Фахретдинов Ризаитдин

Фәхретдинов Ризаитдин. Нәсихәттәр

          Ололар өсөн нәсихәттәр
        Бисмилләһир-рахмәнир-рахим
   Әгәр нәсихәт итеү «мин үҙем гүзәл холоҡло кеше» тиеү мәғәнәһендә булһа, ошондай китап һәм рисәләләр яҙыуға «быларҙы тик мин генә беләм» мәғәнәһе бирелһә, нәсихәт һөйләү йәки китап яҙыу түгел, хатта ауыҙымдан бер хәреф сығармаҫ, ҡәләм менән ҡағыҙ ҡулыма ла тотмаҫ инем.
   Ләкин нәсихәт һөйләүгә һәм китап яҙыуға аҡыл эйәләре бындай мәғәнәләр түгел, бәлки өҫтәрендә булған бурыстарын төшөрөү, аҙмы- күпме файҙалы әйберҙәрҙе киләсәк быуындарға ядкәр (иҫтәлек) ҡалдырыу мәғәнәһе бирә.
   Бер ата ни ҡәҙәр гонаһлы булһа ла, балаларына нәсихәт биреү бурысы өҫтөнән төшмәй. Ғаилә башлығының ни ҡәҙәр кәмселектәре булһа ла, үҙе һәм үҙенә аманат ителгән ғаиләһен тәрбиә итеү вазифаһынан азат һәм мәхрүм ителмәҫ, «Һәр берегеҙ көтөүсеһегеҙ һәм һәр берегеҙ көтөүегеҙ хаҡында яуап бирәсәкһегеҙ» мәғәнәһендә булған: «күллүкүм рағин үә күллүкүм мәсъүлүн ғән рағиййәтиһи» изге һүҙҙәр һәр кем өсөн бер тиң хөкөмдөр

   Ошоноң өсөн тәрбиәһе өҫтөмә аманат ителгән ғаиләмә, балаларыма, ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр киләсәк тармаҡтарыма нәсихәт итеү һәм хәлдән килгән миҡдарҙа ядкәр ҡалдырыу маҡсаты менән, ошо нәсихәт китаптарын яҙҙым. Әгәр башҡалар уҡып, файҙа алһалар, беҙҙең өсөн ике мәртәбә файҙа буласаҡ. Уҡып ғәмәл итеүселәрҙең барыһын Йәнәб-и Алла бәхетле, донъя һәм әхирәттә бәхтиәр итһен
                                           Өйләнеү ҡағиҙәһе
1. Өйләнеүҙең маҡсаты тәбиғи хәжәтте үтәү һәм Рәсүл Әкрәм әфәндебеҙ хәҙрәттәренең өммәтен күбәйтеү, донья сәфәрендә һәр бер шатлыҡ һәм ауырлыҡтарҙы күтәрәсәк иптәш табыу, малды һәм ваҡытты исрафтан һәм шәриф динебеҙҙе зәғифләндереүҙән һаҡлау булған өсөн бик йәш ваҡытта өйләнмәгеҙ, ваҡыты еткәс, уҙҙырмағыҙ, тәбиғәт ҡушҡан ваҡытта өйләнегеҙ.
2. Изге ҡатын донья тереклегендә ин ҡеүәтле таяныс, уҫал ҡатын әҙәм улы өсөн оло бәлә. Шуның өсөн, аласаҡ ҡатындарҙы бай йәки фәҡир булыуына ҡарамайынса, хөрмәтле ғаиләләрҙән эҙләгеҙ. Дерөҫ һүҙле, яҡшы күңеллеләрҙе табырға тырышығыҙ. Бының өсөн ҡатындар һәм баш ҡоҙалар һүҙенә алданмайынса, күңелегеҙ һәм аҡылығыҙ менән матур уйлағыҙ
3. Кейәүгә сығырға булһағыҙ, ир буласаҡ кешенең аҡсаһынан элек холҡон, ҡәбиләһенән алда динен, матурлығынан элек һөнәрен һорағыҙ һәм үҙегеҙгә тиңдәш булғандарын ихтыяр итегеҙ (һайлап алығыҙ).
4. Күркәм тормош мөхәббәткә, мөхәббәт тәбиғәт берлегенә бәйләнгән өсөн тормош иптәшегеҙ менән тәбиғәтегеҙ тура килгәненә иғтибар итегеҙ, йәғни ни ҡәҙәр ауыр булһа ла тәбиғәтегеҙгә оҡшаш кешеләрҙе табырға тырышығыҙ (Беҙҙең быуаттың бер табибы үҙенең рисәләһеңдә тәбиғәте тулыһынса тура килмәгән кеше менәм өйләнешергә кәңәш иткән).
                                                     Ир әҙәбе
5. Ҡатындарығыҙ ҡайғы һәм шатлыҡ ваҡытында иптәш һәм тормошоғоҙҙа юлдашығыҙ булған өсөн уларҙы ихлас күңел менән һөйөгөҙ. Урындарҙың рәхәте гел сәскә йәки төрлө зиннәттәр менән түгел, изге ҡатындар менән булыр. Быны яҡшы белегеҙ.
6. Ҡатындарығыҙға донья һәм дин кәрәктәрен өйрәтегеҙ. Тура юл менән йөрөүҙәренә һәр ваҡыт ярҙам итегеҙ. Аҡылдарын һәм диндәрен камиллаштырыу һәм сәләмәт тотоу өсөн тырышығыҙ. Уларға шәфҡәтле һәм асыҡ йөҙлө булығыҙ. Уларҙың ихлас мөхәббәттәренә ҡаршы хыянат итмәгеҙ. Хөрмәттәрен юҡҡа сығармағыҙ. Хәдис шәрифтәр бойорғанса мөнәсәбәт ҡороғоҙ.
7. Ашау-эсеү, кейем-һалым кеүек нәмәләрҙә яҡшы итеп хаҡтарын үтәгеҙ. Көстәре етмәҫлек хеҙмәт менән көсләмәгеҙ. Золом итмәгеҙ, ҡул күтәрмәгеҙ(Лә тәрфәғ ғәсакә ғән әһликә. Әй ғәлә әһликә. Йәғни, таяғыңды ғаиләңә күтәрмә, ләкин күренеп торһон.). Яҡшы йәки яман булһағыҙ ҙа, уларҙы ҡол, тик һеҙҙе риза итер өсөн яратылған кеше тип иҫәпләмәгеҙ.
8. Ғаилә башлығы булһағыҙ ҙа ҡатынығыҙ холоҡһоҙлоҡ күрһәткәндә сабыр итегеҙ, һәр ваҡыт миһырбанлы булығыҙ. Уларҙы асыу һәм көс менән түгел, ә шәфҡәтлек менән еңегеҙ
9. Ҡатындарҙың алдаҡсы һәм хәйләкәр, мәкерле булыуының төп сәбәбе ирҙәрҙер. Уның холҡон боҙоусы, ысын кешелектән сығарыусы ла ирҙәрелер. Шуның өсөн ҡатынығыҙҙы тәрбиәләгәндә уларҙы алдаҡсы, мәкерле һәм фәлән тип һөйләмәгеҙ. Иң тәүҙә үҙегеҙ яҡшы булығыҙ, һуңынан ҡатындарығыҙға яҡшы тәрбиә бирегеҙ. Ҡатындарығыҙ һис шөбһәһеҙ яҡшы булыр. Ирҙәр боҙоҡ булмаһа, ҡатындар яҡшы булыр.
                                                        Ҡатын әҙәбе
10. Ирегеҙҙең хосусан йорт эсендәге хеҙмәттәрен гүзәл һәм рәхәтләнеп эшләгеҙ. Әмерҙәренә итәғәтле булығыҙ. Тыйған әйберҙәренэн йыраҡ тороғоҙ, һытыҡ йөҙ менән ҡарышмағыҙ. Өндәшмәй үпкәләп йөрөмәгеҙ. Юҡ-бар нәмә өсөн мығырҙамағыҙ һәм ыңғырашмағыҙ. Ҡаршы һүҙ ҡайтармағыҙ. Ир хәтерен ҡалдырырлыҡ эш эшләмәгеҙ. Уның рөхсәтенән тыш өйҙән сыҡмағыҙ.
11. Оялсан, әҙәпле, намыҫлы булығыҙ. Иргә гүзәл мөнәсәбәттә булығыҙ. Хөрмәтенә кәмселек килтермәгеҙ. Вәғәҙәләрен юҡха сығармағыҙ. Серҙәрен фашламағыҙ. Малдарын исраф итмәгеҙ. Уларҙың рөхсәтенән тыш һис кемде янығыҙға саҡырмағыҙ. Кейем-фәлән өсөн артыҡ нәмә теләмәгеҙ.
12. Ирегеҙҙең ата-әсәһенә итәғәтле булығыҙ. Башҡа яҡындарын ҡарындаш иҫәпләгеҙ. Балалары булһа, ирегеҙ хәтере өсөн яҡын күрегеҙ.
13. Замана мәшәҡәттәренә ҡаршы торған ирегеҙгә ярҙам итегеҙ. Шатлыҡлы йәки хәсрәтле көндәрендә уның менән бергә булығыҙ. Был доньяның әсе-сөсөһөн уның менән уртаҡлашығыҙ. Уға һис бер ваҡыт ялған һөйләмәгеҙ. Күрше ҡатындарҙың: “Иремә ялған һөйләнем, белмәне”, -тип әйтеүҙәренә алданмағыҙ. Белегеҙ, ҡатындың ялған бер һүҙе булһа ла, иренә һиҙелһә, ире күҙендә ғүмерлек хөрмәте бөтә.
14. Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һар кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ.
15. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лэ күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә. Асыуҙы баҫтырыу өсөн тәһәрәт алығыҙ. Мөмкин булһа, намаҙ уҡығыҙ.
16. Һәр кемдән хөрмәт көтөп тормайынса башҡаларҙың етешһеҙлектәрен кисерә белегеҙ, һүҙегеҙҙе мөләйем тауыш менән һөйләгеҙ. Мөләйем һөйләргә ғәҙәтләнегеҙ, һөйләшеү — олуғ камиллыҡ булған хәлдә, сабырлыҡ мәртәбәһенә ирешмәгәнен белегеҙ, һүҙ йөрөтөүсе, ғәйбәт һөйләүселәрҙән һаҡланығыҙ. Ҡулығыҙҙан килгәнсе тиклем хәйерле эш эшләгеҙ, һис булмаһа, боҙоҡлоҡ ҡылмағыҙ.
17. Эргәгеҙҙә булыусыларҙың холоҡтарын өйрәнегеҙ. Олоһона- кесеһенә айырмайынса ҡайғылы һәм шатлыҡлы ваҡыттарында белештәрегеҙҙең ҡайғыһын уртаҡлашығыҙ, йыуатығыҙ Ауырыу һәм хәсрәт менән яфаланғанда сабырлы булығыҙ. «Бәлки шулай булыуы хәйерлелер», — тип күңелегеҙҙе баҫтырығыҙ һәм хәйерле булыуы өсөн Йәнәб-и Аллаһыға доға ҡылығыҙ.
18. Өй эштәрен һаранлыҡ менән исраф уртаһында булған ғәҙеллек менән ҡылығыҙ. Хеҙмәтселәргә бик ҡаты ла һәм бик йомшаҡ та булмағыҙ. Үҙегеҙ яҡшы һәм тоғро булһағыҙ, хеҙмәтселәрегеҙ ҙә итәғәтле булыр һәм тырышып хеҙмәт итерҙәр.
19. Ашхана менән тулыһынса үҙегеҙ идара итегеҙ. Әсбаптарығыҙ таҙа, тәртипле, һәр әйбер үҙ урынына ҡуйылыуына иғтибар итегеҙ. Баҡыр һәм еҙ самауырҙарығыҙҙы һәр ваҡыт таҙартып тороғоҙ. Бындай һауыттарҙа аштарҙы оҙаҡ һаҡламағыҙ.
20. Һәр көн иртә менән өйҙәге әйберҙэрҙең туҙанын ҡағығыҙ. Сүптәрҙе һеперегеҙ, лампа һәм шәмдәл кеүек әйберҙәрҙе таҙартығыҙ. Китаптарҙағы туҙандарҙы һөртөгөҙ
21. Юғалтмаҫ өсөн аш-һыу әсбәптәрен, шулай уҡ кейем-һалымдың барыһының иҫәбен белегеҙ. Бындай әйберҙәр күп булһа, һәр береһен төрҙәренә күрә дәфтәрҙәргә теркәгеҙ һәр әйберҙе билдәле, тейешле ергә урынлаштырығыҙ, кәрәк булғанда шунан алығыҙ, эше бөткәс, урынына ҡуйығыҙ.
22. Кер әсбәптәрен ҡарап сығығыҙ, һәр береһенең иҫәбен зиһенегеҙҙә тотоғоҙ, һәр төрлө әйберҙәрҙе һөртөр өсөн, мөмкин булһа, үҙенә махсус әйбер тотороҙ.
23. Кипкән керҙе матур итеп үтекләгеҙ һәм тейешлесә урынлаштырырыҙ. Йыртыҡтары булһа, ҙурайыуын көтмәйенсә, тиҙ генә ямағыҙ, һүтелгәндәрен тегегеҙ.
                                                     Әсә әҙәбе
24. Әгәр Йәнәб-и Аллаһ балалар бирһә, уларҙы иғтибар менән тәрбиә итегеҙ. Яҡшылыҡ һәм әҙәп өйрәтеп, күркәм тәбиғәткә ғәҙәтләндерегеҙ, холоҡтарын матурлағыҙ, өҫ-баштарынан артыҡ аҡылдарын тәрбиәләгеҙ.
25. Бала күплегенә ауырһынмағыҙ. Илағандары һәм тауышланғандары өсөн асыуланмағыҙ. Улар Йәнәб-и Аллаһ бәндәләре икәнен хәтерләп, тырышлыҡ һәм һөйөнөс менән тәрбиәләгеҙ. Ураҙалар тотоп, хажға барып хасил булмаған сауаптар, бала тәрбиәһенән хасил булыуы ихтимал. Бала мәшәҡәттәрен күтәреү арҡаһында әхирәт ҡурҡынысынан именлек табылыр.
26. Мөмкин булһа, балағыҙҙы йылы һыу менән көн һайын ике мәртәбә йыуындырығыҙ, һуңынан яҡшылап һөртөгөҙ. Артыҡ тирләмәһен, баланың үҫеүенә зарар бирмәһен, ҡан хәрәкәтен тотҡарламаһын өсөн ҡат-ҡат әйберҙәргә урамағыҙ, тар һәм ҡыҫтау кейем кейҙермәгеҙ һәм һис биләмәгеҙ.
27. Балалар яҡшы һауаға мохтаж булғандары өсөн йоҡо бүлмәләрен мөмкин ҡәҙәр боҙоҡ һауалы тотмағыҙ, өҫтәрен ҡапламағыҙ. Зарур булмаһа, бигерәк тә ҡалын әйберҙәрҙән өҫтәренә себенлек ҡормағыҙ. Бишеккә һалып тирбәтмәгеҙ. Тирбәтеү бала өсөн зарур түгел.
28. Тәҙрә һәм ут яҡтыһына ҡаратып ятҡырғанда күҙҙәре салышмаһын өсөн ҡырын итеп түгел, тура ятҡырығыҙ. Үтәнән-үтә ел йөрөгән ергә ҡуймағыҙ.
29. Алты айға тиклем һөттән башҡа ризыҡ бирмәгеҙ. Унан һуң аҙлап һурпа биреү дөрөҫ булыр. Тештәре сыҡмаҫ борон ит ашатмағыҙ. Мөмкин булһа, ит ашарға ғәҙәтләндермәгеҙ, сәйнәп ашатмағыҙ.
30. Имеҙгәндә һөтөгөҙ боҙолмаһын өсөн һуған, һарымһаҡ кеүек әйберҙәр ашамағыҙ. Борос, горчица, керән кеүек еҫле әйберҙәрҙе күп ҡулланмағыҙ. Ҡәһүә һәм сәйҙе һаҡланып эсегеҙ. Әммә, зинһар, иҫерткес эсмәгеҙ. Иҫерткес — баланың холҡо һәм сәләмәтлеге боҙолоуының беренсе сәбәбе була.
31. Балаларығыҙҙы ғәҙәттән тыш иркәләтмәгеҙ. Һәр әйберҙе уларҙың ихтыярына һалып ҡуймағыҙ. Уларҙы ҡаршы һөйләргә, һүгергә өйрәтмәгеҙ, йәғни улар алдында үҙегеҙ ҡарышмағыҙ, уларға яман һүҙҙәрҙе насар күреүсе булып күренегеҙ. Һеҙ шулай булһағыҙ, улар ҡарышырға һәм кеше һүгергә өйрәнмәҫ.
32. Балаларығыҙҙы баһадирлыҡ рухында тәрбиәләгеҙ, ҡурҡмаҫҡа ғәҙәтләндерегеҙ. Ен-пәрей һәм башҡа бының кеүек нәмәләр һөйләп ғүмере буйынса ҡурҡаҡ буласаҡ дәрәжәлә ҡандарын боҙорға сәбәп булмағыҙ. Бәғзе кешеләр бүлмәлә яңғыҙ йоҡларға йәки ауыл ерендә соҡор төбөндә булған мунсаға яңғыҙ кереп йыуынып сығырға ҡурҡа. Бының сәбәбе иһә йәш ваҡыттарында әсәләре тарафынан ҡандары боҙолоуылыр. Шуның өсөн һеҙ балаларығыҙҙы былай әйберҙәргә ғәҙәтләндермәгеҙ.
                                                  Ата әҙәбе
33. Балаларығыҙҙы тәрбиәләргә иң кескәй саҡтарынан башлағыҙ. Уларҙың күңелдәренә күркәм холоҡ орлоҡтары сәсегеҙ. Кешелеклелек һәм изгелек нисек булыуын аңлатығыҙ, урынына ҡарап бер аҙ йомшаҡ һәм ваҡытына ҡарап бер аҙ ҡатылыҡ та күрһәтегеҙ, ләкин ҡурҡып тугел, тулыһынса дөрөҫ эшләүен аңлап, һүҙегеҙ буйынса ғәмәл итеүсе булыуҙары менән ғорурланығыҙ.
34. Балаларығыҙҙың үҙҙәрен һәм уларҙың күҙ алдында башҡаларҙы һүкмәгеҙ. Әгәр кешегә яман һүҙ әйткәнен ишетһәгеҙ, ҡаршы булығыҙ, һүгергә өйрәнмәһендәр
35. Балаларығыҙ алдында үҙегеҙҙе хөрмәтле тотоғоҙ, улар һеҙҙән ғорур булырға өйрәнһендәр, шуның арҡаһында ғаилә эсендә татыулыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрөр. Уларға һис бер ваҡытта ялған һөйләмәгеҙ, уларға яман доға ҡылмағыҙ. Бындай нәмәләр уларҙы яман Һөйләргә өйрәтеү була, атаның хөрмәтен кәметә.
36. Ҡатынығыҙ тәрбиәләргә башлаһа, уларҙың араларына инмәгеҙ. Һеҙ тәрбиәләгәндә ҡатынығыҙ ҙа аралашмаһын. Бындай эш тәрбиә түгел, бәлки тәрбиәһеҙлектер. Сөнки бындай хәлде күргән бала үҙен ҡыйырһытылған тип уйлар, иркәләргә өйрәнер, һис бер тәрбиә алмай ата менән әсә араһында бер-береһенән ҡасып, ошаҡлап йөрөр
37. Был донъяла кешеләрҙең ҡиммәте тик үҙ тырышлыҡтары менән булыуын һәм һәр кем үҙ эшен үҙе күрергә бурыслы икәнен балаларығыҙға аңлатығыҙ Кешегә таянып һәм тик бәхет һәм хәйер-доғаларға ышанып торорға өйрәнмәһендәр.
38. Иман һәм дин хөкөмдәрен, фарыз, важибүтәлергә тейешле дини эш() һәм харамдарҙы өйрәтегеҙ, ғәмәлдәрҙе ҡылдырырға ғәҙәтләндерегеҙ (Дини тәрбиәне йәш сағында алған бала ҙурайғас та юғалмаҫ). 
39 Балаларығыҙға файҙалы маҡсаттар хасил итеүҙә ярҙам бирегеҙ, мөмкин булһа, был юлда аҡса ҡыҙғанмағыҙ. Уларҙы кеше ишектәренә йөрөргә, хәйерһеҙ эш эшләргә мәжбүр итмәгеҙ
40 Балаларығыҙ өсөн мал йыйып та тәрбиәләренә иғтибарһыҙ ҡалмағыҙ, малды уларҙың тәрбиәһе юлында сарыф итегеҙ. Бөтмәй торған мираҫ — гүзәл тәрбиә биреү икәнен белегеҙ. Дөрөҫ тәрбиә булмаһа, балалар өсөн донъя тулы алтын ҡалһа ла файҙаһы булмаҫ. Тәрбиәһеҙлектәре — бәхетһеҙлектер, уның өҫтөнә мираҫ итеп ҡалған алтындар икенсе бәхетһеҙлек булыр.
41. Балаларығыҙҙы мәҙрәсәгә ебәреп, үҙегеҙ уларҙың хәлен белешмәй тормағыҙ. Даими хәлдәрен күҙәтегеҙ, бөтәһен дә күҙ унында тотоғоҙ. Хатта китап, яҙыу әсбаптарына тиклем аңлап, белеп тороғоҙ.
42. Ихтыяждарын үтәгәндә һәм кәрәктәрен етештергәндә бөтәһен дә бер тигеҙ күрегеҙ. Бүләк биргәндә барыһына ла тигеҙ бирегеҙ. Бындай нәмәләр уларға ғәҙеллек һәм инсафлыҡ өйрәтеү була. Береһенэ йәшереп бер нәмә биреп: “Һаҡ бул, туғандарың белмәһен!” — тип әйтеүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки былай итеү уларға йәбер һәм золом, алдау һәм хыянат кеүек нәмәләргә өйрәтеү, һаранлыҡ һәм үҙ- үҙен һөйөү кеүек боҙоҡлоҡ орлоҡтарын күңелдәренә сәсеү була.
43. Көстәре етәрлек булғас, балаларығыҙға эштэрегеҙҙе һәм һөнәрҙәрегеҙҙе өйрәтегеҙ. Фекерҙәрегеҙ менән таныштырығыҙ. Донья көтөү өсөн уларҙың күҙҙәрен асығыҙ. Тормош ҡағиҙәлэрен аңлатығыҙ. Хеҙмәтселәрегеҙ менән түгел, үҙегеҙ менән бергә йөрөтөгөҙ. Ашау-эсеү ваҡытында күҙ унында тотоғоҙ. Зиһендәрен асырлык нәмәләр һөйләгеҙ һәм нисек булһа ла аҡылдарын нурландырығыҙ. Кәсеп һәм һөнәрҙәр менән дуҫлаштырығыҙ. Ваҡыты еткәс, изге ғаилә ағзалары менән өйләндерегеҙ.
44. Балаларығыҙҙы кеше итеп иҫәпләгеҙ, уларҙың әҙәм булыуҙарын теләгеҙ. Әсәләре менән гүзәл һәм шәриғәт әҙәбе буйынса мөнәсәбәттә булығыҙ. Бала мөхәббәте ата менән әсә араһында уртаҡ икәнен балаларығыҙға ғәмәлдәрегеҙ менән белдерегеҙ. Әгәр улар һеҙҙән бындай нәмәләрҙе күреп үҫһәләр, үҙҙәре һеҙҙән алған тәрбиәләре арҡаһында үҙ ҡатындары менән дә гүзәл тормош көтөрҙәр һәм үҙ балаларын тәрбиәләгәндә кәмселектәр күрһәтмәҫтәр.
45. Ваҡыты еткәс, әҙәп ҡағиҙәләре менән таныштырығыҙ. Ҡөрьән шәрифте өйрәтегеҙ. Көсөгөҙ еткәнсе нәфәкә(йәшәү өсөн кәрәк булған мал, аҡса) бирегеҙ. Тәрбиәләгеҙ, донъяла йәшәү өсөн кәрәкле кәсеп һәм һөнәрҙәрҙе яратып өйрәтегеҙ. Күңелдәренә көс бирегеҙ, олуғ кешеләрҙең тормоштары тураһында һөйләгеҙ.
46. Ҡыҙҙарығыҙҙы камил иғтибар менән ухырға, яҙырға өйрәтегеҙ, мәктәптәргә ебәрегеҙ. Дин һәм донъя кәрәктәрен, өй тәрбиәләүҙе өйрәтегеҙ. Ваҡыты еткәс, тик байлыхха ғына харап, тәрбиәһеҙ, үҙҙәренә тиң булмаған ҡарттарға түгел, тәрбиәле, гүзәл тәбиғәтле кешеләргә тапшырырға тырышығыҙ. Туй һәм йыһаз өсөн артых мәшәҡәтләнмәгеҙ. Тәрбиәле булыу кеүек бейек йыһаз һәм шөһрәтле туй һис табылмаҫ
                                          Тырышлыҡ ҡағиҙәһе
47. Тәрбиәләнмәгән һәм эшләнмәгән ерҙә ғәҙәттә булғандарынан башҠа бер нәмә лә етешмәгән кеүек эшһеҙ тороусы әҙәм балалары ла бер файҙа килтермәйҙәр. Шуның өсөн донъяла мәңге торасах, әхирәткә иртәгә китәсәк кеше кеүек тырышып йәшәгеҙ.
48. Йәнэб-и Аллаһ ғәмәл менән бойорған һәм ғәмәлгә күрә яза (бүләк) бирергә вәғәҙә иткән. Бәндәнең вазифаһы — Аллаһы Тәғәлә үҙе бойорған әмерҙәрен башхарыу өсөн булған өсөн, өҫтөгөҙгә төшкән ғәмәлдәрҙе ихлас һәм тырышлыҡ менән үтәгеҙ. Улар ҡабул була йәки булмаясаҡ, Йәнәб-и Аллаһтың бәндәләрҙең ғибәҙәттәренә һис мохтаж түгел тип һөйләү, ялҡаулыҡҡа быларҙы сәбәп итеү кеүек нәмәләр менән шөғөлләнмәгеҙ. Сөнки бындай нәмәләр бәндәнең вазифаһы түгелдер.
49. Һис бер нәмәһе юҡ кеше фәҡир түгел, һөнәре һәм тырышлығы юҡ кеше фәҡирҙер. Үҙе өсөн тырышҡан кешегә эш һәр ваҡыт ярҙам итер. Тырыш кеше — матур йәшәр, ялҡау кеше — аслыҡтан үлер. Был донъяның тормошо һәр кемдең үҙ ғәйрәтенә аманат ителгән. Шуның өсөн донъяла тороу һәм көн үткәрер өсөн һис кемгә ышанмайынса, үҙ ғәйрәтегеҙгә өмөт итегеҙ һәм үҙегеҙ өсөн үҙегеҙ тырышығыҙ.
50. Ризых ни ҡәҙәре бүленгән һәм билдәләнгән булһа ла, уны эҙләү һәм теләү бәндәләргә бойоролғандыр. Шуның өсөн үҙ ризығығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ, һис кемгә күктән алтын яуғаны һәм ерҙә үлән үҫкән кеүек үҫеп торғаны юҡтыр.
51. Зирәк булһағыҙ, зирәклеккә ышанып, йәки һөнәрле булһағыҙ, һөнәргә таянып, эшһеҙ һәм хәрәкәтһеҙ тик ятмағыҙ. Сөнки тырышыу күрелмәгән һәм хәрәкәт ителмәгән хәлдә, зирәклек һәм һөнәрҙән файҙа хасил булмай.
52. Шәриғәт ҡушҡаңдан тыш ялҡаулыҡ һәм нәфсе артынан йөрөү әҙәм балаһына ауырыу килтерә, тәбиғәтен боҙа һәм фәҡирләндерә. Шуның өсөн бер ваҡытта ла эшһеҙ тормағыҙ, ялҡаулыҡ һәм шөһрәт әсире булмағыҙ. Аҡылығыҙҙы буш һәм эшһеҙ аҫрамағыҙ.
53. Донъяла үткән көндәрегеҙҙә, әхирәттә файҙаһы тейәсәк ғәмәлдәргә иғтибар итегеҙ. Яҡшы белегеҙ, донъяла туҙан ҡәҙәр изгелек иткән кеше әхирәттә яҡшы яза (бүләк) күрер, туҙан ҡәҙәр уҫал ғәмәл иткән кеше әхирәттә уҫал яза күрер, һәр кемдең ғәмәл: әхирәттә билдәле булыр, һәр ғәмәлдең язаһы (әжере) ҡаршы килеп алыр.
54. Донъя сәфәрендә булған ваҡытта үҙегеҙгә кәрәкле эштәрҙе туҡтатып тормағыҙ. Сөнки донъя ел тиҙлеге менән үтер, вафат көнөнә тиклем файҙалы эштәр өсөн тырышығыҙ, һис ялыҡмағыҙ. Үҙегеҙҙән һуң матур исем ҡалдырыу өсөн эшләгеҙ. Сөнки әҙәм балаһы вафат булғас та матур исеме вафат булмайынса мәңге ҡалыр.
Һөнәр һәм сәнғәт әҙәбе
55. Эшегеҙҙе ашыҡмайынса, матур һәм тейешлесә, һәр нәмәһен үҙ ваҡытында эшләгеҙ. Фекерегеҙҙе боҙасаҡ әйберҙәрҙән һаҡланығыҙ һәм саралар күрегеҙ. Бер эште башлағас, матурлап тамамларға тырышығыҙ. Сөнки эште башлап юлда ҡалдырыуға ҡарағанда, һис башламай тороу тағы ла хәйерлерәк.
56. Бер сәғәт эсендә бер ниса төрлө эште башламағыҙ. Сөнки былай итеү башланған эштәрҙең һәр береһенән мәхрүм ҡалыуға сәбәп була. Башланған эште шатлыҡ һәм ихласлыҡ менән ялыҡмай дауам итегеҙ.
57. Бөгөн бөтәсәк эште иртәгә ҡалдырмағыҙ. Сөнки иртәгә тағы үҙенә кәрәк эштәре буласаҡ. Бөгөнгө эште иртәгә ҡалдырһағыҙ, бөгөнгө көнөгөҙ бушҡа уҙыр, иртәгәһе көн ике төрлө эш йыйылып, ауырлыҡ килтерер, һәр көн эш бөтөп барһа, үҙегеҙгә рәхәт булыр.
58. Эшегеҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамланмауына түгел, гүзәл һәм хуш, таҙа һәм тәртипле булыуына иғтибар итегеҙ. Тәртипле эш ваҡытты бушҡа үткәрмәй һәм үкендермәй. Халыҡ ни ҡәҙәр ваҡыт эсендә тамамланыуына түгел, яҡшы булыуына иғтибар ита.
59. Эште иғтибар менән башлағыҙ. Сөнки башы яҡшы булған эштәр аҙағында ла яҡшы булыр. Башы боҙоҡ булған эштәрҙең аҙағы ла матур булмай.
60. Эштәрҙе кеше күрһен һәм маҡтаһын өсөн түгел, файҙаһы булһын өсөн эшләгеҙ. Файҙалы эш бөгөн булмаһа ла, бер ваҡыт күҙгә күренер һәм аҡыл эйәләре тарафынан баһаланыр.
61. Ваҡытығыҙҙы мөмкин ҡәҙәр ғәмәлегеҙгә бүлегеҙ, көсөгөҙҙән артыҡ эштәргә көсәнмәгеҙ. Был ауырыуға сәбәп була. Эшегеҙҙән ялыҡмағыҙ, шатланығыҙ. Күңел ҡайтарасаҡ фекерҙәрҙе сығарығыҙ. Эшләгеҙ һәм файҙа өмөт итегеҙ.
62. Эшләгәндә һуңынан киләсәк файҙалар хаҡында фекер йөрөтөгөҙ. Сөнки был шатлыҡ килеүгә сәбәп була. Шатлыҡлы эш, ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, еңел күренә.
63. Һөнәрегеҙҙе көндән-көн арттырығыҙ. Бөгөнгө хәлгә ризалыҡ һәм көндән-көн түбән ҡалыуҙан һаҡланмау — характерһыҙ һәм һиммәтһеҙ кешеләрҙең ғәҙәтелер.
Кәсеп әҙәбе
64. Уҡыуығыҙҙы тамамлағас, донъяла йәшәү өсөн үҙегеҙгә яраҡлы берәй кәсеп һәм һөнәр һайлағыҙ. Бер төрлө һөнәр һәм кәсепте тулыһынса өйрәнмәйенсә, башҡалары менән шөғөлләнмәгеҙ.
63. Кәсебегеҙҙең аҙлығынан йәки күп файҙа күрә алмауығыҙҙан оялмағыҙ. Тырышҡандан һуң файҙа аҙлығы ғәрлек түгел, ялҡаулыҡ һәм кәсеп итә белмәү ғәрлектер.
66. Һайлаған һөнәрегеҙҙә дөрөҫ һүҙле һәм ышаныслы, шат һәм аҡыллы, саралы һәм пак булығыҙ. Көндән-көн эшегеҙҙе яҡшыртырға һәм халыҡ иғтибарына кәсеп итергә тырышығыҙ. Хыянат итмәгеҙ һәм ялған һөйләмәгеҙ. Өлгөрә алмаған көнгә вәғәҙә итмәгеҙ, әйткән вәғәҙәгә ҡаршы сыҡмағыҙ.
67. Әгәр игенселек менән шөғөлләнһәгеҙ, игенселек ғилемен белегеҙ, был турала яҙылған рисәлә һәм китаптарҙы уҡығыҙ. Кәрәкле тәжрибәләрҙе өйрәнегеҙ, файҙалы орлоҡтарҙы табып сәсегеҙ. Ер алып- һатыу, хеҙмәтселәр яллау хаҡында булған ҡанундарҙы белегеҙ.
68. Сауҙагәр булһағыҙ, сауҙа хаҡында булған ҡанундар менән танышығыҙ. Эштәрегеҙҙе тәртипле йөрөтөгөҙ. Зарар менән файҙа юлдарын айырығыҙ, үҙегеҙгә зарар һәм башҡаларға хыянат итмәгеҙ Хаҡы арзан тип кәрәкһеҙ нәмәләр алып ҡуймағыҙ. Сифатһыҙ әйберҙәрҙе һатмағыҙ. Аҙ булһа ла табышты ебәрмәгеҙ. Асыҡ йөҙле булығыҙ. Үлсәгәндә ғәҙел булығыҙ. Шәриғәт бойорғанса ғәмәл ҡылығыҙ, файҙаһы әҙ булһа ла бәрәкәте күп булыр.
69 Бер кешегә хеҙмәт итһәгеҙ, хеҙмәтегеҙҙе тоғро башҡарығыҙ. Дөрөҫ һүҙле, ихлас ғәмәлле һәм башлыҡтарығыҙға итәғәтле булығыҙ. Хыянат итмәгеҙ, выждан һәм хөрмәтегеҙгә ҡаршы эшләмәгеҙ.
70. Башҡаларға хеҙмәт итһәгеҙ, кейем-һалымда улар менән бер тиң йөрөмәгеҙ. Ҡатындарығыҙҙы артыҡ кейендермәгеҙ. Донъяла ярышырлыҡ кеше бөтмәйәсәк булған өсөн, зиннәт һәм кейем тип ярышмағыҙ, ҡатындарығыҙҙы ла ярыштырмағыҙ, әгәр аҡсағыҙ ҡулланыуҙан артһа, аҙмы-күпме булһа ла ҡара көнгә һаҡлағыҙ. Ни ҡәҙәр бәхетле булһағыҙ ҙа, киләсәктә булыуы ихтимал ҡара көндәр өсөн әҙер булығыҙ.
                                        Иҡтисад (тота белеү)
71. Аҡсаһы һәм дәүләте күп кеше бай түгел, иҡтисады булған кеше бай була. Шуның өсөн файҙаһыҙ ерҙәргә, харам урындарға бер тин булһа ла аҡса сарыф итмәгеҙ. Бындай урындарға сарыф итәсәк аҡсаларҙы янығыҙҙа һаҡлағыҙ, йыйығыҙ, киләсәктә зарары булмаҫ.
72. Өй идараһында булған аҙ ғына бурыс та, кейемдәрҙә булған йыртыҡ кеүектер. Ваҡытында күрелеп ямалмаһа, һаман ҙурайыр. Шуның өсөн көтәсәккә нәмә алмағыҙ, әгәр зарур булып алынһа, аҡсаһын ашығып тапшырырға тырышығыҙ. Өҫтөгөҙгә бурыс өймәгеҙ. Әҙәм балаһын ваҡытһыҙ ҡартайтасаҡ нәмәләрҙең береһе — бурыс.
73. Аҡсаның ҡиммәтен, нәмәнең хаҡын яҡшы белегеҙ һатыу- алыу ваҡытында алданмағыҙ. Кәрәк нәмәне, мөмкин булһа, үҙегеҙ ҡарап алығыҙ. Кәрәкмәгәндәрен арзанлығына ҡыҙығып йәки тик йыһаз булғаны һәм матурлығына ҡарап һатып алмағыҙ. Бындай әйберҙэрҙе алыу ни ҡәҙәре арзан хаҡлы булһа ла ҡиммәттер.
74. Керем һәм сығымдарығыҙҙы бер дәфтәргә яҙығыҙ һәм һәр ваҡыт был дәфтәрҙе күҙ алдында тотоғоҙ. Бындай дәфтәрҙәр иҡтисад аршины һәм сара үлсәүе булыр. Сөнки кеҫәһенән сыҡҡан аҡсаларҙы күреп торғанда, кәрәкмәгән урындарға биреүҙән һәр кем һаҡланырға теләй.
75. Сығымдарҙы килемдәрҙән артыҡ итмәгеҙ, ҡара көн өсөн һәр айҙа аҙмы-күпме булһа ла, кеҫәгеҙгә беректерә барығыҙ. Был күңелгә рәхәтлек килтерер һәм тырышлыҡҡа сәбәп булыр. Сығым артыҡ булһа, күңелгә хәсрәт була һәм ҡанды боҙа
76. Зарур булмаһа, бурысҡа алмағыҙ. Мәжбүр булмаһа йәки яҡшы белмәгән кешеләргә бурыс бирмәгеҙ. Бигерәк тә халыҡ араһында кейенеп, күкрәк киреп йөрөүселәргә һәм ҡорһаҡтарын ҡунаҡ итеүселәргә, ҡатындарын дәрәжәләренән тыш кейендереүселәргә бер тин дә бирмәгеҙ
77. Вәғәҙәләшкән ваҡыт еткәс, аласағығыҙҙы уйнап-көлөп түгел, ысын һүрәттә һорағыҙ. Бирәсәгегеҙҙең ваҡыты етеп, бирергә көсөгөҙ булмаһа, матур итеп сәбәбен аңлатығыҙ, ғәфү үтенегеҙ.
                                               Тейешле сара
78. Ваҡытты ҡуллана белгән кеше малды сарыф итә белә, йәғни бер минут ваҡытты ла бушҡа үткәрмәгән кеүек, бер тин аҡсаны ла урынһыҙ ергә ебәрмәй. Шуның өсөн ваҡытығыҙҙы һәм малығыҙҙы исраф итмәгеҙ, уйлап эшләгеҙ. Ахмаҡ кешеләр кеүек аҡсағыҙҙы һәм ваҡытығыҙҙы донъяла һәм әхирәттә файҙаһы булмаған нәмәләргә исраф итмәгеҙ.
79. Мал ни ҡәҙәр күп булһа ла, ғүмер ни ҡәҙәр оҙон булһа ла, уйлап эшләмәһәң, яҙ көнөнөң ҡары кеүек иреп бөтөр, исеме лә, эҙе лә ҡалмаҫ . Тейешле сара күрелһә, аҙ ғына мал да бәрәкәтле, ҡыҫҡа ғына ғүмер ҙә файҙалы булыр. Ошоноң өсөн планлы донъя көтөгөҙ. Планлы йәшәгеҙ. План менән эш итегеҙ.
80. Исраф иң хөрмәтле ғаиләләрҙе лә боҙа, иң бай өйҙәрҙе лә юҡҡа сығара, иң бөйөк урындарҙан түбән төшөрә һәм иң шөһрәтле фамилияларҙы харап һәм фәҡир итә. Шуның өсөн исраф итеүҙән бик һаҡланығыҙ, һәр эшегеҙҙә иҫәпле булығыҙ.
81. Планлы кешенең малы аҙаймаҫ, һаран кеше ас ҡалыр. Исраф итеүсе ауырыр, фәҡир булыр. Шуның өсөн аҡса сарыф итеүҙә һаран дәрәжәһенә төшмәгеҙ. Ләкин исраф та итмәгеҙ. Иҫәпле һәм планлы булығыҙ.
82. Фәҡир булған хәлдә бай булып күренмәгеҙ. Бай булған хәлдә, фәҡир һүрәтендә йөрөмәгеҙ. Булғанығыҙ кеүек күренегеҙ, күренгәнегеҙ кеүек булығыҙ. Үҙегеҙҙән ҡаласаҡ ҡатындарығыҙҙың ирҙәре өсөн мал йыймағыҙ, ошо һүҙҙәр менән ғәмәл ҡылыу тейешле сара була.
                               Байлыҡ – ярлылыҡ ҡағиҙәһе
83. Мал — донъя тормошо өсөн зиннәт һәм әхирәт мәртәбәләрен кәсеп итергә сәбәптер. Шуның өсөн малығыҙҙы үҙегеҙгә донъяла шәрәф килтерәсәк һәм үлгәс, матур исем менән иҫкә алдырасаҡ урындарға сарыф итегеҙ.
84. Әгәр мал Аллаһы Тәғәлә хәҙрәте бойорған рәүештә сарыф ителмәһә, бәндәне аҙаштырырға сәбәп була. Шуның өсөн малдың затын һөймәгеҙ, Аллаһы Тәғәлә хәҙрәте риза булмаған урындарға сарыф итмәгеҙ.
85. Бәндәнең Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтенә тоташтырасаҡ дине һәм әҙәбе, ғилеме һәм гүзәл холҡо, донъя тулы малы булһа ла файҙаһы булмаҫ. Шуның өсөн малығыҙ ни ҡәҙәр күп булһа ла, дин тәрбиәһе алығыҙ, әҙәпле һәм гүзәл холоҡло булығыҙ.
86. Малығыҙ менән файҙалы китаптар алығыҙ, мөғәллимдәргә вазифа бирегеҙ, үҙегеҙ һәм ғаилә хәжәттәрен башҡарығыҙ. Тейешле ерҙәргә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ғәҙел саҙаҡа һәм һәҙиә бирегеҙ. Дин һәм милләт файҙаһына сарыф итегеҙ.
87. Аллаһы Тәғәлә риза булмаған урындарға, ахмаҡтар файҙаһына, насар урындарға, боҙоҡ холоҡло кешеләрҙең маҡтаныуҙарын ишетеү өсөн бер тин дә бирмәгеҙ. Бындай урындарға мал сарыф итеү әҙәм балаһының хөрмәтен ебәрә, иғтибарын юғалттыра, динен дә боҙа.
88. Донъяғыҙ тар булһа ла Аллаһы Тәғәленең рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, иркен булһа, аҙғын һәм шәһүәт әсире булмағыҙ. Байлыҡ бер айлыҡ икәнен һәм күп бай фамилиялар аҙғынлыҡтары сәбәпле иң фәҡир булып ҡалғандарын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
89. Фәҡирлек ғәйеп һәм ғәрлек түгел, кәсеп итергә көс етешмәгәнлек һәм кәсеп закондарын белмәгенлектер, башҡаларҙан һоранып йөрөргә мәжбүр булыу ғәйептер. Шуның өсөн бер тарафтан фәҡирлек баш күрһәтһә, һеҙҙе икенсе яҡтан кәсеп итергә башлап, фәҡирлек менән көрәшегеҙ. Ғәйрәтегеҙ һәм Йәнәб-и Аллаһтын рәхмәте күләгәһендә фәҡирлекте еңеүегеҙ ихтимал. Нисек булһа ла, һоранып йөрөмәҫлек ҡәҙәр ризыҡ табырра тырышығыҙ. Был турала, зинһар, иҫәпкә алығыҙ.
90. Бай булыу өсөн артыҡ ашыҡмағыҙ. Аҡса затын һөймәгеҙ. Тота белеп тотһаң, аҙ байлыҡ та етә. Ләкин кешеләргә йөҙ һыуы түкмәҫ ҡәҙәр көс хасил итер өсөн, арыҫландан ҡасҡан кеше кеүек, ашығығыҙ.
91. Тырышып-тырышып та етәсәк дәрәжәлә байлыҡ хасил булмаһа, өмөтһөҙләнмәгеҙ. Холоҡ һәм фиғелдәрегеҙҙе төҙәтергә тырышығыҙ. Холоҡтоң төҙөк булыуы — үҙе олуғ байлыҡтыр. Байлыҡ менән ябылмаған хөрмәт һәм матур исемдәр күркәм холоҡ арҡаһында табылыр.
92. Аҡса затын һөйөү — иң ҡаты фәҡирлектер. Әҙәм балаһы аҡсаһыҙ фәҡирлеккә сабыр итер, әммә аҡса һөйөү фәҡирлегенә сабыр итә алмаҫ. Әгәр әҙәм балаһы аҡса һөйөү фәҡирлеге менән ауырыһа, бөтөн тормошо хәсрәтле була, кешелеге бөтә. Ҡара икмәккә туймай, баштарын ташҡа һалып ятҡан фәҡирҙәр күрмәгән мәшәҡәттәрҙе аҡса һөйөүсе бай фәҡирҙәр күрерҙәр. Һеҙ быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм, аҡсаһыҙлыҡ фәҡирлегенән артыҡ, аҡса һөйөү фәҡирлегенән ҡурҡығыҙ.
93. Ғәҙәти рәүештә генә донъя көтөп үҙ хәленән риза һәм Йәнәб- и Аллаһтың биргән өлөшөнә итәғәтле, үҙенән түбәндәрҙең хәлдәренән ғибрәт алыусы кеше олуғ һарайҙарҙа, төрлө зиннәттәргә күмелеп тә, уҙенән юғарыларға ҡарап, улар кеүек булмағаны өсөн ҡайғырыусы кешенән күпкә бәхетлелер. Шуның өсөн һеҙ бәхетте байлыҡтан йәки ат, арба һәм олуғ һарайҙарҙан түгел, күңелегеҙҙең ҡәнәғәтле һәм йәнегеҙ тыныс булыуҙан эҙләгеҙ.
94. Донъялағы бөтөн маҡсатығыҙҙы мал йыйыуҙан ғибәрәт, тип уйламағыҙ, күҙегеҙҙе яҡшылап асып ҡараһағыҙ, мал йыйыусылар, бал ҡорто кеүек көн-төн хәсрәт татып йыйған хәлдә, ашаусылары башҡа була. Бәғзе кешеләр, йән тирҙәрен ағыҙып, ҡатындарының ирҙәре өсөн мал йыялар. Мал йыйыу әҙәм балаһында бер ауырыуҙыр, исраф йәки һаранлыҡ кеүек боҙоҡ холоҡтарға тоташтыра. Шуның өсөн башҡаларға мохтаж булмаҫлыҡ, ғаиләгеҙҙе гүзәл тәрбиә итерлек, ғилем, милләт һәм ғөмүми файҙаға сарыф ҡылыр ҡәҙәр мал әҙерләгеҙ һәм кәсеп итегеҙ, тапҡан малырыҙҙы ла донъя һәм әхирәттә файҙаһын күрерлек һәм фамилияғыҙға матур исем аласаҡ ерҙәргә үҙегеҙ сарыф итегеҙ.
95. Аҡсағыҙҙы лоторейлы билеттарға бирмәгеҙ. Зинһар, отошло уйын уйнамағыҙ. Аҙ булһа ла, быларҙан башҡа кәсеп итегеҙ, бар ҡәҙәренә ҡәнәғәт булығыҙ. Белегеҙ: һэр ҡомһоҙ кеше фәҡир һәм һәр ҡәнәғәт кеше бай була.
96. Шәрәфте байлыҡ, аҡса йәки ат, арба һәм ер-һыуҙа тип нҫәпләмәгеҙ. Шәрәфлек — гүзәл холоҡ һәм тәрбиә, әҙәп һәм ғилемдәлер. Әгәр иғтибар итеп, күҙ һалһағыҙ, шуны күрерһегеҙ: холоҡтары боҙоҡ һәм тәрбиәһеҙ булғандары өсөн был донъяла күп байҙар рәхәтлектең ни икәнен белмәйҙәр һәм күп фәҡирҙәр ғилем һәм тәрбиәләре арҡаһында донъялағы сәфәрен рәхәт-рәхәт үткәрерҙәр.
                                              Белем ҡағиҙәһе
97.Һәр кеше, һәр бер ҡәүем һәм милләттең бәхетле булыуының тап сәбәбе белемдер. Ашлыҡтар өсөн ямғыр ни ҡәҙәр кәрәк булһа, әҙәм балаһы өсөн белем шул тиклем кәрәк. Кешеләрҙең дә белемлеләре менән белемһеҙҙәре шәриғәт алдында бер тигеҙ түгел. Шуның өсөн һеҙ белем алығыҙ һәм балаларығыҙҙы ла белем юлына ҡуйығыҙ, белем таратығыҙ һәм таралыуына ярҙам итегеҙ.
98. Хәҙерге заманда белемле ҡәүемдәр сәғәтләп һәм минутлап үҫкән хәлдә, белемһеҙҙәре юҡҡа сыға. Белемле утын киҫеүселәр янында ғилемһеҙҙәре артта ҡалғандары күренеп торғанда, башҡаларға ни ҡала? Шуның өсөн Йәнәб-и Аллаһ ғибәҙәт итер өсөн белем табығыҙ, һөнәр, сәнәғәт, игенселек һәм сауҙа менән көн үткәрергә булһағыҙ, белем алығыҙ.
99. Мөғәллим булһағыҙ, шәкерттәрҙе ҡағиҙәгә ярашлы тәрбиәләгеҙ, холоҡтарын матурлағыҙ. Хәлдәренә тура килгән белемде өйрәтегеҙ, белемдәрен юғалттырмағыҙ. Шәкерттәр өсөн яуаплы буласаҡ кешеләрҙең иң беренселәре — мөғәллимдәр менән мөдәрристәр икәнен онотмағыҙ.
100. Шәкерттәрегеҙҙең һәр хәрәкәтенә ҡарап тороғоҙ, уларҙы матур һөйләшеүгә, гүзәл ғәҙәттәргә төшөндөрөгөҙ, һүҙҙәрен һәм фиғелдәрен төҙәтегеҙ. Өҫ-баштарын, кейем-һалымдарын пак һәм таҙа тотоуҙарына иғтибар итегеҙ. Ҡыҫҡаһы, эске һәм тышҡы торошо менән һәр кемгә өлгө булырлыҡ дәрәжәгә ирешкәнсе шәкерттәрегеҙҙе тәрбиәләүҙе туҡтатмағыҙ.
101. Шәкерттәрегеҙ менән уйнамағыҙ, көлмәгеҙ. Уларға йомшаҡ һәм миһырбанлы булығыҙ һәр нәмәне дөрөҫ һөйләгеҙ, һәммәһен бер тигеҙ курегеҙ, һәммәһен файҙа алырлыҡ рәүештә өйрәтегеҙ. Файҙалы һәм кәрәкле ҡағиҙәләрҙең бөтәһе менән таныштырығыҙ.
102. Ишеткән нәмәләрегеҙҙең матурҙарын яҙығыҙ, яҙған һәм күңелегеҙҙэ булған матурҙарын һөйләгеҙ. Яҙасаҡ әйберҙәрегеҙҙе иң тәүҙә дошман күҙе менән тикшерегеҙ. Дәрөҫ һүҙҙе һөйләгәндә Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис кемдең шелтәләүенән ҡурҡмарыҙ.
103. Яҙған ваҡытта ҡәләмегеҙгә хужа булығыҙ. Халыҡтың мәртәбәһен һәм ғөмүми ғәҙәттәрен хөрмәт итегеҙ. Яҙған әйберҙәрегеҙ донъяла аҡыл эйәләре алдында һәм әхирәттә ҡаршығыҙға килгәндә йөҙ ҡыҙартырлыҡ булмаһын.
104. Ожмах эсенә инеп, элгесен эләктереп ҡуймаҫтан элек, телегеҙ һәм ҡәләмегеҙ менәм һис кемде рәнйетмәгеҙ һәм һүкмәгеҙ, ислам фирҡәләренең һис береһенә «мәҙһәпһеҙ», «аҙашҡан фирҡә» кеүек әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙе япһармағыҙ. Меңләгән, миллионлаған кешенең йәнен ғазапламағыҙ. Уларҙың дошмандары тарафынан бергә ун һәм йөҙ ҡушып япһарған һүҙҙәргә ышанмағыҙ. Башҡаларҙан бигерәк үҙ иғтиҡатығыҙҙы тикшерегеҙ, үҙ иғтиҡатығыҙҙы дөрөҫләгеҙ. Кешеләрҙе тикшереп, үҙегеҙҙе мәхрүм итмәгеҙ. Әхирәттә ҡотолорға теләһәгеҙ, шиға һәм ваһабиларҙы һүгеп ғүмер уҙҙырыу урынына, үҙ хәлегеҙҙе ҡайғыртып, Рәсүл Әкрәм салуллаһ ғәләйһиссәләм вә Әсхәбе Кәрәм юлына эйәрегеҙ һәм юлынан айырылмарыҙ. Бының менән бергә киләсәк көндәрҙән имен һәм хәбәрһеҙ тормағыҙ.
105. Яҙған ваҡытта булдыра алырлығығыҙҙан юғары сығыу һәм булған дәрәжәгеҙҙән тағы ла бөйөк мәртәбәлә күренеү өсөн көсәнмәгеҙ. Бының арҡаһында яҙылған әҫәрҙәрҙең әһәмиәте һәм яҙыусының дәрәжәһе түбән төшә
                                                   Ватан һәм милләт
106. Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаган ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, унын исемен бөйөк итеү өсөн тырышырыҙ.
107. Ватан — кешеләрҙең хөрмәте һәм һәр кем алдында ғорурланырлыҡ хазина. Шуға күрә ватан өсөн малығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ һәм көстәрегеҙҙе аямағыҙ. Ватан хаҡында бындай фиҙаҡәрлек күрһәтмәгән кеше унда йәшәргә лайыҡ түгел.
108. Ата-әсәгеҙҙе, яҡын ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек һөйһәгеҙ, милләтегеҙҙе лә шулай һөйөгөҙ. Милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ. «Милләт» һәм «Ватан» һүҙҙәрен мәсхәрәләүселәрҙе тыңламағыҙ. Улар шәрәф сифатынан мәхрүм ҡалған бисаралар. Уларҙың үҙҙәрен ҡыҙғанығыҙ һәм бындай түбән дәрәжәгә төшкәндәре өсөн мәрхәмәт күрһәтегеҙ.
109. Милләт һәм ватан өсөн хеҙмәт итергә тура килһә, уның өсөн рәхмәт һәм бүләк көтмәгеҙ. Бүләк көтөү шулай ҡалһын, фарыз ҡылдың, милләт һеҙгә яфа ҡылһа, һис үпкәләмәгеҙ, өҫтөгөҙгә йөкмәтелгән хеҙмәттәрҙән баш тартмағыҙ. «Ҡалаларым һәм ҡәүемдәрем ни ҡәҙәр мине яфалаһалар ҙа, минең алдымда улар һаман хөрмәтле», — тигән ғәрәп шиғырын' уҡығыҙ һәм шулай итеп күнелегеҙҙе йыуатығыҙ.
110. Дин һәм белем таратыу, мәктәптәр һәм хәйриә эштәре һәм нисек кенә булһа ла халыҡҡа ярҙам биреү өсөн тырышлыҡ сарыф итеү иң гүзәл ғәйрәттер. Бының язаһы (бүләк)ла матур буласаҡ. Шуның өсөн изге һәм дин ҡушҡан эштәргә, милләт һәм дин файҙаһына ярҙам биреүҙе бәхет тип һанағыҙ. Күңелегеҙ менән һөйә-һөйә ярҙам бирегеҙ. Милләтегеҙгә белем һәм мәғрифәт таратығыҙ. Араларына дуҫлыҡ һәм мөхәббәт орлоҡтары сәсегеҙ. Дошманлыҡ һәм гонаһ эштәренә ярҙам итеүҙән һаҡланығыҙ. Бигерәк тә милләт зарарына бер хәрефтә һөйләмәгеҙ һәм бер нөктә лэ яҙмағыҙ.
111. Милләт файҙаһына хеҙмәт итеүселәрҙе үҙҙәре менән һөйләшмәҫтән элек, белер-белмәҫ килеш күңел тарлығы бәләһе сәбәбенән төрлө ялғандар менән ҡаралауға ынтылмағыҙ. Кеше зарарына хөкөм итергә ашыҡмағыҙ. Кешегә яла яғыу һәм ғәйепләүҙе, шәм һүндереү кеүек еңел, тип иҫәпләмәгеҙ. Хөкөм итеүҙән элек фекерегеҙҙең дөрөҫлөгендә шөбһәләнһәгеҙ, аҡыл эйәләренә мөрәжәғәт итегеҙ. Уларҙың фекерен алығыҙ. Фекерегеҙҙең яңылыш булыуы ихтимал
                                              Аралашыу ҡағиҙәһе
112. Аралашҡанда әҙәпле һәм һаҡлыҡлы булыу, аҡса сарыф итмәйенсә, халыҡтың ризалығын табыуҙыр. Әҙәпле аралашыу сәбәбенән ин ауыр маҡсаттар ҙа еңел табыла һәм бикле ишектәр асыла. Йомшаҡ Һүҙҙәр күңелдәрҙе рәхәтләндерә. Ихлас һүҙ, ҙур бүләктәрҙән артыҡ шатлыҡ килтерә. Асыҡ йөҙ һәм ябайлыҡ дуҫлыҡ һәм мөхәббәт дәлиле була. Шуның өсөн кем булһағыҙ ҙа булығыҙ, әҙәм балалары менән әҙәпле аралашығыҙ. Йомшаҡ һәм мөләйем һүҙле һәм ихласлы булығыҙ
11З. Күңелһеҙ йәки асыулы ваҡытта халыҡ менән һөйләшмәй, асыуығыҙҙың ҡыҙыулығы һүрелгәнсе, сабыр итегеҙ. Кешеләрҙең кәмселектәрен ғәфү итегеҙ, һәр эштә фекерле һәм иғтибарлы булығыҙ. Был иһә тәрбиәле булыуҙың билдәһе.
114. Кешеләргә ҡатнашмай ситтә тормағыҙ, кем осраһа ла унын менән һөйләшеп, дуҫлыҡ күрһәтегеҙ, һәр эштә ғәҙел, хөр фекерле, раҫ һүҙле, баһадир, эстән дә, тыштан да бер булығыҙ.
115. Кешеләрҙең уҫал мөнәсәбәтенә ҡаршы яҡшылыҡ итегеҙ, яҡшы мөнәсәбәтенә харшы тағы ла артых яҡшылыҡ итегеҙ. Башҡаларға күрһәтәсәк мөнәсәбәт, уларҙан күрергә теләгән мөнәсәбәттән тағы ла артых дәрәжәлә яҡшы булырға тейеш.
116. Үҙегеҙҙән кеселәрҙе түбән күрмәгеҙ. Аҡылығыҙ һәм байлығығыҙ менән маҡтанмағыҙ, мәртәбәгеҙҙе һәм башҡаларҙың мәртәбәһен яҡшы белеп, һәр кемгә яраҡлы аралашыгыҙ, бер бөйөк заттың: “Барыһы ла яҡшы, беҙ яман”, -тигән һүҙенән гибрәт алығыҙ.
117. Халыҡтан яхшы мөнәсәбәт күрергә өмөт итһәгеҙ, үҙегеҙ уларға яҡшы булығыҙ. Уларҙан хөрмәт көтһәгеҙ, уларға хөрмәт күрһәтегеҙ. “Халыҡтың дошман булыуына ҡайғырмайым”, -тимәйенсә, дуҫлыҡтарын яуларға тырышығыҙ. Аҡыл эйәләренең күңелдәрен үҙегеҙгә тарттырасаҡ рәүештә булығыҙ. Маҡсаттарығыҙҙы ҡатылыҡ һам ҡурҡытыу менән түгел, мөхәббәт менән табырға тырышығыҙ. Халыҡҡа мөхәббәтле булыу сәбәбенән камиллығығыҙ юҡҡа сыҡмаҫ.
118. Халыҡ тураһында яҡшы фекерле булығыҙ. Яҡшы эштәрҙе генә һөйләгеҙ. Яман эштәрҙе йәшерегеҙ. Үлгәндәр хаҡында изгелектәренән башҡа иҫкә алмағыҙ. Кешеләр менән аралашыуығыҙ шулай булһын. Донъяла торғанда һеҙҙе һөйһөндәр, вафат иткәндә юҡһынһындар, ҡайғырып илаһындар.
119. Халыҡҡа ярҙам итеү тик зарур ваҡыттарға бәйле. Башҡа ваҡытта һис кем башҡаға һалынып тороуы дөрөҫ түгел. Шуның өсөн кешеләргә һалынмағыҙ, уларҙың малдарына ауыҙ асмағыҙ. Үҙ ризығығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ, үҙегеҙ үҙегеҙҙе ҡарағыҙ.
120. Антығыҙға тоғро булығыҙ. Вәғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ. Дуҫтарығыҙға тоғро булығыҙ. Кешеләрҙең ҡайғы һәм шатлыҡтарын уртаҡлашығыҙ. Үҙегеҙ яратмаған әйберҙәрҙе уларра эшләмәгеҙ. Әгәр аралашыуығыҙ бындай нигеҙгә ҡоролһа, арағыҙҙа яҡшылыҡ хөкөм һөрөр, дуҫлыҡ урынлашыр.
121. Халыҡ һәм хаҡлыҡ өсөн үткәргән ваҡытығыҙҙы юғалтыу тип иҫәпләмәгеҙ. Сөнки башҡаларҙы һөйөү, уларға ярҙам биреү, уларҙың етештерә алмаған ерҙәрен етештереү бөйөклөк һәм кешелеклелек билдәһелер.
                                                Йәмғиәт ҡағиҙәһе
122. Тәндең ағзалары бер-береһенэ мохтаж булған кеүек был донъяла йәшәгән осорҙа әҙәм балаһы ла тормош көтөү өсөн бер-береһенэ мохтаждыр. Кешеләр бергә йәшәгәндә ихтыяждары эшләнер, хаҡтары үтәлер, нәҫелдәре сәләмәт ҡалыр. Бергә йәшәүҙең әҙәбе һәм шарттары, ҡағиҙә һәм ҡанундары була, уларға иғтибарлы булырға кәрәк Шуның осон бер-берегеҙҙе һәр ваҡыт хөрмәт итегеҙ. Аралашҡанда инсафлы булығыҙ. Йәмғиәт ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙең файҙағыҙ өсөн башҡаларҙы йәберләмәгеҙ. Эштә тотанаҡлы булығыҙ.
123. Бергә йыйылыуҙың маҡсаты — бер кеше эшләй алмаған эштәрҙе эшләү, ярҙам итешеү һәм кәрәкле кәңәштәр бирешеү, милләт, ватан хеҙмәттәрен уртаҡлашыу. Шуның осон бындай сәғәттәрҙә ярҙам күрһәтеүҙе, бындай эштәргә ҡатнашыуҙы йәнегеҙ өсөн шөкөр тип белегеҙ. Әҙәм балаһы бер үҙе аҙ булһа, ҡарындаш һәм дуҫтары менән күп була. Әгәр бындай сәғәттәрҙә йәмғиәткә хеҙмәтегеҙ теймәһә, барлығығыҙға ҡарағанда юҡлығығыҙ артыҡтыр.
!24. Шәриғәт бойорған өлөштәрҙе дин һәм милләт файҙаһы өсөн сарыф иткән кешеләр, гүйә әхирәттә алыу шарты менән Йәнәб-и Аллаһҡа бурыс биргән кеүек булырҙар. Әгәр һеҙ ошоно иҫәпкә алып, малығыҙҙан өлөш сыҡҡан булһа, дин һәм милләт файҙаһына ҡулланығыҙ. Донъяла шөкөр һәм рәхмәт ишетерһегеҙ һәм әхирәттә тулыһынса, бәлки, артығы менән ҡайтарып алырһығыҙ.
125. Мосолман кешенең теленән, ҡулынан мосолмандар сәләмәт булырға тейеш. Шуның өсөн телегеҙ, ҡулығыҙ һәм һәр хәрәкәтегеҙ менән мосолмандарҙы рәнйетмәгеҙ. Юлға сыҡмаҫтан элек юлдаш табығыҙ. Йорт алмаҫ борон күрше алығыҙ. Кеше көлдөрәсәк һүҙҙе һөйләмәгеҙ. Ҡул аҫтығыҙҙа булғандарҙың холоҡ һәм фиғелдәрен һаҡлағыҙ.

                             Тәржемәсеһе һәм төҙөүсеһе Ә. Ғ. Салихов, Сәлихова С. З. «Ғилем» нәшриәте, 2003