки, атаһы — бөтә кешеләрҙе үҙенең әмерендә тотҡан ҡәүем башлығы, вазифалы етәксе. Әсәһе — бик аҡыллы, тормошто тәрән белгән бер мөьминә. Етәксе ҡатын, мәҙәни ғаиләлә тәрбиә алған ханым, сабыр әсә!
   Ана шул әсә ҡыҙына биргән ун өгөт хикәйәһен уҡыясаҡһығыҙ.
   Яҙыу — беҙҙән, уҡып ғибрәт алыу — һеҙҙән, тәьҫир-йоғонтоһо Йәнәбе хаҡтандыр.
   Мәшһүр мөхтәрәм зат Харистың ҡыҙы Әсмәгә килен булып китәсәк көнөндә әсәһе Өммәя тарафынан ошо рәүештә өгөт-нәсихәттәр бирелде:
   — Ҡара, балам, һөйөклө ҡыҙым, мине бик яҡшы тыңла. Нәсихәт һәр кешегә тейештер, өгөт һәр кеше өсөн файҙалылыр. Әгәр бер кешенең, әҙәпле үә тәрбиәле булыуы йә иһә бөйөк әҙәм балаһы булғанлыҡтан, һәр ваҡыт һөйөклө үә иғтибарҙа булыуы сәбәпле, өгөт-нәсихәткә ихтыяж булмаһа, һинең дә нәсихәткә ихтыяжың булмаҫ ине.
   Ләкин ғәмәлдә улай түгел. Нәсихәт һәр кешегә тейешлелер. Нәсихәт белмәгәнгә өйрәтер, белгәнгә хәтерләтер.
   Һөйөклө ҡыҙым! Әгәр ҡыҙ, әсә һәм атаһының бай булғанына күрә, егеткә кейәүгә бармаҫ булһа, һин һис бер ваҡыт кейәүгә сығыуға мохтаж булмаҫ инең. Сөнки атаң бик бай, бик шөһрәтле, шәфҡәтле үә дәрәжәле заттан. Һин шулай бер бөйөк әҙәмдең ҡыҙылыр!..
   Аллаһ ҡуйған ҡанундарға ярашлы, тормош сәхнәһенә аяҡҡа баҫыу ваҡыты еткән һәр бер ҡатын да — ир, һәр ир ҙә ҡатын менән уртаҡ бер ғаилә ояһы ҡорорға мохтаж итеп яратылған. Был — Аллаһ ҡануны. Был ҡанунды һис бер кеше боҙа алмаҫ. Был Ҡиәмәткә ҡәҙәр шулай буласаҡ.


   Эй, минең йөрәк парәм, бер бөртөк ҡыҙым, күҙ нурым — балам! Хәҙер һиңә әйтәм!.. Һин ул затҡа (иреңә) хеҙмәтсе бул ки, ул һиңә тоғро- ышаныслы булһын. Һин уға ер бул, ул һиңә күк булһын, һин иреңә өй бул, ул һиңә терәк булһын.
   Һөйөклө ҡыҙым! Хәҙер мине яҡшылап тыңла, һиңә бәғзе кәңәштәр бирәсәкмен. Был кәңәштәрҙе күңелеңә һалып, ятлап алып, ваҡыты килгәс тә еренә еткереп башҡарасаҡһың.      Был кәңәштәрҙең кәрәклеге ғәйәт мөһим.
   Әйткәндәремде үтәһәң, ирең менән гүзәл бер хәлдә шатлыҡ менән тулы ғүмер кисерерһең, бәхетле үә сәғәҙәтле булырһығыҙ. Беҙ ҙә (һәр ике ғаилә лә: иреңдең ғаиләһе һәм беҙҙең ғаилә) хозур-рәхәт эсендә һеҙҙең менән бәхетле булырбыҙ. Башҡаса булһа (йәғни әйткәндәремде, өгөттәремде тыңламайынса, үҙ көйөңә йөрөһәң), һәр ике ғаилә лә хозурһыҙ булыр. Һин дә Йәһәннәм тормошонда йәшәрһең.
   Ҡыҙым! Хәҙер инде һиңә ун өгөт-нәсихәт бирәсәкмен, яҡшы тыңла. Быларҙы һис башыңдан сығарма:
   1. Ҡәнәғәт була бел, уҙ хәлеңә шөкөр ит.
Йәғни ирең өйгә ни алып ҡайтһа ла, ашар ризыҡ булһынмы, кейем булһынмы — уны иң гүзәл бер халәттә йылы итеп ҡабул ит. Иреңә рәхмәт әйтеп, ризалыҡ күрһәт. Бәхетле бер ғүмер кисереүҙең беренсе юлы — үҙ хәлеңә шөкөр итеүҙер. Хәленә шөкөр итмәгән, үҙ ҡаҙаныштарына ҡәнәғәтләнмәгән кеше күңеле хозурлыҡ рәхәтен тоймаҫ.
   2. Иреңә итәғәт ит, ҡушҡандарын эшлә, ҡушмағандарын эшләмә.
Йәғни ирең менән кәңәш иткәндә һәм һөйләшкәндә, ул һинең уның ҡаршыһында итәғәтле булғаныңды, уның ҡушҡандарын яҡшы бер рәүештә тыңлап еренә еткерәсәгеңде аңлаһын. Шулай итһәң, Аллаһы Тәғәлә һинән разый булыр һәм йортоғоҙ шатлыҡ менән тулыр.
   3. Ирең күрәсәк ерҙәргә ныҡ иғтибар ит.
Йәғни өйөңдөң эсен, тышын бик таҙа тот. Бысраҡ, ерәнгес нәмәләрҙе иреңдең күҙенә күрһәтеүҙән һаҡлан.
   4. Насар еҫ килгән урындарҙы яҡшы ҡара, таҙарт.
Йәғни иреңдең танауына һаҫыҡ еҫ килерлек урындарҙы ныҡ таҙарт. Өҫ-башыңды бөхтә тот. Еҫ килеүе мөмкин булған ерҙәргә ҡулың етһен, уларҙы пакландыр. Иреңдең танауына даими хуш еҫтәр килһен. Сөнки һаҫыҡ еҫтәр һине иреңдең иғтибарынан мәхрүм итер, һинән биҙеүенә сәбәп булыр. Шуны ла яҡшы бел ки, таҙартыу һәм пакландырыуҙың иң һәйбәт ысулы кешенең үҙенә иң хуш килгән һыу менән булғанылыр.
   5. Аш-Һыуҙы ваҡытында тәмле итеп әҙерлә.
Йәғни ашау сәғәтен бер минутҡа ла һуңлатма. Өйрәнгән аш сәғәте ҡасан булһа, шул заманға ризыҡтарыңды әҙерлә. Килеп ингән көйө ашъяулығыңды йәй. Шуны яҡшы бел ки, аслыҡ кешене уттай ҡыҙҙырыр, ярһытыр.
   6. Иреңдең йоҡо ваҡытын, ҡасан уянасаҡын яҡшы бел.
Йәғни нисә сәғәттә йоҡларға ятырға өйрәнһә, шул сәғәткә ятаһы урынын, мендәр-түшәген әҙерлә. Сөнки йоҡоһоҙ булыу кешене ҡамасаулы итер. Нервылары ҡаҡшаған ҡыҙыу кешелә һөйөү хисе аҡрынлап юҡ булыр.
   7. Иреңдең байлығына һәм әйберҙәренә бик диҡҡәтле бул.
Йәғни иреңдең малын һәм башҡа нәмәләрен бик яҡшы һаҡла. Сөнки уның малы — һинең малың. Иреңдең байлығын урынлы ҡулланып, исрафҡа юл ҡуйма. Был да һөнәр һәм үә ҡәҙер белеү, тимәктер.
   8. Иреңдең туған-тыумасаларына хөрмәт күрһәт.
Йәғни иреңдең туғандарына һәм яҡындарына иғтибарлы булыуың — иреңдең күңелен күреү, уларға хөрмәт күрһәтеүең — иреңә хөрмәт күрһәтеү, тимәктер. Был иһә кешеләрҙең ҡиммәтен үә ҡәҙерен белеүҙе аңлатыр.
   9. Иреңдең серҙәрен һис кемгә һөйләмә.
Йәғни иреңдең бәғзе серҙәрен белһәң дә, һаҡ бул: был ишеткән серҙәрҙе һис кемгә һөйләмә. Әгәр һөйләһәң, уны түбәнһетерһең үә һиңә булған ышанысын юғалтҡан булырһың. Бының арҡаһында ғаилә нигеҙе емерелгән булыр.
   10. Иреңдең дингә уңай һәр әмерен еренә еткереп үтә.
Йәғни иреңдең дингә ярашлы һиңә әйткән һәр әмерен башҡарыуҙа ялҡауланма. Һис кенә лә ҡаршы килеү кеүек холоҡ-фиғелең булмаһын. Әгәр бындай ғәмәлдәрең булһа, һиңә ҡаршы үс тотоп, һуңынан дошманлыҡ итеүе бар.
   Һиңә асыуы ҡабарһа, үҙенә бик яйһыҙ һәм ғазап булыр, ҡулыңдан һис бер нәмә килмәҫ.
Шуны ла яҡшы бел ки, ирең хәсрәтле булған ваҡыттарҙа һин шатлыҡлы булыуҙан, ул шатлыҡлы булған мәлдә, үҙең кәйефһеҙ күренеүҙән ныҡ һаҡлан. Сөнки уның хәсрәтле уә ауыр ваҡытында һинең ҡыуаныслы күренеүең, уның шатлыҡлы ваҡытында һинең кәйефһеҙ йөрөүең уның хыялдарын уртаҡлашмау кеүек насар уй туйҙырыр. Был иһә кеше күңелен аңламай торған, тәрбиәнән мәхрүм ҡалған бәндәләрҙә генә була торған бер хәлдер. Был һинең кеүек мәҙәни ғаиләлә тәрбиә алған аҡыллы һәм аңлаусан ҡатындарға һис килешмәҫ.
                                              Һығымта:
   Балам! Иреңә ни ҡәҙәр ҙур хөрмәт һәм ҡәҙер күрһәтһәң, үҙеңде шул тиклем һөйҙөрөрһөң, ҡушҡандарын ни ҡәҙәр ихлас эшләһәң, һүҙҙәрен тыңлаһаң, шул ук дәрәжәлә һөйөү һәм хөрмәт күрерһең.
   Балам! Тағы ла шуны яҡшы бел: был өгөттәремде еренә еткереп, кәрәгенсә ғәмәл ҡыла белеүең үҙ шәхси теләк үә мәшәҡәттәреңде ташлап, иреңдең теләктәрен еренә еткереү өсөн кәрәклелер. Иреңдең теләктәрен үҙ теләктәреңдән алдараҡ эшләһәң, был өгөттәремде башҡарған булырһың.
                   

                   Өгөттәргә Ислам ҡанундары йәһәтенән асыҡлама:
   Эй, ғаилә ҡосағында йәннәт тормошонда йәшәргә теләгән ханымдар һәм килен буласаҡ йәш ҡыҙҙар!
   Был өгөттәрҙе ҡыҙына күндергән ғәзиз әсә, ошо кәңәштәрҙе ғүмер буйына үрнәк итеп тотҡанда ғына ғаилә ҡосағында Йәннәт тормошо булыуын ҡыҙына аңлатҡан. Ғаилә ҡосағында татлы һүҙ менән ғүмер кисереү үә шул ғаиләлә гүзәл идара итә белеү өсөн, һәр аҡыллы ханымғ йә иһә кейәүгә барасаҡ һәр йәш ҡыҙға был өгөттәр ашар икмәк үә эсәр һыу кеүек кәрәк булыр.
   Уҙ ҡаҙаныш-табыштары менән ҡәнәғәт булып ғүмер кисереү, ипле һүҙ, көләс йөҙ менән йәшәр өсөн һәр ғаиләгә фарыз ғәмәлдер.
   Иренә итәғәт итеү — өйөндә ләззәтле бер тормош кисерергә теләгән ҡатын өсөн мәжбүри шарттыр.
   Иренең күҙе төшөрлөк холоҡ-фиғеленә иғтибар итеү — ирҙе үҙеңә бағлау, ғаилә ҡосағына тартыуҙыр.
   Әллә күпме сибәр йөҙлө, матур кәүҙәле йәш ҡатындарҙы беләбеҙ, таныйбыҙ, улар бысраҡлыҡтары һәм башбаштаҡлыҡтары арҡаһында ирҙәре тарафынан һөйөлмәгәндәр һәм айырылышҡандар.
   Бер көн магазинда тора инем. Шул саҡ бер йәш егет килде. Аҙ һөйләшкәндән һуң, уға шулай тинеләр:
   — Тыңла әле, ҡатының менән айырылышырға тейеш түгел инең. Йәш, һылыу, гүзәл ине. Унан башҡа гүзәлде һис табалмаҫһың, — тинеләр. Йәш егет шулай аңлатты:
   — Ағай, мин айырылыуым менән унан ҡотолдом. Йөҙө гүзәл, үҙе матур, әммә ,ҡатын-ҡыҙ сифаттары юҡ ине. Холҡо насар, бысраҡ булды. Иртән өйҙән сығыр инем, кис өйгә ҡайтыуыма бөтә өй туҙҙырылған хәлдә: мендәр-юрғандар йыйыштырылмаған, эт ояһы кеүек бысраҡ булыр ине. Бәғзе көндәрҙә, төш ваҡыты өйгә ҡайтһам, иртән ҡалған һауыт-һаба йыуылмаған була, ҡатыным шул бысраҡ өҫтәлдә төшкө ризыҡты әҙерләй ине.
   Был йәш әҙәм тағы ла күп ғазаптарын аңлатты. Әммә шул саҡ «үҙе йығылған — иламаҫ» тигән халыҡ мәҡәле хәтеремә килде һәм был хикәйәләге өсөнсө өгөттө хәтерләнем. Тимәк, аҡыллы әсә үҫтергән ҡыҙға әйләнергә кәрәк булып сыға. Ҡатын алғанда, уның нәҫел-нәсәбен, ата- әсәһен белергә, тикшерергә кәрәк. Хуш китерлек сибәр ҡыҙҙарға әйләнеүҙән тыйылырға тырышырға кәрәк,
   ...Үҙенән һаҫыҡ еҫ сығып торған ҡатын, ни ҡәҙәр гүзәл булһа ла, кешене биҙҙерер. Ризыҡ бешергән майлы таба-табаҡтар янында майлы кейем менән ирҙе ҡаршылау — аҡыллы ханымдың эше түгелдер.
   Һөйкөмлө ҡатынға өйләнгән берәүҙе беләм. Һораным: «Һин өйөңә бик бәйле кешеһең, сәбәбе нимәлә?» — тинем. Туғандары һүҙгә ҡушылып әйтте, уның ҡатыны бик эшсән, хужалыҡты оҫта алып бара торған таҙа ханым, тинеләр. Инде өйләнгәндәренә 10— 15 йыл, матур йәшәйҙәр, тинеләр.
   Ҡатыны кисен ире ҡайтасаҡ сәғәткә бар эшен бөтөрөр, кейенеп- яһанып ирен көтөр. Һәм ире ҡайтҡас, уның ҡаршыһына ултырып хәл-әхүәлен һорашыр, яҡшы мөғәмәлә итер. Хатта өй эштәрен бөтөрә алмаған булһа, ире күрмәгән хәлдә уларҙы тиҙ генә атҡарыр ине.
   Ашау ваҡытын, йоҡо ваҡытын яҡшы белеү ҙә татыу тормош өсөн бик әһәмиәтле. Мәҙәни-тәрбиәле ғаилә тормошо — Йәннәт тормошолор. Ҡатындың иренә бәйле булыуы уның ғәҙәтенә ингән.
   Иреңдең малын-байлығын һаҡлау — балаларыңдың киләсәген хәстәрләү ул, сөнки ирҙең малы — балаларыңдың малы. Өйҙә ирҙең байлығын һаҡлау кәрәген белмәгән ҡатын киләсәктә йылы ғаилә ҡосағында йәшәүҙең ҡиммәтен белмәҫ. Ирҙең малын һәм байлығын һаҡларға өйрәнеү һәм был юлда тоғро, дөрөҫ ғәмәл итеү һәр ҡатындың бәхетле булыуы өсөн шарттыр.
   Ирҙең туғандарына хөрмәт күрһәтеү — аҡыллы ҡатын өсөн иң тура юл. «Гөлөн һөйгән энәһенә төртөлөр», — тигән ата-бабаларыбыҙ. Ирҙең туғандарын һөйөү үә хөрмәт күрһәтеүҙе белмәгән ҡатын хозур рәхәт эсендә йәшәү ҡағиҙәләрен белмәй. Гөл һөйөлөр ҙә, энәләре һөйөлмәҫме? Энәһен һөймәгән гөлдөң хуш еҫенән мәхрүм ҡалыр. Ирҙең ҡәрҙәштәренә хөрмәт күрһәтеүҙе белмәгән хаяһыҙ ҡатын иренең күңелен яулап ала алмаҫ, иренең һөйөүендә иремәҫ. Киреһенсә, иренең нәфрәте артыр, һөйөүе юҡҡа сығыр. Был инде аҡыллы ҡатындың көнитмеш юлы булмаҫ.
   Ирҙең серен һис бер кемгә һөйләмәү — уның ышанысын яулау ул.
Ирҙең бәғзе серҙәрен белеп тә, уларҙы һаҡламаған ҡатынды тоғро ҡатын тип әйтеп булмаҫ. Иренең серҙәрен күңел тәрәнлектәрендә һаҡлауҙы белгән аҡыллы ҡатындар ғаилә усағында хозур һәм имен йәшәрҙәр. Ирҙең серен һаҡламаған ғәйбәтсел ҡатындар ирҙең нәфрәтенә ирешерҙәр, күңелен өшөтөрҙәр, ғаиләһенә ышанысын юғалтырҙар. Ышанысһыҙ ғаилә оҙаҡ имен тора алмаҫ. Тимәк, был өгөт тә ҡатын-ҡыҙ өсөн кәрәкле үә мөһимдер.
   Ирҙең дингә ярашлы һәр әмерен үтәү Ислам ҡанундарын үтәүгә тиң.
   Ир һүҙен тыңламаған ҡатындар Йәһәннәмдә утын буласаҡтар. Ҡатындың ире унан риза булараҡ үлһә, ул ҡатын Йәннәткә инер. Йәннәткә инәсәк ҡатындар — ир һүҙен тотҡан, ирҙең дингә уңай әмерҙәрен еренә еткереп үтәгән ҡатындарҙыр. Иренең йөҙөнә ҡарап, һүҙен тыңламаған ҡатындарҙы Йәһәннәм уты көтә.
   Шуның өсөн ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә ваҡыты еткән һәр әсә, ошо мөһим ғаилә өсөн файҙалы булған өгөттәрҙе ҡыҙына күндереүе менән үҙенең аҡыллы әсә булғанлығын дәлилләр. Ата-бабаларыбыҙ: «Әсәһенә ҡарап, ҡыҙын ал», — тигәндәр.
   Һәр әсә ҡыҙына яҡшы үрнәк булырға тейеш. Ҡыҙҙарға бик иғтибарлы булырға һәм уларҙың тәрбиәһе (уҡытыу) менән һис арымай- талмай даими шөғөлләнергә кәрәктер.
   Эй, Аллаһҡа һыйынған әсәләребеҙ һәм дә ҡыҙҙарыбыҙ! Ҡулығыҙҙағы был китапта һеҙгә тормошта юл яҡтылығы бирәсәк бик күп донъяуи үә дини мәғлүмәттәр барҙыр. Ниәтебеҙ — һеҙгә файҙа килтерһендәр. Ислам ғаиләһенең иң бөйөк бер терәге булған әсәләр һәм әсәлек ниәтендә булған йәш ханымдар бәхетле ғаилә ҡосағында йәшәһәләр, һәм бында беҙҙең дә кескенә өлөшөбөҙ булһа, үҙебеҙҙе бик сәғәҙәтле һанар инек. Ҡәрҙәштәрем, был өгөттәрҙе үҙегеҙ уҡып аңлағанса һәм ҡәнәғәтләнгәнсә, дуҫтарығыҙға, арҡаҙаштарығыҙға ла тәҡдим итегеҙ. Улар ҙа уҡыһын. Был да һеҙҙең өсөн сауаптыр.
                                                      Башҡортса дини календарь. 2013 йыл