Иман — йәннәткә юл
     Иман һүҙенең – төп асылы «ышаныу» тигән мәғәнәлә булып, Ислам диненең иң төп нигеҙе, иң оло терәгелер. Иман булмағанда эшләнгән ҙур изгелектәрҙә ахирәттә файҙа бирә алмаясаҡ. Кемдер берәү үҙ ихтыяры менән Аллаһ Тәғәләгә, пәйғәмбәрҙәргә, ахирәт көнөнә, Ҡөръән китабына ышанып иман килтерһә, ул кәфер булмай. Фарыздарын үтәмәһә һәм башҡа хәрәм нәмәләрҙән һаҡланмаһа, ҙур гонаһ эйәһе булып, уға йәһәннәм ғазабы менән хәбәр бирелер, киҫәтелер. Шуның өсөн иман әһеле булғас, хәрәмдәрҙән һаҡланыу, фарыздарҙы өйрәнеү һәм үтәү иманын нурландыра. Ә инде ысын иманлы булһа, был иманы уның йөрәгенә урынлашып, уның өсөн Аллаһ, дин, ул динде өйрәтеүсе Пәйғәмбәр – быларҙың һәр береһе лә донъя малынан да, әһеле-ғәиләһенән дә һөйөклөрәк буласаҡ. Был ләззәтте һис бер нәмә лә алыштырмай. Шул иманы хаҡына ниндәй генә бәлә-ҡазаларға юлыҡһа ла, шуға түҙә, иманынан тайпылмай, эшен Аллаһҡа тапшырып тәүәккәл итә.

     23. يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا لَا تَتَّخِذُوا آبَاءَكُمْ وَإِخْوَانَكُمْ أَوْلِيَاءَ إِنِ اسْتَحَبُّوا الْكُفْرَ عَلَى الْإِيمَانِ وَمَن يَتَوَلَّهُم مِّنكُمْ فَأُولَئِكَ هُمُ الظَّالِمُونَ
     24. قُلْ إِن كَانَ آبَاؤُكُمْ وَأَبْنَاؤُكُمْ وَإِخْوَانُكُمْ وَأَزْوَاجُكُمْ وَعَشِيرَتُكُمْ وَأَمْوَالٌ اقْتَرَفْتُمُوهَا وَتِجَارَةٌ تَخْشَوْنَ كَسَادَهَا وَمَسَاكِنُ تَرْضَوْنَهَا أَحَبَّ إِلَيْكُم مِّنَ اللَّهِ وَرَسُولِهِ وَجِهَادٍ فِي سَبِيلِهِ فَتَرَبَّصُوا حَتَّى يَأْتِيَ اللَّهُ بِأَمْرِهِ وَاللَّهُ لَا يَهْدِي الْقَوْمَ الْفَاسِقِينَ
     23. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү ләә тәт-тәхыиҙүү әәбәә'әкүм үә ихъүәәнәкүм әүлийәә'ә инистәхәббүл-күфра ғәләл-иимәәни үә мәй-йәтәүәлләһүм миңкүм фә'үләә'икә һүмүҙҙаалимүүн.
     24. Ҡуль иң кәәнә әәбәә'үкүм үә әбнәә'үкүм үә ихъүәәнүкүм үә әзүәәджүкүм үә ғәшии-ратүкүм үә әмүәәлүниҡ-тәрафтүмүүһәә үә тиджәәратүн тәхъшәүнә кәсәәдәһәә үә мәсәә-кинү тәрдаунәһәә әхәббә иләйкүм минә-ллааһи үә расүүлиһи үә джиһәәдиң фии сәбиилиһи фәтәраббәсуу хәттәә йәьтийә-ллааһу би'әмриһи үә-ллааһу ләә йәһдил-ҡаумәл- фәәсиҡиин. Тәүбә, (9 сүрә).
     23. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Атайҙарығыҙ, туғандарығыҙ кафырлыҡты имандан артыҡ күрһә, уларҙы дуҫ итмәгеҙ. Кем уларҙы дуҫ итә — улар залимдарҙан булыр.
     24. Әйт: «Атайығыҙ, уландарығыҙ, туғандарығыҙ, ҡатынығыҙ, ғаиләгеҙ, тапҡан малығыҙ, туҡтап ҡалыуҙан ҡурҡҡан сауҙағыҙ, ҡәнәғәтләндергән йорттарығыҙ Аллаһынан, Уның рәсүленән, Уның юлындағы көрәштән ҡәҙерлерәк икән — Алланың яза менән килгәнен көтөгөҙ. Боҙоҡ кешеләрҙе Аллаһ хаҡ юлдан алып бармай!» — тиең.

                                                                  Иман – йәннәт асҡысы
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең шундай бер хәҙисе бар: «Һөйөнөс бирәм мин һеҙгә, һеҙ үҙегеҙҙән арттағыларға һөйөнөс бирегеҙ. Кем донъяла үҙ ирке менән бер мәртәбә: «ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тип әйтһә, һәм үҙенең һүҙенә тоғро ҡалып вафат булһа, ул кеше йәннәткә инер». Бына ниндәй күркәм, ниндәй һөйөнөслө, ниндәй ҡыуаныслы бер хәҙис. Был беҙҙең тәүхид тураһында, Аллаһты ҙурлау тураһында, иманыбыҙ тураһында. Һәр кем донъяға мосолман булып тыуа. Фитр иман менән. Кем балаһы булыуына ҡарамаҫтан, ниндәй милләт кешеһе булыуына, донъяның ҡайһы ерендә, ниндәй рәүештә, ата-әсәһе кем булыуына ҡарамаҫтан, кеше иман менән донъяға килә. Хәҙер был ғалимдар тарафынан да иҫбатланды. Ренгент нурҙары менән кешене тикшереп ҡарағандар ине, һәр кемдең үпкәһендә ҡан тамырҙары менән: «Ләәә иләәһә илләлаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тип яҙылған икән. Кеше үҙен христиан тип һанаһа ла, динһеҙ кеше тип һанаһа ла, ул тыумышынан уҡ мосолман ине инде. Беребеҙҙә быны инҡар итә алмай. Риза булмаһаҡ, үпкәне алып ташларға кәрәк.
     Бар шундай бәндәләр: Аллаһтың ҡушҡандарын үтәйҙәр, намаҙҙарын уҡыйҙар, ураҙаларын тоталар, зәкәттәрен бирәләр, харамға ҡатышмаҫҡа тырышалар. Харамға 100 процент ҡатышмайым, тип әйтеп булмай. Сөнки кемдер ялғанларға мөмкин, берәү урлап та ҡуйырға мөмкин. Кемдер белер-белмәҫ хәрәм ризыҡ та ашап ҡуйырға мөмкин. Берәүҙең кеше ғәйбәтенә инеүе лә ихтимал. Әммә быларҙың изгелектәре эшләгән гонаһтарынан күберәк булыуы мөмкин. Бындай кешеләрҙең, үлгәндән һуң, йәндәре йәннәт көтөп ята. Үлгәндән һуң быларға шундай һөйөнөслө хәбәр бирелә. Әгәр беҙ доғалар уҡыйбыҙ икән, доғалар быларға барып ирешә. Кесе йома көндө, ҡояш байығас, был йәндәр Ер йөҙөнә ебәреләләр, доғалар өмөт итеп нигеҙҙәренә ҡайталар. Иректә булалар. Һәм улар Ҡиәммәт көндө ҡубарылғандан һуң туп-тура йәннәткә инәсәк. Икенсе берәүҙәре мәхшәр майҙандарын, сират күперҙәрен үтеп, шулай уҡ йәннәткә инәсәктәр. Былар: «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тип әйттеләр, фарыздарын үтәнеләр, харамдан тыйылдылар. Бар шундай кешеләр: Аллаһны юҡ, тип әйтмәйҙәр, Уға ышаналар. Ҡиәмәт көнөнә лә ышаналар, «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тип әйтәләр, ләкин наҙанлыҡтары, ялҡаулыҡтары сәбәпле, намаҙ уҡымайҙар, ураҙа тотмайҙар. Наҙанлыҡтары сәбәпле, уның зарарын аңлап бөтөрмәү арҡаһында, сусҡа ите лә ашап, араҡы ла эсеп ҡуялар. Фарыздарҙы үтәмәйҙәр, харамдарҙан тыйылмайҙар. Йән биргәс, быларҙың йәндәре ҡәбер ғазабында йәһәннәм көтөп ята. Ләкин «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тип әйткәнгә күрә, Аллаһны танығанға күрә, үлгәндән һуң терелеүгә ышанғанға күрә, был кешеләргә был донъялағы кешеләр доға ҡылһалар, саҙаҡа бирһәләр, быларга барып ирешә. Быларҙың йәндәре шулай уҡ доғаға тип Ер йөҙөнә ебәрелә, былар тотҡонлоҡта тормайҙар, сөнки улар Аллаһҡа ышандылар. Һәм ҡиәммәт көнөндә ҡубарылғандан һуң, был кешеләр үтәмәгән фарыздары, ҡулланған харамдары хәтле тамуҡта ғазап күрәләр һәм барыбер йәннәткә инәләр, һуңғы урындары йәннәттә була.
     Бар тағын өсөнсө төркөм менән булған кешеләр: Аллаһ Тәғәләнең барлығына ышанмайҙар, үлгәндән һуң терелеүгә ышанмайҙар, Аллаһтың китабы Ҡөрьәнгә, Уның фәрештәләренә ышанмайҙар. Фарызды фарыз тип әйтмәйҙәр. Намаҙҙы уҡымау бер нәмә, намаҙҙы уҡымаған кеше гонаһлы була, әммә намаҙ фарыз түгел, намаҙ уҡымаһаң да була, тигән кеше кафыр булып һанала. Был Аллаһ юҡ, — тип әйтеүгә тиң. Бер ауылға барҙым мин, Ҡөръән мәжлесенә. Бер апай һорай: бер әбей әйтә ти, һигеҙ мәртәбә иман әйтһәң, намаҙҙы уҡымаһаң да була, тип әйтә. Был дөрөҫмө? — тип һорай. Был кәферлек. Берәү ураҙаны тотмай, гонаһлы була, әммә икенсе берәү ураҙа кәрәк түгел, ураҙа тотоу тейешле түгел, тиһә, был кеше кәфер була. Был — фарызды фарыз түгел тип әйтеү. Кемдер дуңғыҙ итен ашай, гонаһлы була. Икенсе береһе әйтһә: сусҡа итен ашау дөрөҫ ул, араҡы хәрәм түгел, уны эсергә ярай, тип әйтә. Был кеше лә кәфер. «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», — тигән һүҙҙе юҡҡа сығарыу була. Бына быныһы бик ҡурҡыныс.
     Кемдер фарызды фарыз түгел, тип, инҡар итеп, үлеп китһә был кеше кәферҙәрҙән һанала. Бынан да һаҡ булырға кәрәк. Бына ошо хаҡта беҙ ҡайһы ваҡыт уйлап та бөтөрмәйбеҙ. Шуға күрә кис менән көн һайын иманды бер ҡат уҡып сығарға кәрәк. Кәферлеккә төшөрә торған һүҙҙәрҙән тәүбәгә килер кәрәк. Эшләгән гонаһтарҙан тәүбәгә килер кәрәк. Шуға күрә кис йоҡлар алдынан иманды уҡыу, нығытыу — бик күркәм эш.
     Туранан-тура: Аллаһ Тәғәлә юҡ, үлгәндән һуң терелеү юҡ, тип йөрөгән кешеләр бар. Был кешеләр доньянан иманһыҙ булып үтәләр. Был кешеләрҙең йәндәрен йәһәннәм көтөп ята, быларҙың йәндәре тотҡонлоҡта була, уларға был донъяла миллионлаған һум саҙаҡа бирһәң дә, береһе лә ирешмәй. Бар кеше ултырып, бөтөн Ер йөҙөндәге халыҡ Ҡөръән уҡыһа ла, быларға ирешмәй. Былар үҙҙәренең ғорурлыҡтары, үҙҙәренең тәкәбберлектәре, үҙҙәренең тиҫкәрлектәре менән үҙҙәрен-үҙҙәре йәһәннәмгә хөкөм итәләр һәм шунда мәңгегә ҡалалар. Быныһы бик ҡурҡыныс, мәңгелек йәһәннәм ҡурҡыныс. Бының осо-ҡыры юҡ. Бынан үлеп ҡотолоп булмай. Был донъяла беҙ, бик ҙур ауырлыҡтар килһә, үлеп ҡотола алабыҙ. Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә үлемде бөтөрә. Кеше унда үлеп ҡотола алмай. Мәңгелек йәһәннәмдән һаҡланырға кәрәк. Шуға күрә беҙ доға ҡылғанда әйтәбеҙ: һуңғы урындарыбыҙ йәннәттә булһа ине, — тип.
     Аллаһ Тәғәлә юҡ, тип әйтеү ахирәтебеҙ өсөн бара торған юлды өҙөп һала. Беҙҙең эшләгән бөтә яҡшылығыбыҙ донъялыҡ өсөн генә булып ҡала. Был донъялыҡта беҙҙе маҡтарға, депутат итеп һайларға, һәйкәлдәр һалырға, орден-медальдәр бирергә мөмкиндәр. Әммә был фәҡәт донъялығыбыҙ өсөн генә ярай. Ахирәтебеҙгә бармай былар. Беҙ үҙебеҙҙең: Аллаһ юҡ, тигән һүҙ менән ахирәтебеҙ өсөн тигән бөтә ғәмәлде киҫеп ҡуйҙыҡ. Пәйғәмбәр юҡ, Ҡөръән Аллаһ китабы түгел, тигән һүҙҙәр ҙә шундай уҡ кәферлек.
     Һәр ҡайһыбыҙға: «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлуллаааһ», тип йыш әйтергә кәрәк, бер генә мәртәбә түгел. Көнгә кәм тигәндә, йөҙ мәртәбә ҡабатларға кәрәк был һүҙҙе. Кәм тигәндә тигәндә 70 мәртәбә. «Әстәғфируллааһ», тип әйтергә кәрәк. Был беҙҙе Аллаһҡа яҡынайта, беҙҙең күңелдәребеҙҙәге шик шөбһәләрҙе тарата, беҙҙе йәннәткә алып бара. Ер йөҙөндә әллә нисә мең, миллионлаған һүҙҙәр бар, әммә иң күркәм, иң яҡшы һүҙ — «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ». Сөнки башҡа бер генә һүҙ ҙә йәннәткә илтмәй кешене. Үҙең шулай тип әйтһәң, йәннәткә юл һалаһың. Һиңә йәннәттә урынды әҙерләй башлайҙар, фәрештәләр һиңә йорттар һалырға әҙерләнәләр. Эшләгән изгелектәребеҙ фәрештәләргә төҙөлөш кәрәк-ярағы булып бара. Ҡөръән уҡыһаҡ, намаҙ уҡыһаҡ, ураҙа тотһаҡ, саҙаҡа бирһәк – барыһы ла фәрештәләргә беҙҙең йәннәттәге урынды төҙөргә бара. Берәүҙең урыны төҙөлә, берәүҙеке тик тора, сөнки эшләгән яҡшылыҡтары юҡ. Бына шуға күрә йәннәттә лә кешеләрҙең дәрәжәләре төрлөсә була. Был донъяла ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап.
     Йәнннәт һигеҙ дәрәжәлә, һәр дәрәжәһе йөҙгә бүленә, ти, кәм тигәндә, йәннәттә 800 дәрәжә була. Йәннәттең уңайыраҡ дәрәжәһенә ирешәм тиһәң, ғәмәлде был донъяла күберәк ҡылырға кәрәк. Берәү, әйтәйек, самолетта оса, икенселәр поездға ултыра, ат менән йә йәйәү бара. Йәннәткә кереүҙә шуның шикеле. Берәүҙәр ҡубарылғас, туранан-тура йәннәткә инәләр, башҡалар сират күперҙәрен, мәхшәр майҙандарын үтәләр, тамуҡта ғазап күреп йәннәткә ирешәләр. Берәүҙәрҙең ғазабы миллион йылдарға һуҙыла, әммә йәннәткә инәләр. Сөнки: «Ләәә иләәһә илләлаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тигән һүҙе бар. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе камил аҡыл менән яратты, барыбыҙға ла аҡыл бирҙе, шуға күрә 95-се «Әт-Тин» («Инжир ағасы») сүрәһенең 4 аятында әйтә:
     4. لَقَدْ خَلَقْنَا الْإِنسَانَ فِي أَحْسَنِ تَقْوِيمٍ
     4. Ләҡад халәҡнәл-иңсәәнә фин әхсәни тәҡүиим.
     4. Беҙ кешене иң яҡшы сүрәткә килтереп яраттыҡ.
     Мин әҙәм балаларын аҡыл менән зиннәтләп, бөтөн мәхлуҡтарҙан өҫтөн иттем, — тине Аллаһ Тәғәлә. Шул аҡылығыҙҙы эшләтегеҙ: был донъя өсөн генә йәшәйбеҙме, ахирәтебеҙ өсөн дә йәшәйбеҙме, үлгәндән һуң ахирәтебеҙҙә йәннәткә тиҙ генә инәһе киләме, мәшәҡәттәр күрепме? Һәр ҡайһыбыҙ үҙе һөҙөмтә яһарға тейеш. Ғүмеренең ҡалған өлөшөндә әҙәм балаһы үҙен йәннәтле итеү өсөн тырышырға тейеш.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең тағын хәҙисе бар, хәйер, ҡайһы бер ғалимдар быға ҡаршы ла киләләр, ләкин күбеһе был хәҙисте бар тип әйтәләр: «Әгәр әҙәм балаһы биш ваҡыт намаҙ эйәһе булып үлһә, был кешенең ҡалған (элек уҡымаған) намаҙҙары бәлки ғәфү ителер. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә ғүмер биргән икән, ваҡыт биргән икән, һәр ҡайһыбыҙға биш ваҡыт намаҙ эйәһе булып донъянан китергә тырышырға кәрәк. Ҡалған намаҙҙарыбыҙ өсөн Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ғазап ҡылмаһын. Бына шуға беҙ үлеп киткәнгә тиклем тоғро ҡалырға тейеш. Һәм хәҙер әлегәсә хәрәмдәр ҡулланабыҙ икән, араҡы эскәнбеҙ, йә булмаһа, сусҡа ите ашағанбыҙ икән, тәүбә-истиғфар ҡылырға кәрәк. Тәүбәгә килергә кәрәк. «Әстәғфируллааһ», тип, тәүбәгә килһәк, үлгәнсе яңынан яңылышмаһаҡ, тәүбәбеҙ ҡабул була. Гонаһтарыбыҙ ярлыҡана. Хәҙер инде эшләгән харамдарҙан да тәүбәгә килергә кәрәк.
     Ошо Әл-Нәхл (Бал ҡортары) сүрәһенең аяты менән тамамлайыҡ:
     106. مَن كَفَرَ بِاللَّهِ مِن بَعْدِ إِيمَانِهِ إِلَّا مَنْ أُكْرِهَ وَقَلْبُهُ مُطْمَئِنٌّ بِالْإِيمَانِ وَلَكِن مَّن شَرَحَ بِالْكُفْرِ صَدْرًا فَعَلَيْهِمْ غَضَبٌ مِّنَ اللَّهِ وَلَهُمْ عَذَابٌ عَظِيمٌ
     106. Мәң кәфәра билләәһи мим-бәғди иимәәниһии илләә мән үкриһә үә ҡальбүһү мутмә'иннүм-бил'иимәәни үә ләәким-мәң шәрахә бил-күфри садраң фәғәләйһим ғадабүм-минәллааһи үә ләһүм ғәҙәәбүн ғәҙыиим
     106. Иман килтергәндән һуң, Аллаһынан баш тартып, кафырлыҡҡа күкрәген асҡан кешеләргә, шул эшкә мәжбүр ителеп, күңеленән иманға тоғро булып ҡалған булмаһа, Аллаһының нәфрәте төшөр, уларға — оло яза!
     Бына изге ай — Рәжәб айы үтеп бара, хәҙер икенсе ай — гонаһларҙың ярлыҡана торған Шәғбан айы буласаҡ. Шәғбан айы үтһә, бөтә кешеләргә рәхмәт өсөн, бөтә кешеләргә мәғфирәт өсөн ебәрелгән Рамаҙан айына инәбеҙ. Ҡайһыбыҙҙың ниндәй кәмселектәре бар, тәүбәгә килеп, Рамаҙанға инәйек, ураҙаларыбыҙҙы тотайыҡ. Аллаһының рәхмәте булыр беҙгә. Аллаһ беҙгә туранан-тура йәннәттәр бирер. Бармағыбыҙҙы утҡа тығып, бер генә минут та тотаһыбыҙ килмәй бит, яндыра. Шуға күрә һәр ҡайһыбыҙҙың йәһәннәмгә эләкмәйенсә, йәннәткә инеүен өмөт итәйек. Әммә бының өсөн иманлы булыу кәрәк.
                          Йәлил хәҙрәт Фазлыев «Йөҙ ҙә бер вәғәз». Сайт авторынан өҫтәлмәләр индерелде.